«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРӘН МӘҒӘНӘЛЕ...
+  - 

Ҙур түҙемһеҙлек менән буяу еҫтәре аңҡып торған гәзит-журналдарҙы көтөп алған заманалар әле генә кеүек. Өйгә килгән ваҡытлы матбуғатҡа өҫтәп, эшкә барышлай баш ҡаланың Свердлов урамында урынлашҡан "Өфө-баҫма" киоскыһына сират тороп, гәзиттәр һатып алыныр ине. Парк эскәмйәләрендә гәзит һәм журнал тотоп уҡып ултырыусылар ҙа ғәҙәти күренеш булды. Эйе, эйе, бөгөн нисек телефондан күҙҙәрен алмайынса ултырһалар, бынан 10-20 йыл элек кенә әле ҡулдарҙа гәзит булды.

"Хәҙер ҙә гәзит уҡыйҙар, ләкин электрон вариантын", тиеүселәр булыр. Әлбиттә, ризалашмай булмай, уҡыйҙарҙыр, сөнки нисек кенә булмаһын гәзит-журналдар тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ күренеше ул. Шулай ҙа минең әле булһа ҡулыма гәзитте шытырҙатып алып уҡымайынса, танһығым ҡанмай. Өйгә лә яҙҙырам, магазин һәм башҡа урындарҙа буш таратылғандарын да алып уҡыйым, почтаға инеп һатып та алып ҡайтам - бәләкәйҙән ҡанға һеңгән гәзит һәм журнал уҡыу. Республикала донъя күреп килгән байтаҡ ҡына гәзит-журналдарҙы бер йылға яҙҙырам, сөнки ярты йылдан һуң ул онотолорға мөмкин. "Киске Өфө" гәзитен дә күптән алдырып уҡыйым, ул миңә йөкмәткеһе менән дә, материалдарҙың бирелеше менән дә, биҙәлеү йәһәтенән дә оҡшай. Тағы ла гәзиттең аҙнаһына бер, әммә берәгәй сығыуы оҡшай. 16 биттән торған гәзитте рәхәтләнеп, тәмләп бер аҙна уҡырға була.
Йөкмәткеһенә килгәндә, нимә күңелгә яҡын һуң? "Аҡыл - ҡаҙна" рубрикаһы хаҡында күптәр маҡтап яҙҙы. Мин дә уларҙың һүҙҙәренә ҡушылам һәм гәзит хеҙмәткәрҙәренә ошо рубриканы даими алып барғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Кинәйә менән бирелгән аҡылды уҡыуы ла еңел, хәтерҙә лә еңел ҡала. Фәүзиә Мөхәмәтшинаның "Донъя шаңдауы"н көтөп алам. Донъяла булып ятҡан хәлдәрҙе бик үк аңлап бөтөп тә булмай бит, ә был рубрикала ул ваҡиғаларҙы беҙ нисек аңларға тейеш, шулай төшөндөрөп бирә автор.
Гәзиттең "Улар башҡорт мәктәбендә уҡыны!" исемле яңы проекты ла бик урынлы һәм ваҡытлы. Интернеттағы әллә ниндәй бер көнлөк "знаменитость" тигәндәрен ҡарап, шулар тураһында ғына хәбәрҙар булып үҫеп килгән йәш быуынға ошондай зыялыларыбыҙ тураһында күберәк мәғлүмәт еткереү бик тә мөһим. Рубрика ҡыҫҡа ла, йөкмәткеле лә.
Баш ҡалаға ҡағылышлы хәбәрҙәрҙе лә беренселәрҙән булып уҡып сығам. Ошо ҡалала ғүмер ителһә лә, ул-был үҙгәрештәр ҡайһы саҡта күҙ уңынан ысҡынып китә. Ә "Киске Өфө" битендә бирелгән яҙмалар үҙ эсенә мөһим күренештәрҙе, үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы алыуы менән мәғәнәле. Шулай уҡ "Баш ҡалам" рубрикаһын да ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барам.
Ғөмүмән алғанда, "Киске Өфө" беҙҙең өсөн бик тә кәрәкле, файҙалы, фәһемле баҫма. Ул эргә-тирәләге күренештәргә яңы күҙлектән сығып ҡарарға мөмкинлек бирә, билдәле милләттәштәр менән таныштыра. Еңел-елпелеккә ҡоролоп бөтөп барған ваҡытлы матбуғат донъяһын ошондай тәрән мәғәнәле, эстәлекле, эшлекле гәзиттәр юғары кимәлдә тотоп килә.

Әлфир ҒӘНИЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.24 | Ҡаралған: 217

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru