«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠӘҘЕРЕН БЕЛӘЙЕК!
+  - 

Үҙ ғүмеремдә бик күп ерҙәр гиҙҙем, Европа, Азия илдәрен айҡап сығып, ҙур-ҙур ҡалаларына һоҡландым. Рәсәйҙе лә иңләп-буйланым: Дондағы Ростовта уҡыһам, Себерҙә, Нижневартовскиҙа байтаҡ йылдар йәшәнем, ләкин бер ерҙә лә Өфөбөҙ кеүек матур, яҡты, уңайлы башҡа ҡаланы тапманым. Быны мин архитектор булараҡ та, патриот булараҡ та әйтәм.

Әлбиттә, Өфөнө Лондон, Мадрид кеүек ҡалалар менән сағыштырып булмай, бының кәрәге лә юҡ. Хәҙер архитектурала, ғөмүмән, заманса һәм уңайлы булған бәләкәй ҡалалар төҙөүгә йөҙ тотола, сөнки ҙур ҡалаларҙың проблемалары ла ҙур. Мәҫәлән, алыҫтан эҙләргә түгел, Мәскәүҙәге юл-транспорт мәсьәләләре унда йәшәп ҡарамаған кешегә лә яҡшы билдәле: аэропортҡа барып-ҡайтыуға ғына ла кеше 4-6 сәғәт ваҡытын сарыф итә. Был йәһәттән Өфөлә лә бар ундай мәсьәлә, тик уны хәл итеү буйынса мөһим саралар үҙенә юл ярып китә алмай, үкенескә күрә. Тиҙ йөрөшлө трамвай юлдарын төҙөү буйынса проект бик отошло булмаҡсы ине, юғиһә. Уны туҡтатыу сәбәптәре бик аңлашылып етмәне шулай ҙа... Ер өҫтө метроһын төҙөү ҙә транспорт тығындары мәсьәләһен йырып ебәрер ине. Бындай саралар айырым кешеләр мәнфәғәтенә бәйле булырға тейеш түгел, ул халыҡҡа уңайлы булһын өсөн уйланыла бит. Шулай булғас, уны бойомға ашырыу юлдарында ныҡышмалылыҡ күрһәтергә лә кәрәктер, тип уйлайым.
Өйөңдәге хәлде күршеңдән һора, тигән әйтем бар бит беҙҙә. Үҙебеҙ ғүмер буйы ошонда йәшәгәс, күреп, аңлап та бөтмәйбеҙҙер, ихтимал. Ә бына ситтән килгән дуҫтар, таныштарҙан Өфө тураһында фәҡәт яҡшы фекерҙәр, баш ҡалабыҙ менән һоҡланыуҙар ғына ишетергә тура килә. Әлхәмдулиллаһ, ике тапҡыр хажға барырға насип булды, беҙҙең төркөм етәксеһе - ғәрәп кешеһе Өфөбөҙгә өс тапҡыр килеп китте. Килгән һайын маҡтап китә: был ҡалала иң бәхетле кешеләр йәшәй, үҙегеҙ генә һиҙмәйһегеҙ шуны, ти. Ана шул бәхетебеҙҙең ҡәҙерен беләйек, ҡалабыҙҙы - төп йортобоҙҙо, уның матурлығын һаҡлайыҡ.

Гүзәл ЯУБАҪАРОВА,
"АС-Проект" проектлау институты" яуаплылығы сикләнгән ойошма директоры.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.24 | Ҡаралған: 384

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru