«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ БЕЙЕК ТАУҘАРҘА
+  - 

Һүҙебеҙҙе географтарса башлаһаҡ, Октябрь проспектындағы Өфө ҡала советы микрорайонын ҡаланың уртаһы, үҙәге тип алһаҡ, был урындың географик координаттары шундай булып сыға: был - көнсығыш оҙонлоҡтоң 56 градусы, төньяҡ киңлектең 54 градусы 45 минуты. Йәғни Өфө ҡалаһы Лондон эргәһендәге Гринвич меридианынан 56 градусҡа көнсығыштараҡ, ә экваторҙан 54 градус 45 минут төньяҡтараҡ ята. Төндә Тимерҡаҙыҡ йондоҙо горизонттан 54 градус 45 минутҡа юғарыраҡ булып күренә, тип аңларға мөмкин һуңғыһын.

Географик параллелдәр буйлап һанаһаң, Мәскәү беҙҙән 1150 километрға, йәғни 18 градусҡа көнбайыштараҡ ятҡан булып сыға. Ҡояш өсөн был - 1 сәғәт 15 минутлыҡ юл (Ҡояш беҙҙе уратып йөрөй тип ҡарағанда). Әммә Мәскәү ваҡыты менән Өфө ваҡыты араһындағы айырма шартлы рәүештә теүәл ике сәғәт тип алынған, шулай ҡулайлыраҡ. Ә географик меридиандар буйлап иҫәпләһәң, Мәскәү беҙҙән 120 километрға төньяҡтараҡ ята булып сыға. Тимерҡаҙыҡ йондоҙо Мәскәүҙә беҙҙәгегә ҡарағанда тик 1 градусҡа ғына юғарыраҡ булып күренә.
Өфө менән Мәскәүҙең географик киңлектәре араһында айырма бик аҙ булһа ла, һауа торошо беҙҙә күпкә ҡатыраҡ, сөнки беҙ Атлантик океандан алыҫыраҡбыҙ. Ғинуарҙың уртаса температураһы беҙҙә минус 15, Мәскәүҙә - минус 10, июлдеке беҙҙә лә, тегендә лә плюс 18 градус тирәһе. Әммә дөйөм алғанда зарлана торғаны юҡ.
Яуым-төшөм яғынан беҙгә ҡыуанып ҡына йәшәргә ҡала. Йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 400-600 миллиметр, ҡышҡы ҡар ҡатламы уртаса 80-100 сантиметр булып тора. Еребеҙ - ҡара тупраҡ. Йәнлектәр, үҫемлектәр донъяһына ла шөкөр итәһе генә ҡала. Һыуға мохтажлыҡ юҡ. Ағиҙел, Ҡариҙел йылғаларының әһәмиәте - әйтеп бөткөһөҙ. Ер аҫты һыуҙарының запастары бик күп. Тәрәндәге тау-таш ҡатламдары тотош тип әйтерлек эзбизташтан тора, ә был таш, билдәле булыуынса, үҙенең эсендә бик күп һыу тотоп тора ала, төрлө хужалыҡ тармаҡтарында үҙе лә күпләп ҡулланыла.
"Өфө ҡайҙа, Өфө ҡайҙа? Өфө бейек тауҙарҙа" тигән йырҙы иҫкә төшөрөп, ҡалабыҙ ултырған биләмәнең рельефы, тауҙары тураһында, тауҙарҙың бейеклеген метрҙарға күсереп, айырым һөйләп үтәйек әле бер аҙ.
Ҡалабыҙ тирәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле алыҫтағы диңгеҙҙәр кимәленән 82-83 метрға бейегерәк ята. Ә бейек тә бейек тип йырлаған тауҙарыбыҙҙың бейеклеге, ошо уҡ кимәлдән һанағанда, 203-205 метрға етә, йәғни Ағиҙелдең өҫтөнән 120 метрға күтәрелеп тора. Бындай урындарҙың иң ҙур массивы тип, бая ҡалабыҙҙың үҙәге, уртаһы тип әйтеп үткән ҡала Советы микрорайонын күрһәтеп үтергә кәрәк. Тик был урын бейек булып күренмәй, дөрөҫөрәге, бындағы бейеклек үтеп-һүтеп йөрөгән халыҡҡа һиҙелмәй ҡала, сөнки яҡын-тирәһендәге юлдарҙа текә урындар юҡ.
Шулай. Ләкин бөтә был һандар, үлсәмдәр "Өфө бейек тауҙарҙа" тигән йыр һүҙҙәренең бәҫен төшөрә алмай.
Бөтә яҡтан да тип әйтерлек йылғалар менән уратып алынған Өфө ҡалаһына - Имәнҡалаға - боронғо заманда беҙҙең ата-бабалар нисек үтеп инер булған? Ҡышҡыһын - боҙ аша, ә йәйгеһен - кәмә, паром, хатта бер-береһенә бәйле бүрәнәләр ярҙамында. Ҡала тау башында һерәйеп ултырыр булған улар өсөн. Бына һиңә - "Өфө бейек тауҙарҙа".
Шуны ла онотмайыҡ, текә булған һайын тау бейек тойола. Өфөгә көньяҡтан килеп, Ағиҙел аша ҡарап тор әле! Элек тә, хәҙер ҙә һоҡландырғыс был күренеш! Бөйөк Салауаттың бөйөк һәйкәле ниндәй шәп урын тапҡан бында үҙенә! Шағирҙарыбыҙ өсөн дә бик елле образға әйләнде һәйкәлдең урыны, бындағы ҡая таш, текә тау...

Басир МӘҺӘҘИЕВ,
география фәндәре докторы.

Редакциянан: 2002 йылдың 6 ноябрендә сыға башлаған "Киске Өфө" гәзитенең 1-се һанына йүгертеп килтереп биргәйне Басир Дәүләт улы ошо мәҡәләһен. "Баш ҡаланың башҡорт телендәге гәзитен башлап ҡулына алыусылар иң тәүҙә Өфөнөң географик яҡтан ҡайҙа урынлашҡанын белергә тейеш", тигәйне. Ағайыбыҙ артабан да, баҡыйлыҡҡа күскәнгә тиклем дә, редакциябыҙға инеп, төрлө мәғлүмәттәр, матур кәңәштәрен бирә йөрөнө. Был һанда уның ошо 22 йыл элек яҙылған мәҡәләһен ҡабатлап бирергә булдыҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.24 | Ҡаралған: 72

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru