«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

П.К. Эссен
(1817 - 1830 йылдарҙа губернатор булған).

Үтәүевтан һуң оҙаҡ ҡына ваҡыт Папейка шайкаһы булды, ул типтәр полкынан ҡасҡан унтер-офицер ине; ошо шайка ни теләһә, шуны ҡылды, йәғни талау, үлтереү һәм һәр төрлө көсләүҙән тартынманы. Папейка үҙе сауҙагәр кейемендә асыҡтан-асыҡ баҙарҙарға килеп йөрөнө. Башҡорттар уны белһәләр ҙә, ҡайҙа булғанын күрһәтеү тураһында уйлап та ҡараманы һәм уны начальство ҡулына тотоп бирмәне. Ул 30-сы йылдарҙа граф Перовский ваҡытында тотола һәм суд ҡарары менән тән язаһына хөкөм ителеп, Себергә һөрөлә.
Бер аҙ ваҡыт үтеүгә шундай уҡ ҡыйыу башҡорт Байыш (Баишка) пәйҙә була, әммә был 40-сы йылдарға ҡарай, уны Верхнеуральск исправнигы Скарятинов тота, шул саҡта ул бер нисә мылтыҡ пуляһынан яралана һәм шуның өсөн 4-се дәрәжәләге изге Владимир ордены менән бүләкләнә.
Юлбаҫарҙарҙың бәләкәй партияларына бер кем дә иғтибар итмәй ине, һәм генерал Обручев 1842, йә иһә 1843 йылда Ырымбур казактарын хатта Стәрлетамаҡ янына килеп кеше талап йөрөгән ҡурҡыу белмәҫ батырҙарҙы эҙәрлекләргә ебәрә. Әммә был сара хупланмай һәм генерал ошо айҡанлы киҫәтеү ала, сөнки уға тиклем хәрби командалар бындай осраҡтарҙа ҡулланылмай, һәм ул яман кешеләрҙе урындағы халыҡ тарафынан эҙәрлекләү менән сикләнелергә ҡушыла.
Ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ. - Тәрж. иҫк.) далаларында барымта, малдарҙы ҡыуып алып китеү һәм каруандарҙы талау ҡәҙимге бер күренеш ине. Уларға ҡаршы полковниктар Щеглов, Циолковский һәм башҡалар етәкселегендә хәрби командалар ебәрелә, әммә улар отрядтарға тап булған ҡырғыҙ ауылдарын туҙҙырыуҙан һәм малдарын ҡыуып алып ҡайтыуҙан ары китмәй. Батыҙар һәм егеттәр ҡасып китеп өлгөрә һәм икенсе урында үҙ эштәрен яңынан дауам итә.
Рус кешеләре линияның барса урындарында һәм Каспий диңгеҙе буйына барыусылар (башлыса, крәҫтиәндәр) ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар. - Тәрж. иҫк) тарафынан күпләп әсиргә алып кителә һәм Хивала, Бохарала ҡоллоҡҡа һатыла. Ырымбур ғәскәре командующийы адъютанты, есаул Падуров та иҫ китмәле әсирҙәрҙән була, ул Татищев и Переволоцк ҡәлғәләре арауығында хеҙмәт эштәре менән йөрөгән сағында әсиргә алына. Эссен идара иткән ваҡытта Бохараға рус тауарҙары каруаны ебәрелә, уны алып барыу Уральск һәм Ырымбур ғәскәре казактары һағы аҫтында Ырымбур сауҙагәре Кандаловҡа йөкмәтелә. Каруан Эмбаға барып етеүгә, хивалылар һәм ҡырғыҙҙар өйөрө тарафынан туҡтатылып, шунда ташлап кителә һәм һуңынан талана, ә ғәскәр линияға ҡайтып китә. Тауарҙарҙы һатып алған ҡаҙна ҙур зыян күрә.
Отрядтың начальнигы полковник Циолковский була, ә ғәскәрҙең кире ҡайтыуының төп сәбәбе - каруан ҡыш көнө юлға сыҡҡанлыҡтан, дөйәләр һәм аттарҙы ашатырлыҡ үлән, һәм ҡәҙимге каруан юлына сыҡҡан кешеләргә етерлек кимәлдә түләр өсөн аҡса булмауында.
Ырымбур линияһын һаҡлар өсөн кордон һағауылдары булдырыла, улар күбеһенсә башҡорттарҙан, Ставрополь ҡалмыҡтарынан һәм казактарҙан тора, әммә шул уҡ ваҡытта ҡырғыҙҙарҙы тик эске яҡтан ғына эҙәрлекләү хаҡында ҡарар сығарыла, эҙәрлекләү маҡсатында Урал йылғаһы аша сығыу ҡәтғи тыйыла, ә һуңынан быны дала эсенә бары тик 5 саҡрым арауығына үтеп инеп эшләү рөхсәт ителә. Беренсе осраҡта малдарҙы ҡыуып алып китеүсе һәм кешеләрҙе әсиргә алыусы ҡырғыҙҙар йылға аръяғына сығыу менән тынысланып, туҡталып ҡала, сөнки улар үҙҙәренең артынан ҡыуып килеүселәр булмауына инана, ә икенсе осраҡта - эҙәрлекләп килеүселәрҙе яҡындағы ауылдарҙа йәшәгән, барымтала ҡатнашмаған ҡырғыҙҙар тотоп алып, уларҙы тыныс йәшәгән кешеләрҙе таларға килгән бурҙар итеп күрһәтеп, ҡәлғәләрҙең коменданттарына килтерә. Күрәһең, үҙҙәренең урланған мөлкәте артынан барыусы, уны үҙ торлаҡтарына ҡырғыҙҙарҙы үткәрмәйенсә һаҡлап тороусы ҡыйыу кешеләрҙең начальниктар тарафынан язаға тарттырылған осраҡтары ла булғандыр.
20-се йылдарҙа Волга буйы губерналарында - Һарытауҙа һәм Семберҙә, һәм Волга аръяғында уларға йәнәш ятҡан урындарҙа далала, Һыр-Даръя яҡтарында үтә ныҡ уңдырышлы ерҙәр булыуы хаҡында имеш-мимештәр таралып китеп, халыҡ фекеренсә, ошо йылғаның һыуы һөт кеүек икәне, ярҙары кеҫәлдән торғандай күрһәтелеүе, ә балыҡты йылғанан ҡул менән дә тотоп алып булыуы хаҡында һөйләнелә: һөтлө кеҫәл ашар өсөн ҡалаҡтарың ғына булһын; унда бер ниндәй барщина юҡ, ә батшанан, йәнәһе, Һыр-Даръяға күсеп китергә һәм унда йәшәргә теләүсе барса кешеләргә рөхсәт бар икән.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.24 | Ҡаралған: 70

Киске Өфө
 
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru