«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КҮҢЕЛДӘН ЮЙЫЛМАҪ...
+  - 

Хәтер даръяһында баш ҡалабыҙ Өфө тураһында матур, иҫтәлекле тәьҫораттар бик күп минең. Шулай ҙа иң сағыу, иң мөһиме - 1990 йылдың 11 октябре, Башҡортостан суверенитеты иғлан ителгән көн.

Был иҫтәлекле көн күптәр күңелендә тәрән эҙ ҡалдырғандыр, тип уйлайым. Республика яҙмышына битараф булмаған илһөйәрҙәр бөтә район, ҡалаларҙан автобустарға тейәлешеп, 10 октябрь төнөндә юлға сыҡтылар.
Тулҡынланып, борсолоп, ҙур өмөттәр, хыялдар менән баш ҡаланың Аҡ йорто алдындағы майҙанда меңәрләгән халыҡ оло тарихи боролош көтә. Ер-һыу, тыуған халҡыбыҙ яҙмышы хәл ителгән көн ине был.
Ниһайәт, кискә генә БАССР-ҙың һуңғы 3-сө сессияһы тамамланды - республиканың мөстәҡиллеге-суверенитеты тураһында иғлан ителде. Майҙанға йыйылған халыҡ бал ҡорттары күселәй гөж килде. Алҡыштар, шатлыҡлы ауаздар бар Өфөнө күмде. Кемдер йырлай, кемдер илай, тигәндәй... Салауат Юлаев майҙанында төрлө йәштәгеләр бергә хыял, өмөт байрамы үткәрҙе. Бейене, йырланы, киләсәккә пландар ҡорҙо.
Ул көндө һис оноторлоҡ түгел, йөрәктә иң мөһим хәтирә булып һаман йәшәй.
Был йылдар Башҡортостан өсөн бәрәкәтле осор булды - суверенлы республика хоҡуғы яулаған тәүге президент һайланды, яңы конституция раҫланды, үҙәк, сит төбәктәр менән яңыса мөнәсәбәттәр булдырылды.
Халҡыбыҙҙың үҙ асылына ҡайтыу башланғысы ла булды ул: башҡорт милли мәктәптәре, гимназиялар асылыу, тел, мәҙәниәт үҫеше, дингә ҡайтыу осоро башланды. Шулай уҡ социаль-мәҙәни объекттар төҙөлөшөнә, яңы предприятиелар асылыуына нигеҙ һалынды.
Был матур, күңелемдән мәңге юйылмаҫ тарихи ваҡиғалар тураһындағы хәтирәләр ебем һәр ваҡыт мине Өфө менән, гүзәл ҡалам менән бәйләй.

Фәүзиә ЙӘНТИЛИНА,
пенсиялағы уҡытыусы.
Мәләүез ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.24 | Ҡаралған: 348

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru