«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮРКӘМ ЭШТӘР ҠЫУАНДЫРА
+  - 

Өфөлә йәшәүемә күп тә түгел, сит өлкәнән күсеп килеүемә бер нисә йыл. Ләкин ошо ваҡыт эсендә генә лә ҡалала барған үҙгәрештәрҙең бихисап булыуын күреп ҡыуанам: яңы йорттар ҡалҡа, урамдар төҙөкләндерелә, яңы социаль объекттар асыла һәм башҡалар.

Күптән түгел Степан Кувыкин һәм Менделеев урамы киҫешкән урында матур стела барлыҡҡа килде. Унда "Киров районы" һәм "Яратҡан Өфөм" тигән матур яҙыуҙар ҡуйылған. Төнөн матур булып янып торған стела һәм яҙыуҙар, тирә-яғы төҙөкләндерелгән биләмә был урынға тағы ла бер күркәмлек биреп, йәнлелек өҫтәне. Бындай стелалар баш ҡаланың бөтә райондарында ла урынлаштырылһа, ниндәй яҡшы булыр ине.
Өфө - спортҡа ҙур иғтибар бирелгән, спорт яратҡан кешеләр йәшәгән ҡала. Мәҫәлән, төрлө йүгереү марафондары, велосипедта йөрөүселәр һәм башҡа спорт саралары үтә, йога менән шөғөлләнгәндәр өсөн Ағиҙел яры буйында, төрлө парктарҙа күнекмәләр ойошторола, скейтбордты үҙ итеүселәр өсөн дә махсус майҙансыҡтар булдырыла һәм башҡалар.
Беҙҙең Өфө замандан артта ҡалмайынса үҫешкән, төрлө йәш ҡатламы өсөн бихисап ял итеү, күңел асыу мөмкинлектәре биргән ҡала. Интернет селтәрендә оҙаҡламай Телеүҙәк янында зиплайн-трасса эшләй башлаясағы тураһында уҡыным. Студенттар һәм туристарҙың күпләп тупланған урыны булараҡ, был уйланылған аҙым, тип билдәләйем.
Мин кино ҡарарға бик яратам. Өфөнөң бөтә кинотеатрҙарында ла булғаным бар, уларҙың һәр береһендә үҙенә генә хас мөхит. Мәҫәлән, "Родина" кинотеатрына әсәйем һәм атайым менән бергәләп йөрөргә яратабыҙ, сөнки "Родина" уларҙың йәшлек йылдарының матур ваҡиғалары шаһиты. Ҙур бер байрамға барған кеүек әҙерләнеп бара улар был кинотеатрға. Ә дуҫтарым менән, башлыса, "Мир" фирмаһындағы йәки "Ирәмәл" сауҙа-күңел асыу комплексындағы кинотеатрҙарға йөрөйбөҙ - ваҡыт үтеү менән нәҡ улар минең өсөн йәшлегем хәтирәләрен уятыр урын буласаҡ.
Ҡала урамдарында йәйәүлеләр өсөн тротуарҙарҙың төҙөкләндерелгән булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә Өфөлә был йәһәттән планлаштырылған эштәрҙең барыһы ла тормошҡа ашырылыуын күреү шатландыра. Ҡала етәксеһе үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көнгә 37 тротуар төҙөкләндерелгән һәм уларҙың оҙонлоғо 17 саҡрым тәшкил иткән. Өфөләрҙең генә түгел, ҡала ҡунаҡтарының да уңайлығы өсөн был эштәрҙең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Һуңғы йылдарҙа Өфө урамдарында күпләп "йәшел утрауҙар" барлыҡҡа килеүен күреп һөйөнәм. Ошондай матур урындарҙың береһен Рижская һәм Малая Лесозаводская урамдары киҫелешендә, авария хәлендәге йорттар һүтелгән урында эшләйҙәр. "Ҡурай сәскәһе" исемле скверҙа күп функциялы спорт майҙансығы асылды. Был эшкә идара итеү компанияһының да әүҙем ҡушылыуын билдәләп үтергә кәрәк, улар теннис уйнау өҫтәлдәре ҡуйып, урындағы халыҡты ҡыуандырҙы. Шулай уҡ "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы сиктәрендә скверҙа йүкә, миләш һәм ҡайын ағастары ултыртылып, тирә-яҡты йәмләне. Ошондай күркәм эштәр һаны тағы ла артһын, тигән теләктә ҡалам.
Өфөбөҙ тағы ла үҫһен, матурлығы менән барыһын да һоҡландырып торған ҡала булыуын дауам итһен.

Илсен САМАРБАЕВ,
иҡтисадсы.

"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 144

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru