«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢҒЫҘЛЫҠ ФӘЛСӘФӘҺЕ
+  - 


Һәр кешене фани донъяға әсәһе тыуҙыра, һәм һәр бәпес тәүге көндәренән үк кешеләр йәшәгән мөхиткә яраҡлаша башлай, быны психологтар социаль адаптация тип атай. Баланың тәүге "социаль етәксеһе", донъя менән аралашсыһы - уның әсәһе. Бик тиҙҙән әсә туҡландырыусынан баланы кеше булараҡ формалаштырыусыға әйләнә. Бала менән әсә бәйләнеше, биологик ихтыяждарҙан башланып, тора-бара социаль-психологик төҫ ала. Был бәйләнеш шул тиклем ныҡ һәм көслө, ул күп йылдар буйына һаҡланып ҡала. Хатта ки оло йәштәге кеше лә әсәһенең үлемен бик ауыр кисерә, үҙен етем ҡалғандай итеп тоя. Әлбиттә, ғаиләнең башҡа ағзалары ла - атай кеше, баланың өлкәнерәк туғандары, олатаһы-өләсәһе лә уның шәхси мөхитен формалаштырыуҙа ҡатнаша, һәм улар шәхескә иң яҡын бәләкәй генә айырым һәм үҙаллы социумды тәшкил итә.

Фани донъяға килгән мәленән баҡыйлыҡҡа күскәнсәгә әҙәм балаһының иң көслө һәм башҡа бер нәмә менән дә алыштырғыһыҙ ихтыяжы - һәр даим кешеләр менән аралаша алыу. Социаль мөхит кешене кеше итә. Күренекле философ Карл Маркс кешенең тик башҡа кешеләр, тотош йәмғиәт йоғонтоһонда ғына шәхескә - социаль кешегә әүерелеүен билдәләй: "... кеше тәүҙә икенсе кешегә көҙгөгә ҡараған кеүек ҡарай". Икенсе бер кешенең башҡаларға социаль көҙгө була алыуы - метафорик, әммә ысынбарлыҡты сағылдырыусы образ. Һөҙөмтәлә әҙәми затҡа башҡа кешеләрҙән бөтөнләйгә ситләшеп, бер кем менән дә бәйләнеше булмаған кеше рәүешендә йәшәү мөмкин түгел.
Бына ошондай фәлсәфәүи һығымталарҙан һуң тормошобоҙҙоң бер ғәмәли проблемаһына күсһәк тә була. Ул - яңғыҙлыҡ мәсьәләһе. Уны нисек итеп аңларға һәм аңлатырға була? Ғөмүмән, йөҙәрләгән, хатта меңәрләгән башҡа шәхестәр араһында йәшәгән кешенең яңғыҙлыҡҡа дусар булыуы мөмкинме?
Психологтар теле менән әйткәндә, яңғыҙлыҡ - шәхестең билдәле бер шарттарҙа үҙен йәмғиәттән ситкә тибелгән, һис бер кемгә лә кәрәге булмаған кеше сифатында ҡабул итеүе һәм кисереүе. Бының сәбәптәре күп төрлө. Яңғыҙлыҡ тойғоһоноң тәү сәбәптәре - баланың үҙ ғаиләһендә ҡағылып-һуғылып, рәнйетелеп үҫеүе. Әгәр ғаиләлә тупаҫлыҡ хөкөм һөрһә, ата-әсә мөхәббәтһеҙ йәшәһә, уларҙың ғаилә ағзаларына ҡарата изге тойғолары үтә наҡыҫ булып, балаларҙы ҡаты тотоп, башлыса ҡурҡытып, ҡул тейҙереп үҫтерә икән, бәләкәйҙән үк сабыйҙар күңелендә кәмһенеү комплексы хасил була. Бындай балалар йыш ҡына үҙ-үҙенә бикләнә, үҙҙәрен ҡырыҫ һәм агрессив тота, ихлас аралашыуға бармай.
Бер саҡ урта йәштәргә еткән бер ауылдашым менән уның ғаиләһе тураһында һөйләшеп киткәйнек. Был ир ауылда үҙен тупаҫыраҡ тотто, яҡын дуҫтары булманы, алама ҡылыҡтары ла булып торҙо, хатта бер яҡын ғына туғанын хас дошманылай күрҙе. Әйтергә кәрәк, ул бик шуҡ, үҙ һүҙле, тыңлашмаусан малай була, шуның арҡаһында ата-инәһенән йыш ҡына туҡмала. Бына ошо ирҙең бер әйткән һүҙе әле лә иҫемдә: "Эйе, мин үҙемде бәләкәйҙән үк хулигандарса тоттом. Инәйем сыбыҡ менән дә һыҙыра, ҡайыш менән дә аҡырып илағансы яра ине. Йоҙроғо ла уғата ҡаты булды. Туҡмалып үҫтем. Яланға ҡасып китеп, үкһеп-үкһеп илаған көндәрем аҙ булманы. Шул саҡта уйлай торған инем, мине инәйем үҙе тапмағандыр, юғиһә, шул тиклем йәберләмәҫ, язаламаҫ ине, тип". Был осраҡта ни әйтәһең: был кеше бала сағынан үҙ ғаиләһендә үҙен ситкә тибелгән, кәмһетелгән итеп тойоп, сабый күңеле менән яңғыҙлыҡта үҫкән.
Бер яңғыҙы ғына ғүмер һөргән кеше һәр даим яңғыҙлыҡ тойғоһон кисерәме икән? Яңғыҙ йәшәүселәр йәмғиәтебеҙҙә аҙ түгел. Әммә уларҙың күбеһе йәмғиәттә үҙҙәрен иркен тота, башҡалар менән ихлас аралаша, туған-тыумасаларын, дуҫтарын ташламай, төрлө йәмәғәт эштәре менән мауыға, башҡаларға файҙалы ғәмәлдәр ҡыла. Тормошобоҙ шулайыраҡ: ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ир-аттан оҙағыраҡ йәшәй, күп кенә апай-әбейҙәребеҙ бер яңғыҙы ғүмер һөрә, әммә улар, башлыса, ауыр яңғыҙлыҡ хисенән азат була. Уларҙың күбеһе ошондай көн итмешкә өйрәнеп китеп, хатта бик ипле, итәғәтле, уңған яңғыҙаҡ бабайҙар менән бергәләшеп йәшәүҙән баш тарта. Бай тормош тәжрибәһе туплап, башҡа кешеләрҙең яҡшы ҡараштарын, ихтирамын тойоп йәшәү, үҙ-үҙең, ҡылған эш-ғәмәлдәрең менән ҡәнәғәт булыу әҙәм балаһын яңғыҙлыҡ тойғоһонан ҡотҡара. Был да йәмәғәт феномены: яңғыҙлыҡ асылы яңғыҙ ҡалыуҙа түгел, ул тышҡы күренештән бире үтә ауыр һәм ҡатмарлы эске тойғо. Яңғыҙлыҡ - негатив хис-тойғоларҙан хасил була, был сифат кешенең үҙенән тора.
Әммә шуны ла белдереү артыҡ булмаҫ: үҙ ғүмерендә аҙмы-күпме яңғыҙлыҡ хисен тоймаған кеше юҡтыр ул. Быға миҫалдарҙы күп килтерергә була. Мәҫәлән, яуапһыҙ мөхәббәт кисергән егет йә иһә ҡыҙ үҙен кәмһенә башлай, егеттәр йә ҡыҙҙар яратырлыҡ матурлығы юҡтыр, тип үрһәләнә, хатта депрессияға бирелә. Йыш ҡына яҡын кешеңде юғалтыу шундай уҡ ауыр, негатив хистәргә сәбәпсе була, һәм ошондай хис-кисерештәр оҙайлы дауам иткән хәлдә кеше үҙен япа-яңғыҙ ҡалғандай тоя башлай. Ғөмүмән, йәшенә, енесенә, биләгән дәрәжәһенә ҡарамаҫтан, бер кем дә яңғыҙлыҡ менән бәйле депрессиянан азат түгел. Психологтар ҡарамағына, ошондай оҙайлы негатив хис-кисерештәр арҡаһында ҡайһы бер кешеләрҙә суицидаль ниәттәр барлыҡҡа килеүе мөмкин. Бындай халәттең бигерәк тә үҫмерлек дәүерендә хәүефле булыуын оноторға ярамай. Яңғыҙлыҡ тойғоһона бирелеп, үҙ-үҙенә бикләнгән кешеләргә ваҡытында психологик ярҙам итеү кәрәк. Бында бер принцип мотлаҡ үтәлергә тейеш: "Яңғыҙ кешене яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!" Кеше хәленә инә алыу, уның күңелен табыу, ауыр уй-хистәренән арындырыу, ниндәйҙер бер матур ғәмәлдәр, маҡсаттар менән албырғата, мауыҡтыра алыу - яңғыҙлыҡта ҡалған кеше өсөн иң ябай һәм һөҙөмтәле сара ул.
Йәнә бер фекер. Йәшәйештә шундай мәлдәр була, ҡайҙалыр урман-ҡырҙарға, сәхрәләргә сығып китеп, бер яңғыҙың ғына ҡалаһы килә. Тап шундай мәлдәрҙә кеше үҙенең ҡылған ғәмәлдәре, яҡындары, дуҫтары хаҡында ныҡлап уйлана, башҡалар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен анализлай, бер үҙе генә ҡалғанда хасил була торған тәрәнтен хистәр кисерә. Әйтергә кәрәк, сәнғәт әһелдәре, шағирҙар, яҙыусылар, улар йәмғиәттә нисек кенә билдәле шәхестәр булмаһын, үҙҙәренең иң аҫыл ижад емештәрен яңғыҙ ҡалып, башҡа бер кем дә ҡамасауламағанда хасил итә.
Бер яңғыҙың ҡалмаҫ өсөн аҙмы-күпме яңғыҙ була белергә лә кәрәктер. Яңғыҙлыҡ хисен кисермәгән кешенең яңғыҙлыҡтан интеккән кеше хәлен аңлай алмауы ла бар бит. Шулай итеп, яңғыҙлыҡ феноменының кире һәм ыңғай яҡтары булыуын иғтибарға алыу фарыз. Ошо хаҡта уйланыуҙарымды халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың "Йөҙ ҙә бер хәҙис" исемле китабынан алынған шиғри вәғәз менән тамалау урынлы булыр:
"Яман менән ултырғансы
Бер яңғыҙың ҡалған яҡшы.
Гел яңғыҙың көн күргәнсе
Һәйбәт ҡорҙа булған яҡшы".

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru