«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭҘЛӘГӘНЕҢДЕ ТАБЫР ӨСӨН НЫҠЫШМАЛЛЫҠ КӘРӘК
+  - 


Театр сәнғәте республикабыҙҙа һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә: баш ҡалабыҙҙа эшләгән һәр театрҙың ижадын тамашасылар яратып күҙәтә, гастролдәргә килгән коллективтарҙы ауылдарҙа ла көтөп алалар. Шулай ҙа заманыбыҙға күрәме, актер һөнәренә ҡарата йәмғиәтебеҙҙә ҡараштар бик үк ыңғай түгел, йәнәһе, аҡсалыраҡ эш кәрәк. Әммә беҙ яратып йөрөгән театрҙар, шөкөр, йәш белгестәр менән тулыланып тора. Был юлы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының йәш актерҙары Әбйәлил ҮТӘБАЕВ һәм Динислам САФИН менән ижад, тамашасылар, театр тураһында әңгәмәләштек.

Егеттәр, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле. Актер һөнәрен һайлауға нимә этәргес булды?

Ә. Үтәбаев:
Актер һөнәрен һайлауым бала сағымда миңә төбәп олатайым әйткән һүҙҙәрҙән башланғандыр, тим. Бер мәл уйнап йөрөгәндә ул миңә ҡарап: "Бына был, исмаһам, буласаҡ әртист!" - тип һоҡланғайны. Ул ваҡытта әле мәктәпкә лә йөрөмәй инем шикелле. Уның ошо һүҙҙәрен әсәйем дә гел иҫкә төшөрөп торғас, аңыма һеңеп ҡалған.
Ә бына Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында уҡығанда "математика белгесе" булдым. Белмәйем нишләп, бәлки, аҡса етешмәгәнгәме икән, иҡтисадсы, банкир булырға хыяллана торғайным. Мәктәптән һуң Санкт-Петербург дәүләт урман хужалығы университетын тамамланым һәм Белоретҡа эшкә ҡайттым. Нәҡ шул осорҙа Белорет ҡалаһындағы "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театрының эшмәкәрлегенә ҡушылып киттем. Төрлө концерттарҙа йырлап-бейеп, спектаклдәрҙә башта дөйөм сәхнәләрҙә ҡатнашып йөрөнөм, һуңынан "Ҡыҙ урлау"ҙа Шәкирйән ролен башҡарҙым. Бик оҡшай ине ошо эшмәкәрлегем. Ә шул уҡ ваҡытта эштә, офиста һәм урманда, бер үк ҡағыҙ эше, бөтәһен дә беләһең һәм ҡыҙығы ла юҡ, төшөнкө генә кәйефтә инем. Шулай ҙа өс йыл эшләп, Мәскәүҙәге М. Щепкин исемендәге Юғары театраль училищеға студенттар йыйыуҙарын ишетеп, конкурс үттем һәм актер һөнәрен үҙләштереп ҡайтырға насип булды. Милли йәштәр театрында 2021 йылдан эшләйем.
Актер һөнәренә шулай урау ғына юл үтеп килдем, әммә уны аңлы рәүештә һайланым. Әйтергә кәрәк, беренсе алған һөнәрең һинең холҡоңа һәм маҡсатыңа тап килгән осраҡта ғына артабан кәрәкле буласаҡ, тип уйлайым. Күптәр минең һымаҡ артабан эҙләнәлер ул. Тик эҙләгәнеңде табырға тырышырға кәрәктер. Ошо ныҡышмаллығым һөҙөмтәһе миңә ҡәнәғәтлек бирә.
Д. Сафин: Минең тамырҙарым Сибай ҡалаһынан. Мин дә бала саҡтан уҡ сәнғәткә яҡын булдым: балалар баҡсаһынан уҡ йырлап-бейеп йөрөгәнмен, һуңынан ҡурай түңәрәгендә лә, "Сармат" бейеү ансамблендә лә шөғөлләндем. Туғыҙынсы синыфта Өфөләге 5-се Спорт йүнәлешле республика мәктәп-интернатына уҡырға килдем: бала саҡта футболсы булыу хыялым бар ине. Әммә был һөнәрҙе күпкә иртәрәк үҙләштерә башларға кәрәклеген төшөндөм һәм кире Сибай ҡалаһына ҡайтып, Сәнғәт колледжына ҡурай бүлегенә уҡырға индем. Был бүлеккә мине уҡытыусылар "Һөнәргә өйрәтәбеҙ, ҡурайсылар кәрәк", тип ылыҡтырып алғайны. Ысынлап та бик әүҙем булдым, башҡорт эстрадаһында ла сығыш яһап өлгөрҙөм. Колледжды тамамлағас, Өфөләге З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтына театр факультетына уҡырға индем һәм 2022 йылда тамамлағас, М. Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрына эшкә саҡырҙылар. Хәҙер бына өсөнсө миҙгел эшләп йөрөйөм.

Йәштәр театры һеҙҙе нисек ҡабул итте? Икегеҙ ҙә төп ролдәрҙе башҡарып өлгөрҙөгөҙ, ошоға бәйле хәтирәләрегеҙ ниндәй?

Ә. Үтәбаев:
Театрҙа иң мөһиме - ул коллектив. Беҙҙең М. Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында коллектив бар, бөтәһе лә һәләтле һәм үҙенсәлекле, һәр береһе менән эшләүе ҡыҙыҡ. Шунан да мөһиме юҡ. Ә инде төп ролдәргә килгәндә, тәүге төп ролем "Герой йондоҙо" спектаклендә булды. Фәрит Әхмәҙиев менән Ольга Мусина ижад иткән пьеса буйынса ҡуйылған спектаклдә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәев ролендә уйнаным. Уны 2022 йылда тамашасы иғтибарына тәҡдим иттек. Минең өсөн был бик иҫтәлекле ваҡиға булды, образға бөтә рухым менән бирелеп, тәьҫирләнеп уйнаным. Премьераға Муса Гәрәевтың улы Евгений Муса улы ла килгәйне һәм сәхнәгә саҡырып сығарғандарында уны ысынлап та үҙ улым кеүек ҡабул иттем. Беренсе төп ролемдән шундай ҡатмарлы, күңелдәрҙә уйылып ҡалыр хистәр кисергәйнем.
Д. Сафин: Эйе, эшкә килгән беренсе көндәрҙән үк беҙҙе матур итеп, ихлас ҡабул иттеләр. Апай-ағайҙар һис кенә лә үҙҙәрен әллә кем итеп тотманы, гример бүлмәһендәме, сәхнәләме, театрҙан тышмы, һәр саҡ ярҙам итәләр, кәңәш бирәләр. Йөрәк һәр ваҡыт һиҙә бит ул: был театрҙа яҡшы кешеләр эшләүен баштан уҡ тойҙом. Ниндәй генә спектакль ҡуйһаҡ та, ниндәй образ тыуҙырһаҡ та - коллегалар менән эшләүе ҡыҙыҡ, тәжрибә алырға, профессиональ яҡтан үҫергә өлгөләр байтаҡ. Футболдағы һымаҡ, "һин бында яңы ғына килдең, ултырып тор", тигән ҡараш юҡ.
Эшкә килгән йылда уҡ "Аладдин" әкиәтендә төп ролде башҡарыусы коллегамды алмаштырҙым, шунан балалар өсөн "Оҙонғолаҡтың Яңы йыл мажаралары"нда төп ролдә уйнаным. Ә киске спектаклгә килгәндә, былтырғы ижад миҙгелендә ҡуйылған "Мөхәббәт хаҡы" спектаклендә төп ролде башҡарам. Был спектакль Валентин Афониндың "Шекспир буйынса репетиция яһайбыҙ" тигән пьесаһы буйынса ҡуйылды, унда мин Ромео, Асҡар ролен башҡарам. Күп актерҙар Гамлет, Ромео, Отелло ролдәрен башҡарырға теләй, улар минең дә хыялда булды, әлбиттә. Ә мин ике миҙгел генә эшләп, Ромео ролендә уйнаным, шуның менән хыялдарым бөттөмө икән, тип көлөп алам.
Ә. Үтәбаев: Минең дә Гамлет ролен башҡарырға тигән хыялым бар, сөнки ул фәлсәфәүи, тормош мәғәнәһен эҙләүгә ҡоролған, донъяға ҡараштар тураһында. Икенсе бер хыялым - Гетеның "Фауст" әҫәрендәге Мефистофель образы өҫтөндә эшләү. Күптәр башта спектаклдәрҙә һөйгән йәр, ыңғай герой ролдәрен башҡарырға теләй. Минең дә башта шундай теләгем бар ине, хәҙер сәхнәгә ниндәйҙер кире образды сығарып ҡарағым килә.
Д. Сафин: Һәр кеше үҙенсәлекле һәм кем булыптыр уйнап ҡарау - ул үҙе бер бәхет беҙҙең өсөн. Ул кешене өйрәнеү, күҙәтеү, күңелен һәм уй-ниәттәрен аңларға тырышыу, шуны башҡаларға күрһәтә алыу ҙа уңыш. Шуға, ниндәй роль тәҡдим итһәләр ҙә яратып башҡарабыҙ. Минең бына бер осона сыҡмаған эш кеүек ҡалған образым бар: Өфө сәнғәт институтының икенсе курсында уҡығанда Мостай Кәримдең "Өн аралаш ете төш" пьесаһы буйынса Салауат ролен алып, бер өлөшөн сәхнәләштергәйнем. Шунда уҡытыусыбыҙ Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева "Был әҫәрҙе диплом спектакле итеп ҡуйырбыҙ", тигәйне лә, ваҡытыбыҙ сикле булыу сәбәпле, килеп сыҡманы. Бына шул уйналмаған роль, Салауат батырыбыҙҙың образы үҙенә гел тартып тора.

Өлкәндәр өсөн ҡуйылған спектаклдә уйнауы ауырыраҡмы, әллә балалар өсөнмө?

Ә. Үтәбаев:
Өлкәндәр өсөн уйнауы ҡыйыныраҡтыр ул, шулай ҙа балалар өсөн ҡуйылған спектаклдәр ҙә күп көс талап итә. Сөнки әкиәттәр бер тапҡыр ғына уйналмай, етмәһә, уларҙы һәр ваҡыт көндөҙ, иртәнсәк уйнарға тура килә. Иртәнге спектаклдәрҙә физик яҡтан көс күберәк төшә. Балаларҙы алдатып булмай, әгәр спектакль ҡыҙыҡ булһа, бирелеп китәләр, оҡшамаһа - телефондарына текәләләр, һөйләшә башлайҙар, йә ҡытырлатып ниҙер ашап ултыралар. Балалар - ғәҙел тамашасы, уйыныңа дөрөҫ баһа бирәләр. Ҡыйынлыҡтары ла, үҙенә күрә ләззәтле минуттары ла бар һәр осраҡта.
Д. Сафин: Шулай ҙа балалар өсөн уйнауы ауырыраҡтыр ул, улар үҙҙәренә ҡыҙыҡ булғанды ғына ҡабул итә бит. Актер илке-һалҡы ғына уйнаһа, шул мәлдә үк иғтибарҙарын икенсе әйбергә күсерәләр. Шуға әкиәттәрҙе баштан алып аҙағына тиклем еренә еткереп уйнарға кәрәк.

Беҙҙең өсөн театрға барыу, спектаклдәр ҡарау - ял итеү, күңел асыу булһа, һеҙгә ул - эш. Ә эштең арытып киткән мәлдәре лә була...

Д. Сафин:
Ҡышҡыһын Яңы йыл айҡанлы ҡуйылған спектаклдәрҙе уҡыусыларҙың каникулдары осоронда көнөнә 3-4, хатта 5 тапҡыр уйнайбыҙ ҡайһы саҡ. Ике аҙна дауамында иртәнге сәғәт 9-ҙан алып тирләп-бешеп әкиәт геройҙары булып сәхнәлә һикерешеп йөрөйбөҙ. Эйе, шундай мәлдәрҙә арып, ялҡыбыраҡ китәһең инде ул. Ғөмүмән, ижади көрсөк беҙҙең кеүек һәр сәнғәт кешеһенә хас күренештер. "Репетиция - төшкө аш - киске спектакль" кеүегерәк көндәр булып китһә, үҙ-үҙемә: "Мин дөрөҫ эшләйемме ул?", "Был кәрәкме ул?", "Нимә өсөн кәрәк?" тигәнерәк һорауҙар биреп алам. Кәйефең төшкән бер осор үтеп китһә, киренән дәртләнеп эшкә тотонаһың. Миңә бындай минуттарҙа ғаиләм, мөхәббәт ярҙам итә. Кешенең тормошо бит мөхәббәттән һәм иреклектән тора: үҙеңде ирекле тояһың икән, мөхәббәтең ҙур икән, ошо ике тойғо көс-дәрт бирә, ятҡан ереңдән этеп торғоҙа һәм аҡса эшләргә сығарып ебәрә.
Ә. Үтәбаев: Әлбиттә, төрлө мәлдәр була, оҡшап етмәгән ролдәрҙә уйнарға тура килеүе лә бар. Эшең өсөн лайыҡлы түләүҙәре мөһим булһа ла, беҙ бында аҡса эшләү өсөн генә килмәгәнбеҙ. Театрҙа эшләргә, тигән хыялыбыҙ, ошо эштән ҡәнәғәтлек алыу теләгебеҙ бар. Шуға төрлө образдарҙы һынландырып ҡарарға, хатта үҙеңдең тәбиғәтеңә бөтөнләй тап килмәгәндәрен дә килештереп уйнарға, шуның өсөн үҙеңде еңергә, һәләттәреңде һынап ҡарарға тигән теләк көслө. Оҡшап етмәгән ролдәр булһа ла, бар күңелдән яратмағандары юҡ. Эштә улай арытып киткән мәлдәрҙә коллективыбыҙҙағы мөхитте күҙәтеү кеүек һөнәри сифатыбыҙ ныҡ ярҙам итә миңә. Кемдеңдер кәйефе күтәренке була барыбер, шундайҙарға ҡарап, көс туплайһың, проблемаларың да онотола төшә.

Актерлыҡ һәләтегеҙ тормошта нисектер ярҙам итәме һәм уның менән ҡулланаһығыҙмы?

Ә. Үтәбаев:
Был кешенең айырылғыһыҙ сифатылыр ул, уны эштә генә ҡулланып, театрҙан сыҡҡас, онотоп ҡалдырып булмай. Әлбиттә, ниндәйҙер мәлдәрҙә шул сифаттарың менән дә файҙаланаһың, тауыш-хәрәкәт менәнме күрһәтәһең, кешеләргә "йоҡтораһың". Һиңә ҡарап һоҡланалар, "Үәт, әртис" тиҙәр. Әйткәндәй, киске спектаклдәрҙә уйнаған образдарҙан йоҡлап киткәнсе тулыһынса арынып булмай. Ә иртәнсәк уянғас, балалар спектакле тураһында уйларға кәрәк.
Д. Сафин: Байрамдар булһа, "Һин бит әртис, әйҙә, йырла", йәки "Актер, әйҙә илап күрһәт", тигәнерәк һорауҙарҙы йыш ишетәбеҙ инде беҙ. Күҙ йәшеңде сығарып күрһәт, тиһәләр, мин ҡапылдан ғына быны булдыра алмайым. Ә бына кәләшемә шуны әйтһәң, ул да актриса, күҙҙәренән йәше килә лә сыға. Нисек улай итәлер, бөтөнләй аңлай алмайым. Актер булыу тормошта ярҙам итә, тип әйтә алмайым, шулай ҙа психолог күҙлегенән кешеләрҙе яҡшыраҡ аңлайбыҙҙыр, тим. Сөнки персонаждар буйынса фекер алышҡанда кешенең холоҡ-фиғелен, эске кисерештәрен яҡшы төшөнәһең. Шулай ҙа образдар араһында үҙеңде юғалтып ҡуймайым, тигән ҡурҡыу ҙа бар күңелдә. Өйҙә театрҙы һәм геройҙарыңды онотоп торорға тырышаһың.

Ә автограф һорайҙармы?

Ә. Үтәбаев:
Бер нисә тапҡыр тура килде. Автограф биреү мөһим үк булмаһа ла, мөрәжәғәт итһәләр, тимәк, һине оҡшаталар, баһалайҙар кеүек тойолоп, күңелде күтәреүгә бер сәбәп була ала.
Д. Сафин: Башҡорт эстрадаһында йырлағанда автограф бирҙем. Йырсыларға был йәһәттән еңелерәк, ике-өс йыр яҙҙырһаң - йондоҙ, сәхнәлә йырлаһаң - һинең менән фото төшәләр, автограф та алалар. Ә бына актер булһаң, хәлдәр башҡасараҡ икән. Әкиәт уйнағандан һуң бәләкәс балалар фотоға төшөргә киләләр. Ҡайһы саҡ урамда ла таныйҙар. Киләсәктә танылыулы актерҙар булып китһәк ине, тим инде...

Театр 35-се юбилейлы ижад миҙгелен аса. Тамашасыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә?

Д. Сафин:
Эйе, яңы ижад миҙгелен 11-12 сентябрҙә "Мөхәббәт хаҡы" һәм "Мертвые души" спектаклдәре менән астыҡ. Тәүгеһен башҡорт труппаһы уйнай, ҡуйыусы режиссеры Рөстәм Хәкимов. Ә икенсе спектаклде Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерҙе, унда рус труппаһы ҡатнаша. Юбилейлы ижад миҙгеленә килгәндә, әле бына Мостай Кәримдең "Ҡара һыуҙар" поэмаһы буйынса буйынса режиссер Илсур Юлай улы Ҡаҙаҡбаев менән яңы спектакль өҫтөндә эшләй башланыҡ. Әбйәлил менән мин дә унда ҡатнашасаҡбыҙ.
Ә. Үтәбаев: Эйе, беҙҙең өсөн ул яңы режиссер, һөнәри оҫталығыбыҙҙы арттырыу өсөн бик шәп был. Илсур Юлай улы менән эшләүе күңелле тип әйтмәйем, әммә беҙ бик ныҡ уйланабыҙ,эҙләнәбеҙ һәм шуныһы ҡыҙыҡ та. Һәр сәхнәне тикшереп ҡарайбыҙ, алмаштырабыҙ, нисек эшләһәк, яҡшыраҡ булыр икән, тип баш ватабыҙ.

Һуңғы йылдарҙа ҡараңғы, ауыр спектаклдәр йыш ҡуйылған кеүек...

Ә. Үтәбаев:
Бәлки, художестволы биҙәлеш шундай тойғо ҡалдыралыр, белмәйем. Шуға ла тамашасыларҙа шундай фекерҙәр тыуғандыр. Режиссер тамашасы күҙлегенән сығып, әҫәрҙең мәғәнәһен еткерергә тырыша һәм был спектаклдән һуң күңелдәр катарсис кисерергә тейеш, тигәнде маҡсат итә. Был ваҡиға миңә яҡын, мине аңлайҙар, тигәнерәк фекер ҡалһын тамашасыла. Драманың төп тәғәйенләнеше шулдыр. Театр һәр ваҡыт күңел асыуға ғына ҡоролһа, ул театр буламы һуң? Бына эш ниҙә.
Д. Сафин: Күп тамашасы театрға күңел асырға, көлөргә килә. Әммә гел генә комедия уйнап йөрөһә, актер үҫешмәй. Алтын урталыҡ булырға тейеш һәр урында. Көлкө өсөн генә ҡуйылған комедияларға тамашасылар күберәк йөрөһә лә, драмаларҙы ла уйнарға кәрәк, кешене уйландырырға, йәмғиәтте борсоған ниндәйҙер мәсьәләләргә иғтибарҙарын йүнәлтергә кәрәк. Әле беҙ әҙерләгән "Ҡара һыуҙар" - бөгөнгө көнгә ауыздаш, ҡара төҫтәре лә, хатта ҡара һыуы ла булыр, бәлки. Театр кешеләрҙе уйландырырға ла тейеш бит.

Театр төрлө фестивалдәрҙә лә ҡатнашып тора, үткән ижад миҙгелендә ниндәйҙәрендә булдығыҙ?

Ә. Үтәбаев:
Эйе, гастролдәрҙә йөрөп торабыҙ, һуңғыларынан Севастополдә үткән Балалар өсөн театр сәнғәте Бөтә Рәсәй фестивалендә "Айболит һәм Бармалей" спектакле менән ҡатнаштыҡ һәм ике номинацияла лауреат булдыҡ. Беренсе тапҡыр йәйге эҫе көндәрҙә коллектив менән йылы яҡтарға күмәкләп барып, кеше ҡарап, үҙебеҙҙе күрһәтеп, күңелдәрҙе күтәреп ҡайттыҡ. Бик оҡшаны, Алла бирһә, шулай төрлө фестивалдәргә юлдарыбыҙ асыҡ булһын. Матур хәтирәләр ҡалдырҙы был сәйәхәтебеҙ.
Д. Сафин: Үткән ижад миҙгелендә мин рус труппаһы менән Ҡалмыҡстанда үткән фестивалдә ҡатнашып ҡайтҡайным, унда ла ҡыҙыҡ булғайны. Төрлө халыҡ театрҙары килде, әммә беҙ унда оҙаҡ булманыҡ, ҡыҙғанысҡа күрә. Килеп спектакль уйнаныҡ та, икенсе көнөнә ҡайтып та киттек. Хәҙер күп фестивалдәр шулай үтә. Ә бына Севастополдә бер аҙна булдыҡ, шуныһы менән дә йәйге сәйәхәтебеҙ күңелгә ятты. Фестивалдең тәү маҡсаты - актерҙарҙың, төрлө театрҙарҙың үҙ-ара аралашыуы бит. Ләкин хәҙер төнөн килеп етәһең дә, иртәнге аш ашап, репетиция уҙғараһың да, кискеһен уйнайһың һәм төнгө юлға ҡайтырға сығаһың. Бындай саҡта башҡа яҡтарҙан килгән коллегаларҙы күреп тә өлгөрмәйһең.
Ә. Үтәбаев: Эйе, театр фестивалдәре тамашасы өсөн генә түгел, ә коллективтарға ла тәжрибә уртаҡлашыу, ижадташтар һәм фекерҙәштәр табыу йәһәтенән мөһим. Шуны аңлаһын ине уларҙы ойоштороусылар.
Театр фестивалдәре быйыл үҙебеҙҙә лә ойошторолдо. "Туғанлыҡ" Халыҡ-ара милли театрҙар фестиваленең спектаклдәрен ҡараным һәм Европа классикаһын сәхнәләштерһәләр ҙә, бында һәр халыҡтың үҙ менталитеты, ҡараштары сағылыуын аңланым. Милләттең көсө - үҙенең сифаттарын башҡаларға күрһәтә, таныта белеүҙәлер.

Ә беҙ үҙебеҙҙең сифаттарҙы беләбеҙме һәм сәхнәлә күрһәтәбеҙме?

Д. Сафин:
Драматик әҫәрҙәрҙе килештереп уйнау хас инде беҙгә, был халҡыбыҙҙың тарихи үткәненә лә бәйлелер. Быуындар аша күңелебеҙҙә шундай тойғо йөрөтәбеҙ, уны уйнарға ла кәрәкмәй, ул үҙенән-үҙе шулай килеп сыға. Һәр ваҡыт беҙгә ни өсөндөр ҡыйын, ирек тоймайбыҙ кеүек. Оялсанлығыбыҙ, баҫалҡылығыбыҙ ҙа сағыла спектаклдәрҙә.
Ә. Үтәбаев: Юҡҡа ғына "башҡорт баш эймәҫ" тимәйҙәр, ҡайҙандыр килеп сыҡҡан бит шул һүҙҙәр. Бына шул да сағылалыр башҡорт спектаклдәрендә. Шулай ҙа беҙгә ниндәй сифаттар хас, тип, ҡапыл ғына аңлатып әйтеүе лә еңел түгел. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ консерватив һәм күп яңылыҡтарҙы ҡабул итмәй. Төрлө үҙгәрештәргә ябайыраҡ ҡарарға, асығыраҡ булырға кәрәк. Бына ошо сифатыбыҙға киләсәгебеҙ ныҡ бәйле. Мәҫәлән, интернет, онлайн-медиа өлкәһендә лә башҡорт үҙ урынын алып өлгөрөргә тейеш. Был эш әле яңы башланып ҡына тора, ә бының киләсәк быуындар үҙ туған телебеҙҙә һөйләшеү-һөйләшмәүенә лә туранан-тура йоғонтоһо бар. Әле үҫмерҙәрҙең русса ғына аралашыуын күреп йөрөйбөҙ, берәй ун йылдан күрәбеҙ инде башҡорт йәштәре ниндәй булырын. Хатта башҡорт ауылдарында ла үҫмерҙәр русса һөйләшә.
Д. Сафин: Бына тағы бер мөһим мәсьәләне хәтергә төшөрҙөгөҙ әле. Был һүҙҙәрҙе ҡап уртаға, ҡап-ҡара итеп яҙып ҡуйырға кәрәк: "Башҡорт спектаклдәренә йөрөгөҙ!" М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына йөрөйҙәр, уларҙың күп йыллыҡ эш дәүерендә үҙ тамашасыһы барлыҡҡа килгән. Ә беҙгә тамашасылар улай уҡ эркелеп килмәй һәм балаларын да йөрөтмәйҙәр, айырыуса башҡортса әкиәттәргә. Шуға башҡорт актерҙары русса уйнап йөрөргә мәжбүр. Барыһы ла ғаиләнән башлана икәнен хәтерҙә тоторға кәрәк. Театр кешенең күҙен асыу, күңелен күтәреү, уйландырыу өсөн эшләй, ә беҙҙең башҡорт театрҙары тағы ла туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, туған тел мөхитен булдырыу маҡсатын да үҙ өҫтөнә алған. Баланы ата-әсәһе алып килмәһә, ул ошо хаҡта белмәйәсәк тә, аҙаҡ үҙе лә балаларын йөрөтмәйәсәк. Ауыл кешеһенә лә көнкүреш мәшәҡәттәренә һылтанып, гастролгә килгән коллективтарҙың тамашаларынан ситтә ятып ҡалмаҫҡа өйрәнергә кәрәк.
Ә. Үтәбаев: Республика буйлап гастролдәргә сыҡһаҡ, шөкөр, тамашасылар йыйыла. Айырыуса тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтҡанда туғандарыбыҙ килә, күңелдәрҙе күтәрмәләп, баһалап ҡайталар. "Пушкин картаһы" буйынса класс менән килергә мәжбүр булған ҡыҙыҡһынмаусы балаларҙы ла ылыҡтырырға өйрәндек, тамашаларҙы оҡшатып, аҙаҡтан күҙҙәре янып, эргәбеҙгә фото төшөргә киләләр. Театр мөғжизәһе бына нисек эшләй!

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әңгәмәне ослап, йәштәр театрҙың тамашасыһыҙ һәм ғәҙел баһанан тыш эшләй алмауын, фекер алышыуҙың мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Килегеҙ, ҡарағыҙ һәм үҙ фекерегеҙ, уй-тойғоларығыҙ менән бүлешегеҙ, ә беҙ эшләрбеҙ һәм үҫешербеҙ", - тигән теләктәрен еткерҙеләр. Талантлы йәш актерҙарҙың киләсәге яңы үрҙәргә бай булырына һис шигебеҙ юҡ: улар бөгөндән тамашасы һөйөүен яулаған образдар тыуҙырып өлгөргән. Уларға үҙ юлын табырға, ҡомарланып ижад итергә, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә шарттар тыуҙырған М. Кәрим исемендәге Йәштәр театрының да киләсәге өмөтлө, юбилейлы 35-се ижад миҙгеле лә яңы үрҙәргә бай булһын!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru