Сентябрҙә Өфө Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре ижади һәм ғилми интеллигенцияһының XVII форумын ҡабул итте. Халыҡ-ара форумда төрлө илдәрҙән ижади һәм фәнни интеллигенция вәкилдәре ҡатнашты. Һәм беҙ, әлбиттә, ҡунаҡтарҙан баш ҡалабыҙ Өфө хаҡындағы фекерҙәре менән бүлешеүҙәрен һораныҡ. Ҡырғыҙстан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы янындағы Физик тәрбиә, спорт һәм мәҙәниәт республика үҙәгенең мәҙәниәт буйынса директор урынбаҫары, Ҡырғыҙстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Берҙәмлек йондоҙҙары" Халыҡ-ара премия лауреаты Дамира АЛЫШБАЕВА:
- Өфөгә минең икенсе тапҡыр килеүем. 7 йыл элек Башҡортостандың баш ҡалаһында булыу бәхете тейгән ине, ул ваҡытта беҙ һеҙҙә Ҡырғыҙстан Республикаһы Мәҙәниәте көндәрен үткәргән инек. 2017 йылда ла, быйыл да беҙҙе матур итеп ҡаршы алып, бөтә ерҙә лә ҡурсып ҡына алып йөрөүҙәре, республиканы төрлө яҡлап асыуҙары һәр ваҡыт яҡты хәтирәләр булып йәшәй һәм йәшәйәсәк.
Был матур, йәшел ҡалаға тағы ла килеүемә бик шатмын. Әллә ни оҙаҡ ваҡыт та үтмәгән кеүек, ләкин ошо арауыҡта ла Өфөлә ҙур, һәм иң мөһиме, ыңғай үҙгәрештәр булыуы күҙгә асыҡ сағыла. Ҡала йүнсел хужа ҡулында икәнлеге әллә ҡайҙан күренә: урамдар таҙа, йорттар һәм ойошма биналары һәм уларҙың ишек алдары тәрбиәле, бөхтә. Тағы ла ҡалалағы архитектураның уйланылған, уңайлы булыуын билдәләп үткем килә. Элекке биналарға, үҙендә әллә күпме кеше яҙмышын һаҡлаған йорттарға ҡарата иғтибарҙың ҙур булыуын күреү ҡыуандыра. Ҡалала күп ҡатлы йорттар, төрлө бизнес-үҙәктәр артҡан. Шулай уҡ йәшелләндереү эштәренең әүҙем барыуы ла күренә, урамдар буйлап үҫкән ағастар "йәшәргән", ҡыуаҡ рәүешендәге сәскәләр үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә икән. Ә бына элек Өфө урамдарын биҙәп ултырған бер һәм күп йыллыҡ сәскәләр әҙәйә төшкән. Зәки Вәлиди урамындағы студенттар өсөн ишеген асҡан Өфө кампусының эшләй башлауы, һис шикһеҙ, республика һәм тотош Рәсәй фәнен үҫтереү өсөн ҙур аҙым, тип иҫәпләйем.
Үҙем мәҙәниәт өлкәһендә ҡайнаған кеше булараҡ, ҡайҙа барһам да ошо өлкәгә иғтибар итәм. Өфөләге театр, музей, кинотеатр һәм башҡа мәҙәни усаҡтарҙың күплеге, уларҙың уңышлы эшләүе, был өлкәлә йәштәрҙең күп булыуы мәҙәниәткә ҡарата булған иғтибар тураһында һөйләй. Әлбиттә, был иғтибар баш ҡалаға ғына түгел, ә тотош республика кимәлендә булыуына шик юҡ. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Донъя халыҡтары бейеүҙәре" исемле ифрат шәп концерт менән сығыш яһаны форумда ҡатнашыусылар алдында. Ансамблде ысын мәғәнәһендә республиканың йөҙөк ҡашы, тип әйтергә була. Рухланып, ҡанатланып ижад итеүселәргә ҙур уңыштар теләйем.
Шулай уҡ Башҡортостандың Милли музейында булдыҡ. Иҫ киткес хазина донъяһы музейығыҙ: ул экспонаттар байлығы, халыҡтарҙың бай тарихын туплаған мәғлүмәттәр һәм, һис шикһеҙ, бөтә күңелдәрен һалып эшләүсе музей хеҙмәткәрҙәре. Ғөмүмән алғанда, Өфө халҡының асыҡ күңелле булыуын билдәләп үткем килә. Форумдың юғары уҡыу йорттары күп тупланған төбәктә - ҡаланың тарихи үҙәгендә үтеүе бик күп йәштәрҙе осратырға мөмкинлек бирҙе. Ҡайҙа йәшлек - шунда матурлыҡ, дәрт-дарман, көс-ҡеүәт. Йәштәргә ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес, илһам. Уларҙың барыһына ла уңышлы уҡыу һәм киләсәктә матур хеҙмәт юлы насип булһын. Бында йәшәүселәр ошондай баш ҡалаһы булыуы менән бәхетлелер, тип ышанам.
Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА