"...Яралыларҙың ҡысҡырыуы йөрәккә үтә: бөтөн ерҙе емереклек баҫҡан, шулар аҫтында ҡалған кешеләр күп. Был Газа секторындағы Дейр-эль-Балах мәсете - Израиль армияһы һөжүменең төп сәптәренең береһе. Урындағы мәктәп тә емерелгән. Башына снаряд ярсығы тейеп яраланған баланы яҡындағы дауаханаға алып киттеләр. Яралылар бик күп. Кемеһенә машинала урын етмәй, уларҙы ирекмәндәр күтәреп алып китә... Газаның төньяҡ райондарына һауанан 60-тан ашыу бомба ташланды, ике тәүлек эсендә бында йорттар һәм мәктәптәр емерелде. Ливандың көньяғы ла ут аҫтында ҡалды..."
Был ren.tv-ның Яҡын Көнсығыштағы хәбәрсеһе Елена Хмураның репортажынан юлдар. Израиль Ҡораллы көстәре Ливандың баш ҡалаһы Бейрутҡа яңынан һөжүм башланы. Яуап итеп, Ливан Израиль биләмәһенә 30-лап снаряд осорҙо. Уларҙың ҡайһыһы һауала шартлатылды, ҡайһыһы Израилдең Кирьят-Шмоны районына төшөп шартланы һәм ундағы полиция участкаһын емерҙе. Бындай ут мәхшәренән һуң Ливандан тағы ла ҡасҡындар тулҡыны Төркиә менән Европаға ағылды. Дипломатик ыҙғыш башланды. Макрон Израилгә ҡорал ебәреүҙе туҡтатыуҙы талап итте. Иран властары үҙ сиратында Израилде уларҙан яуап аҙымына барыуҙы мәжбүр итмәҫкә саҡырҙы. Асыҡланыуынса, Израилдең Газа менән Ливанды көслө утҡа тотоуы Палестинаның сәйәси һәм хәрби партияһы ХАМАС-тың Израилгә бәреп инеүенең йыллығы алдынан ҡылынған акт булды. Шулай итеп, Израиль һөжүмде туҡтатырға иҫәбе юҡлығын асыҡ белдерҙе. Әйткәндәй, Иран, Израиль менән ҡапма-ҡаршылыҡтар көсәйә ҡалһа, дошманға ҡаршы тороу буйынса сценарийҙың бер нисә вариантын әҙерләүе хаҡында белдерҙе. 1 октябрҙә Иран "Хизбулла"ның етәксеһе Хәсән Насралланы үлтереүгә яуап итеп, Израиль тарафына 180-дән ашыу баллистик ракета ебәргәйне, Израил тарафының иһә Ирандың мөһим инфраструктураһына, шул иҫәптән ядро объекттарына ут асырға әҙерләнеүе мәғлүм булды. Әйткәндәй, БМО-ның спутниктарҙан алынған мәғлүмәттәренә ярашлы, Газа секторында 163 мең бина емерелгән йә зыян күргән. Хәҙер унда 42 млн тонна емереклек һәм башҡа төр ҡаты сүп-сар тупланған, уны таҙартыу өсөн 1,2 млрд доллар һәм 14 йыл ваҡыт кәрәк буласаҡ. Емереклектәр аҫтында таныу мөмкинлеге булмаған 10 меңләп кеше кәүҙәһе ҡалған. Ҡайһы бер емереклектәр аҫтында шартламай ҡалған бомбалар бик ҙур хәүеф тыуҙыра.
Украина конфликты буйынса бер нисә мәғлүмәт билдәле булды. Үҙәк разведка идаралығының (ЦРУ) элекке аналитигы Ларри Джонсон фекеренсә, Рәсәй ғәскәренең Угледарҙы алыуы 1200 километрға һуҙылған фронттың бөтөн линияһы буйынса конфликттың тиҙләтелгән фазаһына күсеү тураһында һөйләй. Рәсәй ғәскәре Украина Ҡораллы көстәрен ҡыҫырыҡлай, ә украиндарҙың ҡаршы тороу өсөн артиллерияһы ла, өйрәтелгән һалдаттары ла юҡ. Америка аналитигы белдереүенсә, һыуыҡтар башланыу менән энергоресурстар етешмәү сәбәпле, Украинаның хәле тағы ла мөшкөлләнәсәк. The Washington Post хәбәр итеүенсә, ошо араларҙа Германияның Рамштайн ҡалаһында оборона буйынса контакт төркөмө осрашыуында Украинаға НАТО-ға ҡушылыу буйынса "аныҡ аҙымдар" тәҡдим ителәсәк һәм был сара Киев теләгәнсә ашығыс төҫ алмаясаҡ. Ошо араларҙа Украина лидерының Аҡ йорт башлығы Джо Байденды үҙенең "еңеү планы" менән ентекләберәк таныштырыу өсөн тағы бер мөмкинлеге буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ Атлантика альянсының яңы башлығы Марк Рютте белдереүенсә, НАТО-ның Украинаны ҡасан ошо хәрби-сәйәси блокҡа саҡыра аласағын әйтеүе ҡыйын.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|