Республика көнө байрамына матур бер ваҡиға булып өҫтәлеп, Башҡортостандың баш ҡалаһында, Ағиҙел яры буйында, круиз лайнерҙары һәм йылға суднолары туҡталған урында, йылға ҡапҡаһы - колоннада барлыҡҡа килде.
Өфөлә бындай объекттың барлыҡҡа килеүе яр буйын йәнләндерәсәк. "Бер нисә йыл элек беҙ йылға флотын тергеҙеүгә тотондоҡ. Йыл һайын Өфөгә күп палубалы суднолар килә, улар башҡа төбәктәрҙән йөҙҙәрсә ҡунаҡ алып килә. Яңыртылған йылға ҡапҡаһы - Өфөнөң туристик картаһында мөһим урын буласаҡ", - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Ысынлап та, Өфөлә бөтә транспорт төрҙәре - автомобиль, тимер юл, һауа өсөн ҡапҡалар бар, ә тиҙҙән йылға ҡапҡалары барлыҡҡа киләсәк. "Бындай ротондалар, колоннадалар йылға буйында урынлашҡан ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, бөтә ҡалаларҙа ла бар. Волгоград, Түбәнге Новгород, Ижевск, Һамар һәм башҡалар - уларҙың бөтәһенең дә үҙ йылға ҡапҡалары бар. Был традиция сауҙагәрҙәр заманынан килә. Өфөлә барлыҡҡа килгән йылға ҡапҡаһын халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте, Өфөнөң яңы иҫтәлекле урыны тик ыңғай эмоция ғына тыуҙырасаҡ. Беҙҙең ҡалала төрлө дәүерҙәрҙе символлаштырған архитектура ҡоролмалары бар, әммә тап тарихи архитектура айырым иғтибар йәлеп итә. Беҙҙең колоннада, әлбиттә, яңы, әммә уның башҡарылған стиле бик ҡыҙыҡлы. Сухуми колоннадаһы бик яҡшы өлгө, ул беҙҙең яр буйының лайыҡлы биҙәге булыр, тип уйлайым", - тип билдәләне Башҡортостандың Архитекторҙар союзы етәксеһе Илдар Садиҡов.
Өфөләге колоннада - 1949 йылда төҙөлгән һәм Сухуми ҡалаһының визит карточкаларының береһенә, халҡының яратҡан ял итеү һәм йөрөү, туристарҙы йәлеп итеү урынына әйләнгән объекттың теүәл күсермәһе. Уның 2024 йылда барлыҡҡа килеүе Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына ғына түгел, Башҡортостан менән Абхазияның дуҫлығы һәм хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүҙең 20 йыллығына ла бүләк булып тора.
"Быйыл дуҫлыҡ Һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә 20 йыл тула. Әммә ныҡлы мөнәсәбәттәрҙең тамырҙары тарих төпкөлөнә барып тоташа. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында, Волга буйында ҡот осҡос аслыҡ булғанда, абхаз ҡәрҙәштәр республикабыҙға аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында беҙҙең яугирҙар бөтә Советтар Союзында билдәле абхаз шифаханаларында һаулығын нығыта. 90-сы йылдарҙа, грузин-абхаз конфликты башланғас, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. Унда нефть продукттары эшелондарын ебәрәләр. Башҡортостан табиптары бойондороҡһоҙ Абхазияның яралы яугирҙарына операция яһаны. Республика вуздарында абхаз студенттары, шул иҫәптән буласаҡ медиктар белем алды", - тип, халыҡтар дуҫлығы традициялары хаҡында һөйләне Радий Хәбиров.
Шулай итеп, Өфөнөң яр буйы яңы мәғәнә менән тула, колоннаданан алыҫ түгел тағы бер символ - 1957 йылда рус һәм башҡорт халыҡтары дуҫлығы билдәһе итеп төҙөлгән Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан, унһыҙ бөгөн Өфөнө күҙ алдына килтереүе ҡыйын, бында рәсми саралар һәм байрамдар үтә, монумент янына туристар килә. Яҡында ғына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өфөләрҙең хеҙмәт батырлығын символлаштырған "Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы" стелаһы урынлашҡан. Колоннада шулай уҡ мөһим объектҡа әйләнергә тейеш.
Роман ЯКИМЧУК.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА