Бөтөн нәмә мөнәсәбәттән тора: тирә-йүнгә ниндәй күҙҙәр менән ҡарау беҙҙе бер-беребеҙҙән айыра, күрше-тирәгә, туғандарға, дуҫтарға ниндәй мөғәмәләлә булыуыбыҙ кемлегебеҙҙе сағылдыра.
Мәҫәлән, ҡая башында яңғыҙ үҫкән дәү ҡарағасҡа ҡарап, берәү унда ғорурлыҡ образын күрер, икенсе берәү ҡарағайҙар ғаиләһенә ҡараған ылыҫлы ағастарҙың иң таралған тоҡомдарының береһе, тиер. Өсөнсө кеше был ағасҡа нисә йәш икән, тип, тарихы менән ҡыҙыҡһыныр. Ҡыҙғанысҡа күрә, был ҡарағасты йығып һатҡанда күпме килем булыр икән, тип, аҡса яғын ҡайғыртҡандар ҙа табылыр. Табылыр, заманы шундай - тирә-йүнде баһалауҙа аҡса күптән беренсе урынға сыҡты. "Деньги - это зло", тип тәрбиәләнгән беҙҙең быуынға бөгөнгө мөнәсәбәттәр бик ҡырағай тойола. Ҡырағай була инде, ҡырағай капитализм ҡиммәттәрен үҙ иткәс...
...Бер эшҡыуар, бөтөн мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ығы-зығынан ҡотолор өсөн кеше-маҙар әҙерәк йәшәгән ергә ял итергә киткән. Шәхси самолетында ул бер бәләкәй генә ауылға осоп килгән. Бер-ике көн ауыл халҡын күҙәтә торғас, башҡаларға ҡарағанда үҙен бәхетлерәк тойған балыҡсыға иғтибар иткән. Эшҡыуарға үҙенең был күҙәтеүе ҡыҙыҡ тойолған һәм ул балыҡсынан шәхси тормошо тураһында һорашҡан. "Иртән торғас, ҡатыным, балаларым менән иртәнге аш ашайым, шунан балалар мәктәпкә уҡырға китә, ә мин балыҡ ҡармаҡларға барам, ҡатыным сигеү сигергә ултыра", - тип яуап биргән балыҡсы. Бер-ике сәғәттә ғаиләһенә етерлек балыҡ тотҡас, ул, ҡайтып, әҙерәк серем итеп ала икән. Төштән һуң ҡатыны менән диңгеҙ яры буйлап йөрөп, ял итәләр, был ваҡытта балалары һыуҙа маз килә.
Эшҡыуар балыҡсының һөйләгәндәрен тыңлап, быға бик ныҡ аптыраған.
- Һин көн һайын ошо шөғөлөң менән йәшәйһеңме? - тип һораған ул.
- Ҡай саҡ икенсе эштәр ҙә килеп сыға, әммә күпселектә шулай йәшәйем, - тип яуап биргән балыҡсы.
- Артабан да көн һайын балыҡ тотасаҡһыңмы? - тип төпсөнгән эшҡыуар.
- Әлбиттә, бында балыҡ етерлек, - тигән балыҡсы.
- Кәрәк булһа, һин балыҡты күберәк тота алаһыңмы? - тип һаман төбәшкән эшҡыуар.
Балыҡсы быға ҡарап йылмайған да яуап биргән:
- Мин ни, йыш ҡына кәрәгенән күберәк тотам, әммә артығын кире ебәрәм. Белгегеҙ килһә, миңә балыҡ тотоу шул тиклем оҡшай.
- Шулай булғас, ниңә көнө буйына бик күп балыҡ тотмаҫҡа? - тип һораған бизнесмен. - Һин бит балыҡ һатып, әллә күпме аҡса эшләй алаһың. Яңынан ҙурыраҡ кәмә алыр инең, шунан икенсеһен, өсөнсөһөн. Балыҡ тотор өсөн кешеләр яллаһаң, үҙ бизнесың барлыҡҡа килер, ҡалала ғына йәшәрһең. Мин әйтте, тиерһең, берәй ун йылдан балыҡ һатыу буйынса халыҡ-ара кимәлгә сығасаҡһың.
Балыҡсы тағы ла йылмайған:
- Ә ни өсөн кәрәк ул миңә?
- Нисек инде, ни өсөн! Аҡса өсөн, - тип аптыраған эшҡыуар. - Шулайтып күп аҡса туплағас, рәхәтләнеп ял итерһең.
- Улайһа, ял иткәндә ни менән шөғөлләнәсәкмен? - тип, йылмайып һораған балыҡсы.
- Йәнең ни теләй, шуның менән! - тип ҡысҡырып ебәргән эшҡыуар.
- Мәҫәлән, ғаиләм менән тәмле аштар ашар инекме?
- Әлбиттә, һис шикһеҙ, - тип иҫе киткән эшҡыуар, сөнки уның әйткәндәре балыҡсыға тамсы ла тәьҫир итмәгән.
- Көн һайын рәхәтләнеп балыҡ тотор инемме? - тип тағы һораған балыҡсы.
- Әлбиттә, шулай буласаҡ, - тип ризалашҡан эшҡыуар. - Тик ул ваҡытҡа бындағы балыҡ әлеге кеүек күп булмаҫ.
- Ул саҡта мин ҡатыным менән диңгеҙ яры буйлап бер уйһыҙ йөрөр инекме, балаларыбыҙ һыуҙа маз килерҙәр инеме? - тип ҡыҙыҡһынған балыҡсы.
- Һис шикһеҙ, ни теләһәң, шуны эшләр инең! Тик ул ваҡытҡа балаларың да үҫеп етерҙәр, - тип һығымта яһаған эшҡыуар.
Балыҡсы тағы ла киңерәк йылмайып, әңгәмәсеһенең ҡулын ҡыҫҡан һәм:
- Әле әйткәндәр миндә бөгөн үк бар! - тигән шат йылмайып.
Шулай итеп...
Ҡаяла яңғыҙ үҫкән ҡарағас күрһәгеҙ, башығыҙға иң тәүҙә ниндәй уй килә? Был һеҙҙең тирә-йүнгә мөнәсәбәтегеҙҙе сағылдыра. Тәбиғәткә ҡарата булған мөнәсәбәт кешеләргә ҡарата ла шул уҡ икәнен онотмайыҡ.
Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА