Динебеҙҙең төп сығанаҡтары - Ҡөрьәндә һәм бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сөннәтендә кешенең физик сәләмәтлеген һаҡлау өсөн күп кенә күрһәтмәләр бирелгән. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең өммәтен ғибәҙәт ҡылырға ғына түгел, шулай уҡ кешенең тормошон еңеләйтергә, тән, рух һәм әйләнә-тирә менән гармония тыуҙырған йәшәү рәүешенә өйрәтә. Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдарына рух, аҡыл һәм кәүҙә сәләмәтлеген тәьмин иткән бөтә нәмәне рөхсәт итә һәм тойғоларҙы, һәләтте таратҡан, уның рухи һәм физик сәләмәтлегенә зыян итерҙәй эштәрҙе тыя.
Әүҙем булһаң - ауырымаҫһың
Организмдың әүҙем эшмәкәрлеге өсөн дөрөҫ туҡланыу мөһим. Ләкин кеше аҙ хәрәкәтләнеүсән йәшәү рәүеше алып барһа, аҙыҡ организм тарафынан тулыһынса һеңдерелеп бөтмәйәсәк. Һөҙөмтәлә был һимереүгә, үт һыуының, бәүел юлының, ҡан тамырының тығылыуына, быуындарға тоҙ ултырыуына килтереүе ихтимал. Хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм физик күнекмәләр был хәлдәрҙән иң яҡшы һаҡланыу ысулы булып тора. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Аллаһым, мин ялҡаулыҡтан һәм ҡартлыҡ хәлһеҙлегенән һиңә һыйынам", - тип доға әйткән.
Ер йөҙөндә үҙенең тормош юлын үтер һәм Аллаһы Тәғәлә тарафынан иңебеҙгә һалынған вазифаларҙы лайыҡлы башҡарыр өсөн кешегә ныҡлы рух ҡына түгел, ә ныҡлы кәүҙә лә кәрәк. Кәүҙәһе сәләмәт булған кеше генә шәхси, ғаилә, йәмғиәт вазифаларын башҡаларға ҡарағанда күберәк башҡарырға әҙер.
Исламда үҙеңдең ғаиләңде аҫрау өсөн хәләл юл менән мал табыу Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыуҙың, ғибәҙәттең бер төрө һанала. Ислам - ул хеҙмәткә саҡырыу. Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер хәҙисендә: "Саҙаҡа һорауға ҡарағанда, бер ҡосаҡ утын бысып алып килеү яҡшыраҡ", - тиелә. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡулдары ауыр эштән ярылып бөткән бер сәхәбәне күреп: "Был ҡулдар тамуҡҡа эләкмәйәсәк", - тигән. Тик шуны иҫтә тоторға кәрәк, эш ғибәҙәткә әйләнһен һәм Ҡиәмәт көнөндә үлсәү тәрилкәһендә ауырлығы булһын өсөн кешегә Аллаһы Тәғәлә тарафынан әмер ителгән бурыстарҙы (намаҙ, ураҙа, зәҡәт, хаж) үтәргә һәм хәрәм менән бәйле хеҙмәттән һаҡ булырға кәрәк.
Физик ауырлыҡ ваҡытында тән йылына, алмаштырыу процестары көсәйә һәм шлактар юйыла, тән таҙарына, көс йыя һәм яңынан аҙыҡ ҡабул итергә әҙер була. Быуындар һәм һеңерҙәр нығына, май массаһы мускулдыҡы менән алмашына. Умыртҡа һөйәге нығына, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге яҡшыра.
Атта һыбай йөрөү, һөңгө ырғытыу, көрәш, йүгереү ярыштары кеүек физик күнекмәләр Бәйғәмбәребеҙҙең сөннәте буйынса иң яҡшы ғәмәлдәрҙән һанала. Бөтә төркөм мускулдары менән бәйле был спорт төрҙәре ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең иң яҡшы ысулы булып тора.
Урман, ялан, тауҙарға сығып йөрөүҙәр, сәйәхәт шулай уҡ яҡшы эштәрҙән һанала. Кеше Аллаһы Тәғәләнең ниғмәттәре тураһында фекер йөрөтә, улар менән ҡәнәғәтләнә, ошоларҙың бөтәһе өсөн дә Раббыһына рәхмәт әйтә һәм бөтә ошо ваҡыт эсендә ғибәҙәт хәлендә була. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) балаларҙың да, шулай уҡ ололарҙың да уйындарын хуплаған, үҙе лә уйындарҙа, ярыштарҙа, ат сабыштарында ҡатнашҡан. Ул уйындар кешенең тәбиғи ихтыяжы, тип һанаған. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ял сәғәттәрен уйындар менән уҙғарырға саҡырған: "Күңел асығыҙ һәм уйнағыҙ. Миңә диндәштәремдең рухы төшөп йөрөүе оҡшамай", - тигән.
Халыҡта "хәрәкәттә - бәрәкәт", тиҙәр. Әүҙем йәшәү рәүеше алып бармаған кеше бәхетле лә, сәләмәт тә була алмай, сөнки физик күнекмәләр кешенең тәбиғи бер ихтыяжы булып тора һәм шатлыҡ, ҡыуаныстар бүләк итеп, уның күңеленә, рухына яҡшы тәьҫир итә.
Бәрәкәт таратылған ваҡытта йоҡлама
Йоҡо - Аллаһы Тәғәләнең бөйөк бер ниғмәте. Яҡшы һәм дөрөҫ итеп йоҡламаған кешенең сәләмәтлеге боҙола, ул аҡыл һәм физик эшмәкәрлек ваҡытында юғалған көсөн яңынан туплай алмай. Ҡөрьәндә: "Истирәхәт ҡылыр (ял итер) өсөн төндө, яҡтылыҡ өсөн көндө Беҙ яралтҡанды күрмәнеләрме? Бында иман килтергәндәр өсөн, әлбиттә, ғибрәттәр бар", - тип әйтелә ("Ҡырмыҫҡалар", 86).
Ысынлап та, көн менән төн Аллаһы Тәғәләнең ике мөғжизәһе. Әгәр ҙә тулыһынса тик төн йәки көн генә булһа, беҙ нисек йәшәр инек икән, күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Аҡыллы кеше ошо ниғмәттәрҙе үҙенең сәләмәтлеген һаҡлау өсөн ҡулланырға тейеш. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) төндөң беренсе яртыһында йоҡлаған, ә икенсе яртыһы башланыр алдынан уянған. Ул торған, тештәрен таҙартҡан, тәһәрәт алған һәм Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса намаҙ уҡыған. Шулай итеп, кәүҙә, ағзалар йоҡоноң да, ялдың да, күнекмәләрҙең дә үҙенә тейешле өлөшөн алған. Ошо ғәмәлдәрҙе үтәгән кешегә ҙур бүләктәр булыр. Был кәүҙә һәм рух өсөн хәҙерге донъя өсөн дә, теге донъя өсөн дә иң яҡшы хәл-торош.
Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Төндә үҙенә бер төрлө ҡыҫҡа ғына ваҡыт бар. Әгәр Аллаһ ҡоло шул мәлде тотоп, доға ҡылһа, Аллаһ уға теләгәненең барыһын да бирер", - тигән.
Төндәрен ғибәҙәттә уҙғарған кешеләр Аллаһы Тәғәләнең иң яратҡан ҡолдарылыр. Был Бәйғәмбәребеҙҙең сөннәте. Уны тотҡан кеше әжерен алыр, әгәр ул быны эшләй алмаһа, бының өсөн язалауҙар булмаясаҡ. Исламда кешене йоҡо баҫҡан ваҡытта өҫтәмә намаҙҙар уҡыу хупланмай. Мөмкинлегеңә ҡарап ғибәҙәт ҡылырға һәм яйлап үҙеңде төнгө ғибәҙәткә өйрәтергә кәрәк.
Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенә кәрәккәндән артыҡ йоҡламаған, шулай уҡ кәрәк булһа, тулы йоҡонан да баш тартмаған. Йоҡлар алдынан ул Аллаһы Тәғәләгә доға әйткән.
Тыныс йоҡо шулай уҡ Аллаһы Тәғәләнән. Уның бойороҡтарын үтәмәгән, гонаһ ҡылған кеше тыныс ҡына йоҡлай алмай. Ер йөҙөндә нисәмә кеше йоҡоһоҙлоҡтан интегә! Улар төрлө ысулдар ҡулланып, үҙҙәренең организмын ағыулап бөтә.
Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уң яҡ ҡабырғаһына ятып йоҡлаған, һул яҡҡа ятып йоҡларға кәңәш итмәгән һәм йөҙ түбән, эстә ятып йоҡлауҙы тыйған.
Көн һуңында, ҡояш байыр алдынан йоҡлау зарарлы, ә иртәнге йоҡо кешене ике донъя бәхетенән дә мәхрүм итә. Был ваҡыттағы йоҡо шулай уҡ организм өсөн зарарлы. Абдуллаһ бин Ғәббәс (ра) улдарының береһенең иртәнсәк йоҡлап ятыуын күреп, уға: "Тор. Бәрәкәт таратылған ваҡытта нисек йоҡлап ятаһың?" - тигән.
Яҡшы йоҡо организмдың һаҡлағыс көстәренең яҡшы эшенә булышлыҡ итә, психологик именлекте һаҡлай. Үкенескә күрә, бөгөнгө көндә күп кешеләрҙең Аллаһ тарафынан һалынған йоҡо һәм уяныу ритмы боҙолған, был невроз, психоз, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына сәбәпсе булып тора.
"Цивилизация" үҙенең көн тәртибен көсләп таға. Кешеләр һуң ята һәм һуң тора. Төн буйы телевизорҙың зәңгәр экрандары янып сыға. Әгәр тәҙрәгә ҡараһаң, ҡала төн буйы машиналарҙың күплегенән ҡайнап тора. Төнгө барҙарҙа күңел асыуҙар, дискотекалар таңға тиклем дауам итә. Төн әйләнәһенә алкоголле эсемлектәр һатыла. Бөтә енәйәттәр ҙә төндә ҡылына.
Ләкин кеше организмы йоҡоһоҙ тора алмай һәм кеше көндөҙ йоҡлай. Әгәр иртәнге намаҙ ваҡытында ҡараһаң, күп ҡатлы йорттарҙа бер генә лә тәҙрәлә лә яҡтылыҡ күрмәҫһең. Аллаһы Тәғәлә алдында үҙебеҙҙең битарафлығыбыҙ өсөн нисек яуап бирербеҙ? Төн бит ял итеү, ә көн изге ғәмәлдәр ҡылыр, ижад итер өсөн тәғәйенләнгән. Тик улар ғына беҙҙе Ҡиәмәт көнөндә ҡотҡарыр.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА