«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МАЙЛЫ РИЗЫҠ ФАЙҘАҒА
+  - 

Бала саҡтан бирле нимә ашағаныбыҙға иғтибар итмәйбеҙ. Баҡтиһәң, ашаған ризыҡтарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре төрлө ауырыуҙарға дусар итә, 50-60 йәшкә һәр беребеҙ тигәндәй хроник ауырыуҙар "йоҡтора". Ни өсөн? Әгәр ҙә ул яҡшы туҡланһа, хроник ауырыуҙар ҡайҙан килә? Был турала уйланырға кәрәк. Әлеге көндә бер Рәсәйҙә генә түгел, Европа, Азия илдәрендә лә, кешелек дөрөҫ туҡланмай, тигән фекер нығына бара. Әлбиттә, төрлө йүнәлештәр бар: мәҫәлән, япон, азия диеталары.

Беҙҙә яңы диета барлыҡҡа килде, ул түбән углеводлы юғары майлы (низкоуглеводистая высокожировая) диета тип атала. Был диетаны ҡулланғандар юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Беҙҙең традицион углеводлы туҡланыуыбыҙ дөрөҫ туҡланыуға бөтөнләй тура килмәй икән. Нәҡ углеводтар арҡаһында төрлө ауырыуҙар хасил була. Уларҙы ике төргә, тиҙ һәм яй эшкәртелеүсәндәргә айырып ҡарайҙар. Шәкәр, бал, емештәр тиҙ эшкәртелә, глюкоза формаһында ҡанға тарала һәм ашҡаҙан аҫты биҙе инсулин бүлеп сығарырға мәжбүр була. Тиҙ эшкәртелеүсән углеводтарҙы саманан артыҡ ҡулланып, беҙ ашҡаҙан аҫты биҙен травмалайбыҙ, ҡандағы глюкоза кимәлен ныҡ күтәрәбеҙ.
Яй углеводтарға икмәк, макарондар, картуф, төрлө бутҡалар инә. Ә уларҙың урынына нимә тәҡдим итергә була? Кешеләр углеводлы ашамлыҡтарға өйрәнгән, улар аңламай: нисек икмәктән, бутҡанан, тәмле-татлынан баш тартырға? Углеводтар урынына майлы ризыҡтар ҡуллана башлағанда организмыбыҙ дөрөҫ көйләнә. Үҫемлек майҙары, ҡаймаҡ, һөт майы, һимеҙ ит ашауҙың бер ҙә зыяны юҡ.
Табиптар углеводтар еңел эшкәртелеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бөтөн ғиллә бына ошонда. Еңел эшкәртелеү нимәне аңлата? Ул үт ҡыуығы ял итә тигәнде аңлата. Еңел эшкәртелгәс, үт күп кәрәкмәй, ашағаныбыҙ эшкәртелмәйенсә үтә төшә булып сыға. Шул рәүешле үт ҡыуығында таштар барлыҡҡа килә. Тимәк, углеводлы ризыҡтар төрлө ауырыуҙарға сәбәп булып тора. Етмәһә, ҡулланылмаған үт кире бауырға әйләнеп ҡайта, организмдағы матдәләр әйләнеше боҙола. Һөҙөмтәлә ҡан тамырҙарында холестерин төйөндәре барлыҡҡа килеп, гипертония ауырыуына сәбәпсе була.
Бынан нисек ҡотолорға? Углеводтар урынына майлы ризыҡтар ҡулланырға! Майҙар үт ҡыуығы менән эшкәртелеп, глюкозаға һәм кетон өлөшсәләренә әйләнә. Глюкоза еңел генә барлыҡҡа килмәй, үт ҡыуығы көсөргәнешле эшләргә мәжбүр була. Барлыҡҡа килгән глюкоза, углеводтар кеүек, кешегә көс-энергия бирә. Үт ҡыуығы көсөргәнешле эшләгәс, үт ҡуйырмай, организмдағы матдәләр әйләнеше яйға һалына. Эс ташыу, газдар йыйылыу, эс ҡатыу бөтә, организм сәғәт һымаҡ эшләй башлай. Майлы ризыҡтар ҡулланып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә була. Ни тиклем генә ауыр булмаһын, беҙгә углеводтарҙан баш тартып, майлы ризыҡтарға күсергә кәрәк. Ит, балыҡ, йомортҡа, сәтләүектәр, йәшелсә - бөтәһе лә тик файҙаға ғына.

Фирғәт ВАҺАПОВ.
Сибай ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.24 | Ҡаралған: 477

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru