«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОҠОҺОҘЛОҠТАН ЯФАЛАНҺАҢ...
+  - 

Ҡайһы ваҡыт шулай ҙа була: көнө буйына арыған саҡтарҙа ла төндө керпек тә ҡаҡмай үткәрәһең. Йәки ятҡас та йоҡлап кителһә лә төн уртаһында уяндыра ла иртәнсәк йонсоп килеп тораһың. Йоҡоһоҙлоҡ сәбәптәре төрлө, ә шулай ҙа уның яртыһынан күберәге күңел тынысһыҙлығы, стресс, депрессия кеүек хис-тойғо проблемаларына бәйле.

Йоҡо режимының боҙолоуын өс төргә бүлеп ҡарай белгестәр: йыш уяныу, өҙөк-һурыҡ, ҡыҫҡа йоҡо; ятҡас та йоҡлап китә алмау, был хәлдең бер йә ярты сәғәткә һуҙылыуы; төнгө йоҡонан һуң арығанлыҡ тойғоһо менән уяныу.
Үрҙә әйтеп кителгән эмоциональ сәбәптәрҙән тыш, йоҡо боҙолоу даими режим тотмауға, көндөҙ йоҡлап алыуға, алкоголь, кофеин, энергетик эсемлек йә булмаһа дарыу (антидепрессант, ауыртыныуҙы баҫыусы) препараттары ҡулланыуға, ятыр алдынан самаһыҙ ашауға бәйле. Етдирәк сәбәптәре лә була: бөйөр, тын юлдары һәм йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡалҡан биҙе, аллергия, ҡурылдай астмаһы, Паркинсон, психика боҙолоуы, яман шеш сирҙәре лә йоҡонан яҙҙыра. Йоҡоһоҙлоҡ эҙемтәләре йәшәйеш сифатын боҙа, эшмәкәрлек һәләтен, иғтибар туплауҙы, ҡарар ҡабул итеүҙе әкренәйтә. Даими йоҡоһоҙлоҡто дауаламау башҡа төрлө сирҙәргә, психиканың ҡаҡшауына килтереүе ихтимал. Шуның өсөн кисекмәҫтән табипҡа күренергә, әгәр: йоҡоһоҙлоҡ ике аҙнаға һуҙылһа һәм уны үҙаллы көйләү мөмкин булмағанда; даими йоҡоһоҙлоҡ арҡаһында өйҙә һәм эштә проблемалар килеп тыуһа; күкрәк тәңгәлендә ауыртыныу һиҙелһә һәм тын алыу ауырлашһа.

Дауалау юлдары шундай: Табипҡа мөрәжәғәт итеү йоҡоһоҙлоҡ сәбәптәрен асыҡларға ярҙам итә һәм шуға ярашлы дауалау тәғәйенләнә. Дарыу препараттары ҡулланырға теләмәгән осраҡта ошондай саралар ҙа яҡшы ярҙам итә: психотерапия, фитотерапия, гомеотерапия, энә ҡаҙап дауалау, физиопроцедуралар (гидротерапия, климатотерапия, тын юлдарын асыусы приборҙар ярҙамында һ.б.). Дарыуҙарҙан табип кәңәше буйынса мелатонин, үлән дауалары (валериана) депрессияға ҡаршы препараттар, нейролептиктар, транквилизаторҙар, барбитураттар ҡулланыла. Тик ҡабатлайбыҙ: фәҡәт табип тәғәйенләүе буйынса! Йыш ҡына бындай дауалау ысулдары ҡулланмайынса, һыналған халыҡ дауалау саралары - шифалы үләндәр ярҙамында ла йоҡо сифатын көйләп була.

Ошо йәһәттән бер нисә кәңәш:

l әскелт алманан 200 г иҙмә әҙерләп, уға 1 балғалаҡ бал ҡушығыҙ һәм йоҡларға ятыр алдынан ашағыҙ;
- 2 ҡалаҡ бәпкә үләне (күгүлән -спорыш) онтағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 2-3 сәғәт тотҡас, һөҙөп, көнөнә 5 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә;
- Берәр ҡалаҡ бәйғәмбәр тырнағы (календула), дарыу аҡсәскәһе (ромашҡа аптечная) һәм 2-шәр ҡалаҡ артыш менән бесәй үләнен (валериана) термоста 1 литр ҡайнар һыу һалып 3 сәғәт тоткас, һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр берәр стакан эсергә;
- Бер ҡалаҡ аҡсәскәгә 1 стакан ҡайнар һөт ҡойоп, 30-40 минут тоткас, һөҙөп, 1 балғалаҡ бал ҡушып болғатығыҙ һәм йоҡлар алдынан эсегеҙ (ике аҙна шулай дауам итергә);
- 2 ҡалаҡ ваҡланған салат үләненә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1-2 сәғәт тотҡас, йоҡларҙан 1,5 алда тигеҙ өлөшкә бүлеп, 2-3 тапҡыр эсергә;
- 4:1 нисбәтендә киптерелгән ҡыҙыл миләш емеше менән бөтнөк япрағын термоста 0,5 литр ҡайнар һыуҙа 1 сәғәт тотҡас, сәй урынына эсергә.

Йоҡоно үҙаллы көйләү ысулдары:
- көн режимын тәртипкә һалығыҙ: бер үк ваҡытта йоҡларға ятып, бер үк ваҡытта тороғоҙ;
- арыуығыҙҙы һиҙеп, йоҡоғоҙ килгәс кенә ятығыҙ;
- көдөҙ йоҡлауҙан тыйылып тороғоҙ. Айырыуса көндөҙгө сәғәт 4-тән һуң ятып йоҡлау йоҡоһоҙлоҡҡа килтерә;
- кис йоҡо гормоны - мелатонин бүленеүҙе көсәйтеү маҡсатында өйҙә йоҡо алдынан ярым ҡараңғы ут ҡабыҙығыҙ, телевизор, компьютерҙы һүндерегеҙ;
- йоҡо бүлмәһендә утты һундерегеҙ йә булмаһа, күҙҙәрҙе махсус битлек менән ҡаплағыҙ;
- йоҡо бүлмәһен елләтегеҙ;
- йоҡларҙан 4-6 сәғәт алдараҡ кофе, алкоголь эсмәгеҙ, тәмәке тартмағыҙ;
- киске ашты еңелсә һәм йоҡларҙан 2-3 сәғәт алдараҡ ашағыҙ;
- йоҡлар алдынан 1 стакан йылы һөт йә бал ҡушылған һыу эсегеҙ;
- киске мәлдәрҙә ауыр физик һәм аҡыл эше менән шөғөлләнмәгеҙ;
- йоҡо алдынан саф һауала йөрөп инегеҙ;
- йоҡо алдынан ылыҫ экстракты, эфирлы лаванда, бөтнөк майы һалып ванна инегеҙ;
- йоҡлай алмаған хәлдә, "йөҙгә тиклем" һанау менән булышмағыҙ, йылы, матур хәтирәләргә бирелегеҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.24 | Ҡаралған: 112

Киске Өфө
 
Аҡыл - ул тар булғанды киңәйтеү, киң булғанды бәләкәйләтеү, бер-береһенә оҡшағанды күбәйтеү һәм ҡәҙимге генә нәмәләргә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

(Квинтилиан).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru