Ошо көндәрҙә республиканың төрлө төбәктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы бик күп күркәм саралар уҙғарылды. Шуларҙың береһе әҙиптең исемен ғорур йөрөткән белем усағы - Өфө ҡалаһының 158-се Башҡорт гимназияһында ойошторолдо. Бында Мостай Кәрим исемендәге фонд грантына эйә булған уҡыусыларҙы тәбрикләнеләр.
Тантаналы сарала быйыл гимназияның ун иң алдынғы уҡыусыһы бик мөһим наградаға лайыҡ булды. Бына улар: Эльвина Дәүләтова, Искәндәр Йәнбәков, Камилла Сабитова, Самира Рафиҡова, Айһылыу Рамаҙанова, Ева Джачвадзе, Рушан Ғәҙелшин, Самира Ибраһимова, Арсен Вәлиәхмәтов һәм Камилла Ғәлимова. Был үҫмер балалар уҡыуҙа ғына түгел, ижадта ла, сәнғәттә лә, спортта һәм хатта ирекмәндәр эшендә лә юғары уңыштарға өлгәшкән, тиҫтерҙәренә үрнәк булыр шәхестәр. Улар Мостай Кәрим ижадына ла һис битараф түгел - һәр ҡайһыһы уның шиғырҙарын яттан белә, шуны тантана барышында сығыш яһап, раҫланылар ҙа инде.
"Атай һәр ваҡыт оптимист, ысын-ир-егет, терәк булды: өлкәндәргә генә түгел, ә йәш быуын өсөн дә. Ижадында ул бер ҡасан да алдаманы. Шуға ул бөгөн дә беҙгә кәрәктер, моғайын. Уҡытыусыларға, ата-әсәләргә, балаларға ошо һөйөүҙе башҡалар өсөн дә өләшкәнегеҙ өсөн рәхмәт. Мостай Кәримдең ижадын таратыу менән шөғөлләнәһегеҙ. Шуға бөгөнгө байрам беҙҙең өсөн айырыуса мөһим", - тине грантҡа лайыҡ булған уҡыусыларҙы тәбрикләп Әлфиә Мостафа ҡыҙы. Ул шулай уҡ быйыл Мостай Кәримгә арналған саралар күп булыуы, һәр береһендә ҡатнашырға тырышыуы, Мостай ижадын яратып уҡыған һәм ятлаған, өйрәнгән балаларҙы күреп, айырыуса һөйөнөүе тураһында ла телгә алды. Әйткәндәй, быйыл Мостай Кәрим фондының гимназия уҡыусыларына грант күләме тағы ла арттырылған һәм 20 мең һум тәшкил иткән.
Тантаналы сараға быйыл М.Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримованан тыш, уның тормош иптәше Олег Балабан, Мостай Кәримдең улы Илгиздең ҡатыны Нәзифә Харис ҡыҙы, бер туғанының ейәне Артур Илдус улы Кәримовтар, ғаилә дуҫы Фәриҙә Кравцова ла саҡырылғайны. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, Мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин, "Өфө" журналының баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, билдәле режиссер Зөһрә Бураҡаева ҡатнашты. М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының директоры вазифаһын башҡарыусы Азат Аҡманов белем усағының яңы уңыштары тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтте һәм килгән ҡунаҡтарға рәхмәт белдереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Килгән ҡунаҡтарҙы һәм мәртәбәле бүләккә эйә булған иптәштәрен ҡотлап, гимназияның "Дуҫлыҡ" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән "Ынйы" вокаль ансамбе сығыш яһаны, Мостай Кәрим шиғырҙарын русса һәм башҡортса һөйләп тә ишеттерҙеләр.
ШУЛАЙ ИТЕП...
"Һеҙ бөйөк шәхестең исемен йөрөткән гимназияла уҡыйһығыҙ, был - ҙур бәхет тә, яуаплылыҡ та. Шул яуаплылыҡты тәрән тойоп, ул "синнай" булған кеүек, һеҙ ҙә халҡыбыҙҙың "синнайҙары" булып үҫегеҙ!", - тигәйне уҡыусыларҙы тәбрикләп телмәр тотҡанында шағирә Лариса Абдуллина. Был һүҙҙәр сараның асылын сағылдырҙы кеүек: башҡорт халҡының киләсәген билдәләр быуын йәштәре уның тарихында тәрән эҙ ҡалдырған улы - Мостай Кәримдең ижадына, аҡылына, кешелек сифаттарына нигеҙләнеп үҫеүен күреп ҡыуандыҡ.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА