«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЙ, ЕТЕ ҠЫҘ...
+  - 

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Ете ҡыҙ" спектакленең премьераһы булды. Сюжет нигеҙендә - башҡорт фольклоры ынйыһы, Башҡортостандың иң сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ образдарының береһенә әүерелгән боронғо легенда. "Ете ҡыҙ" хореограф Фәйзи Ғәскәровтың үлемһеҙ бейеүендә, фонтандың скульптура образында (авторы Хәниф Хәбибрахманов), башҡорт шағирҙарының шиғырҙарында һәм Башҡорт опера залы биҙәлешендә данлана.

Театрҙың баш балетмейстеры Леонора Ҡыуатова: "Тағы ла бер милли спектакль ҡуйыуыбыҙға бик шатбыҙ. "Ете ҡыҙ" - республикабыҙ брендтарының береһе. Шул уҡ исемле фонтан беҙҙең театр эргәһендә урынлашҡан. Был тема балет сәхнәһенә күптән кәрәк ине, шуға күрә мин бик шатмын һәм был спектаклдең беҙҙең сәхнәлә оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйем", - тине.
Был балет әҫәре Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилевтың "Сыңрау торна"һы менән ауаздаш. Ике балет та башҡорт фольклорына нигеҙләнгән. Уларҙы "Сыңрау торна" халыҡ йыры ла берләштерә. "Ете ҡыҙ" балетының музыкаһы башҡа популяр башҡорт халыҡ көйҙәренә лә бай, улар араһында автор ижади эшкәрткән "Ете ҡыҙ", "Алты егет", "Ҡарабай" бар. Балеттың музыка авторы - Рәсәй һәм Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы, Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһын тамамлаған, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Галина Йыһанова. Автор әйтеүенсә, был идеяһы 2017 йылдың башында уҡ барлыҡҡа килгән. Ул үҙенең эшен театрға алып килә һәм 2019 йылдың апрелендә тамамлай, әммә спектакль төрлө сәбәп арҡаһында оҙаҡҡа кисектерелә. "Был идея 2023 йылда, спектаклгә Ринат Абушахманов ҡушылғас, кире ҡайтты. Уның менән бергә эшләнек", - тип һөйләне Галина Йыһанова.
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә легенда боронғо вариантта күрһәтелә. Ул башҡорт халҡының космогоник ҡараштарын сағылдыра. Финалда апалы-һеңлеле ете ҡыҙ дейеүҙәр батшаһын (яуыз рухтарҙы) күргәс, тау түбәһенән һикереп, күккә күтәрелә; шул ваҡыттан алып уларҙы "Етегән йондоҙ" тип атайҙар. Классик хореографияға нигеҙләнгән әҫәрҙең сәхнә кәүҙәләнешен балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, А.Я. Ваганов исемендәге урыҫ балеты академияһын тамамлаған Ринат Абушахманов эшләгән. "Милли спектакль минең өсөн - ул, тәү сиратта, хореограф булараҡ, академик белемгә һәм заманса хореографияға ғына түгел, милли бейеүгә лә эйә булыуымды күрһәтеү ысулы, - ти Ринат Абушахманов. - Академик классиканың, ҡайһы бер осраҡтарҙа модерн, гротеск һәм милли бейеүҙең берләшеүе минең спектаклдең хореографияһы өсөн нигеҙ булып тора. Ҡыҙыҡлы деталь: балетта Фәйзи Ғәскәров ҡуйған "Ете ҡыҙ" бейеүе бар. Был бейеү ваҡиғаның кульминацион мәлендә барлыҡҡа килә. Беҙ туғандары менән бәйләнешкә индек һәм хатта ҡайһы бер бәләкәй үҙгәрештәргә рөхсәт алдыҡ. Ғәҙәттә, ниндәйҙер бейеүҙе нигеҙ итеп алалар, ә артабан был хореографияны кәрәкле формала үҫтерәләр. Беҙҙең осраҡта киреһенсә килеп сыҡты. Мин тәүҙә был бейеү элементтарын спектакль дауамында ҡулланам, ә спектакль аҙағында быларҙың барыһы ла Фәйзи Ғәскәровтың берҙәм бейеүенә йыйылды", - тип аңлатты хореограф.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.24 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru