«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРҠАЛЫ – 3
+  - 


Ишеткән айырым һүҙҙәрҙе генә аңлайым, ә бына улар бергә ҡушылһа, башым бутала ла китә, шуға төшөнгәнгә һалышып, шымып ҡалдым. Әсәйем көрһөнөп ҡуйҙы:
- Улым, һинең бит атайың бар...
- Атайым?
- Ниңә улай ғәжәпләнеп киттең әле?
- Буһа, ҡайҙа у?
- Бынан егерме саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡәнзәфәр ауылында.
- Алыҫ ара түгел, ҡасып-боҫоп ятҡансы, бығаса килеп күренһә, беҙҙең хәлде белһә, һинең хәстәреңде хәл итһә, минең хәсрәтте таратһа, була инде.
- Нишләп күренмәй, тиһәң дә, килде ул яңыраҡ, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан беҙҙең ауылға йомош менән һуғылды. Һиңә ирҙәр көнөнә тип, шунан тыуған көнөңә бағышлап, еңһеҙ аҡ күлдәк, миңә байрам бүләге итеп кешмир яулыҡ ҡалдырҙы...
- Яулыҡ сағыу буһа, ябынһаңсы.
- Ауыл ҡатындары әллә нимә һөйләп сығарырҙар тағы, тип һандыҡ төбөнә һалдым да ҡуйҙым.
- У саҡта ништәп миңә тигән күлдәкте күрһәтмәнең?
- Йәйге кейем булғанлыҡтан, көндәр йылынғас кейҙерермен, тигәйнем дә, тағы һин бит төпсөнөргә, төбөнә төшөргә әүәҫһең.
- Бапаҡ ише ҡасып-боҫоп килгән атай атай бумай!
- Ҡасманы ла, боҫманы ла шыпа, эш буйынса һуң ғына килгәнлектән, йоҡлаған сағыңда һинең яныңа ултырып, әллә күпме башыңдан һыйпаны.
- Һиҙгәйнем дә шул, ул һин икән тип, күҙҙәремде асмай, йоҡомһорап ятҡайным, ят еҫ тә танауыма бәрелгәйне.
- Ана бит, атайыңды күрмәһәң дә, һыйпауын шәйләп, еҫен һиҙеп ятҡанһың.
- Атайҙарҙың еҫе башҡасараҡ була икән у...
- Ниндәйерәк инде?
- Әсәйҙәрҙеке наҙлыраҡ, яҙғы ҡояштай йылыраҡ, атайҙарҙыҡы ҡышҡы селлә һалҡынылай ҡатыраҡ. Миңә шул атай еҫе етмәгәнгә йомшаҡмын, ҡыйпысыҡ, ҡылтым ҡыҙҙар һымаҡмын.
- Ҡалайтайым, хислеһең шул бигерәк, һиҙгерһең, бер ҡатлыһың.
- Атайым сит-ят ауылда ни эшләй, ҡайтһын беҙгә?
- Уның унда икенсе ғаиләһе, балалары бар.
- Улай яраймы инде у, ә?
- Ярайҙыр күрәһең...
- Баланың бер атаһы, бер әсәһе буһын, улар гел бергә йәшәһен!
- Шулай тейеш тә бит, барыһына ла ҡәһәрле һуғыш ғәйепле, ике, хатта өс ҡатынлы ирҙәр күп хәҙер.
- Улайһа, минең атайһыҙ үҫеүемдә теге нимес Гитлер ғәйеплеме?
- Ул һуғышта күпме ир-егет башын һалды, тотош ил емерелде, халыҡ миктәне, һаман да булһа шуның сарпыуында көн итәбеҙ. Балаларҙың үкһеҙ етем, йә ярты етем үҫеүендә яҙмыш ғәйепле, балам, маңлайға яҙылған яҙмыш.
- Ә атайым төҫ-башҡа ниндәйерәк кеше?
- Атайың оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле кеше, төҫкә-башҡа ла һуйған да ҡаплаған һин инде! - Әсәйем ҡараңғы юҡта миңә текәлгәндәй итте. - Аҡыллы етәксе, оҫта һүҙле яҡшы ойоштороусы булараҡ, беҙҙәге колхозда рәйес булып эшләне һуғыштан һуң, емерелгән калхузды аяҡҡа баҫтырҙы, райунда алдынғылар рәтенә сығарҙы, хәҙер әле мин әйткән ауылда силсәүит рәйесе. Коммунист булараҡ, партия ҡайҙа ҡуша, ул шунда бара. Сталин үлеп киткәс, түбәнге оста йәшәгән Бибиәсмә инәйең: "Яҡын-тирәләге ауылдар буйлап эшлекле кешеләрҙе теүәлләп сыҡтым, ил башлығы булып Мәскәүҙә Ниғәмәт кенә эшләрлек, башҡа кешене күрмәйем!" - тип әйткән, ти. Атайыңдың һыбай йөрөүе үҙе бер ҡабатланмаҫ тамаша була торғайны, эйәргә ҡойоп ҡуйғандай һылашып ултыра, ә аҫтындағы колхоз айғыры урынында бейеп, ажғырып тора. Ҡайҙа ла, хатта райунда үткән йыйылыштарға ла һыбай сығып китер ине.
- Ҡәһәрле һуғыш, тинең, атайым шу ҡәһәрле һуғышта һуғышҡанмы?
- Һуғышҡан, Шайморат дивизияһында эскадрон командиры ла булған, ордены ла бар, шул орденын юғары наградалай күреп, гелән кителенә тағып йөрөнө.
- Улайһа, батыр буған?
- Әйттем дә баһа, орденды бит кем етте шуға бирмәйҙәр.
- Орденлы, маҡтаулы кеше балаһын ташлай аламы у саҡта, баланы ташлау батырлыҡмы? Ун бер бала әсәһе Мәғүҙә апайҙың "Герой-Әсә" тигән ордены бар, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, ҡулыма алып, тотоп та ҡараным, ә у балаларының береһен дә ситкә таратмаған, типмәгән, себештәрен ҡанаты аҫтына йыйған тауыҡтай, һәр береһен йылытып янында тота.
- Минең йылым етмәйме ни һиңә?
- Атайҙың йылыһы, уның ҡырыҫ еҫе башҡараҡтыр, моғайын, унан көс-ғәйрәт аңҡып торорға тейеш.
Кире урынына ятҡан әсәйем мине йылытырға теләгәндәй, юрғанымды төҙәтеп япты, башымдан һыйпаны.
- Тағы шуны уйлап ятам әле, әсәй, әгәр ҙурайғас мин Лидаға өйләнә ҡалһам, яҡшы булырмы икән, әллә насармы?
- Нишләп улай тип һорап ҡуйҙың әле?
- Ни тиһәң дә, ҡап яртыһы кафыр ҙаһа!
- Иң мөһиме, һәйбәт кеше булһын, ә ул итәғәтле, тыйнаҡ, әҙәпле ҡыҙ.
- Килештек улайһа, иң яйлыһы шул, ҡоҙаң менән ҡоҙағыйың күршелә генә йәшәйәсәк, ҡатнашабыҙ, унда-бында ҡунаҡҡа саҡырышабыҙ тиһәң дә. Йәнә бер ҡулай яғын әйтмәксемен... - Тыйылып ҡалдым.
- Бер башлағас әйтеп бөтөр.
- Холоҡ-фиғелдәребеҙ килешмәй Лиданы айыра ҡалһам, эрәхәт тә баһа, үҙе менән күтәреп күсергән бирнәһен баһыу аша тырым-тырағай ырғыттың-ҡуйҙың...
- Белмәгәйнем уҫал икәнлегеңде, әйберҙәрҙе үткәндәгеләй талаҡ әйтеп быраҡтырырһыңмы?
- Ул һүҙҙе әйтергә ашығырға, ҡабаланырға ярамай һис тә, хикмәтле һүҙ ул талаҡ! Өс тапҡыр талаҡ, тип ҡысҡырһаң, эш ғәләмәт ҙурға китә, бисәм кейемдәрен күтәреп, ҡайтымһаҡланып кире ҡайта ҡалһа, өр-яңынан бата уҡытыу мәшәҡәте килеп тыуа. Ә Әбдрәхим мулла бата уҡыған өсөн батмусҡа һалырға егерме биш тәңкә аҡса, шунан һимеҙҙән бер һарыҡ талап итәсәк, уныһы ла осто саҡ осҡа ялғап көн иткәндә өҫтәмә сығым...
- Айҙар, әйҙә, йоҡлайыҡ, йәме, һинең менән һөйләшә башлаһаң, әллә ниндәй баш ҡатырғыс миҫалдар килтереп, зиһенде бутап бөтөрәһең.
Йоҡлап киткәнгә һалышып, апаруҡ ҡына һүҙһеҙ ятҡас, күптән телемде ҡысытҡан һорауымды бирҙем:
- Ә ул Ҡәнзәфәр ауылы ҡайһы тирәләрәк? - Һағайыулы тынлыҡ.
- Нимәгә ул һиңә?
- Былай ғына, һүҙ араһында ғына һораным.
- Беҙҙән өс саҡрымда Шәмсетдин ауылы, ары Бараҡал йылғаһына төшһәң, элекке Һыҙғы ауылының урыны, тауға үрмәләгән ат юлынан күтәрелеп, әҙерәк барһаң, Һаҡтау утары, шунан күп тә ҡалмай Ҡәнзәфәр ауылы.
- Былай, йәйәүләһәң, алыҫ ара ла түгел икән.
Әсәйем нишләп әйттем әле, тигән көнгә төшөп, шикле ҡарап төҙәтте:
- Нишләп алыҫ булмаһын, алыҫ, хәҙер бит юлдар өҙөлгән ваҡыт, йәнә Бараҡал йылғаһының боҙо китеп, яман ташҡан мәле. Ул яҡҡа юл төшөп, һуҡмаҡ һурыҡҡансы ике аҙна тирәһе үтер әле.
- Юлдар өҙөлмәй у, бер өҙөлһә, бер ялғана.
- Юлдар ялғана ла ул, аймылышҡан яҙмыштар ғына һис ҡасан бергә килеп ҡушылмай, эш бына нимәлә...
Ята торғас әүелйей төштөм, һәм йоҡо аралаш һорай ҡуйҙым:
- Таня апай һуңғы осорҙа нишләптер миңә кейәү тип өндәшмәйсе...
- Ошоғаса шуны ишетһәң, үсегә инең дә баһа, әле килеп, ни сәбәптән ормаһарҙан кейәү булғың килеп китте?
- Лида ҙурайғас, ҙур ҡалаға китеп, билдәле әртис булам, тине, нисек тә эргәбеҙҙән ебәрмәҫкә ине.
- Һине аңламаҫһың, мунсала уның менән йыуыныуҙан ҡырҡа баш тарттың, бергә йоҡларға ла саҡырмайһың хәҙер, ҡыҙҙарға һәр саҡ йылы ҡараш, иғтибар етмәй, шуға үпкәләп китәлер.
- Гел генә йылы итеп ҡарап та бумай, тормош бит у.
- Ҡуй инде, һинең тормошоңдоң ауырлыҡтарын, һөйләп килештерерлек түгел! - Әсәйем шым ғына көлөп ҡуйҙы.
- Анһат һиңә, көлгән була, Лиданы нисек тә ебәрмәй тотоп ҡалғы килә. Әсәһе һымаҡ духтыр буһын, бик теләһә, уҡытыусыға уҡыһын, юҡ тигәндә фермаға һауынсы булып сығырға ла мөмкин. Һауынсы Зәлифә апай беҙ ҙурайғансы пенсияға китә бит инде, Нурислам ағай хәҙерҙән бүлексәнең управы менән һөйләшеп-килешеп ҡуйһа, мәсьәлә хәл ителде тигән һүҙ.
- Етте, йоҡла, тим, бытылдаҡ, иртәгә таң һарыһынан миңә эшкә...
Ашнаҡсы булып эшләгән әсәйемдең эше саманан ашҡан ауыр; тирә-яҡ ауылдарҙан килеп, дауаханала ятҡан ауырыуҙарҙы көнөнә өс тапҡыр ашатырға, һауыт-һабаларын йыуырға, тау аҫтынан көйәнтәләп һыу ташырға, трактор менән һөйрәтеп килтерелгән утынды ҡул бысҡыһы менән бысып-ярып, урыҫ мейесен һүндермәҫкә бурыслы. Унан башҡа ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре лә башынан ашҡан. Эшкә лә таң ҡараңғыһында сығып китә лә эңер төшкәс, арып-талып ҡайтып инә, шуға өйҙә берҙән-бер ир кеше булараҡ, кәртә-ҡура тирәһен ҡараштырырға, ишек алдын тәртиптә тоторға тырышам. Ни тиклем генә орсоҡтай өйрөлөп, тилбер ҡыланһам да, уныһы-быныһы ыңғайы бер ҡыйшайып-салшайып бара, уларға ир ҡулым тейә, төҙәтә, әммә дөйөм хужалыҡҡа атай ҡулы, атай ҡарашы, атай хәстәре етмәй. Шулар хаҡында уйлап, уйҙарымдан уйылып, әллә күпме йоҡлап китә алмай яттым.
Гөнаһ шомлоғона ҡаршы, төшөмә яңынан Хәлимә инде, ул, һимеҙ аяҡтарын тарбайтып баҫҡан да, имеш, сөйөртмәктән минең яҡҡа ҡара хәрефтәр менән "атайһыҙ" тип яҙылған таш ата. Йомро таштар маңлайыма, күкрәгемә, аяҡтарыма килеп тейеп ауырттыралар, ҡотолорға итәм дә һаҡланыр мөмкинлегем юҡ, бары устарым менән бер маңлайымды, бер түшемде, бер балтырҙарымды ҡапларға тырышам. Атылған таштарҙан ҡотолоу ҡайҙа, улар килеп тейәләр лә тотош кәүҙәмә "атайһыҙ" мөһөрөн баҫалар, алыр ерем юҡ, тәнемдең асыҡ ерҙәре шул ямаҡай һүҙҙәр менән сыбарланды. Ҡайҙандыр яныма Лида килеп етеп, аҡ ҡульяулығы менән бит-йөҙөмдө һөртөргә, таҙартырға итә, ҡайҙа инде, минең ыңғайға ул да тапланып, бысранып бөттө...
Уянып китеп, тороп ултырҙым, төшөмдәген өнөмдәме икән әллә, тигәндәй, ҡул һыртым менән еүешләнгән маңлайымды, тымбаҙаған биттәремде һыпырҙым. Ныҡ иртә әле, һәр хәлдә, тәҙрә өлгөһөнә таң ойотҡоһо әлегә ҡунмаған. Мейес артында өй сиңерткәһе соролдай, бар тереклек ял иткәндә туҡтап торһа ни булған, юҡ бит, уға кемделер өҙлөкһөҙ маҙаһыҙларға, ялынан ҡалдырырға кәрәк. Екһендергес тауыш ҡолаҡҡа үтеп инә. Һәрмәнеп, сатин ыштанымды, күлдәгемде табып кейеп, көпө бөркәнеп, солан тупһаһына сығып бөршәйҙем. Шуны ғына көткәндәй, аяҡтарыма Алғыр килеп һыйынды, үрелеп, биттәремдән ялап алды. "Хәйерле иртә, хәлдәрең нисек?" тип, ялбыр йөнлө баштан һыйпаным. Этем күңелле сыйнап яуап бирҙе. Эт эйәһенә оҡшай, тигәндәй, өрә, тешләшә белмәгән йыуаш эт ул Алғыр. Таң сатҡыһы яңы тыуаһы көндө һиҙелер-һиҙелмәҫ имшетә генә башлаған, болотһоҙ йондоҙло күктә ҡыйыҡ ай, ул тулы булмағас, тирә-яҡты һыуҙай яҡтырта алмай, әммә ҡаршы урамдағы өйҙәрҙе, яҡындағы урман шәүләһен төҫмөрләтә. Алыҫта, ауылдан ике-өс саҡрым тау аҫтынан аҡҡан, әле боҙо киткән Һаҡмар йылғаһының шауын ишеттем, уның боҙло ҡоршауынан арынып шашынған, ҡоторонған мәле, хас та йүгәнһеҙ уйнаҡлаған ҡырҡмыш тай. Йоҡоноң башы түгел, аҙағы тәмле, таң моронлағанда кешеләр генә түгел, тотош ауыл, әтәстәр, тынғыһыҙ эттәр етенсе төшөн күрә. Тынлыҡ. Өй эсендә сиңерткәнең тауышынан ҡолағым тонһа, ярылһа, бындағы тынлыҡтан һаңрауландым һымаҡ. Ауылға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан ҡайын урманы яғынан иҫкән екәт ел танауыма тулышҡан бөрөләр, иреү тупраҡ еҫен килтереп бәрҙе.

(Дауамы. Башы 41-42-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.10.24 | Ҡаралған: 80

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru