«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ РУХЫН АНИМЕ, КОМИКСТАРҘА ЛА САҒЫЛДЫРЫРҒА ИНЕ
+  - 


Баймаҡ районы Күлтабан ауылы ҡыҙы Азалия МӨХӘМӘТЙӘНОВАның Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть-газ университетын тамамлап, үҙаллы эш башлауына бер генә йыл. Төп эшенән тыш, ул ижад менән шөғөлләнә: башҡорт халыҡ ижадын тәрәндән өйрәнеп, уны ҡағыҙға төшөрә һәм... "Аниме, комикс" тигән терминдар менән танышһығыҙмы? Был йәш быуынға нығыраҡ билдәле. Тап ошо йәш быуын менән үҙаллы бәйләнеш урынлаштыра Азалия Ринат ҡыҙы һәм уларҙы үҙенең ижад емештәре менән социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә таныштыра.

Телеграм-каналда һинең Kanatly тип аталған үҙеңдең каналың бар. Әлбиттә, унда халҡыбыҙҙың миф-легендаларына бәйле бик ҡыҙыҡ һүрәттәр, сюжеттар менән танышырға була. Үҙеңдең эҙләнеүҙәрең, уйланыу-борсолоуҙарың менән дә ихлас бүлешәһең. Һине белмәгән кеше: "Азалия һынлы сәнғәт буйынса уҡыған һәм шул өлкәлә эшләй икән", - тип уйлаясаҡ. Рәсем - һинең мауығыу, яратҡан шөғөлөң. Фольклорға, тарихыбыҙға һөйөү ҡайҙан килә?

- Боронғо ҡомартҡыларға, тарихҡа һөйөү ғаиләлә һалына, тип уйлайым. Минең әсәйем Вилә Бикмырҙа ҡыҙы уҡытыусы булып эшләне, боронғо тарихыбыҙ тураһында ул һөйләй торғайны. Унан, атайым легендаларҙы ярата, шуларҙы бик күп белә. Эйе, каналым Kanatly тип атала. Каналдың исемен үҙгәртергә тип уйлайым. Ҡайһы саҡ "Ҡарағош" тип тә ҡуям ҡултамғамды. Сөнки Ҡарағош - Бөрйән ырыуы ҡошо. "Ҡанатлы" тип әйтеү ошо ҡошҡа ишара булып тора.
Беҙҙең затты Алдар батыр тоҡомонан килә, тиҙәр. Бына ошо рух беҙгә һалынған да инде. Башҡортостанға ниндәй ҙә булһа файҙа килтерәйем, тигән маҡсат менән йәшәйем һәм ижад итәм. Беҙ шул тиклем бай фольклорлы халыҡ, легенда, риүәйәт, әкиәттәребеҙҙең иҫәбе-хисабы юҡ. Ә бит шулар онотолоп бара. Икенсе халыҡтарҙың мәҙәниәтән өйрәнәбеҙ, үҙләштерәбеҙ, уларҙың ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын беләбеҙ, хатта ки үҙебеҙҙеке һымаҡ ҡабул итәбеҙ. Беҙҙең иһә ысын рухи байлығыбыҙ ситтә ҡала бирә. Уларҙы ата-бабаларыбыҙ меңәр йылдар буйы юҡҡа ғына һаҡламаған бит!
Ҡомартҡыларыбыҙға һалынған фәлсәфә, хикмәт һәр ваҡытта ла актуаль булып ҡала. Улар милләтте йәшәтеү көсөнә эйә, тип уйлайым. Мин йәш быуын вәкиле булараҡ, шулай тип әйтәм, замандаштарымдың күбеһе матди байлыҡты өҫтөн күреп, рухиәткә иғтибарҙы кәметкән, ҡулланыусылар идеологияһына бирелгән быуын. Башҡорт фәлсәфәһе икенсе төрлөрәк бит ул, бер-береңде ҡәҙерләү, туғанлыҡ, ярҙам ҡулы һуҙыу кеүек ундағы бөйөк төшөнсәләр берләшеп, ойошоп йәшәргә ярҙам иткән. Бына ошо ҡарашты бәләкәстәргә күрһәтергә, аңлатырға тырышам, шуға ла мультипликацион стилдә ижад итәм. Балалар тик-токта йыш ултыра, шуға ҡыҫҡа йәнһүрәттәр эшләп, уларҙы әүрәтергә, үҙебеҙҙең тылсымлы донъябыҙға иғтибарын йүнәлтергә тырышам. Улар минең йәнһүрәттәрҙе күреп-ҡарап, үҙебеҙҙең легендаларыбыҙ менән ҡыҙыҡһынырҙар, тигән инаныуҙамын. Уларға йүнәлеш биреү мөһим. Беҙгә тарих һәм легендалар бергә ҡушылған комикстар эшләргә кәрәк.

Тарихи яҡҡа һуҡтырғанда, шәхсән үҙеңә ниндәй ваҡиғалар тәьҫир итә һәм ижадҡа рухландыра?

- Күҫәк бей менән Бабсаҡ бей тураһындағы эпос мине уйға һала. Шуға нигеҙләнеп, улар һәм уларҙан һуңғы быуындар тураһында комикс эшләгем килә. Бөрйән менән ҡыпсаҡ ырыуҙарының алышы бер төрлө генә һүрәтләнмәй. Һәр бер ырыуҙың үҙ версияһы бар. Минең комикстың төп идеяһы - талаш, ығы-зығы бер ҡасан да яҡшылыҡҡҡа алып килмәй, ә татыулыҡты һаҡлай белеү, берҙәмлек башҡорттар өсөн төп ынтылыш булырға тейеш.
Комиксҡа килгәндә, уны мин оҙон сюжетлы итеп, йәғни бөтә белгән легендаларымды һәм тарихи ваҡиғаларҙы бергә ҡушып төҙөгөм килә. Иң мөһиме, шул легендаларға, ваҡиғаларға, ҡайҙан нисек табып уҡырға була, тигән йүнәлеште күрһәткән һылтанмаларҙы мотлаҡ ҡуйып эшләргә. Һәр теләгән кеше төп сығанаҡтарҙан ҡарап, улар менән таныша аласаҡ. Быны башҡорттоң рухи донъяһына, мәҙәниәтенә үҙенсәлекле сәйәхәт һымаҡ ҡабул итергә кәрәктер.
Хәҙер донъя кимәлендә йәштәр китаптарҙы әҙерәк уҡый. График романдар, манга тигән яңы стилдәр барлыҡҡа килде. Классик әҙәбиәтте лә график роман итеп сығаралар, улар хәҙер китапханаларҙа бар. Ә беҙ ниндәй матур әҙәбиәткә эйә халыҡ! Бына шул байлыҡҡа иғтибар артһын өсөн график романдар эшләй башларға ваҡыт. Мин үҙем башҡорт әҙәбиәтен уҡыйым. Текстар оҡшай, тик биҙәлеше ғына бик ҡыҙыҡһыныу уятмай, заманса һүрәттәр етешмәй.
Ноғман Мусиндың Алдар батыр тураһындағы романы ныҡ оҡшаны. Дөрөҫөн әйткәндә, мин әлеге мәлдә бөтә материалдарға ла - легендаларға, тарихҡа, аниме, комиксҡа - ҡыҙыҡһынып барып тотонам. Ныҡлап ҡына ҡайһыныһын төп йүнәлешем итеп һайларға белмәй китәм.

Комикс, анимелар эшләргә ҡасан тотоноп киттең?

- Бәләкәй саҡта бөтәһе кеүек үк һүрәт төшөрһәм дә, был эшкә бик етди ҡараным, тип әйтә алмайым. Башта бер нисә рәссамдың төркөмөнә яҙылып, уларҙың ижадын күҙәтеп барҙым. Шунан планшет һатып алдым. Дөрөҫөн әйткәндә, Мәс-кәүгә уҡырға ингәс, был ят мөхиткә күнегеүе еңел булманы, шул ныҡлап һүрәт төшөрә башлауыма сәбәп булды. Башҡортостанда булһам, бәлки, улай уҡ мауыҡмаҫ та инем. Яҡындарымды, тыуған яҡты һағыныу күңелдә рәсем булып тыуҙы. Һүрәт төшөрә башлағас, күңелгә еңеллек килде, һағыныуҙы шулай баҫа инем. Ул саҡта күберәк башҡорт ҡыҙҙары һүрәттәрен төшөрә торғайным, 22 йәштә инде һүрәт төшөрөү менән ныҡлап шөғөлләнеп киттем.
Ҡарап барғас, беләм - башҡа милләт рәссамдары легендаларға бәйле бик күп комикстар тыуҙыра. Ҡаҙаҡтарҙа ул бик ныҡ үҫешкән. Рус рәссамдары тураһында әйтергә лә түгел, фольклорҙарын ошо стилдә күпләп сағылдыралар. Башҡортостанда был йүнәлештә эшләгәндәрҙе күргәнем юҡ. Аниме фильмдар күп ерҙә популяр. Тап шул аниме арҡаһында япон мәҙәниәтен бөтөн донъя белә.
Рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау буйынса беҙҙә иһә ауыл ағинәйҙәре генә шөғөлләнә һымаҡ. Мәҫәлән, улар милли кейемдәр тегә, биҙәүестәр яһай. Йәштәр араһында ла бындай юҫыҡта ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә бара, ләкин ул мәҙәниәтебеҙҙең бер генә өлкәһе бит. Бай фольклорыбыҙ һүрәттә лә, йәнһүрәттә лә кескәйҙәр күңеленә үтеп инеп ултырырға тейеш. Минең үҙемә шәхсән "Ете ҡыҙ" легендаһы ныҡ тәьҫир иткәйне, уны бәләкәйҙән ишетеп үҫтем, сөнки Яугүл күле эргәһендә тыуғанмын. Йырын да беләм.
Бәләкәй саҡта мин тик башҡортса ғына һөйләшә инем, балалар баҡсаһында, артабан ауыл мәктәбендә уҡығанда башҡортса аралашыу мөхите булманы, рус телле булып киттем. Ә бына Сибай гимназия-интернатына килгәс, ныҡлап башҡорт телен иҫемә төшөрҙөм. Башҡорт теле буйынса ТДИ һәм БДИ ла бирҙем.
Башҡорт әҙәбиәтен уҡырға яратам. Айырыуса, мәҡәл-әйтемдәребеҙ һоҡландыра, ҡыҫҡа ғына итеп, ниндәй тапҡыр һәм мәғәнәле әйтә белгән халҡым! Мәҫәлән, "Ятып ҡалғансы, атып ҡал" - тормош ҡулланмаһы түгелме ни? Ул бит аңлаған кешене эшкә дәртләндерә, маҡсатлы итә. Мин кешеләрҙе бөтөн һорауҙарға яуапты үҙебеҙҙең башҡорт мәҙәниәтенән эҙләргә саҡырам. Кемдер күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәнме, икеләнәме, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланамы - башҡорт халыҡ ижадында бөтәһенә лә яуап бар. Бына ошо көстө, рухты аниме, комикстарҙа ла сағылдырырға тырышыу - минең маҡсатым булып тора.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА һорау бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.10.24 | Ҡаралған: 293

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru