«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАИЛӘ УСАҒЫН КЕМ ҺАҠЛАР?
+  - 

Бөгөн беҙ ҡалала ла, ауылда ла еңел автомашиналар руле артында елдереүсе гүзәл заттарға күптән битарафбыҙ, ә бына шул уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың пассажирҙар автобусы, йөк машинаһы йә булмаһа трактор йә комбайн йөрөтөп барыуына беҙ барыбер ҙә ғәжәпәләнеберәк ҡарайбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай һөнәргә эйә ҡатын-ҡыҙҙарҙы беҙгә осратырға ла тура килгәне юҡтыр әле, сөнки еңел автолар менән сағыштырыуы ҡыйыныраҡ булған был ауыр техника төрҙәрен йөрөтөргә дәрт һәм теләк кенә түгел, көс тә, уның төҙөлөшө буйынса махсус белем дә, сыҙамлыҡ һәм әрһеҙлек тә кәрәк бит.

Элегерәк, айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, ҡатын-ҡыҙ эшләмәгән бер генә хеҙмәт төрө лә ҡалмағандыр. Трактор булһа, бик шәп әле, булмаһа, үгеҙ егеп ер ҙә һөргән, ауыр станоктар артында ҡорал, хәрби машиналарға деталдәр ҙә етештергән, самолеттарҙа осоп, дошман позицияларына бомбалар яуҙырған; хатта һуғыштан һуң да яуҙа ятып ҡалған ирҙәре урынына ауыр эштәр башҡарыуын дауам иткән ҡатын-ҡыҙ.
Ниһайәт, 1978 йылда СССР хөкүмәте тарафынан ауыр, зарарлы һәм хәүефле шарттарҙағы эшмәкәрлек төрҙәрендә ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтен файҙаланыуҙы тыйған ҡарар ҡабул ителә. Табиптар һәм хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса белгестәр буласаҡ әсәләр өсөн ауыр, зыянлы булған 456 төр һөнәр исемлеген төҙөгән һәм ҡатын-ҡыҙҙарға был эштәрҙә эшләү рөхсәт ителмәгән. Әммә заманалар үҙгәреп, кәрәк-кәрәкмәгәнгә юл асыусы, йәнәһе, демократияға ышыҡланып, күп нәмәләргә ирек ҡуйылған хәлдә лә әле, әүҙемсе ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҫымына ҡарамаҫтан, әлеге 456 төр һөнәр исемлеге һаҡланып ҡала ала. Бары тик 2021 йылда ғына Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары фуралар, үҙ бушатҡыс һәм ауыр йөк машиналары, трактор, комбайндар, баржалар һәм метро поездары һ.б. транспорт төрҙәрен йөрөтөргә хоҡуҡ ала һәм тыйылған һөнәрҙәр иҫәбе 100-гә тороп ҡала.
Бөгөн иһә Рәсәй Хеҙмәт министрлығы илебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарына көтөлмәгән "бүләк" эшләргә ҡарар иткән: 2000 йылда төҙөлгән гүзәл енес вәкилдәренең һаулығы һәм бала табыу һәләтенә кире йоғонто яһауы ихтимал булған һәм улар өсөн тыйылған хә-үефле эшмәкәрлек төрҙәре исемлеген... тағы ла кәметергә тигән тәҡдим менән сығыш яһай икән, тип яҙа интернет мәғлүмәт сығанаҡтары. Дөрөҫөн әйткәндә, РФ Хеҙмәт кодексындағы "Ҡайһы бер эштәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын һаҡлауҙы тәьмин итеү" тураһындағы 253-сө статьяны алып ташлау буйынса закон проекты бынан бер нисә йыл элегерәк үк әле Дәүләт Думаһы ҡарауына индерелгән булған. Был мәсьәләнең тап бөгөн, дәүләт кимәлендә бала табыуҙы дәртләндереү саралары осоронда ҡуҙғатылыуы аңлашылып етмәй. Икенсенән, нисек кенә феминистар хәрәкәтенә һылтанма, барыбер шул ауыр һәм хәүефле һөнәрҙе үҙләштереп, эшләп йөрөгән гүзәл заттарҙы йыш осратырға тура килмәй, тимәк, был һөнәрҙәргә күпләп эйә булырға талпынып тороусылар юҡ, тип әйтерлек. Булған хәлдә лә, уларҙа "ирҙәр һөнәре" романтикаһы бик тиҙ юҡҡа сыға, күрәһең. "Ир-ат эше" тигән төшөнсә юҡҡа ғына йәшәп килмәйҙер.
Ә шулай ҙа Хеҙмәт министрлығын ҡатын-ҡыҙ өсөн тыйылған был ҡарарҙы юҡҡа сығарырға нимә мәжбүр итә һуң? Юғары телмәр менән әйткәндә, тыйылған исемлек, бер яҡтан, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һөнәри һәм иҡтисади дискриминациялауға дусар итә, имеш. Икенсенән, шул арҡала был гүзәл заттарға күберәк хеҙмәт хаҡы алып эшләргә ҡамасаулай, тип әйтеүселәр ҙә бар. Әәә, тағы ла өсөнсө сәбәп тә килеп сыҡҡан икән, бына ул: дәүләт тарафынан ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын ғына ҡайғыртыу ир-егеттәрҙе ситнәтеү була икән. Бәлки... Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Министр урынбаҫары Алексей Вовченко белдереүенсә иһә, "алдынғы технологиялар индереү, етештереү эштәрен һәм хеҙмәтте ойоштороуҙы камиллаштырыу шарттары ҡатын-ҡыҙ организмына зыян килтермәйәсәк" икән. Урынбаҫар тағы ла тыйылған исемлектең ҡыҫҡартылыуын "йәмәғәтселек, эш биреүселәр һәм белгестәр" тәҡдимен иҫәпкә алып эшләнеүен дә дәлил итеп килтерә. Эш биреүселәр, тигәндән, хеҙмәт баҙары яуҙа йөрөүсе һәм шунда баш һалғандар иҫәбенән бер аҙ бушай биреп тә ҡалғандыр, кем белә...
Икенсенән, ҡатын-ҡыҙ, ни тиһәң дә, эшкә яуаплы ҡарашы, теүәллеге һәм бөхтәлеге менән айырылып тора һәм был эш биреүсегә оҡшай, әлбиттә. Ләкин, әгәр ҙә был 253-сө статья юҡҡа сығарыла ҡалһа, гүзәл заттар ирҙәр менән бер ҡатарҙан ауыр йөктәр күтәрергә, хәүефле һәм зыянлы эштәр башҡарырға тейеш буласаҡ. Ләкин ҡатын-ҡыҙ, әйтеүебеҙсә, буласаҡ һәм ғәмәлдәге әсәләр. Улар ауыр, ҡатмарлы, ҡара эштә йөрөһә, кем бала табыр ҙа, кем уларҙы тәрбиәләр, кем эштән ҡайтҡан ирен ҡайнар аш менән ҡаршылар, ғаилә усағын кем һаҡлар?..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.24 | Ҡаралған: 67

Киске Өфө
 
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru