«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ТАУЫШТАР ЯРҘАМЫНДА...
+  - 

Үткән аҙнала Рәсәйҙең Украинала Махсус хәрби операция алып барыуына 985 көн тулды. Әлеге ваҡытта "Көнбайыш" ғәскәр төркөмөнөң командующий урынбаҫары Роман Греков әйтеүенсә, һуғыш барған территорияларҙа ямғырҙар башланды һәм бының хәрби хәрәкәттәрҙе тотҡарлауы бар.

Ләкин һауа торошо - Рәсәй ғәскәрҙәре әүҙемлегенә ҡамасаулауы ихтимал булған берҙән-бер сәбәп. Әлбиттә, ҡарлы-ямғырлы көйһөҙ көҙгө көндәрҙең ауырлығы ябай яугирҙар иңенә төшә. Блиндаждарҙа булһа, ярай ҙа, ә бына тәүге йылдарҙағы кеүек, окоптарҙа өшөп-туңып ултырырға тура килмәһен инде уларға. Ошо айҡанлы үҙебеҙҙең Башҡортостан халҡының арымай-талмай туҡтауһыҙ МХО-ға гуманитар ярҙам оҙатыуҙы дауам итеүҙәрен күреп, тылдағы һәр кемдең һуғышта йөрөгәндәрҙе үҙ балаһылай, атаһылай, ағаһы йә ҡустыһылай яҡын күреүенә, уларҙың йәнен-тәнен йылытыу өсөн, күңелдәрен күтәрмәләү хаҡына ысын мәғәнәһендә көндәлек батырлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ҡылыуҙарына тағы ла бер хайран ҡалаһың... Яңылыҡтар таҫмаһына килгән хәбәрҙәр араһынан шуға ла МХО-ға ҡағылышлыларын иң тәүҙә уҡырға тырышаһың: унда нисек хәлдәр, эштәр алға барамы? Бына, мәҫәлән, 4 ноябрҙә РФ Оборона министрлығынан алынған мәғлүмәт: "ВСУ-ны (Украина Ҡораллы көстәре) тәьмин итеүсе энергетика объекттары һәм нефть эшкәртеү заводы һәм хәрби аэродромдар инфраструктураһы утҡа тотолдо". Шул уҡ ваҡытта Рәсәй көстәре тарафынан ВСУ-ның экипажһыҙ катерҙар етештереү цехтары һәм уларҙы һаҡлау урындары ҡыйратылды, тип хәбәр ителә. Үткән бер тәүлек эсендә Рәсәй һауа һөжүме оборонаһы Америкала эшләп сығарылған 4 HIMARS ракета системаһын һәм 42 пилотһыҙ аппаратты бәреп төшөргән. Ә шулай ҙа, хәбәрҙәргә ҡарағанда, фронтта ғына түгел, тылда ла күберәк әлеге ошо пилотһыҙ шартлатҡыстар - йәнһеҙ дрондарға ҡаршы алышырға тура килә. Улар бит хәҙер хатта Башҡортостанға ла килеп етте! Дөрөҫөрәге, хәрби эксперттар фекеренсә, шартлатҡыс аппараттарҙы Рәсәй территорияһынан ВСУ агенттары ебәрә, әлбиттә. Тик улар, бәхеткә күрә, Өфө предприятиеларына зыян килтерә алманы, сөнки, белгестәр баһалауынса, Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика объекттары пилотһыҙҙар һөжүменән ышаныслы һаҡлана.
Халыҡ-ара хәлдәрҙең башҡа өлкәләренә килгәндә, шундай бер мәғлүмәт аптырауға ҡалдырҙы. Территорияһы буйынса Ҡытай Халыҡ Республикаһына ҡараған, әммә бар көсөнә Ҡытай составына инеүҙән баш тартып ҡырталашҡан һәм БМО тарафынан да танылыу ала алмаған бәләкәй генә Тайвань тигән дәүләт-утрау хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Бик башлы халыҡ йәшәй, ахырыһы, унда, сөнки тап ошо ил ярымүткәргестәр етештереү буйынса донъя лидеры булып танылған. Чиптар етештереү өсөн "сеймал"ды Тайвань Рәсәйҙән ала. Шуға ҡарамаҫтан, бынан ике йыл элек Тайвань властары Рәсәй менән Белоруссияға чиптар ебәреүҙе тыйғайны, бөгөн килеп улар Рәсәй менән Белоруссияға 77 атамала сығарылыусы станоктар ебәреүҙе лә туҡтатырға ҡарар итте.
Тағы бер ҙур булмаған, ләкин Европалағы ил - Молдавияла президент һайлауҙары булып үтте. Ил эсендәге тауыштар һөҙөмтәһе буйынса элекке генераль прокурор Александр Стояногло алға сыҡҡан булһа ла, ғәмәлдәге президент Майя Санду ситтә йәшәүсе диаспора иҫәбенә һәм Евросоюз ҡурсалауы арҡаһында үҙ вазифаһын һаҡлап ҡалды. Төртмә теллеләр әйтеүенсә, был үҙ илендә еңелеп, сит тауыштар иҫәбенә президент булған тәүге кандидатура. Уның үткәргән сәйәсәте билдәле: Санду Рәсәйгә ҡаршы эшләүҙе һәм Украинаға ярҙамды дауам итәсәк. Илдәге оппозиция иҫке яңы президенттың Молдавияны Румыния менән берләшеүгә килтереүенән хәүефләнә, сөнки Санду Румыния гражданы ла булып тора. "Киләсәк образы" телеграм-канал белдереүенсә, властарҙың элекке президент файҙаһына күрәләтә закон боҙоуҙарға юл ҡуйыуы ла һайлауҙар һөҙөмтәһен хәл итте. Был да күп нәмә хаҡында һөйләй...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.24 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru