«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ДӘ АЛДАНА ЯҘҘЫМ...
+  - 


Кесаҙна көндө телеграм-каналдағы аккаунтынан Мәскәүҙәге бер ҙур вазифалы танышым, Рим Рәмил улы тип алайыҡ, сәләм бирҙе. Сәләменә "Шөкөр" тип яуапланым да, башҡаса был каналға инмәнем.

Икенсе көнөнә был танышым "Һеҙ минең смс-ты уҡынығыҙмы ул?" тигән сәләм ебәрҙе. Ул кисәгеһен тағы "Һөйләшеп алырға ине", тип яҙып ҡуйған булған икән. "Мин был каналға бик инмәйем шул, шуға һеҙҙең хәбәрҙе күрмәгәнмен", тип яуап бирҙем. Танышым артабан яҙа: "Ошо көндәрҙә шәхси йомош менән Мәскәүҙәге Федераль именлек хеҙмәтендә (ФСБ) булдым. Беҙҙең Башҡортостандағы йәмәғәт ойошмалары ағзаларына, шулай уҡ һеҙгә лә һорауҙары бар. Саҡыртып һөйләшәсәктәр, тинеләр. Зинһар, етди ҡарағыҙ был хәлгә. Ошо көндәрҙә һеҙгә шылтыратырҙар".
Тағы ниҙәрҙер яҙыштыҡ. Мин - башҡортса, танышым русса яҙа. Ул саҡта гел башҡортса аралашҡан танышымдың русса смс-ына иғтибар ҙа итмәгәнмен. "Телефон аша һөйләшмәйек, яҙышырбыҙ", тигән һүҙе булғас, шылтыратырға уйламаным да хатта...
Шулай итеп, шәмбе көндө мин руль артында ауылға китеп барам. Һәр ваҡыттағыса, сит-ят номерҙарҙан шылтыратыусыларға яуап бирмәйем. Ауылға ҡайтып етеп, шылтыратыуҙарҙы ҡарап ултырғанда ғына иғтибар итә ҡуйҙым: телеграм-каналдан Максим Холод тигән кеше бик күп тапҡырҙар шылтыратҡан. Исем-шәрифе алдында Федераль именлек хеҙмәтенең ҡып-ҡыҙыл гербы ла тора.
Ул арала булманы, был номерҙан тағы шылтыраталар. Мин телефонды ала һалам. Ир-егет тауышы.
- Һеҙгә Мәскәүҙән Федераль именлек хеҙмәтенән шылтыраталар. Һеҙгә Рим Рәмил улы (баяғы танышымдың исемен әйтә) минең шылтыратыу тураһында әйткәйнеме?
- Эйе, смс ебәргәйне. Ниҙәр булып китте?
- Бына Рим Рәмил улы беҙгә мөрәжәғәт итте. Украинаның махсус хеҙмәттәре ошондай юғары вазифалағы кешеләрҙе, үҙҙәренең яғына ауҙарырға теләп, көн-төн эҙәрлекләйҙәр, Рим Рәмил улы тураһында ла төрлө уйҙырмалар тараталар. Бына шуға ла беҙ уның әйләнә-тирәһендәге, ул аралашҡан кешеләрҙе, йәмәғәт ойошмалары ағзаларын тикшерәбеҙ. Һеҙ Рим Рәмил улы менән ниндәй мөнәсәбәттә? Уны кем эҙәрлекләргә мөмкин тип уйлайһығыҙ?
- Һәйбәт мөнәсәбәттә. Ғөмүмән, уны эҙәрлекләүселәрҙе беҙҙең башҡорт йәмәғәтселеге араһынан эҙләү дөрөҫ түгелдер ул. Беҙҙең халыҡ араһында Украина менән хеҙмәттәшлек итеүселәр булыуы мөмкин түгел! Унда беҙҙең балалар үлә...
- Уныһы шулай. Ләкин беҙ тикшерергә, асыҡларға тейеш. Унан һуң, һеҙҙең үҙегеҙгә лә беҙҙең һорауҙар бар. Һеҙҙең счетығыҙҙан Украина милләтсеһе Богдановҡа аҡса күсерелгән, тигән мәғлүмәт бар беҙҙә.
Мин ҡысҡырып уҡ ебәрәм:
- Нимәәә?
- Эйе, бына документтар минең алдымда ята. Уларҙы һеҙҙең үҙегеҙгә ебәрермен. Танышып сығығыҙ. Һеҙ ундай кешене беләһегеҙме?
- Белмәйем, әлбиттә! Бер кемгә лә бер ниндәй ҙә аҡса ла күсермәнем! - тинем ҡәтғи итеп. - Бына һеҙ аңлатығыҙ әле, кешенең счетына инеп, нисек аҡса күсереп була һуң ул?
- Быны банк хеҙмәткәрҙәре эшләй ала. Бына әле беҙ банктарҙағы Украина милләтселәре менән бәйләнештә булған кешеләрҙе асыҡлайбыҙ. Һеҙҙең счет буйынса ла тикшеренеү бара. Беҙ ул кешеләрҙе тотасаҡбыҙ.
Мин асыуымдан ни эшләргә белмәй, мутлашыусыларҙы әрләйем. Йәнәһе, ниңә улар беҙҙең һымаҡ бюджетниктарҙы, пенсионерҙарҙы талай? Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре нимәләрҙер аңлата. Һәм төп һорауға күсә.
- Ә һеҙ ниндәй банктар менән файҙаланаһығыҙ?
- Эш хаҡын Һаҡлыҡ банкы, пенсияны Уралсиб аша алам.
- Эйе, был банктарҙа ла Украинаға эшләүсе хеҙмәткәрҙәр булыуы ихтимал. Тикшерәбеҙ, эҙҙәренә төшөргә тейешбеҙ.
- Банктар беҙҙең һымаҡтарҙың нимәһен таларға тейеш һуң инде! Беҙ эш хаҡынан эш хаҡына йәшәгән бюджет хеҙмәткәрҙәре. Эш хаҡы алабыҙ ҙа, йәшәү ихтыяждарына тотоноп бөтөп, икенсе эш хаҡын көтәбеҙ...
- Ә бына Уралсибтағы счетығыҙҙа хәҙер һеҙҙең 2 миллион һум аҡса ята.
- Нимәәәә?- тип тағы ҡысҡырып ебәрәм.
- Ул һеҙҙең аҡсағыҙ түгелме? Уны ла бына Украинаға күсерергә йыйыналар. Беҙгә тиҙ генә был счетҡа арест һалырға кәрәк. Ул 2 миллион һум аҡса эсендә һеҙҙеке нисә һум?
- 300 мең самаһы барҙыр...
- Һеҙҙең ошо 300 мең һум аҡсаны ҡалдырып, ҡалғанына арест һалабыҙ. Был турала һеҙгә Өфөләге Федераль именлек хеҙмәтенән аңлатырҙар, шылтыратырҙар... - шулай тине Максим Холод атлы егет һәм һүҙен "Честь имею!" тип тамамланы... Мин ауылда бер-ике сәғәт булдым да, Өфөгә юлға сыҡтым. Стәрлегә етер алдынан миңә тағы ҡыҙыл герблы Федераль именлек хеҙмәтенән Роман Чернов шылтырата. Быныһы видеобәйләнешкә сыҡты. Папкалар өйөлөп ятҡан ҙур өҫтәл артында ултырған йәш кешенең артында ҙур ҡыҙыл герб һүрәте эленгән. Роман мине лә видеоны тоҡандырырға саҡырҙы, беҙҙең һөйләшеү яҙыласаҡ, тип иҫкәртте. Быныһы оҙон-оҙаҡ һөйләшеп торманы, һүҙен ҡыҫҡа тотто.
- Максим әйткәндер инде. Һеҙгә тиҙ генә, бөгөн үк, Уралсибтағы аҡсағыҙҙы алырға кәрәк.
- Мин юлда. Банк ябылғансы, Өфөгә ҡайтып етеп өлгөрмәйем, - тим.
- Әле һеҙ ниндәй урында?
- Стәрлетамаҡҡа инәм.
- Стәрлетамаҡтағы Уралсиб Совет урамында урынлашҡан. Хәҙер һеҙ шунда барығыҙ.
- Мин Стәрлетамаҡта бөтөнләй йөрөй белмәйем.
- Навигаторығыҙҙы тоҡандырығыҙ.
- Навигатор менән ҡулланмайым. Мин өлкән кеше бит инде.
- Улайһа, мин һеҙҙе үҙем алып барам. Әйҙәгеҙ. - Ул телефон аша урамдарҙы атай, мин ул әйткән юлдан барам, боролам, тағы боролам. Үҙем һөйләшеүҙе дауам итәм:
- Беҙ бит өлгөрмәйбеҙ, банктың ябылыуына ярты сәғәт кенә ваҡыт ҡалды.
- Бер минут ҡалһа ла, улар һеҙҙе хеҙмәтләндерергә тейеш. Тик унда бер кемгә бер нәмә лә аңлатмағыҙ. Аҙаҡ һеҙҙең аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә һалырбыҙ.
- Ә мин уны башҡаса банкҡа һалмайым...
- Һалмаһағыҙ, ул талау булып иҫәпләнәсәк.
- Бәй, нисек талау булып иҫәпләнә ул? Минең аҡсалар ҙа баһа улар!
Шул саҡ күңелдә ниндәйҙер шик барлыҡҡа килгәндәй була һәм мин:
- Ҡара әле, Роман, һеҙ мутлашыусылар һымаҡ ҡыланаһығыҙ, банктан аҡсаны алыуҙы тиҙләтәһегеҙ. Һеҙ мутлашыусы түгелме?
- Һеҙ мине бик ныҡ мыҫҡыл иттегеҙ, - тип үпкәләүен белдерә был. Ә мин үҙемде Федераль именлек хеҙмәте кешеһен мыҫҡыллап ултырам һымаҡ итеп тойоп, унан ғәфү үтенәм...
Шулай итеп, банк ябылыуға 10 минут ҡалғанда мин Уралсиб банкы алдына барып туҡтайым. Роман тағы ла берәү менән дә һөйләшмәҫкә, аралашмаҫҡа ҡушып, һуңыраҡ бәйләнешкә сығырбыҙ тип, трубканы һалып ҡуя. Ул мәлгә мин банкҡа инмәҫкә, аҡсаны алмаҫҡа, ә был егеттәргә "Өлгөрмәнем" тип әйтергә ниәтләгәйнем инде. Шул саҡ ҡылт итеп башыма банкта эшләгән ейәнсәремә шылтыратырға тигән уй килде. Минең хәбәрҙе ишеткән ейәнсәрем ҡысҡырып уҡ ебәрҙе хатта:
- Олатай, былар мутлашыусылар бит! Кисекмәҫтән машинаңды бор ҙа, юлыңды дауам ит!
- Һуң улар Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре бит! Улар хаҡында Рим Рәмил улы иҫкәртте бит!
- Ә һин Рим Рәмил улына шылтыраттыңмы? Шылтырат тиҙ генә!
Үҙем машинамды Өфө яғына борам, үҙем Рим Рәмил улының телефон номерҙарын йыям. Ул яуап бирмәй. Ике ауыҙ һүҙ менән хәлде аңлатып, смс ебәрәм. Шул арала теге Федераль именлек хеҙмәте егеттәре алмашлап, туҡтауһыҙ минең телефонды ҡыҙарта. Мин телефонды алмайым. Һүндереп тә ҡуймайым. Рим Рәмил улынан шылтыратыу көтәм. Телефон шылтырауы аҫтында ярты сәғәттәй юл үткәс, ниһайәт, Рим Рәмил улынан шылтыратыу.
- Сабир ағай, һин дә ҡаптыңмы ни мутлашыусылар ҡулына? Ялған аккаунттан минең исемдән ебәрелгән смс-тарға күптәр эләгә яҙҙы. Ярай әле улар ваҡытында миңә шылтыратты? Аҡсағыҙҙы ебәреп өлгөрмәнегеҙме?
- Аллаға шөкөр, юҡ!
- Уларҙың телефондарын тиҙ генә юйып ташлағыҙ. Бәйләнешкә инмәгеҙ!..
...Бына шундай хәл булды минең менән дә. Шул көндө, улар башлыса шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә әүҙемләшәләр икән, Башҡортостан кешеләре 29 миллион аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән, тигән мәғлүмәт булды. Йәнәһе, Федераль именлек хеҙмәтенән, йә Эске эштәр министрлығынан шылтыраталар, һинең счетың ярҙамында кредит алалар, йә һинең счетың ярҙамында Украинаға аҡса күсерәләр, тигәнерк мәғ-лүмәт әйтеп, кешене бик тиҙ албырғаталар. Был мутлашыусыларҙың бик оҫта алдаҡсылар, талантлы арбаусылар икәнен бына шулай үҙемдең миҫалымда белдем. Алданыуы бик тиҙ икәнен хәҙер беләм. Шуға ла аныҡлап яҙҙым. Алданмағыҙ!

Сабир ХӘКИМЙӘНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.24 | Ҡаралған: 86

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru