Урам исемдәренең төрлөлөгөнә иҫ китерлек. Ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле булғаны ла, билдәле кеше исемен йөрөткәне лә һанап бөткөһөҙ. Шулай уҡ төрлө илдәрҙә башҡа төбәктәрҙең йәки ҡалаларҙың исемен үҙ иткәндәре лә йыш осрай. Ундайҙар исемлегенә Башҡорт атамалы урамдарҙы, тыҡрыҡтарҙы ла индереп була.
Бындай исемде йөрөткән урамды эҙләп алыҫ йөрөйһө түгел. Үҙебеҙҙең Өфөлә лә Башҡорт урамы бар. Ул Алексеевка ҡасабаһында урынлашҡан һәм Әкиәт урамынан алып Тоғролоҡ урамына тиклем һуҙыла. Шулай уҡ Алексеевкала Башҡорт тыҡрығы барлығын да оноторға ярамай. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла Башҡорт урамы буйлап үтергә мөмкин. Әлбиттә, был исемлек тулы түгелдер һәм республика исемен йөрөтөүсе урындар һаны күберәктер. Шулай ҙа Башҡортостанда бындай исемле урам һәм тыҡрыҡтарҙың булыуына аптырарға түгел, ә бына Рәсәйҙә һәм хатта сит илдә башҡорт атамаһын йөрөткән урындарҙы күреү ҡыҙыҡ күренеш. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Ростовтағы Дон, Пермь, Волгоград, Ҡаҙан ҡалаларында нәҡ ошондай исем йөрөткән урамдар бар икән. Шулай уҡ Ҡаҙағстандың Алматы, Украинаның Харьков, Донецк, Краматорск һәм Днепропетровск ҡалаларында ла урамдарына Башҡорт исемен биргәндәр, рәхмәт яуғырҙары.
Элекке СССР киңлектәрен ҡалдырып, сит илдәргә лә күҙ һалайыҡ, сөнки алыҫ ҡитғаларҙа ла беҙҙең республика исемен йөрөтөүсе урындар байтаҡ. Мәҫәлән, әгәр ҙә кемгәлер Американың Калифорния штатында урынлашҡан Эльк-Гроув ҡалаһына барырға тура килһә, мотлаҡ рәүештә Башҡорт урамын күрмәйенсә китмәгеҙ! Шулай уҡ ошо уҡ штаттың Корона ҡалаһында һәм Американың иң ҙур ҡалаларының береһе - Лос-Анджелеста ла Башҡорт урамы, ә Төньяҡ Каролина штатындағы Браунс Саммит ҡалаһында Башҡорт тыҡрығы бар.
Әйтергә кәрәк, Башҡорт атамаһын Америка ғына түгел, ә алыҫ Англия ла үҙ итә. Был илдең картаһында ла Башҡортостандың бәләкәй генә өлөшөн табырға була. Мәҫәлән, Вестбери ҡалаһында Башҡорт шоссеһы буйлап машинала елдерергә мөмкин. Шәп бит!
Ә эҫе Эфиопияла йәки алыҫ Иранда башҡорт йә Башҡортостанды иҫләткән берәй урынды табып булырына ышанаһығыҙмы? Ышанырға тура килер, сөнки Эфиопияла Өфө ҡалаһы, ә Иранда Салауат ауылы бар. Салауат атамаһын хатта Ерҙә генә түгел, ә сикһеҙ-ҡырыйһыҙ йыһан киңлегендә лә осратырға мөмкин. Мәҫәлән, Марс һәм Юпитер планеталары араһында 1979 йылда Бельгия астрономы тарафынан асылған Салауат астероиды өйрөлә.
Шулай итеп...
Алыҫ илдәрҙә төрлө телдә беҙҙең күңелдәргә яҡын һәм ҡәҙерле "башҡорт", "Башҡортостан", "Өфө", "Салауат" һүҙҙәренең яңғырауы шатландыра. Тик ошо урында Башҡортостан ғына түгел, хатта Рәсәй хаҡында әҙ хәбәрҙар булған сит ил вәкилдәренең беҙҙең республикабыҙ, баш ҡалабыҙ һәм милли батырыбыҙ исемен йөрөткән атамаларҙы ҡулланылышҡа индереүе нисек килеп сыҡты икән тигән һорауҙың тыуыуы тәбиғи. Был ҙур тикшереү талап иткән ҡыҙыҡлы тема һәм ҡасан да булһа уны өйрәнеүсе һәм аныҡлаусы табылыр, тип ышанғы килә.
Гөлназ МАНАПОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|