«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛ ЙЫРЛАРҒА ЯРАТТЫ...
+  - 


7 октябрҙә арҙаҡлы милләттәшебеҙ, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, "Ғәлиә" химик таҙартыу предприятиеһының элекке генераль директоры Фәсхетдинова Рәйлә Ғариф ҡыҙы оҙаҡ ауырыуҙан һуң 78 йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.
2014 йылда күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов менән берлектә "Башҡортостандың аҫыл заттары" серияһында уның хаҡында "Рәйлә Фәсхетдинова" тигән документаль повесты китап итеп баҫтырғайныҡ. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында совет осоронда төҙөлгән барлыҡ предприятиелар замана һынауын күтәрә алмай ябылған, юҡҡа сыҡҡан саҡта "Ғәлиә" химик-таҙартыу предприятиеһы Италияның "Фирбиматик" фирмаһы технологияһы һәм ҡоролмалары нигеҙендә Халыҡ-ара ИСО 9001 - 2000 сифат менеджменты ала, "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары", "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" конкурстарында еңеүсе була. Тап ошо кимәлгә күтәрелеү генә уға Европаның химик таҙартыу ассоциацияһына инеү хоҡуғы бирә. "Ғәлиә" Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда халыҡҡа хеҙмәт итеүсе иң яҡшы предприятие булып китә. Рәйлә Ғариф ҡыҙының вафатына 40 көн уңайынан шул китаптан бер өлөш тәҡдим итәбеҙ.

Юл саттарында

Рәйлә Ғариф ҡыҙының тормош юлын күҙ алдынан үткәргәндә беҙ юл саттарына йыш барып төртөләбеҙ. Ғөмүмән, уның бәләкәйҙән атаһы менән әсәһе кеүек йырға, халыҡ ижадына булған һөйөүе ҙур сәнғәт юлына алып килеренә лә ишаралай. Әммә был йәһәттән ҡыҙ үҫмер сағында уҡ һынылышлы аҙым яһай һәм шул йүнәлеш Рәйлә Фәсхетдинованы беҙ бөгөн белгән "Ғәлиә" химик таҙартыу предприятиеһы генераль директоры вазифаһына алып килә лә инде. Рәйлә Ғариф ҡыҙы тормошоноң был мәлдәре хаҡында түбәндәгесә хәтерләй:
- Атайыбыҙ бөтә кеше менән дә уртаҡ тел таба белгән. Ярҙамсыл булған, барыһына ла хәленән килгәнсе ҡул һуҙырға тырышҡан. Беҙ уның "Уҡырға!" тигән васыятына тоғро ҡалдыҡ. Әсәйебеҙ ҙә беҙҙән шуны талап итте. Беҙҙең Әптек ауылында дүрт кенә йыллыҡ башланғыс мәктәп булғас, абзыйым унынсыны 18 саҡрымдағы Этҡол мәктәбенә йөрөп тамамланы. Апайым артабан Әхмәр урта мәктәбендә уҡыны. Мин етенсене Сәлих мәктәбендә тамамланым. Апайым етенсене бөткәс, һигеҙенсегә мине Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға ебәргәйне. Өйҙә иркәләнеп үҫкәс, ундағы шарттарға күнә алмай, бер йыл уҡыным да Өфөнө ташлап ҡайттым да киттем. Артабан класташтарым уҡыған Салауат профтехучилищеһының төҙөүселәр әҙерләй торған бүлегенә барып индем. Унда штукатур-маляр һөнәрен алғас, шул уҡ ҡалала төҙөүсе булып, хеҙмәт биографиямды башланым. Шулай итеп, мин үҙемдең яҙмышымды боҙҙом. Аҙаҡ Коканд ҡалаһындағы нефть техникумына барып индем...
Шуныһы ҡыҙыҡ, яҙмышының ошо һынылышлы мәлен иҫкә алғанда Рәйлә Ғариф ҡыҙы "яҙмышымды боҙҙом" ти, ә "борҙом" тимәй. Ә бит тормошта шулай ҙа була: ҡайһы саҡтарҙа боҙоу - бороуға, бороу - боҙоуға тиң булыуы ла бар. Урынлы һорау тыуа: үҙебеҙҙә бөткәнме ни нефть техникумдары һәм институттары, ниңә ул фәҡәт Урта Азияға барып сыҡҡан һуң? Яуабы ябай ғына: еҙнәһен, нефть институтын тамамлағандан һуң, ул саҡта мәжбүри һаналған йүнәлтмә буйынса Урта Азияға ебәрәләр. Ул йылдарҙа бик күп башҡорт һәм татар Урта Азияны, бигерәк тә Ташкентты "икмәкле ҡала", "бәхет иле" тип атап, шул яҡтарға ағыла. Коканд ҡалаһына еҙнәһе менән апаһы артынан Рәйлә лә күсеп китә. Тик яңғыҙы түгел, ғаиләһе - ире һәм улы менән. Сөнки был ваҡиғаларҙан күпкә алдараҡ, Стәрлетамаҡта саҡта уҡ, Рәйләнең тормошонда тағы ла ҙурыраҡ үҙгәрештәр була. Ул белорус егете Иван Петрович Якута менән таныша һәм уға кейәүгә сыға.
Һуғыштан һуң тыуымдың аҙ сағы. Армияға һалдаттар ҙа етешмәй. Тап шул сәбәпле йәштәрҙе радиотелеграфист-радиотелефонист һөнәрҙәрен үҙләштерегә саҡырыуҙар йышая. Курсанттар офицер йорттарында йәшәй. Шул уҡыуҙарға һәм эшкә йөрөгән саҡта таныша йәштәр. Иван Рәйләгә бер күреүҙә ғашиҡ була. Ул ҡыҙ йәшәгән бүлмә янына килә лә, ишек янында баҫып тик тора. Белорус егете башҡорт ҡыҙын ябайлығы, кешегә һуңғы күлдәген һалып бирергә әҙер булған йомартлығы менән арбай.
Сәстәре-сәскә бәйләнгәс, белорус егете уны үҙенең тыуған яғына, Витебск ҡалаһына алып ҡайта. Ҡала янындағы ауылда йәшәүсе Ивандың ата-әсәләре уларҙы бик яҡшы ҡаршылай. Улар Витебскиҙа ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй башлай. Шунда өлкән улдары Эдик тыуа. Күпме генә тырышып, эҙләп ҡарамаһындар, был ҡалала тормоштарын артабан яйлау, фатир алыу, яҡшы эшкә урынлашыу мөмкинлеген тапмай улар.
Отпускыға тип Башҡортостанға ҡайтҡан сағында Урта Азиянан Рәйләнең апаһы менән еҙнәһе лә ялға ҡайтып төшәләр. Рәйлә Ғарифулла ҡыҙының Урта Азияға сығып китеүе фәҡәт Витебскиҙа тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн перспективаның булмауынан килеп сыға. Бында ла, әлеге лә баяғы, "юл саты" принцибы. Урта Азияла йәшәгәндә Рәйлә Ғариф ҡыҙы Коканд нефть техникумына уҡырға инә. Апайҙары Башҡортостанға ҡайтып киткәнсе ул техникумдың ике курсын тамамлап өлгөрә. Артабан, һау бул, Урта Азия, аҡ мамыҡтар һәм эҫе йәйҙәр иле! Һаумы, Салехард! Тик Салехардмы? Тәүҙә улар Салехардҡа барырға ниәтләнә, унда йәштәргә фатир ҙа вәғәҙә итәләр. Улар әйберҙәрен дә шунда оҙаталар хатта һәм унда киткәнсе Белоруссияның Витебск өлкәһенә иренең тыуған ауылына ҡайтып килергә булалар. Тап шул мәлдә Ивандың Калининградта йәшәгән ағаһы ла ҡайтып төшә. Һүҙ артынан һүҙ сығып, ағаһы уларҙы Калининградҡа килергә өгөтләй һәм күндерә. Йәштәр Салехардҡа ебәргән әйберҙәрен кире алдыртып, Калининградҡа юллана. Уларға был ҡалала дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә бирәләр. Шул бүлмәлә йәшәгәндә уларҙың ҡыҙҙары Лилиә тыуа.
Бәлки, Рәйлә Фәсхетдинованың тормошондағы ошондай әллә ни әһәмиәте булмаған бәләкәй деталдәргә иғтибар ҙа бирмәҫкә мөмкин булыр ине. Әммә бында уның артабанғы яҙмышы, әлеге лә баяғы - "юл саты" принцибы хәл ителә. Юлдың бер сатында - Салехард, икенсеһендә - Калининград. Әммә барлыҡ юлдар ҙа тыуған яҡҡа илтә...

Париждарҙы яулау еңелерәк...

1973 йылда Якуталар ғаиләһе Башҡортостанға ҡайта. Ҡайҙа ғына барһаң да, иң тәүҙә йәшәр урын, фатир талап ителә бит инде. Был маҡсатҡа ирешер өсөн улар Советтар Союзының әллә нисәмә урынында булырға өлгөрә. Барыбер ҙә, ҡаҡһа ла, һуҡһа ла, тыуған яҡҡа ни етә! Әмәлгә ҡалғандай, Рәйләнең Дәүләт именлеге комитетында эшләгән ағаһы Наилды ғаиләһе менән биш йылға Германияға ебәрәләр. Үҙҙәренә фатир юллағансы, уларҙың фатирында ла йәшәп торорға була. Улар үҙ янына йәшәргә ауылдан Рәйләнең әсәһен дә алып киләләр. Шул арала Рәйлә Кокандтағы уҡыуын да дауам итә, сессияларға йөрөп, имтихандарын тапшырып, диплом алыуға өлгәшә.
Был ваҡытта инде ул аҙаҡ барлыҡ тормошоноң оло мәғәнәһенә әүерелер тармаҡта - химик таҙартыу предприятиеһында эшләй башлай. Предприятиеның генераль директоры уларға ике йылдан фатир бирергә вәғәҙәләй. Вәғәҙәгә бер, ике... биш йыл үтеп китә. Был ваҡытта инде Наил ағаһы Германиянан оҙайлы командировканан ҡайтып төшә, ә былар инде ике бала менән урам ҡыҙырырға мәжбүр.
Якуталар ғаиләһе билдәһеҙлек алдында ҡала. Билдәһеҙлек яңғыҙлыҡ кеүек үк ауыр халәт. Уны кисергән кеше генә аңлай, белә. Ире Рәйләгә Норильск ҡалаһына эшкә һәм йәшәргә китергә тәҡдим итә. Ишетеүенсә, унда фатирҙы ла шундуҡ бирәләр, эш хаҡы ла яҡшы икән. Ҡыҫҡаһы, улар ул мәлдә шул ҡалаға барһалар, йәнәһе, бер юлы барлыҡ мәсьәләләрен дә хәл итәләр булып сыға.
Тағы ла "юл саты"нда тороп ҡала Рәйлә Ғариф ҡыҙы. Билдәһеҙлеккә китергәме, әллә Өфөлә тороп ҡалырғамы? "Әллә Бохар китергә, әллә донъя көтөргә", тигән һымаҡ. Шул рәүешле күпме донъя ҡыҙырып йөрөргә була һуң?
Беҙҙең башҡорт кешеһенә донъялағы теләһә ниндәй ҡаланан да, теләһә ниндәй илдән дә ауырыраҡ шул Өфөнө яулауы. Парижды яулау түгел шул Өфөнө алыу. Атай-олатайҙарыбыҙға Парижды яулауы күпкә еңелгә төш-кәндер, бәлки? Уның ҡарауы, сит тарафтар башҡорттар тарафынан анһатыраҡ яулана. Әллә сит яҡтың түрәләре беҙҙең халыҡтың вәкиле кире тыуған яғына ҡайта күрмәһен тип юрый эшләй быны. Хәйер, был һорауға әле лә яуап табылмаҫтыр.
Рәйлә Ғариф ҡыҙы оҙаҡ уйлап та тормаҫтан, тыуған яғында тороп ҡалырға ҡарар итә. Берҙән, ул ире менән бергә китһә, биш йыл буйы бер урында эшләп, фатирға сиратта торған лимитын юғалтасаҡ, икенсенән, тыуған яғына тартыу көсө уның ҡанына ата-олаталарының аманаты булып яҙылған. Ҡыҫҡаһы, ҡатын Өфөлә тороп ҡалып, ике балаһы менән химик таҙартыу предприятиеһында ҡуна-ятып эшләй башлай. Ире иһә, фатир һатып алыр өсөн "оҙон аҡса" эшләргә тигән маҡсат менән бер үҙе Норильскиға юллана. Ул был ҡалала оҙаҡ та эшләй алмай, яман шеш сиренә тарый.
Файҙалы ҡаҙылмаларҙы өйрәнеү буйынса геолог һөнәре ала Рәйлә Фәсхетдинова. Ҡулына дипломын алғас та, ул фәнни-тикшеренеү институтына бара. Уны эшкә алырға булалар. Тик был эше командировкаларға, йәғни нефть ятҡылыҡтары урындарын өйрәнеүгә бәйле булып сыға. Эдуардҡа - биш, Лилиәгә ике йәш. Оҙайлы командировкаларҙа уларҙы ҡайҙа, кемгә ҡалдырырға һуң? Тимәк, бындай хеҙмәт шарты уның диплом буйынса һөнәрен башҡарып йәшәү мөмкинлеген юҡҡа сығара. Химик таҙартыу предприятиеһында эшләһәң, балаларың менән бергә булырға мөмкин.
Тәүҙә ул Өфөнөң Пархоменко урамындағы химик таҙартыу предприятиеһына өлкән ҡабул итеүсе булып эшкә урынлаша. Ике айҙан һуң уны ҡаланың Ленин, Киров, Дим райондарын, Совет районының яртыһын хеҙмәтләндереүсе участкаға алалар. Аҙаҡ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелгәс, 1980 йылда әле эшләгән урынға күсә.
Ҡыҫҡаһы, ошондай шарттарҙа Рәйлә Ғариф ҡыҙы химик таҙартыу предприятиеһына килеп юлыға. Бер яҡтан ҡарағанда, был хәл осраҡлы ла кеүек, әммә һәр бер осраҡлылыҡтың нигеҙендә законлылыҡтың да булғанлығын оноторға ярамайҙыр. "Юл саты" Рәйлә Фәсхетдинованы ғүмере буйы оҙата килә, тап шул ике, өс мөмкинлелектең иң ҡулайын һайлауы һөҙөмтәһендә беҙ донъя кимәлендә "Йыл директоры" дәрәжәһен яулаған Рәйлә Ғариф ҡыҙын беләбеҙ ҙә инде.

Ҡатын-ҡыҙ етәксе

"Ҡатын-ҡыҙ һәм етәксе. Һеҙ ошо ике мөһим вазифаны нисек итеп уңышлы яраштыра алаһығыҙ?" - тигән һорауға "Ғәлиә" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Рәйлә Фәсхетдинова шулай яуап биргәйне:
- Был ике төшөнсәне бер нисек тә ҡапма-ҡаршы ҡуйырға кәрәкмәйҙер, минеңсә. Балалары менән татыу, үҙ-ара аңлашыу тапҡан ҡатын-ҡыҙ, етәксе булған хәлдә лә, эшен тотороҡло ғаиләһе нигеҙендә ҡора алалыр. Балаларын ҡарап үҫтерә алмаған, еңел-елпе, ялҡау ҡатын-ҡыҙ ҙа аҙ түгел был тормошта. Ә бит ундайҙар яҡшы етәксе була алмай. Яҡшы ғына түгел, ғөмүмән, етәксе була алмай...
Етәксе тигәндә, беҙ һәр ваҡыт ниндәйҙер ойошманың, предприятиеның етәксеһен күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ. Балаларын тәрбиәләүсе һәр әсә лә шулай уҡ етәксе. Шулай уҡ һәр бер уҡытыусы ла, директор йә директор урынбаҫары булмаһа ла, шундай уҡ етәксе статусына эйә. Сөнки ул да атай-әсәне мәктәптә ваҡытлыса алмаштырып тороусы тәрбиәсе. Бында уҡытыусы менән атай-әсәләрҙең бер-береһен аңлап эш итә белеүе тәрбиәнең ыңғай һөҙөмтәһенә килтерәсәк.
- Балаларым мәктәптә уҡыған ваҡытта ла төрлө хәлдәр булды: күреп торам, уҡытыусы дөрөҫ эшләмәй. Әммә, нисек кенә булмаһын, уҡытыусыға һүҙ тейҙермәйем, - тип хәтерләгәйне Рәйлә Фәсхетдинова. -Балаларыма уҡытыусы насар булыуы мөмкин түгел, тип ипләп кенә аңлатам. Әгәр ҙә мин дә уҡытыусыны, балаларға эйәреп, хурлау юлына баҫһам, минең балаларҙың да уҡыуға, мәктәпкә, ғөмүмән, белем алыуға мөнәсәбәте үҙгәреүе мөмкин. Был осраҡта инде балаңдың алдына ниндәй генә әҙерлекле һәм камил уҡытыусы сығып баҫмаһын, уның күңелендә формалашып өлгөргән уҡытыусының кире образы үҙ эшен эшләйәсәк. Йәғни, бала уҡытыусылар барыһы ла шулай була икән тип уйлаясаҡ. Был йәһәттән баланың төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуында беренсе нәүбәттә ата-әсә яуаплы. Ә уҡытыусыға килгәндә инде, ул ата-әсә юҡ саҡта уларҙы алмаштырыусы ғына.
Әгәр ҡатын-ҡыҙ ғаиләһен, балаларын дөрөҫ юлдан алып бара белә икән, тимәк, етәксе булып та уңышлы эшләй аласаҡ, тигән һүҙ. Тәжрибә менән киләлер был: эш урынында ла тәртип булыуын яратам. Эшкә алған ваҡытта кемдең ниндәй хеҙмәткәр булырын алдан күреп-белеп торам. Үҙ эшен белеп, еренә еткереп эшләгән кешеләргә ҡырын бер һүҙ ҙә әйтеп булмай. Ә инде ғәйбәт һөйләп, кеше араларын бутап йөрөгәндәрҙе эштә тотмайым...

Бер үҙе ун иргә торорлоҡ

"Эшем еңелдән түгел. Бәхетле ҡатын булып өйҙә ултырғым, ял иткем, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән бергә булғым килә, тип, ҡул һелтәргә иткән мәлдәр ҙә күп булды. Әммә бер аҙ тынысланғас, эшемде ташлап китеп, тыныс ҡына өйҙә ята аламмы инде, тип, ауырып ятҡан ерҙән дә тороп эшкә юлланам..."
Тормош бер төрлө генә бармай. Көн менән төн алышынып килгәндәй, бәхетле мәлдәр менән бәхетһеҙлектәр, ауыр минуттар менән еңелдәре сиратлап килә. Шулай булырға тейеш тә. Киреһенсә булған осраҡта, әҙәм балаһы бәхетле мәлдәренең ҡәҙерен белә алмаҫ ине. Тормошондағы иң ауыр саҡтарын Рәйлә Ғариф ҡыҙы шулай хәтерләне:
-Иң ауыр сағым - улым Эдиктың 1986 йылда Өфө авиация институтының икенсе курсын тамамлағас, әрмегә алыныуы булды. Бының өсөн имтихандарын махсус рәүештә алдан тапшырттырҙылар. Шул йылдың 9 февралендә атаһы баҡыйлыҡҡа күсте. Ул саҡта Афғанстанда һуғыш бара ине, Чернобылдә авария булғайны. Улымды Одесса өлкәһенең Чернобылдән алыҫ түгел урынлашҡан Балта ҡалаһына алып киттеләр.
Ҡыҙым Лилиә менән "Силәбе-Одесса" поезына ултырып, Эдиктың артынан эйәреп киттек. Хәрби часын барып таптыҡ, командирҙары менән осрашып, уны учебканан һуң тыуған яғына йә Мәскәү тирәһенә хеҙмәткә ебәреүҙәрен үтендек. Учебканан һуң уны бер нисә егет менән Иваново өлкәһенең Кинешма ҡалаһына ебәрҙеләр.
Шул ҡалаға киттем. Эдик хеҙмәт иткән рота химик һаҡланыу ротаһы ине. Ҡыҙыл мөйөштәренә барып инһәм, стеналары тулы фотолар йәбештерелгән. Фотоларҙың аҫтарында: "Чернобылдә шундай-шундай йортто химик яҡтан таҙарттыҡ", - тигән яҙыуҙары бар. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Һуң, командирҙар уларҙы Чернобылгә ебәрмәйбеҙ, тигәйнеләр бит, тип уйлаған булам. Баҡһаң, әрмелә күҙ йәшенә, үтенескә, әхлаҡҡа урын бөтөнләй юҡ икән.
Эдиктың почергы матур. Командирҙар менән тағы ла осрашып, уны роталарына писарь итергә өлгәшә алдым. Аҙаҡтан һалдаттарҙы Афғанстанға, Чернобылгә бөтөнләй ебәрмәй башланылар...
Эдигының әрмелә хеҙмәт итеүен, Чернобыль һәләкәтенән һуң шунда ебәреү ихтималлығын әсә кеше ауыр кисерә. Уйлап ҡараһаң, ире вафат булғандан һуң унан фатир ҙа, мөлкәт тә, аҡса ла - бер нәмә лә ҡалмай. Ҡыҙы Лилиә урта мәктәпте тамамлағас, медицина институтына уҡырға инә. Уға егерме өс йәшенә тиклем ҡараусыһыҙ ҡалған өсөн айына 108 һум күләмендәге пенсия түләнеүен генә иҫәпләмәгәндә, тормошондағы барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы ҡатынға бер үҙенә йырып сығып, барыһын да үҙ ҡулдары менән ҡорорға, йәшәүҙең сығанағы булған донъя малын табырға тура килә.
Өфөлә үҙ мөйөшөңдө табыу, фатирлы булыу уны яулауға тиң ғәмәл булып иҫәпләнә. Хәҙерге заманда фатирҙар бушлай бирелмәһә лә, Өфөнө яулау күпкә еңелләште. Ул сағында фатирҙы ипотекаға алыу ғына түгел, хатта ҡуртымға алып йәшәүе лә үтә ауыр мәсьәлә ине. Фатир алыуҙа Рәйлә Фәсхетдинова Гөлсирә апаһы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында бергә уҡыған дәүләт эшмәкәре Вазифа Хәмит ҡыҙы Байтуринаға рәхмәтле. Улар булмаһа, был мәсьәләне хәл итеүе бик ауырға төшөр ине. Сөнки йылдар буйына сиратта тороп алырға йөрөгән фатирҙы предприятие етәксеһенең икенсе берәүгә бирергә иткәнен белгәс, Рәйлә Ғариф ҡыҙы Вазифа Байтуринанан ярҙам һорай. Уның ярҙамы менән тиҙ арала ордер ҙа ала. Инорста баҡса төҙөргә ер алып, шунда йорт һала башлай...
Рәйлә Ғариф ҡыҙы шәхси тормошона ҡағылған барлыҡ ауырлыҡтарҙы бер үҙе йырып сыға алғаны өсөндөр инде, бер кеше уның хаҡында "Бер үҙе ун иргә торорлоҡ ҡатын!" тигәйне. Әммә шуныһы: Рәйлә Фәсхетдинова был ауырлыҡтарҙы ауырлыҡҡа иҫәпләмәне, оптимист була белде. "Ғәлиә" химик-таҙартыу предприятиеһының генераль директоры булып эшләгән саҡта чиновниктар бюрократияһына ҡаршы көрәштә лә, хатта бер үҙе тотош ведомстволарға ҡаршы торғанда ла ул һәр саҡ үҙенең хаҡлы икәнлеген раҫлап, еңеп сыға алды. Әлеге мәлдә уның улы Эдуард Иван улы әсәһенең мираҫы булған предприятиены ел-ямғырҙан ҡурсалап, уңышлы етәкләп килә...
Рәйлә Ғариф ҡыҙы йырларға яратты. Ҡәҙимгесә итеп. Халыҡсан. Үҙебеҙсә. Ҡыланмай ғына. Рәхәтләнеп. Йыр юҡта йыр булһын тип түгел. Йырламайынса йәшәй алмағаны өсөн. Күңеле тулышҡанға. Моң эсендә йән тыныслығы табыр өсөн. Тапҡандыр...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.24 | Ҡаралған: 69

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru