Өфөлә Башҡортостандың төп символы Салауат Юлаевтың һәйкәлен реставрацияларға әҙерләнәләр. Гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына - ошо эштәргә ҡағылышлы 6 төп һорауға яуап шундай:
Һәйкәлгә нимә булған?
Европалағы иң ҙур атлы һәйкәл, 1967 йылда скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән монумент, яҡынса 40 тонна ауырлыҡтағы 10 метрлыҡ суйын атлы статуянан ғибәрәт. Реставрация проекты икеләтә тарихи-мәҙәни экспертизаны уңышлы үтте. Быйыл октябрҙә Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эште үткәреүгә документацияның дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса акт баҫтырып сығарҙы. Документацияны Ҡаҙандың "ТСНРУ" акционерҙар йәмғиәте эшләне, экспертизаны Санкт-Петербургтың "С.П.Бург һәм партнерҙар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе. Уларҙан күренеүенсә, монумент авария хәлендә һәм реставрацияға мохтаж. Скульптурала ҡойоу элементтарының айырылыуы күҙәтелә, һөҙөмтәлә металл ярыҡтары һәм коррозия барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә лә ярылған урындар бар. Ҡурған ситтәре лә ултырған.
Шулай итеп, һыбайлы скульптураһы ғына түгел, ә йыл һайын йылға яғына шыуышҡан һәйкәл һәм хатта нигеҙе лә ремонт талап итә. Ремонттың оҙаҡҡа һуҙылыуы һәйкәлдең емерелеү хәүефе менән янай.
Нимә эшләргә кәрәк?
Беренсенән, һәйкәлдең эске металл каркасын тергеҙеү кәрәк, ул сереп бөткән һәм авария хәлендә. Икенсенән, скульптураны тәртипкә килтереү мөһим. Боҙолған элементтарҙы тергеҙеүҙән тыш, белгестәр һәйкәлгә 2005 йылда юғалған тарихи ҡараһыу һоро төҫөн ҡайтарасаҡ һәм шулай уҡ юғалған элементты - геометрик биҙәкле сүкелгән бляха формаһындағы күкрәксәне тергеҙәсәк. Өсөнсөнән, скульптура реконструкцияла булған саҡта һәйкәл торған нигеҙҙе капиталь нығыталар, уға тәүге формаһын һәм габаритын ҡайтаралар. Постамент ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер төрлө ҡара шымартылған гранит блоктары менән көпләнә. Былар барыһы ла һәйкәлгә юғалған тарихи үҙенсәлеген ҡайтарасаҡ, ә иң мөһиме, уны киләсәк быуындар өсөн тағы ла тиҫтә йылдарға һаҡлап ҡаласаҡ.
Реставрация нисек үтәсәк?
Юридик процедуралар үткәндән һуң һәйкәлде постаменттан алалар, өлөштәргә бүләләр һәм Өфө райондарының береһендәге оҫтаханаға алып китәләр. Унда бер йыл самаһы эшләйҙәр. Һуңынан һәйкәлде кире алып ҡайталар, йыялар, нығытылған нигеҙгә ҡуялар һәм ул йәнә Башҡортостан халҡын һәм туристарҙы ҡыуандырасаҡ. Ремонт хаҡы 300 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, аҡсаны Өфө бюджеты бүлә.
Һәйкәлде урынынан алмай ғына булмаймы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов аңлатыуынса, был һәйкәлдең эске таяу каркасын алмаштырыу кәрәклеге менән бәйле, ә уға һүтеп алмайынса инеү мөмкин түгел. Икенсенән, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, пъедесталды һәм ҡурғанды реставрациялау кәрәк - эске бетондың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел.
Быға тиклем һәйкәлде реставрацияларға алып киткәндәре булғанмы?
Был бик таралған практика. Сағыу миҫалдарҙың береһе - билдәле "Эшсе һәм колхозсы ҡатын-ҡыҙ" скульптураһын реставрациялау. 2004 йылдың октябрендә һәйкәлде ашығыс рәүештә ремонтҡа алып китәләр, ул ярым емерелгән металл өйөмөнән ғибәрәт була. Скульптураны 40 өлөшкә бүлеп, һәр береһен айырым эшләгәндәр. Реставрациянан һуң Мәскәүҙең төп символдарының береһе яңы постаментҡа ҡуйыла.
Ҡыҙыл майҙанда урынлашҡан Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский һәйкәле лә ошоға оҡшаш юл үтә. Боронғо скульптура халыҡ иғәнәһенә эшләнә, уның өҫтөндә эш хатта 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында ла дауам итә. Ошо уҡ ысул менән 2020 йылда Мәскәүҙә маршал Жуков һәйкәле реставрациялана. Бындай миҫалдарҙы тағы ла табырға мөмкин.
- Цехта һәйкәлде асырға, яҡтыртырға, йылытырға, каркасты ҡарарға, алмаштырырға, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарырға мөмкин. Йәғни оҫтаханала ул бөтә художество үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, тулыһынса тергеҙелә ала. Урамда һауа шарттары ла, башҡа уңайһыҙлыҡтар ҙа йоғонто яһай, - тип аңлата билдәле скульптор, 40-тан ашыу монументаль композиция авторы Салауат Щербаков.
Әммә ошонда "Ватан-әсә саҡыра!" скульптураһын реконструкциялауға ҡағылышлы һорау тыуа. Волгоградта уны бер кем дә һүтеп алманы. Ни өсөн? "Волгоград скульптураһын ремонтлау башлыса тышҡы өлөшөндә үткәрелә. Бынан тыш, скульптураның хәҙер торған урында уҡ бетондан ҡойолоуы ла һүтеүгә ҡамасаулай", - тип һөйләй Салауат Щербаков.
Һәйкәл урынына кире ҡайтарыламы?
Әлбиттә, ҡайтарыласаҡ. Бында борсолорға урын юҡ. Бындай имеш-мимештәрҙе таратыу кемгәлер бик отошло. Был беҙҙең төп иҫтәлекле урын, унда йыл һайын йөҙҙәрсә мең турист килә, бында рәсми саралар үтә. Батыр исеме менән хоккей командаһы, дәүләт ордендары һәм премиялары, ҡала, ауыл, урамдар аталған. Милли гвардия ғәскәрҙәре составында Махсус хәрби операцияла әүҙем ҡатнашҡан батальонға Салауат Юлаев исеме бирелгән. Республикала йыл һайын Салауат Юлаев көндәре билдәләнә, уның сиктәрендә Салауат йыйыны республика фольклор байрамы үткәрелә. 2024 йылдың йәйендә батырҙың тыуған яғында Салауат районында "Салауат ере" тарихи-мемориаль комплексы асылды. Салауат Юлаев - республиканың айырылғыһыҙ символы. Шуға күрә ни өсөн һәйкәлде алырға?
Әйткәндәй...
Өфөлә йәмәғәтсек вәкилдәре, скульпторҙар һәм белгестәр Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау хаҡында һөйләште. Халыҡ араһында таралған төрлө шау-шыуҙы булдырмау, бәхәсле һорауҙарға яуап биреү маҡсатында кәңәшмәлә яңғыраған мөһим фекерҙәр менән уртаҡлашабыҙ.
БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин: "Ултырыш Мәскәүҙә дәүләт экспертизаһы тамамланыу алдынан үткәрелә. Беҙ төп дәүләт экспертизаһы алдынан үҙебеҙҙең позицияны белдереп ҡалдыҡ. Радий Хәбиров шундай бурыс ҡуйҙы: реставрациянан һуң һәйкәл тағы 100 йыл торорға тейеш. Беҙ бөгөн йыйылғандарға һәйкәлдең нисек емерелгәнен, бөтә комплексҡа ремонт кәрәк булғанлығын, постаментын алмаштарыу кәрәклеген аңлатырға теләйбеҙ".
Проекттың баш инженеры Максим Козлов: "Һәйкәлдең каркасы серегән. Бының хаҡында оҙаҡ һөйләштек һәм шундай ҡарарға килдек, тимер каркасты ныҡлыраҡ материалға - тутыҡмай торған ҡоросҡа алмаштырасаҡбыҙ. Дәүләт экспертизаһы техник өлөшөн тикшерҙе һәм бөтә етешһеҙлектәрҙе бөтөрәсәк".
Скульптор, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков: "Беҙ хәҙер тарихи ҡарар ҡабул итәбеҙ. Беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр ошо һәйкәлде күреп үҫәсәк, милли геройыбыҙ һәм донъя кимәлендәге монумент менән ғорурланасаҡ. Беҙ тешебеҙ ауыртһа, махсус урынға теш табибына барабыҙ, белгесте йортобоҙға саҡырмайбыҙ. Әлбиттә, һис шикһеҙ, цехта йүнәтергә кәрәк, белгестәр күҙәтеүе аҫтында эшләргә, нигеҙен алмаштырырға кәрәк. Рәссамдарҙың, тарихсыларҙың, әҙәбиәтселәрҙең эше мөһим, әммә хәҙер конструкторҙар, тимер буйынса техник белгестәр эш итергә тейеш. Һәйкәл үҙенең элекке йөҙөн юғалтырға тейеш түгел".
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА