«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӘҮЛӘТ БУРЫСЫ ЛА УЛ - ТУҒАН ТЕЛДӘРҘЕ ҺАҠЛАУ
+  - 

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә тел сәйәсәте өлкәһендә бер ни тиклем торғонлоҡ, хатта ки кире күренештәр күҙәтелде. Былар иң элгәре илебеҙҙең күп милләтле халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү мөмкинлектәрен сикләне. Шул уҡ ваҡытта элекке СССР составындағы республикаларҙа рус теленә иғтибар бермә-бер кәмене, уны уҡытыу үтә сикләнгән шарттарҙа башҡарылды, һөҙөмтәлә Рәсәйгә эш эҙләп килеүсе мигранттар рус телен йүнләп белмәй ҙә ине.

Күрәһең, билдәле бер сәйәсмәндәр тел проблемаһын икенсе, хатта өсөнсө пландағы мәсьәлә итеп ҡарай башлағандыр. Ысынбарлыҡта, оло Рәсәй илендә йәшәгән йөҙәрләгән халыҡтарҙың туған телдәре - бер ни менән дә алмаштырып булмай торған рухи-мәҙәни мираҫ, уны юғалтыу үҙе бер донъяуи трагедия булыр ине. Һәр халыҡтың үҙ тарихы булған кеүек, уларҙың телдәренең дә килеп сығышы һәм үҫешенең бай тарихы бар. Әгәр ҙә беҙ ошо тарихты һәм тарихи ысынбарлыҡты инҡар итһәк, бер нисек тә аҡлап булмаҫлыҡ сәйәси хатаға дусар булыр инек. Әммә, күреүебеҙсә, ил башында торған етәкселәр ошондай хатаға юл ҡуймаҫҡа булды. Был - бик ыңғай күренеш, ул Рәсәй халыҡтарының туған телдәренең киләсәкле булырына өмөт уята.
Ағымдағы йылдың 22 авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путин рус теленә һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә булышлыҡ итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыу буйынса Совет булдырыу хаҡындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Президент советнигы Елена Ямпольская ошо Советтың рәйесе вазифаһына тәғәйенләнде. Башҡортостан Республикаһынан Совет составына Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Камил Йыһаншин индерелде. Совет, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы консультатив орган булараҡ, тел сәйәсәте өлкәһендә ведомство-ара бәйләнештәр буйынса төп координатор буласаҡ.
5 ноябрҙә ил етәксеһе Владимир Путин видеоконференция рәүешендә әлеге Советтың тәүге ултырышын уҙғарҙы һәм ошо ҙур һәм ҡатмарлы проблема буйынса үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ул әйткәнсә, рус теленә дәүләт теле булараҡ һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә булышлыҡ итеү дәүләтебеҙҙең өҫтөнлөклө бурыстары иҫәбенә инә. "Бөгөн беҙ, илебеҙҙә һәм донъяла барған йылдам үҙгәрештәр шарттарын иҫәпкә алып, илдең барса халыҡтарының туған телдәрен һәм беҙҙең уртаҡ телебеҙ - Рәсәйҙең һәр гражданы өсөн туған тел булған рус телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса нимәләр эшләү зарурлығы хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Илебеҙҙең барса этномәҙәни, дини күп төрлөлөгө шарттарында тап рус теле беҙҙең рухи һәм милли берҙәйлегебеҙҙе билдәләй. "Рус теле" һәм "Халыҡ теле, Рәсәй Федерацияһы республикаһының дәүләт теле" кеүек уҡыу предметтары буйынса дөйөм белем биреү программаларын төҙөгәндә ошоларҙан сығып эш итергә кәрәк... Ҡабатлап әйтәм, рус теленә булышлыҡ итеү һәм уны донъя кимәлендә таратыу, Рәсәйҙең барса халыҡтары телдәрен һаҡлау беҙҙең күп милләтле ил өсөн беренсе урында тора, быны тейешле кимәлдә тәьмин итеү зарур: хоҡуҡи яҡтан, ресурстар менән, әлбиттә, йөкмәткеһе, асылы яғынан да", - тип белдерҙе В.В. Путин.
Совет рәйесе Елена Ямпольская фекер алышыу барышында бына нимәләрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Рәсәйҙә үҙенсәлекле мәҙәниәттәрҙе ниндәйҙер бер ҡаҙанға һалып "иретергә" тырышыу булманы, бында һәр халыҡтың уникаль булыуы ихлас баһалана, милли телдәргә хөрмәт менән ҡарау тарихи күренеш. Һәр бер телдең ни тиклем ҡиммәтле икәнен беләбеҙ, ә рус теле бөтөн Рәсәй граждандары өсөн туған тел кеүек ҡабул ителә...
Видеоконференцияла Совет ағзаһы Камил Йыһаншин да сығыш яһаны. Ул Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҡануниәт положениеларының хәҙерге заман шарттарына тура килмәүен билдәләп үтте. "Рәсәй халыҡтары телдәре тураһында" тип аталған закон 1991 йылда ҡабул ителгән, уға әлегә тиклем тейешле үҙгәрештәр индерелмәгән. Камил Фарухша улы ошо закон менән бәйле төп төшөнсәләрҙең аныҡ билдәләмәләре булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре 2025 йылда ғәмәлгә индереләсәк Рәсәй милли һүҙлек фондына Рәсәй халыҡтары телдәренең нормалары хаҡындағы бүлекте өҫтәргә тәҡдим итте. Ил етәксеһе беҙҙең яҡташыбыҙҙың фекерен хупланы һәм Рәсәй халыҡтары телдәренең рәсми реестрын булдырыу мәсьәләһен дәүләт кимәлендәге бурыс тип белдерҙе. Яҡын киләсәктә республикабыҙҙа башҡорт теленә, башҡа халыҡтарҙың туған телдәренә иғтибар бермә-бер артыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.24 | Ҡаралған: 45

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru