«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАР ҠАРМАҒЫНАН ЫСҠЫНЫУ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ
+  - 


Мораҙым Ибраһим улы август айында сираттағы отпускыға сыҡты. Көндәр ямғырлы тора, етмәһә, һалҡыныраҡ та. Мораҙым, төрлө йомоштарын барлап, ҡала буйлап төшкә тиклем йөрөп ҡайтты. Төшкө аштан һуң, диванға ҡырын төшөп ятып, телефонынан ватсап хәбәрҙәрен ҡарай башланы.

Бәй, уның ойошмаһының директоры Шәүкәт Шәфҡәт улы ла уға хәбәр ебәргән икән: "Кемдер беҙҙең ойошма ағзалары хаҡындағы персональ мәғлүмәттәрҙе ситкә сығарған, шуға күрә тикшереү буласаҡ. Телефондан шылтыратһалар, ипләп кенә яуап бирегеҙ". Көн кискә ауышты, сәғәт 5 тә булып китте, бер кем дә шылтыратмағас, Мораҙым урамға йүнәлде. Автобус туҡталышына барып етеүгә, телефон шылтыраны. Шылтыратыусының номеры бәйләнештә булмаһа ла, Морҙым уны тыңларға булды. Яғымлы ғына тауышлы ҡатын кеше былай тип һүҙ башланы: "Һаумыһығыҙ, Мораҙым Ибраһим улы! Һеҙҙе Росбанкнадзор рәйесе ярҙамсыһы Лидия Борисовна борсой. Бына нимә: һеҙҙең персональ мәғлүмәттәрегеҙҙе ҡулланып, һеҙҙең исемдән Украинаға ҙур суммала аҡса күсерергә маташҡандар. Әлегә аҡсаны Федераль именлек советы хеҙмәткәрҙәре тотҡарлап тора. Әммә уларға һеҙҙән ярҙам кәрәк. Һеҙгә Мәскәүҙән Федераль именлек советы майоры Владислав Черный шылтыратыр, телефонды алырһығыҙ. Һау булығыҙ".
Ысынлап та, күп тә үтмәне, әлеге кеше шылтыратты, был видеошылтыратыу ине. Урта йәштәрҙәге ир кеше ыҡсым ғына кабинетта ултыра, стенала Президент В.В. Путиндың портреты, кәштәләр тулы папкалар. Владислав Черный иң элгәре үҙенең эш таныҡлығын экранға яҡын килтереп үк күрһәтте. Шунан кәштәнән бер папканы алып, уҡый башланы: "2024 йылдың 15 авгусында Шәймәрҙәнов Мораҙым Ибраһим улы бер Украина кешеһенә 800 мең һум аҡса күсерергә булған, әммә Федераль именлек советының банк контроле комитеты хеҙмәткәрҙәре ошо сумманы Украинаға сығармай тотоп ҡала. Аҡса ВТБ банкыһынан күсерелергә тейеш була. Һеҙ, Мораҙым Ибраһим улы, беҙгә ошо банкта эшләгән яуыз уйлы хеҙмәткәрҙе тоторға ярҙам итергә тейешһегеҙ".
Шылтыратыусы тынып ҡалды. Мораҙымдың аптырауы, хатта кинәт кенә ҡаушап китеүе тауышында уҡ сағылды: "Иптәш майор, мин ВТБ банкыһының клиенты түгел, унда барғаным да юҡ, унан һуң, минең 800 мең һум аҡсам булғаны ла юҡ, үҙем бер юлы ике банкҡа кредит түләп торам". Черный:
- Эйе, беҙгә һеҙҙең турала, ғаиләгеҙ тураһында барыһы ла билдәле. Әүәл законһыҙ митингыла ҡатнашҡан өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, штраф түләгәнһегеҙ. Ҡатынығыҙ Рауза Хәкимйән ҡыҙы - табип. Марат, Илшат, Рөстәм исемле улдарығыҙ бар, ҡыҙығыҙҙың исеме Гөлшат. Дөрөҫмө?
- Эйе, дөрөҫ.
- Ниндәй банктарҙан кредит алған инегеҙ?
- Россельхозбанк һәм Альфа-банктан.
- Ярай. Әммә финанс документтары һеҙҙе ғәйепләү өсөн нигеҙ булып тора. Һеҙгә ҡарата енәйәт эше асыласаҡ. Әммә беҙгә ярҙам итһәгеҙ, беҙ был эште туҡтата алабыҙ.
- Мин һеҙгә нисек ярҙам итә алырмын һуң?
- Бына быныһы яҡшы, молодец, иптәш Мораҙым Ибраһим улы. Эш бик ябай. Һеҙгә әлеге ВТБ банкына барып, 800 мең һум кредит алырға кәрәк. Артабан ни эшләү тураһында ентекле инструкция бирербеҙ.
- Иптәш майор, минең түләнеп бөтмәгән кредиттарым бар, миңә башҡаса бер банк та кредит бирмәйәсәк.
- Артыҡ күп һөйләнәһегеҙ. Федераль именлек советы өсөн кәртәләр юҡ. ВТБ-ның Өфөләге офисына шылтыратырбыҙ, һеҙгә һис шикһеҙ кредит бирәсәктәр. Хәҙер үк банкҡа барығыҙ, тик Федераль именлек советы хеҙмәткәре менән һөйләшкәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә әйтә күрмәгеҙ. Аңлағыҙ, беҙ һеҙҙе енәйәт эшенән ҡотҡарырға теләйбеҙ. Әгәр иртәгәгә тиклем 800 мең һум аҡсаны беҙ әйткән адрес буйынса күсермәһәгеҙ, һуң буласаҡ. Өфөләге ВТБ банкы хеҙмәткәре аҡсаны күсерәсәк, ул Украиналағы дошмандар менән бәйләнеш тота. Беҙгә ошо аҡса аша уны фашларға кәрәк. Аҙаҡтан һеҙ алған 800 мең һум кредитты банкҡа кире ҡайтарып бирәсәкбеҙ. Аңлашылдымы?
- Эйе, әммә мин хәҙер үк банкҡа бара алмайым, сөнки Мәскәү менән ике сәғәтлек ваҡыт айырмаһы, банктар ябылды инде.
- Ярай, әммә иртәгә иртүк банкҡа барып, беҙ әйткәнсә эшләгеҙ. Һеҙ - беҙгә, беҙ һеҙгә ярҙам итербеҙ.
Мораҙым өйгә ҡайтып инеүгә, ҡатыны Рауза ҡаршы алды.
- Ни эшләп улай төҫөң ҡасҡан, йөҙөң дә ныҡ борсоулы күренә, ҡыҙарынып киткәнһең? Әллә ҡан баҫымың күтәрелдеме? - тип һораша башланы ҡатыны. Ҡыйын булһа ла, Мораҙым килеп тыуған хәлде бәйнә-бәйнә аңлата башланы. Шул саҡта уларҙың ни хаҡында һөйләшкәнен тыңлап торған кесе улдары Рөстәм хахылдап көлә башланы:
- Атай, һине бит мошенниктар арбаған, үәт әй, шулай ҡармағына эләгә яҙғанһың бит!
- Эйе шул, баштан уҡ шикләнә инем дә ул. Уйын уйнаған кеүек булды бит, шул тиклем таҫма теллеләр. Ышанмаһаң да ышанырһың. Рәхмәт, улым, хәҙер үҙем дә аңланым инде, кешеләрҙе арбар өсөн ысын сценарий буйынса эш итәләр, сыуалыштар, ҡәһәр төшкөрҙәре. Үәт әй, спектакль уйнайҙар, һиңә лә шул спектаклдә роль бирәләр. Һа-а-й, уларҙың ҡорған тоҙаҡтарына күптәр эләгә бит!
Мораҙым йәһәт кенә телефонын алып, "Владислав Черныйға" шылтыратты:
- Иптәш ялған майор! Һеҙгә бөгөн крупно не повезло! Мин һеҙҙең йәтмәгеҙҙән сығып китә алдым, так что һеҙ теләгән балыҡты ҡаптыра алманығыҙ!
- Ни һөйләйһегеҙ ул? Мин хәҙер һеҙгә полиция нарядын саҡыртам, һеҙҙе ҡулға аласаҡтар!
- Һеҙҙең үҙегеҙҙе күптән ҡулға алырға ваҡыт. Күпме кешене алданығыҙ, сволочтар! Барыбер бер фашларҙар һеҙҙе, мутлашыусыларҙы.
Ялған майор башҡа бер ни ҙә өндәшмәне, яман итеп һүгенде лә телефонын һүндерҙе.
Шулай итеп, Мораҙым мутлашыусыларҙың сираттағы ҡорбанына әйләнмәй ҡалды...

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
Редакциянан: Быныһы ла булған хәл.

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.24 | Ҡаралған: 74

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru