(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).
Иң башта уҡ уңышһыҙлыҡҡа осрау эште боҙа. Ябай казактар ҙа, уларға яҡын булған түрәләр ҙә ер һөрөп эшкәртеүҙән бер ниндәй ҙә файҙа күрмәй, уны тик артыҡ йөкләмә итеп ҡабул итә, ул тик эштәр барышын күҙәтеүселәргә төшөм килтерә, һәм ер эшкәртеү, дөйөм фекер буйынса, барщинаға тиңләнә, уны көсәйтеү, казактарға эш өҫтәү артабан түрә-ғаранан тора.
Казактар был эштең батша ғали йәнәптәре ихтыярында булыуына ышанмай, улар бит уға үҙҙәренең милеге иҫәбенә хеҙмәт итә, етмәһә, уларҙан күҙәтеүселәр файҙаһына эш талап итәләр. Бер бот иген сәсеү әллә ни ваҡытты талап итмәй, әммә ысынбарлыҡта улай килеп сыҡмай: ғаиләлә ике-өс казак булһа, береһе ситтә хеҙмәттә, аталары ҡарт инде, ә казактың бер үҙенә өс бот иген сәсеү еңелдән булмай, сөнки ауыр эшкә ике аҙнаға тиклем ваҡыт талап ителә, һәм был ҡиммәтле ваҡыт казактың үҙенең хужалығына зыян ғына килтерә.
Түрәләрҙең ҡәтғи талаптарына ярашлы, күҙәтеүселәр итеп үтә талапсан кешеләр ҡуйыла. Улар, эштәрҙе ваҡытында башҡарыуҙы үҙ мәнфәғәттәренә тура килгәнгә күрә, кемдәрҙер тырышлыҡ күрһәтмәгән хәлдә, уларға ҡарата таяҡ һәм ҡамсы ҡуллана. Күҙәтеүселәр баһаһына тейгән өлөш яҡшы ғына кимәлгә - йылына 900 һум ассигнацияға етә; уларҙың ике ярҙамсыһына яртылаш күләмдә түләнә.
Перовский губернатор булған тәүге йылдарҙа ер эшкәртеү ҡәнәғәтләнерлек бара, әммә 1839 йылдан башлап эштәр һүлпәнләнә; ул йылда иген бөтөнләйгә уңмай, ер эшкәртеүҙән бер ниндәй ҙә файҙа күрелмәй. Бер йылдан һуң эске станицаларҙан казактарҙы линияға күсереү башлана һәм ер эшкәртеүҙә барса халыҡ та ҡатнаша алмай, ә 1842 йылда Перовский урынына генерал Обручев тәғәйенләнгәс, ул тәүге көндәрҙән үк үҙенән алда губернатор булған кешенең проекттарын үҙһенмәй, бигерәк тә йәмәғәт ерҙәрен эшкәртеүгә ҡарата. Линияға күсеп килгән эске станицалар казактары ошо эшкә ерәнеп ҡарауҙарын яңы урындарҙа иптәштәренә лә күсерә. Ер эшкәртеүҙе бер кем дә үҙһенмәй.
Обручев был эш буйынса түләүҙәрҙе туҡтата, үҙенең канцелярияһы ҡарамағындағы айырым бүлекте бөтөрә, барса эштәрҙе ғәскәр идаралығы ҡарамағына күсерә, тик отчеттар ғына талап итә. Шулай ҙа ер эшкәртеү дауам итә, әммә игенде насар һөрөлгән ергә, казактар үҙ сәсеүлектәрендә эштәрҙе тамамлағас ҡына сәсәләр һәм нимәлер үҫкән хәлдә үҙ эштәрен тамамлағас ҡына урып алалар, һөҙөмтәлә ашлыҡ бик аҙ йыйыла. Былар барыһы ла ер эшкәртеүҙе бөтөрөү тураһында үтенес юллауға килтерә. Төбәк менән идара итеүгә Перовский икенсегә килеүгә был үтенес министрлыҡта ҡарала һәм уның сиселеше үҙ урынында аңлатыласаҡ.
Перовский, ғәскәр килемдәрен арттырыу өсөн уңайлы сығанаҡтар эҙләп табыу йөҙөнән, ғәскәргә ер аҫты байлыҡтарына хоҡуҡ биреү хаҡында хәстәрлек күрә, бигерәк тә урындағы мөмкинлектәр казак ерҙәрендә алтын сығарыу сәнәғәтен үҫтереү өсөн ҡулайлы булғанлыҡтан, ҡаҙнанан 150 мең һум ассигнация, йәғни ул саҡтағы иҫәп буйынса 43 мең һум аҡса күсереүҙе һорай. Бындай хоҡуҡ 1835 йылда бирелә; ғәскәр үрҙә күрһәтелгән сумманы ала, ә алтын ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә шәхси кешеләрҙе йәлеп итеү хоҡуғы ҡаҙнаға бирелә. Тәүҙә был эш өсөн эшҡыуарҙар табылмай, казактар ҙа бер ниндәй ҙә килем алмай, шуға күрә финанс министрлығы аҡса бүлеүҙе туҡтатырға теләй.
1842 - 1845 йылдарҙа бында казак офицеры, эшҡыуар Колбин килә, ул алтын ятҡылығын аса, һәм ошо ваҡыттан башлап был сәнәғәт өлкәһе үҫешә башлай: йылына 100 ботҡа тиклем алтын табыла, ә хәҙер Качкар системаһында алтын юлағы асылды. Ғәскәргә һиммәтһеҙ металдарҙы һәм минералдарҙы ҡуртымлыҡҡа биреү хоҡуғы 1853 - 1855 йылдарҙа Перовскийҙың тәҡдиме менән айырым закон буйынса бирелә, тик әлегә тиклем ҡуртымға биреү булғаны юҡ, әммә казак ерҙәре аҫтында бай мәғдән ятҡылыҡтары булыуына шик юҡ.
Башҡорт ерҙәрендәге тәбиғи байлыҡтар шәхси сәнәғәтселәр ҡулында булып, улар, юҡ дәрәжәһендә ҡуртым суммаһы түләп һәм шул уҡ башҡорттарҙы аҙ ғына эш хаҡына үҙҙәренә яллап, үҙ мәнфәғәттәрендә бик ҙур килем ала ине. Был халыҡтың үҙҙәренең кантон начальниктары һәм старшиналары булды, улар халыҡ иҫәбенә йәшәне һәм ришүәт алып байыны - уларға жалованье түләү өсөн аҡса булманы.
Граф Сухтелен, был хәлде иғтибарға алып, башҡорт урмандарында бүрәнә, утын һәм башҡа нәмәләр әҙерләүсе шәхси урман сәнәғәтселәренә айырым пошлина индерҙе, ул хужаларҙың йылына ниндәй күләмдә ағас һата алыуын билдәләп, һатыу-алыуҙы баҙарҙарҙа башҡарыу шарты менән урман материалдарын һал менән ағыҙып түгел, ә йөктәргә тейәп килтерергә бойорҙо.
1833 йылда башҡорт ерҙәрен һатыу буйынса индерелгән законға ярашлы, килешеү суммаһының өстән бер өлөшөн йәмәғәт капиталына әйләндереү ҡаралғайны; ерҙәрҙе ҡуртымға биргән саҡта ла шул уҡ ҡағиҙә үтәлергә тейеш булды. Шулай итеп, башҡорт капиталына нигеҙ һалынды, ул һуңынан ҙур ғына күләмдә тупланды.
Был ҡағиҙәләр тәрән реформа яһаны. Шәхси кешеләр, айырым абруйлы хужалар менән генә килешеп, аҫаба хужаларының дөйөм ризалығынан башҡа ер һатып ала һәм башҡорт биләмәләрен эксплуатациялай алмай; бының өсөн аҫаба башҡорттарҙың яҙма ризалығы индерелгән приговор кәрәк була, ул хәрби губернатор тарафынан раҫлана һәм формалы контракт төҙөлә. Был процедура күп ваҡыт һәм башҡорттарға кеҫә аҡсаларын таратып биреү, кантон начальниктарына һәм старшиналарға бүләктәр алыу өсөн ҙур сығымдар талап итә, һуңғыларының булышлығынан башҡа эш бойомға ашмай, ә приговор раҫланмай ҡалһа, бөтә сығымдар юҡҡа сыға, уларҙы бер кемдән дә талап итеп булмай, сөнки башҡорттар расписка бирмәйҙәр. Шулай итеп, артабан башҡорт урмандарын файҙаланыу өсөн контракт акттары аҫабалар ризалығы менән төҙөлгән, әммә эштәрендә ниндәй ҙә булһа ҡағиҙә боҙоуҙары табылған сәнәғәтселәр ҡыуыла. Башҡорттар үҙҙәре дәғүә ҡағыҙҙарын (исктарҙы) бирә алмай ине; улар өсөн начальство ҡушыуы буйынса стряпчийҙар юллама яҙыу эшен башҡара, етәкселек сәнәғәтселәрҙе земство полицияһының ябай ҡарары буйынса ҡыуып ебәрергә ҡуша, ә һуңғылары хәрби губернаторҙың бойороғон тыңламай булдыра алмай.
Эштең ошондай халәттә булыуына һылтанып, Перовский башҡорттар, төбәк мәнфәғәттәре һәм башҡа бер ихтыяждар өсөн дөйөм файҙаға килем алыу мөмкинлеген күҙаллай. Уның ҡарары буйынса өс поташ заводы төҙөлә (ағас көлөнән алынған калийлы матдә. - Тәрж. иҫк.), уларға башҡорттар билдәле бер хаҡҡа ағас ташый, унан шадрик (таҙартылмаған поташ. - Тәрж. иҫк.), һуңынан таҙа поташ эшләнә. Әҙерләнгән поташ баркаларҙа Түбәнге Новгородҡа ебәрелә, уны ошо эш менән махсус шөғөлләнгән чиновник, стряпчий Королев оҙатып бара. Ул ваҡыттағы хаҡ менән йыллыҡ килем 100 мең һумға етә. Был капиталдың иң ҙур өлөшө Перовский янында хеҙмәт иткән юғары чиндарға тапшырыла: башҡорт ғәскәре командующийы Циолковский һәм Балкашин йылына 10-ар мең һум табыш ала, был уларға артыҡ ҙур булмаған суммаға хеҙмәтләндерелеү шарттарында иркен һәм етеш йәшәү мөмкинлеген бирә. Урындарҙағы күҙәтеүселәргә ҙур булмаған оклад түләнә, әммә улар үҙҙәренә килем алыу юлын таба: башҡорттар килтергән бер бот көлгә 10 фунт (1 фунт - боттоң ҡырыҡтан бер өлөшө, йәғни 0,4 кг тирәһе. - Тәрж. иҫк.) өҫтәлеп ҡабул ителә; һалабаш, туғын һәм башҡа ваҡ әйберҙәр бракҡа сығарыла һәм түбән хаҡҡа һатып алына.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА