Ишембай районы Кинйәбулат ауылы урта мәктәбендә шағир, тәржемәсе, бик күп популяр йырҙар авторы Риф Мифтаховтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһенән һуң күңелде моңһоу уйҙар биләп алды. Әллә ниндәй һағышҡа сорналып ҡайттым ул кисәнән. Ҡайтҡас, уйҙарымды таратырға теләп, йотлоғоп Риф Мифтаховтың шиғырҙарын уҡыным. Ҡайһы берҙәрен ҡабат-ҡабат уҡыным. Хәтер кисәһендә тыуған тойғоларҙы ярһытып ҡына ебәрҙе ул шиғырҙар.
Китап кәштәмдә байтаҡтан бирле Риф ағайҙың һабаҡташы, минең кураторым Әхмәт Сөләймәновтың "Йондоҙҙарҙан шағир йылынған" китабы тора ине. Әллә нисә тапҡыр уҡырға ниәтләндем уны - юҡ, ваҡыт бүлә алманым... Бына, ваҡыт етте: бер аҙна буйы айырыла алманым ул китаптан. Күңелемә инеп оялаған һағыштан арынырға теләгәйнем, киреһенсә, уҡыған һайын тәрәнәйә генә барҙы ул тойғо, әйтеп аңлатҡыһыҙ үкенескә әйләнде... Күңелгә яҡын ағайҙарҙы юҡһыныуҙан ғына тыуған кисерештәр түгел ул, үҙе иҫән сағында белмәйбеҙ шағир ҡәҙерен - ошо үкенес тынғы бирмәне...
Йыш ҡайтты Риф ағай тыуған яғына. Ниндәйҙер саҡырыуҙар, байрамдар көтөп торманы - ҡояш кеүек балҡып килер ине лә, ябай ғына осрашыуҙан оло байрам яһап китер ине. Уның эргәһендә һәр саҡ күңелле, рәхәт: күңелдә бер ниндәй борсолоу юҡ - ошо мәлдә барыбыҙ ҙа бәхетлебеҙ; йөрәк - ҡанатлы: үҙ шиғырҙарын да, башҡа ҡәләмдәштәренең дә күп шиғырҙарын ятҡа белгән сал сәсле шағир ағай, һәр беребеҙҙең һын-ҡиәфәтенә, холҡона йә бер ситуацияға тура килгән шиғыр уҡып, ҡанатландырып-осондороп ебәрә. Шаярабыҙ, көләбеҙ... Сиктәр юйылған, йәш айырмаһы онотолған... Әйтерһең, әле генә сәхнәнән һуғыштан ҡайта алмаған атайҙарҙы, ағайҙарҙы юҡһынып, "Өскөл хаттар" уҡылмаған, тол ҡалған әсәйҙәр, апайҙар, еңгәләр зары йөрәктәрҙе тетрәтмәгән, шағир менән бергә илебеҙ, еребеҙ, милләттәштәребеҙ, бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ, тел ҡәҙере, һүҙ ҡәҙере хаҡында уйланмағанбыҙ... Уның эргәһендә етди булып булманымы, кисәләрҙең һуңғы өлөшөндә ул айырыуса бирелеп уҡыған сатирик йә юмористик шиғырҙар шауҡымы көслөрәк булдымы - көлә-көлә күрештек, көлә-көлә хушлаштыҡ Риф ағай менән.
Ә Хәтер кисәһендә уның тыуған тупраҡ, Тыуған ил, һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы аслыҡ-яланғаслыҡ, намыҫ, ил-көн, туған тел яҙмышы һәм, әлбиттә, мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙары - ҡәләм осонан йөрәк осорған шағир һүҙе уҡылды. Кинйәбулат ауылы ағинәйҙәре "Бәпес көтөү" йолаһын күрһәттеләр. Риф ағайҙың атаһы Фәйзрахман ҡарттың малайы тыуыуын түҙемһеҙләнеп көтөүен, улына ниндәй өмөттәр бағлауын һәләк килештереп сәхнәләштерҙе кинйәбулаттар. Атаһы тураһында Риф ағай: "Атай үҙ заманының бик аңлы кешеһе ине. "Ағиҙел" журналында фәләнсә йылдың фәләнсә һанында фәлән яҙыусының шундай әҫәре сыҡҡайны", - тип, 80 йәшендә лә бөтөһен дә белеп, иҫләп ултыра торғайны. Мәктәп йылдарында дәреслектәрҙә лә телгә алынмаған Мәржәни, Аҡмулла, Бабичтар тураһында мин башлап унан ишеттем", - тип һөйләй торғайны. Риф ағайҙың олатаһы ла ғәрәп, фарсы телдәрен белгән, өйөндә тоташ китапхана тотҡан, халыҡ табибы булған. Баҫма һүҙгә ихтирам, шиғри һүҙгә һөйөү атайҙан уландарға күскәндер, ахрыһы, Мифтаховтар нәҫелендә. Өскөл хаттарҙан хәреф танырға өйрәнгән Риф үҙе лә бәләкәйҙән шуҡ, теремек бала була. Башланғыс класта уны шул замандың алдынғы уҡытыусыһы, кисәге һалдат Сәйет Макарский, Ишембайҙағы 3-сө урта мәктәптә (хәҙерге Ә.-З.Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты) РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лотфулла Ҡарамышев уҡыта. Тәүге уҡытыусыһы уны: "Риф ҡустым, һин яҙ, яҙ инде!" - тип дәртләндерһә, юғары кластарҙағы әҙәбиәт уҡытыусыһы: "Беҙҙең мәктәптән дә шағир сығасаҡ!" - тип, мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ шиғырҙары "Пионер" журналында баҫылған, үҙе сатира һәм юмор оҫтаһы, һәләтле конферансье булып танылған, артист булырға хыялланған Риф Мифтаховҡа шағир яҙмышы юрай.
Бына ошондай Риф Мифтаховты мин үҙемә яңынан астым ул көндө. Район кимәлендә мәктәп уҡыусылары араһында Риф Мифтахов ижады буйынса шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе лә үтте Хәтер кисәһе сиктәрендә. Һүҙ юҡ, уҡыусылар тырышып әҙерләнгән. Саф башҡортса һөйләгән уҡыусылар менән бергә ҡала мәктәптәренән килгән урыҫлашҡан уҡыусыларҙың телдәрен вата-емерә шиғыр һөйләп тороуҙары (уларҙы, бәлки, айырым-айырым тыңларға кәрәк булғандыр) күңелде ҡырҙы-ҡырыуын, шулай ҙа бәйгеселәрҙең, уҡыусыларын сәхнәгә сығып баҫырлыҡ итеп әҙерләгән уҡытыусыларҙың тырышлыҡтарын баһаламау мөмкин түгел. Үҙҙәренә оҡшаған шиғырҙы һайлап алыу өсөн генә лә улар бит Риф ағайҙың ижады менән яҡындан танышҡан, тигән уй ҙа күңелде йылытты.
Хәтер кисәһендәге сығыштар Риф ағай Мифтахов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән бергә үрелеп барҙы: "Һағындыра бит ул тыуған яҡ", "Көҙгө сәскәләр", "Тамсылар", "Гөлгөнә", "Сейәле тау"... Йырсыларҙы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, йырсы-композитор, байтаҡ йылдар Кинйәбулат ауылы хоры етәксеһе булып эшләп, кинйәбулаттарҙың моңло күңеленә ҡанат ҡуйған Мәҙәниәт илсеһе Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова, Риф Фәйзрахман улының ауылдашы, Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиев күтәреп алды. Уларға ҡушылып, зал йырланы.
Йылы хәтирәләре менән дә уртаҡлашты ҡунаҡтар. "Риф ағай менән күрешһәк, һәр саҡ бер-беребеҙҙе ауылдаш, тип сәләмләй инек", - тип һөйләне шағир Әхмәр Үтәбай. Уның тыуған ере Баймаҡ районы Буранғол ауылының икенсе исеме лә Кинйәбулат булған икән. Шағир Ишембай районынан сыҡҡан шағир-яҙыусылар, Риф Мифтахов ижады буйынса викторина үткәрҙе. Еңеүселәр "Ағиҙел" журналы менән бүләкләнде. "Киске Өфө"нөң баш мөхәррире лә буш ҡул менән килмәгәйне һүҙ ҡәҙерен белеүселәргә: Кинйәбулат мәктәбенә Башҡортостан энциклопедияһының тулы комплектын тапшырҙы. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Ишембай район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Исмәғилевтың булыуы һәм ошо бәйгене ойоштороусыларҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләүе сараға мәртәбә өҫтәне.
Хәтер кисәһенә шағирҙың ҡатыны - Хөрмә апай, ҡыҙы Ғәлиә, туғандары ла килгәйне. Иң тетрәндергәне лә шул булды: Риф ағайҙың экрандағы һүрәтенә ҡарап та, уның шиғырҙары, йырҙары яңғырағанда ла күҙҙәре йәшләнеп тик ултырҙы Хөрмә апай менән Ғәлиә һылыуҙың. Атаһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашҡанда күҙ йәштәрен тыя алманы Ғәлиә. Риф ағайҙың:
Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын
Иң ҙур мираҫ - туған телемде, -
тигән юлдарының шәхсән үҙе өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген ғәмәлдә раҫланы Ғәлиә. Күп шағир-яҙыусыларҙың балалары кеүек, ҡала шарттарында тыуып-үҫә Ғәлиә лә, әммә уларҙың күптәренән айырмалы рәүештә, атаһының һүҙенә лә, рухына ла тоғро: саф башҡортса һөйләүе барыбыҙҙы ла һөйөндөрҙө, бәйгегә килгән уҡыусыларға һабаҡ та булды уның сығышы. Ҡатынының, ҡыҙының сығыштарында Риф ағайҙың үҙен дә танып була ине: баҫалҡылар, ябайҙар. Риф Мифтахов ижадының үҙе тере сағында тейешле баһаһын ала алмауының сәбәбе лә, бәлки, ана шул баҫалҡылыҡ, баҙнатһыҙлыҡтыр. Был хаҡта үрҙә телгә алынған китабында Әхмәт ағай Сөләймәнов та, "Мин һоҡланам һинең талантҡа!" мәҡәләһендә Марат Кәримов та (мәҡәлә Риф Мифтаховтың "Ҡояш шаһит" исемле китабына ингән) телгә ала. Ысынлап та, 7-се класта уҡыған йылдарынан уҡ әүҙем яҙышһа ла баҫылырға ашығып бармай, студент йылдарында, сәхнәлә конферансье булып йөрөгән йылдарында ла үҙ шиғырҙарын "йәш шағир Фәтхрахманов" йә "Мостаҡ" шиғырҙары тип уҡый Риф Мифтахов. Үтә лә баҫалҡы, үтә лә баҙнатһыҙ булыуҙан бит инде был. Әҙәбиәттә ошондай миҫал тағы ла бармы икән!
Шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, оҙаҡ йылдар архивта эшләп, йәшләй генә фажиғәле яҙмышҡа дусар булған Рәшит Назаровтың ижади мираҫын барлап, уҡыусыға еткереүсе лә - Риф Мифтахов. Үҙенең кем икәнлеген дә аңлауҙан уҙған шағирҙың өс китабын, ҙур күләмле ике томлығын сығарыу өсөн күпме көс, күпме ваҡыт кәрәк! Әммә Рәшит Назаров кеүек хазинаны халыҡҡа еткереү өсөн үҙ-үҙен йәлләмәй Риф Фәйзрахман улы. Ысын талант ҡына талантты шулай баһалайҙыр.
Кинйәбулат мәктәбен 27 йыл етәкләүсе директор Ғиниәтуллин Шайморат Сәйфулла улын да һәләтле етәксе, оҫта ойоштороусы итеп нарыҡлағы килә бөгөн. Был белем усағының йөҙө, бренды булырҙай сара үткәрҙе кинйәбулаттар. Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, мәктәп етәкселегенең дә, уҡытыусылар коллективының да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тотош коллектив менән бейеп ҡаршы алғайнылар, йырлап оҙаттылар. Сара барышында директор үҙе шиғыр һөйләп ебәрһенме, телмәрен билдәле проза йә драма әҫәрҙәренән монологтар менән биҙәп ебәрһенме - әртис тиерһең! Етәкселәрҙең ҡалыплашҡан етди образынан сығып, тап Риф Мифтаховса көлөп тә, шаярып та һөйләшеүе - йәнле аралашыу - бәйгенең дә, телебеҙҙең дә бәҫен генә арттыра. Телебеҙ тап ошолай йәнле аралашыу өсөн кәрәк бит!
Ә шиғыр һөйләүселәр бәйгеһенең еңеүсеһе итеп Ә.-З. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класы уҡыусыһы Яҙгөл Хәйруллина танылды. Тән земберҙәп китте Яҙгөл "Мираҫ" шиғырын уҡығанда. Ғүмер буйы йыйған милкебеҙ - телебеҙҙең - мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ көсө бар әле. Ошондай бәйгеләргә йыйылған ул-ҡыҙҙарыбыҙҙың күңеленә лә күсә телебеҙҙең ырыҫы һәм ҡото. Һаҡлайыҡ ошо ҡотто, быуындан-быуынға мираҫ итеп тапшырайыҡ.
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА