«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРҠАЛЫ – 5 (Аҙағы)
+  - 


Атайым өсөн яуап бирергә теләгәндәй, яҡындағы бөрөләре шартлап ярылырға тулышҡан ҡуш ҡайын башынан кәкүк түгелеп саҡырырға тотоноп китте. Туҡтаным, бәхәскә керергә теләгәндәй, шул яҡҡа ҡараным. "Йә, әйт әле яҡлаусы кәкүк, ят ояға балаңды ҡалдырған һин, шунан беҙҙе ташлап киткән атайым, хаҡлыһығыҙмы?" Ҡош телен йотҡандай тымды. "Тағы ла әйт, минең саҡырылмаған ҡунаҡтай китеп барыуым дөрөҫмө?" Ҡоштоң саҡырыуы бик оҙаҡ яҡын-тирәне моңға күмде. "Атайым һуң мине яратамы?" Кәкүк түгелеп, ҡуйырҙан-ҡуймай саҡыра. "Мин ярты етем, киләсәктә кемгә лә булһа кәрәгем бармы, булырмы?" Өмөтлө саҡырыу, мин ары ҡуҙғалғас та бик оҙаҡ артымдан оҙата барҙы. "Әлегә белеп етмәйем, әммә хәҙерҙән үк шуны һиҙәм, тормош тигәнең ҡатмарлы төшөнсә, һәр кем, әсәйем әйтмешләй, маңлайына яҙғанын ҡыуа. Ғәфү ит, яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән кәкүк, йәшә әйҙә, йәшә үҙеңсә, атайым да үҙенсә йәшәһен..."
Өшөтһә лә бирешерлек түгел, ҡыҙыу атлау, урман тереклеге менән аралашыу башымды сафландырҙы, тәнемде яҙҙы, аяҡтарыма көс өҫтәне. Тау башында ла урман икән, әммә бында йылыраҡ та, яҡтыраҡ та. Ҡояш тышау буйы күтәрелеүгә Һаҡтау ауылына барып индем. Тауҙың уң яҡ ҡалҡыулығын ҡырлатып, ун биш, егерме хужалыҡтан торған ыҡсым ғына ауыл икән. Яҙ уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә өйҙөң мөрйәһенән сыҡҡан төтөн талғын ғына һауаға күтәрелә. Йылылыҡ, яҡтылыҡ, икмәк еҫе һеңгән өйҙәрҙе күреү асығыуымды ҡабартып ебәрҙе. Хәҙер урам буйлап ҡабаланмай атлайым, бәлки, берәйһе тауыш биреп өйөнә саҡырыр? Был йәһәттән ауыл кешеләренең ғәҙәттәре яҡшы, ят булһаң да, сәләм биреп, һүҙ ҡушалар, өйҙәренә әйҙүкләйҙәр. Ана бит, ауылдың урта тошонда ҡабыҡ ҡыйыҡлы йортоноң ҡапҡаһы ауыҙына тәбәнәк буйлы, йоҡа кәүҙәле ир сығып баҫҡан. Әйтеп үткән матур ауыл йолаһына ярашлы, теге ир мине абайлағас, көтөп торғандай ҡаршыма атланы:
- Хәйерле иртә!
- Һаумыһығыҙ. - Өшөгән ирендәремде көскә яҙып мығырҙаным.
- Әйҙә, танышайыҡ, мине Айнулла ағай тиҙәр, ә һиңә кем тип өндәшергә?
- Айҙар, тип...
- Ҡайҙа юл тоттоң улайтып, иртәләп?
- Ҡәнзәфәргә китеп барыла.
- Алыҫ түгел икән. - Күшеккән тауыҡтай ҡиәфәтемде күҙҙән үткәреп һораны. - Ныҡ һыуланғанһың бит?
- Шулайтылды шу...
- Ҡайҙа ҡойондоң?
- Бараҡалды аша сыҡҡанда.
- Кисеүһеҙ йылғаны кискәнһең инде, әләйгәс. - Ары һүҙ ҡуйыртмай тәҡдим итте. - Бәлки, инеп бер аҙ йылынып ял итеп алырһың, апайың да яңы ғына сәй ҡойоп ебәргәйне. - Шикләнеп, ышанмайыраҡ ҡарап тороуымды күреп өҫтәне. - Мин һеҙҙең ише балаларға сит кеше түгел, ошо ауылдың уҡытыусыһы булам, әле дәрестәр араһындағы оҙон тәнәфестә ҡайтып әйләнәйем, тигәйнем дә. Мәктәп, тигәнем, анау өйҙә урынлашҡан. - Ҡабыҡ ҡыйыҡлы йорттан йыраҡ булмаған таҡта ҡыйыҡлы өй яғына ымлап күрһәтте.
Инешләй итектәремде сискәйнем, хужа уларҙы ситән бағаналарына кейҙереп, сылғауҙарымды йәйеп элде лә үҙ алдына һөйләнде:
- Бына ошолайтһаҡ, һәйбәтерәк булыр!
Өй эсе тулы балалар икән дә баһа, береһенән-береһе бәләкәйҙәр, ят малайға, йәғни миңә аптыраңҡырап ҡарайҙар.
Өҫтәлгә ҡуйылған икмәкте умраһынан тешләп ҡабып, эҫе сәй эскәйнем эсемә йылы йүгерҙе.
- Ҡәнзәфәргә тинең дә ул, тик ҡайҙан килә ятыш? - аяҡтарын бөкләп урындыҡ түренән урын алған Айнулла ағай ҡыҙыҡһына ҡуйҙы. - Шәмсетдиндән түгелдер ҙә?
- Һабырҙан.
- Кисеүһеҙ йылғаны кискәнһең, тип әйтһәм дә Бараҡалды аша сығыуы еңелдән булмағандыр? - Тағы ла бер тапҡыр еүеш кейемдәремә күҙ атты.
- Еңел булманы, йөҙөп сыҡтым!
- Боҙло һыуҙымы? Улай ашҡынып килгәсең йомошоң кисектергеһеҙҙер?
- Кисектергеһеҙ! - Көс йүгергән ҡулымды ҡылыстай һелтәнем. Йорт хужалары бер-береһенә ҡараш атып ҡуйыу менән сикләнделәр.
- Бына нимә, Айҙар, хәҙер һин кисектергеһеҙ йомошоңдо бер аҙға кисектереп, ял итеп ал, ә Ҡәнзәфәргә төштән һуң юлланырбыҙ ат менән, ауыл Советында, мәктәп директорында йомошом да бар ине.
- Юҡ, миңә хәҙер үк барырға кәрәк!
- Бик ҡабалан йөрөйһөң?
- Ҡабалан.
- Йомошоң кемдә инде?
- Атайымда.
- Атайыңда? Исеме кем һуң уның?
- Ниғәмәт!
- Бына һиңә яңылыҡ, тигәндәй, әләйгәс һин Ниғәмәт ағайҙың малайы булаһың! Уларҙың балаларын таныйым, ә һин... - Әйтеп бөтөрмәне.
Өндәшмәй башымды баҫтым.
- Улайһа,былай итәйек, беҙ һине был килеш ебәрә алмайбыҙ, һыуыҡ алдырыуың бар. Хәҙер апайың кейемдәреңде, сылғауҙарыңды үтекләп киптерер, минең эш пинжәгемде кейерһең, шулай ҡулайлыраҡ та, йылыраҡ та булыр. Ә хәҙер ныҡ итеп ашап ал, икмәктән, мундир картуфтан ҡабып ебәр, ҡайнар сәй ҙә ҡамасауламаҫ.
Былай ҙа ҡыҫтатып ултырмайым да баһа, күҙ менән ҡаш араһында оло сүген бетәү картуфты, түтәрәм икмәкте, апаруҡ ҙур йомарлам майҙы бер үҙем йыпырҙым.
Тамағым туйғас, табынды уратып ултырған балаларҙы, шул оло балдаҡ табынды тулыландырған ир менән ҡатынды әле генә абайлағандай итеп ҡарап алдым: "Теүәл, бәхетле ғаилә, атайлы ғаилә бына ошолайыраҡ булалыр инде ул! Әсәйем дә эшсән, егәрле, тырыш, минең өсөн йәнен бирергә әҙер, әммә беҙҙең йорт атайһыҙ йорт, атайһыҙ булғас, терәкһеҙ, таянысһыҙ..."
- Ҡәнзәфәрҙә ҡалаһыңмы бөгөн? - тип ҡыҙыҡһынды Айнулла ағай.
- Юҡ, барам да тиҙ арала кире боролам! - Апай кеше тағы ла иренә һынаулы күҙ атты.
- Кире боролам, тиһең, ә ауылыңа нисек ҡайтмаҡсыһың?
- Килгән юл менән.
- Ә Бараҡалды нисек аша сыҡмаҡсыһың?
- Бәлки берәй ылау осрар, осрамаһа, йөҙөп, тулҡын нисек тә теге ярға ырғытыр әле.
- Юҡ, былай бармай, ҡустым, Ҡәнзәфәргә барырһың да тура бында, беҙгә килерһең, мин һине һыбайлап теге ярға сығарырмын.
- Һеҙ бит төштән һуң Ҡәнзәфәргә бараһығыҙ.
- Ныҡ ҡабалан йомош түгел, балаларҙың эштәре, йомоштары мөһимерәк минең өсөн. Ҡәнзәфәрҙән ҡайтышлай тура беҙгә киләһең, килештекме?
Теләр-теләмәҫ кенә яуапланым:
- Килештек...
Ҡапҡа ауыҙына сыҡҡас, ҡыйыуһыҙ ғына итеп һораным:
- Ә Ҡәнзәфәрҙә, Ниғәмәттең, минең атайҙың өйө ҡайһы тирәләрәк?
- Ошоғаса уның өйөндә булғаның юҡмы ни?
- Юҡ шул...
- Сәйер, бик сәйер малайға оҡшағанһың бит әле һин... Улайһа, былай, беҙҙең яҡтан барғанда тау түбәнендә Ҡәнзәфәр күренер, ә Ниғәмәт ағайҙың өйө ҡаршы яҡта күренеп тора: алты мөйөшлө, таҡта ҡыйыҡлы, урыҫ ҡапҡалы йорт. Әле Ниғәмәт ағай эшләмәй шикелле, больницанан сыҡҡан, өйҙә. Барһаң, беҙҙең ғаилә исеменән дә сәләм күндерерһең.
- Йә, эрәхмәт һеҙгә...
Бына ҡаршымда мин бер тапҡыр ҙа күрмәгән Ҡәнзәфәр ауылы. Теге йортто ҡарашым менән ауырлыҡһыҙ эҙләп тапҡас, аяҡтарым талғандай, тау битләүенә сүктем. Тегендә, ят ғаиләгә, хәҙер нимә тип барып инергә тейешмен әле: "Мин һинең ташлап киткән тыума улың булам, бына килдем әле!" - тиерменме? Ә атайым нимә тип яуап бирер, ихласлап өйөнә әйҙүкләрме, әллә ҡатынынан үтә алмай, ҡапҡа тышында ғына ҡалдырырмы, ингән хәлдә лә таныш түгел үгәй әсәй миңә ҡайһылайыраҡ итеп бағыр? Әгәр ул тышҡы ҡиәфәте, әйткән һүҙҙәре менән Хәлимәгә оҡшаһа, тағы ла ҡурҡынысыраҡ.
Таныш түгел ауылды күҙәтеп ултырыуымды дауам иттем, сит ауыл да мине ҡабул итергә теләмәй, ятһырап тексәйгән төҫлө. Оҙаҡ суҡайҙым шулай. Зәңгәр сатырында семтем дә болот әҫәре күренмәгән көн салт аяҙ, йылы. Төшлөккә еткән яҙ ҡояшы тас маңлайымды ҡыҙҙырырға тотондо. Йөгөнөкләү яйһыҙ булғас, Айнулла ағайҙың эш пинжәген сисеп, сирәмгә түшәнем дә шунда ултырҙым.
Теге йортҡа инеүсе лә, сығыусы ла юҡ. Бына ҡыйыҡлы, бейек, ике яҡҡа асмалы урыҫ ҡапҡаһының бәләкәй өлөшө асылып китте лә унан бер ир кеше килеп сыҡты. Мыҡты уҡ булмаһа ла буйы оҙон ғына. Ир кеше ошондайыраҡ ҡиәфәттә булһын ул, һәр хәлдә, бер тотам Мәүләмбирҙе түгел. Кителгә оҡшаш яғаһыҙ пинжәк кейеп алған, тишеп төбәлгән осло күҙҙәрем алыҫ аранан күрҙеләр, шәйләнеләр, түшенә лә ниҙер ҡаҙалған һымаҡ. Орден булырға тейеш.
Танымаҫ кешене таныным, был минең атайым, бер тапҡыр ҙа күрмәгән, мине яҡты донъяға тыуҙырған атайым! Уның яҡын, үҙ кеше икәнлеген шәүләләй төҫмөрләнем, һиҙгер күңелем менән ҡабул иттем. Атайым да күҙәтеүҙе һиҙенгәндәй, тура йөҙө менән боролоп баҫты, күр һәм мәңгелеккә танып ал, йәнәһе. Күптән түгел больницанан сығыуы раҫтыр, быуылып йүтәлләргә тотондо, йүтәлләүен ишетмәһәм дә билдән һынғандай бөгөлөп төшөүенә ҡарап, уға ныҡ ҡыйын икәнлеген белдем. Өйәнәге үтте шикелле, ҡул һырты менән ауыҙ моронон һыпырғас, ҡарашын ян-тирәһенә йүнәлтте, күҙәтеүсәнлеге, ҡыҙыҡһыныусанлығы миңә оҡшаған.
Бына ул башын тура тотоп, миңә ҡараны, танырға теләгәндәй, ҡулын ҡашы өҫтөнә ҡуйҙы. Ирекһеҙҙән, күр мине, улыңды, тигәндәй, мин дә аяғүрә баҫтым. Бер-беребеҙгә тишерҙәй итеп төбәлдек биниһая ваҡыт. Шул һирпелешеп алыуыбыҙ бер ғүмерҙәй оҙон тойолдо. Атайым тағы ла быуылып йүтәлләп алғас, хушлашып, минең тарафҡа ҡулын болғағандай итте лә ҡапҡаһы эсенә инеп юғалды. Шулай итеп, икебеҙ араһын бүлгән ҡаршылыҡ артына инеп боҫто атайым. Тағы шуны күҙалланым: был беҙҙең беренсе һәм һуңғы осрашыуыбыҙ, былайтып башҡаса һис ҡасан ҡапма-ҡаршы баҫып, һүҙһеҙ текәлешеп тормаясаҡбыҙ, ул минең ҡарашымдан мәңгегә юйыласаҡ, билдәһеҙлеккә китеп юғаласаҡ, иртәнге томандай тараласаҡ. "Мин һине ғәфү итәм, атай, йәшә, донъяла барлығыңды белеү үҙе үк бәхет, һине киләсәктә эсемдән булһа ла һис ҡасан яманламаясаҡмын, ҡарғамаясаҡмын, бая юлда килә ятҡанда ташлаған ғәйептәремде кисерә алһаң, кисер. Ниндәй генә хәлдә лә һин минең атайым булып ҡалаһың..." Ирендәрем ирекһеҙҙән ошо һүҙҙәрҙе шыбырҙанылар. Еңел һулап ҡуйҙым. Ҡәнәғәтлек, күңел тыныслығы кисергәндәй, ҡайтыр яҡҡа ҡарай ҡайырылдым.
Кире ауылға ҡайтып ингәнемдә ҡояш байымағайны әле. Ауыл осондағы юл сатына ярпайып баҫҡан әсәйем минең яҡҡа өңөлөп ҡарап торҙо ла, танығас, ҡаршыма йүгерә башланы, быуынһыҙланып, бер нисә тапҡыр йығылып та китте, эргәмә килеп сүгеп ҡосаҡлағас, сеңләп илап ебәрҙе:
- Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса?
- Һеҙ үҙегеҙ һуң, именһегеҙме? - Һорауға һорау бирҙем. Әсәйемдән бер аҙым ҡалмай сабыулаған Алғыр тирле маңлайымды, күҙҙәремде, биттәремде алмаш-тилмәш яларға кереште.
- Беҙҙе ҡайғыртҡан була тағы, һине эҙләп, тотош ауылды аяҡҡа баҫтырҙым, Мәҙинә апайың, Лена, Валера бошоналар, Лида илаулай, класташтарың Һаҡмар яғында һине эҙләйҙәр, ҡалғандар Сейәле Түңдә, Аҡташта...
- Әсәй, мин атайымды барып күрҙем, уның донъяла барлығына ышандым.
Беҙҙең менән бергә йәшәмәһә лә минең күңел терәгем булған тере атайым бар, атайым булғас, мин - арҡалы бала!

(Аҙағы. Башы 41-44-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.24 | Ҡаралған: 73

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru