«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БИРЕШМӘЙЕМ, ТИҺӘҢ...
+  - 

Көҙ, йылдағыса, һалҡын тейҙереүҙән һәм төрлө вирустарҙан сирләй торған осор инде ул. Быйыл, етмәһә, йылы мәлдең ҡапыл ғына ҡышҡыса һалҡын көндәргә күсеүе лә вирустарҙың әүҙемлегенә килтерәсәк. Рәсәйҙең 16 төбәгендә дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр һанының артып китеү сәбәптәрен табиптар тап ана шул һауа торошондағы температура тирбәлеше менән бәйләй ҙә инде. Белгестәр, төрлө ағзаларҙы зыянлауына ҡарамаҫтан, пневмония менән менингиттың үҙ-ара оҡшаш билдәләре хаҡында һөйләне.

Пневмония
Был үпкәләрҙәге ҡыуыҡтарҙың (альвеола) шыйыҡса йәки эрен менән тулыуына килтерә торған йоғошло сир. Ә был иһә үҙ сиратында ҡаҡырыҡлы йүтәлләү, өшөү, тән температураһының көсәйеүе һәм тын ҡыҫылыуға килтереүе ихтимал. Пневмонияны ҡуҙғытыусы бактерия - ул пневмококк. Был сир шуның менән дә ҡурҡыныслы: тейешенсә дауаланмаған осраҡта ул ҡайһы бер ауырыуҙарға, айырыуса хәүеф ихтималлығы төркөмөндәгеләр өсөн ҡатмарлашыуҙарға алып килеүе бар. Улар араһында бактериемия (бактерияларҙың ҡан йөрөү системаһына үтеп инеүе), тын ҡыҫылыу, плевраларҙағы шыйыҡсаның күбәйеүе, үпкә абсцессы. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа пневмококктарҙың антибиотик тәьҫиренә бирешмәй башлауы ла хәүеф тыуҙыра. Пневмококк пневмонияһы менән бигерәк тә ике йәшкә тиклемге балалар сирләүсән. Тап шул сәбәпле пневмококк инфекцияһына ҡаршы иҫкәртеүсе вакциналар Милли календарь буйынса 5 йәшкә тиклемге бөтөн кескәйҙәргә лә эшләнергә тейеш, сөнки был йәш төркөмө сирҙе ауыр кисерә һәм хатта үлем осраҡтары ла була. Ә инде өлкән йәштәгеләргә прививка айырым осраҡтарҙа ғына яһала.

ОРВИ һәм грипп

Киҫкен респиратор вирус сирҙәре йышыраҡ өҫкө тын юлдарын зарарлай. Йыл һайын һәр өлкән кеше уртаса алғанда ОРВИ, шул иҫәптән грипп менән 2-4, ә балалар 6-9 тапҡырға тиклем ауырыуы ихтимал. Күпселек кеше сир билдәләрен медицина ярҙамына мөрәжәғәт итмәйенсә, йөрөп үткәрә. Ләкин был сирҙең ҡатмарланып китеү ихтималлығын оноторға ярамай һәм уға етди ҡарашта булыу кәрәк. ОРВИ-ның инкубация осоро 1-14 көн, билдәләре яҡшы таныш: тымау,тамаҡ ауыртыу, йүтәл. Сирлеләр йыш ҡына хәлһеҙлеккә, тән температураһы күтәрелеүгә зарлана. Әлеге ҡатмарлыҡтар башланып китмәҫ борон дауалау саралары күреү кәрәк һәм прививка эшләтеүҙән дә баш тартыу ярамаҫ ине. Милли календарь буйынса табиптар балаларға - туберкулез, В гепатиты, пневмококлы инфекция, коклюш, дифтерия, столбняк, полиомиелит, ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ, паротит һәм өҫтәлмә рәүештә - грипҡа ҡаршы, һыу сәсәге, А гепатиты, менингококк инфекцияһынан прививкалар эшләтергә кәңәш бирә. Гриптың айырыуса балалар һәм өлкәндәр, йөклө ҡатындар, иммунитеты көсһөҙ булған кешеләр өсөн хәүефле икәнен онотмағыҙ. Вакцина дауаханаға ятып дауаланыуҙарҙы һәм үлем осраҡтарын кәметә.

Менингококлы менингит

Был сир менингококк инфекцияһының бер төрө һәм ул баш мейеһе ярыһының эренләп елһенеүен аңлата. Хәүефле сир менингококк бактерияһы менән зарарланыуҙан башлана. Был бактерия танау-йотҡолоҡ юлдарынан эләгә һәм шунда үрсей, артабан уның ҡанға таралыуы ихтимал. Ул инде бактериемия тип атала. Был инфекцияның йәшен тиҙлегендә таралыуын билдәләйҙәр. Уның билдәләре һалҡын тейгәндәгенә лә, ағыуланыу билдәләренә лә оҡшаш була, ләкин ул бик тиҙ көсәйә һәм тәүлек эсендә сирлене теге донъяға алып китеүе мөмкин.
Менингококк менингиты бик киҫкен башлана: тән ҡалтырай, температура 38-40-ҡа тиклем күтәрелә. Сирлеләр баш ауыртыуға зарлана, ҡоҫа. Менингиттың бик хәүефле сир булыуын иҫтә тотоп, кисекмәҫтән медицина ярҙамына мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки пациент тәүлек әйләнәһенә табип күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Был сир һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең иң көнүҙәк мәсьәләләренең береһе, ул илдәге иң ауыр инфекция иҫәпләнә. Унан үлем осраҡтары 16 процент тәшкил итә. Уны иҫкәртеү өсөн 5 йәшкә тиклемге балалар ала торған прививкаларға өҫтәп, Милли календарға ярашлы, менингококк инфекцияһына ҡаршы ла вакцина эшләтергә кәрәк. Ул балаға 9 айлыҡ сағынан уҡ эшләнергә мөмкин һәм ул менингококтың 4 төрөнән һаҡлай.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре вакциналауҙы вирустарҙан һаҡланыуҙың ышаныслы сараһы тип раҫлай, сөнки ул сирләүҙе иҫкәртеп кенә ҡалмай, ә коллектив иммунитет булдырыуға ла булышлыҡ итә, ә был иһә көҙгө-ҡышҡы инфекциялар осоронда бик мөһим.

Ләйсән ЗАКИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.24 | Ҡаралған: 42

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru