«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ХӘБИБУЛЛА ҒӘБИТОВ
+  - 

Силәбенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә билдәле башҡорт йәмәғәт эшмәкәре, шағир, журналист, драматург һәм тел белгесе Хәбибулла Ғәбитовтың 140 йыллығына арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли ҡор үтте.

Төп маҡсаты Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорттар араһында Хәбибулла Ғәбитовтың ижади эшмәкәрлеген һәм мираҫын популярлаштырыу булған был осрашыуҙың ойоштороусылары булып Башҡортостандың Урал федераль округындағы вәкиле Әлфир Байымов һәм Силәбелә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы - Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рауил Әсәҙуллин сығыш яһаны. Әлфир Байымов һәм ҡорҙа ҡатнашыусылар башҡорт матбуғатын үҫтереүҙә, Ырымбурҙа һәм Өфөлә гәзит-журналдар сығарыуҙа, башҡорт теле нормаларын булдырыуҙа Хәбибулла Ғәбитовтың әһәмиәтле роле тураһында һөйләне.
Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы Ғәбитовтың ижади һәм ғилми эшмәкәрлеге 1913 йылдан башлана. Шул ваҡыттан алып уның шиғырҙары "Ваҡыт", "Тормош", "Мөғәллим", "Шура" кеүек башҡорт гәзит-журналдарында баҫыла башлай, тип иҫкә төшөрҙө тыуған яҡты өйрәнеүсе Михаил Хәбиров. Совет йылдарында уҡ Х. Ғәбитов Башҡортостандың милли матбуғатына һәм мәғарифына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. 1918 йылда "Тулҡын" йәштәр ойошмаһы Х. Ғәбитовтың "Башҡорт моңдары" тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығын сығара. "Урал йырҙары" исемле икенсе шиғырҙар йыйынтығы 1923 йылда донъя күрә. Уның "Ынйыҡай менән Юлдыҡай" пьесаһы (1924) күп тапҡыр республиканың башҡорт театрҙары сәхнәләрендә күрһәтелә.
Хәбибулла Ғәбитов бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич һәм башҡа алдынғы йәштәр менән бергә "Тулҡын" ойошмаһын төҙөй. Башта ул "Башҡортостан йәштәре берлеге" тип атала. Нәҡ ошо Нуриәғзәм Таһиров һәм Абдулхәй Иркәбаев кеүек йәштәрҙе туплаған ойошма Шәйехзада Бабичтың иҫән сағындағы берҙән-бер шиғырҙар йыйынтығын, Хәбибулла Ғәбитовтың "Башҡорт моңдары" исемле тәүге китабын сығара.
Хәбибулла Ғәбитов - "Башҡортса яҙыу ҡоралы", "Башҡорт теленең сарыфы", "Башҡорт теленең грамматикаһы" һәм башҡа ғилми хеҙмәттәрҙең авторҙашы. Шулай уҡ "Боронғолар һүҙҙәре. Башҡорт телендә мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр" фольклор йыйынтығының автор-төҙөүсеһе (Ғ. Ф. Вилданов менән бергә).

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.24 | Ҡаралған: 388

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru