Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, билдәле тележурналист Рәмзиә Кәримова беренсе ҡатын-ҡыҙҙар отряды ирекмәндәре сафына баҫты һәм МХО биләмәһендәге хәрби госпиталгә эшкә юлланды. Алдағы бер нисә аҙнала ул медиктарға ауырыу һәм яралы һалдаттарҙы ҡарарға ярҙам итәсәк.
- Коллегабыҙҙың ниәте менән ғорурланабыҙ. Республикала беренсе ҡатын-ҡыҙҙар отряды барлыҡҡа килеү менән үк ул шунда уҡ исемлеккә яҙылды. Ул беренсе төркөмгә инмәне һәм хәҙер ялға ҡайтҡан ирекмәндәрҙе алмаштырыу ваҡыты еткәс, МХО зонаһына юллана. Шуны билдәләп үткем килә, был эш түләүле түгел, депутат йөрәк ҡушыуы буйынса бара, шәхси ваҡытын, аҡсаһын сарыф итә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, улар һәр төрлө ярҙам күрһәтәсәк, яралы һалдаттарға яҡын туғандарын алмаштырасаҡ, - тине БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
- Әгәр ҙә беҙ Башҡортостан юлдаш телеканалының "Яңылыҡтар" тапшырыуҙарында Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек тураһында һөйләйбеҙ икән, үҙебеҙҙән башларға тейешбеҙ. Икенсенән, мин тыуған илемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Тыуып-үҫкән төйәгемдән, килен булып төшкән еремдән, иремдән, балаларымдан, эш урынымдан, дуҫтарымдан, ғөмүмән, тормош юлымда осраған кешеләрҙән уңдым. Бушлай ике юғары белем алдым, социаль торлаҡ программаларында ҡатнаштыҡ, балаларыбыҙ дәүләт медицина учреждениеларында донъяға килде, Әсәлек капиталы бирҙеләр, балаларға пособиелар түләнеләр, ҡыҙым әле Һамар медицина университетында бюджет нигеҙендә белем ала. Республикам, халҡым мине шәхес кимәленә күтәрҙе. Оло ышаныс күрһәтеп, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутат итеп һайланылар, Башҡортостан тележурналистары араһында иң беренсе "Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы" тигән абруйлы исемгә лайыҡ булдым. Шуға күрә хәҙер Ватаныбыҙ именлегенә хәүеф янағанда иңебеҙҙе ҡуйыр, һүҙ менән генә түгел, аныҡ эштәр менән яуап бирер ваҡыт етте, тип иҫәпләйем. Мөхәббәт бит ике яҡлы булырға тейеш. Минең, ябай журналист булараҡ, аҡсалата ярҙам күрһәтерлек мөмкинлегем юҡ, әммә ысын йөрәктән ҡул көсөм, күңел йылыһы менән бүлешә алам, - тине Рәмзиә Кәримова.
Быға тиклем тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды ирекмәндәренең МХО зонаһынан Башҡортостанға ҡайтыуы тураһында хәбәр ителгәйне.
Әйткәндәй, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы алып барыусыһы Эльмира Юлдашева МХО-ға барырға ҡарар иткән. Актриса махсус операция бурыстарын алғы һыҙыҡта үтәргә ниәтләй, шуға күрә бөгөн БПЛА операторына уҡый. "Мин - Тыуған илемдең патриоты. Ватаныбыҙҙы һаҡларға кәрәклегенә һаман да шикләнгән ир-егеттәргә өлгө булғым килә. Коллегаларым минең ҡарарымды бик хупланы. Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге минең эш урынымды һаҡлап ҡаласаҡ", - тине Эльмира. Ул үҙенең ниәте ныҡлы булыуын, әммә барыбер бер аҙ борсолоуы хаҡында һөйләне. "Әлбиттә, мин борсолам. Әммә көслө кешемен, тормошта күпте күрҙем. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Яҡындарыма терәк-таяныс булыуҙары өсөн рәхмәтлемен", - тине актриса.
Эльмира Юлдашева республикала "Ай ҡыҙы" башҡорт телесериалында (режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов) төп ролде башҡарыусы актриса булараҡ билдәле, шулай уҡ ул - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА