«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫНАЛҒАН ЫСУЛ БЫЛ - ХАЛЫҠ МЕНӘН ТУРА БӘЙЛӘНЕШ
+  - 


Йыл ахыры яҡынлашҡан көндәрҙә ил етәкселегенең халыҡ менән тура бәйләнешкә сығып, көнүҙәк һәм кисектергеһеҙ мәсьәләләр буйынса күҙмә-күҙ һөйләшеп, күңелде борсоған һорауҙарға яуап-аңлатмалар ала торған матур традицияһы йәшәп килә.

Быйыл да Рәсәй Президенты менән тура бәйләнеш декабрь айы урталарында үтәсәк, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт сығанаҡтары. Был ваҡиғанан алда, ғәҙәттә, Рәсәйҙең төбәк етәкселәре лә халыҡ менән осрашып, аралашып алыу ғәҙәтенә тоғро ҡала. 3 декабрҙә Башҡортостан Башлығы менән шулай уҡ тура бәйләнеш булып үтте. Был республикала көтөп ала торған ижтимағи-сәйәси ваҡиға ул. Тап ошо формат власть менән йәмғиәт араһында һөҙөмтәле диалог булдырыу, йәғни халыҡ менән тура бәйләнештә эшләүҙең һыналған ысулы булып танылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе лә халыҡ менән тура бәйләнештең мөһимлеген гел һыҙыҡ өҫтөнә алып үтә. Уның көн дә тип әйтерлек Башҡортостан райондары буйлап эш сәфәрҙәрендә булыуы, кешеләр менән күҙмә-күҙ аралашыуы ошо ҙур эштең бер өлөшө, сөнки, уның фекеренсә, эштәге ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе халыҡ менән бәйләнешһеҙ күреп булмаҫ, идара итеү һөҙөмтәлелегенә өлгәшеп, кешеләр өсөн мөһим булған мәсьәләләрҙе лә хәл итеп булмаҫ ине. "Кабинеттан бөтәһен дә күреү мөмкин түгел. Хәйер, мин республика буйлап күп йөрөп, кешеләр менән аралашһам да, хатта ошо эш сәфәрҙәрендә лә был дүрт миллионлы төбәктә нимәләр булып ятыуы хаҡында барыбер тулы күренеш күҙ алдына килеп бөтмәҫкә мөмкин", - тип тура бәйләнештең мөһимлеген тағы бер тапҡыр тәҡрарланы Радий Хәбиров. Һәм әлеге тура бәйләнештә күтәрелгән ҡайһы бер һорауҙар һәм уларға яуаптар - гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына.

Урмансылар паркы

"Урмансылар паркы икенсе һулыш алды. Кис көнө унда ҡала халҡы рәхәтләнеп йөрөй, был - бик күркәм урын, Өфөнөң үҙенсәлеге, - тип белдерҙе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиевтың һорауына яуап биреп. - Ул федераль ҡануниәт яғынан ныҡ һаҡлана, сөнки унда ҡала урмандары, был бик етди факт. Бөгөн мин унда булдым, кешеләр менән аралаштым. Халыҡ күп, парк та матур. Беҙ Урмансылар паркын тәртипкә килтерҙек, төп бурысты башҡарҙыҡ: юлдар, яҡтыртҡыстар, таҙалыҡ, тәртип. Паркта аралашҡан кешеләр һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн бында спорт блогын эшләүҙәрен һораны".

Уртаса хеҙмәт хаҡы

Башҡортостан Башлығы һуңғы ике йылда республика буйынса уртаса хеҙмәт хаҡының тиҙ артыуы хаҡында һөйләне. "Был иҡтисадтың, эшкәртеү сәнәғәтенең йылдам үҫеше менән бәйле. Эшкәртеү сәнәғәте һәм оборона предприятиелары эш хаҡы 200 мең һумға еткән вакансиялар тәҡдим итә. Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы - 66 мең һум тирәһе. Беҙҙә табиптар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр өсөн ярҙам саралары ғәмәлдә. Миграция сәйәсәте беҙҙең файҙаға үҙгәрҙе, күсеп килеүселәр беҙҙән китеүселәргә ҡарағанда күберәк. Шуныһы мөһим: беҙҙә уҡырға килгән йәштәр күп. Ун беренсе класты тамамлаусыларҙың дөйөм һаны һәм бюджет урындары һаны тап килә тиерлек. Һәр сығарылыш уҡыусыһының бюджетҡа инеү мөмкинлеге бар. Шул уҡ ваҡытта уртаса эш хаҡы кимәле буйынса илдең башҡа төбәктәре араһында беҙ 35-40-сы урындар араһында торабыҙ. Шуға күрә үрләйһе үрҙәр бар", - тине Хәбиров.

Ҡурайсылар ансамбле

Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында Дәүләт ҡурайсылар ансамбленә нисек эләгергә мөмкин икәнлеге хаҡында ла һөйләне. Өфө ҡалаһының 7-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Данил Никитин тура эфирҙа башҡорт телендә уға ошондай һорау бирҙе. Йәш ҡурайсы балалар ансамбле менән бергә республика етәксеһе һәм тамашасылар өсөн уйнап та күрһәтте. Уларҙың коллективы яңыраҡ Дәүләт ансамбле менән таныштырыу сараһында ҡатнашҡан икән. "Ҡурайҙа уйнау бик яҡшы, тимәк, шәхес гармониялы үҫешә. Улар республикабыҙҙың сәнғәт училищеларында уҡый ала, сәнғәт институтында ла бүлек бар, унда юғары белем алырға мөмкин. Үҙеңә ышанырға кәрәк һәм шул саҡта барыһы ла тормошҡа ашыр, - тине Радий Хәбиров һәм Данилды башҡорт телендә таҙа һөйләшкәне өсөн маҡтаны.

Ветерандарға ярҙам итеү

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнештә Махсус хәрби операция ветерандарын эшкә урынлаштырыу хаҡындағы һорауға яуап биреп, төбәк етәкселегенең бурысы - хәрбиҙәргә республикаға ҡайтҡандан һуң социалләшергә ярҙам итеү, тип билдәләне. "Беҙҙең алда бик мөһим бурыс тора - хәрбиҙәргә республикаға ҡайтҡандан һуң социалләшергә ярҙам итеү. Граждандарҙы уҡытыу буйынса федераль программа бар, был маҡсатта йыл һайын 700 миллион һумдан 1 миллиард һумға тиклем аҡса бүленә. Был программа буйынса МХО-ла ҡатнашыусылар яңы һөнәр алырға мөмкин".
Радий Хәбиров шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар дәүләт хеҙмәтенә эшкә йәлеп ителәсәге хаҡында һөйләне. "Бөгөн бер нисә районда МХО ветерандары депутат итеп һайланды, шулай уҡ ауыл хакимиәте башлығы булып эшләйҙәр. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәрҙең күбеһе "Ватанды һаҡлаусылар" фондына координатор булып урынлаша, яуҙаштарына ярҙам итә. Күптән түгел бер яугирҙы республика Башлығы хакимиәтенә эшкә саҡырҙым. Минеңсә, иң мөһиме, егеттәрҙең донъяға ҡарашы үҙгәрә, улар ҙур тормош тәжрибәһе ала, аңлы һәм эшлекле була. Был сифаттар дәүләт хеҙмәтендә бик файҙалы буласаҡ".

Назаров вазифаһында ҡала

Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһында ҡала, уның эшләргә көсө лә, теләге лә бар. Был хаҡта Радий Хәбиров республика Башлығы менән тура бәйләнеш барышында белдерҙе. "Хөкүмәт, минеңсә, ҡуйылған бурыстарҙы яҡшы үтәй. Уларға ғәҙәти булмаған шарттарҙа эшләргә һәм саҡырыуҙарға яуап бирергә тура килде. Андрей Геннадьевичҡа эше өсөн рәхмәтлемен. Беҙ уның менән эшен дауам итеү тураһында һөйләшеп килештек. Уның энергияһы, теләге бар, тәжрибәһе лә байтаҡ", - тип билдәләне республика етәксеһе.

Әр-Рәхим мәсете

Республика Башлығы Радий Хәбиров "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовтың Әр-Рәхим мәсете тураһындағы һорауына яуап биреп, объектты төҙөүгә бер нисә миллиард һум аҡса бүленәсәге хаҡында белдерҙе. "Ысынлап та, был ҡатмарлы мәсьәлә. Унда башҡараһы эштәр күп әле. Иң мөһиме - беҙ объектҡа анализ эшләттек, экспертиза һөҙөмтәләре декабрҙә әҙер буласаҡ. Нигеҙе һәм стеналар яҡшы торошта. Ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Быйыл манараларын эшләп бөтәсәкбеҙ. Хәҙер фасадын проектлауҙы башлайбыҙ. Киләһе йылда тышҡы эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ. Иң мөһиме - финанслау бар. Һүҙ бер нисә миллиард тураһында бара. Дөйөм сумма проектлау эштәренән һуң билдәле буласаҡ. Өс йылдан объект 80 процентҡа төҙөлөп бөтәсәк. Бөтә төҙөлөш эштәре дүрт йыл дауам итер тип күҙаллайым", - тине Радий Хәбиров.

Үҙенең отставкаһы тураһында

"Минең отставка тураһында ялған хәбәрҙәр 2018 йылдың 12 октябрендә башланды, моғайын, улар берәйһен ҡыуандыралыр. Мин уларға асыҡ эшемдең бер өлөшө тип ҡарайым", - Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында үҙенең отставкаһы тураһында имеш-мимешкә шулай тип яуап ҡайтарҙы. "Имеш-мимеш хәбәргә бер ҡасан да ышанырға ярамай. Улар йәшәргә ҡамасаулай. Ләкин тототороҡлоҡто ҡаҡшатырға, минең эшемә лә ҡамасауларға тырышҡан көстәр бар. Юғары вазифа биләгәс, буш хәбәрҙәргә мин эшемдең ҡотолғоһоҙ бер өлөшө тип ҡарайым. Үҙемдең отставкам тураһында имеш-мимештәргә һәр ваҡыт комментарий бирә алмайым бит. Минең бер ҡайҙа ла китмәүемә һәм республикабыҙҙа эшләүемә күнегергә ваҡыттыр, моғайын", - тине Радий Хәбиров.

Салауат Юлаев һәйкәле

"Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау өсөн йыл ярым самаһы ваҡыт кәрәк. Эштәр 2025 йылда башлана, республика ҡаҙнаһынан төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленә, - тип яуап бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналист Рита Өмөтбаеваның һорауына. - Һәйкәлде юҡ итергә тигән уйыбыҙ юҡ. Киләһе быуындар һәм республика өсөн һәйкәлде һаҡлап ҡалыу теләге генә бар. Беҙҙең алда бик ҡатмарлы бурыс тора. Һәйкәлдең торошо борсолоу тыуҙыра. Шуға беҙ ошо эште башларға мәжбүр булдыҡ". Ул шулай уҡ эксперт комиссияһының талабы буйынса һәйкәлде һүтеү тураһында ла әйтте: "Бөгөн реконструкция проекты дәүләт федераль эксперт комиссияһының ыңғай һығымтаһын алды. Эште башлау өсөн документтар бар. Уға тиклем быны нисек эшләргә кәрәклеген бергәләп тикшерәбеҙ. Реконструкция хатта һәйкәлдең ҡайһы бер өлөштәрен алмаштырыуҙы күҙ уңында тота", - тине республика етәксеһе.

"Дәрүиш рухы+" концерты

Башҡортостанда "Дәрүиш рухы" музыкаль фестивален йыл һайын ойошторорға тигән тәҡдим индерелде. Башҡортостан Башлығы ошо турала белдерҙе. "Бик матур сара! Мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙы Шафиҡова уны йыл да үткәрергә тәҡдим итә. Майҙансыҡ та һәйбәт. Көрәш һарайында, спорт ярыштарынан тыш, ошондай мәҙәни саралар ойоштороу мөмкинлеге лә бар, - тине Радий Хәбиров һәм фестивалдә "Рух" төркөмөнөң "Өлгөрмәнем" йыры күңеленә үтеп инеүен, хәҙер уны машинала тыңлауын һөйләне. "Егеттәргә ошо йыр өсөн рәхмәт әйтегеҙ. Ул уйланырға ла мәжбүр итә, бик сифатлы ла", - тине республика етәксеһе.

Яугир ғаиләһенә ярҙам

Тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән яугирҙарҙың ғаиләләре һәм туғандары өсөн ярҙам сараларын киңәйтергә ҡушты. "Хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәргә бәйле хәл эмоциональ яҡтан ауыр, сөнки был түҙә алмаҫлыҡ, икһеҙ-сикһеҙ ғазап. Әгәр ғаиләнең белешмәһе һәм документтары булмаһа, ниндәйҙер льготаларҙы ала алмай. Республиканың Хеҙмәт министрлығы менән ошо мәсьәләне хәл итербеҙ", - тине республика етәксеһе.

Шакировҡа һәйкәл

Башҡортостан Башлығы республиканың күренекле дәүләт эшмәкәре, 1969-1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйыу урынын билдәләүҙәрен әйтте. "Беҙ, ысынлап та, Миҙхәт Закир улы Шакировҡа ихтирам белдерергә теләйбеҙ. Дорофеев һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге скверҙа яҡынса һәйкәл урынын билдәләнек", - тип һөйләне республика етәксеһе. Биләмәне төҙөкләндереүҙе иҫәпкә алғанда, бының өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк, тип өҫтәне ул. Әммә республика бюджетында был маҡсатҡа 50 млн һумға яҡын аҡса һалынған. Әле Өфөлә Башҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре Зыя Нуриевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында мәсьәлә хәл ителә, тип тә билдәләне Радий Хәбиров.

Бал ҡорттары

Бөрйән районы умартасыһы Вадим Сәйфетдинов Радий Хәбировтан башҡорт бал ҡортоноң популяцияһын кәметкән сирле ҡорттарҙы башҡа төбәктәрҙән контролһеҙ индереүгә юл ҡуймау буйынса саралар күреүен һораны. "Бының ҡатмарлы проблема икәнен, умартасыларҙың башлыса көньяҡ төбәктәрҙән бал ҡорто пакеттарын килтереп, һуңынан башҡорт балы тип һатыуҙарын беләм. Антибиотиктар ҙа ҡулланалар. Беҙҙең ветеринария хеҙмәттәре ошо хаҡта белә һәм сара күрә", - тип билдәләне Радий Хәбиров. Ә Башҡортостан вице-премьеры - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов быйыл Хөкүмәт бойороғо буйынса бал ҡорттарын законһыҙ индереүгә юл ҡуймау операцияһы уҙғарылыуы хаҡында һөйләне. "Республикала тәүге тапҡыр "Бал ҡорто" операцияһы ойошторолдо. Ул һөҙөмтә бирҙе. Эш дауам итер. Үҙебеҙҙең бал ҡорттарын яҡларға кәрәк", - тине Илшат Фәзрахманов.

Ҡоролтай съезына баһа

Радий Хәбиров Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Өфөлә 13 декабрҙә үтәсәк сираттағы съезының әһәмиәтен баһаланы. "Беҙ ысынлап та Башҡорт ҡоролтайы йыйынын көтәбеҙ. Был милләт, республика өсөн бик етди ваҡиға булып тора, - тине республика етәксеһе. - Ҡоролтайҙы беҙҙең өсөн дә, Рәсәйҙән ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн дә ҡатмарлы осорҙа ойошторабыҙ. Башҡорт милләтен тарҡатырға маташыусылар бар. Сит илдәрҙән нимәлер әйтергә теләгән кешеләр бар, улар бик аҙ, әлбиттә, - тине Радий Хәбиров. - Ҡоролтайҙың әһәмиәте ҙур. Ул нисек үтер һәм унда ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителер, ҡарарбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, республиканан ситтәге башҡорт мәктәптәренә ярҙамға килгәндә, был йәһәттән эшемде "өслөгә" баһалайым. Мин һәр ваҡыт өҫтөнлөк принцибы буйынса йәшәйем. Минең өсөн Башҡортостан - төп өҫтөнлөк. Ҡоролтайҙа был турала ла һөйләшербеҙ".

Башҡорт киноһын үҫтереү

Башҡортостан Башлығы башҡорт киноһына артабан да ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. Республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов башҡорт киноһына ярҙам һәм башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса фильмдар төшөрөү мөмкинлеге тураһында һораны. "Гранттар йыл һайын бүленер. Шәп фильмдар төшөрөлһә, артабан күҙ күрер. Төрлө кинолар бар: аҙ ғына аҡсаға төшөрөлгән киноны ҡарауы еңел, етдиерәктәре лә бар. "Һеңлекәш" сағыу фильмдарыбыҙҙың береһе. "Өфөнән һөйөү менән", "Шағир көндәлеге" - былар барыһы ла бик ҡыҙыҡлы. Хәҙер башҡорт киноһы яңырыу кисерә", - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Ер аҫты байлыҡтары

Тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров йәмәғәт эшмәкәре Тимур Вәлитовтың һорауына яуап биреп, ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшенә ыңғай баһа бирҙе. "Был комиссия бик мөһим бурыс үтәй. Ваҡытында уны булдырып, яҡшы ҡарар ҡабул иттек. Комиссия халыҡты мыҫҡыл иткән намыҫһыҙ ойошмаларға ҡаршы көрәш маҡсатында булдырылды. Баймаҡ районында булғанда ҡатламлы таш сығарылған карьерҙы ҡараным, унда ҡаҙыу эштәре ҡырағайҙарса алып барыла ине. Әйткәндәй, халыҡ ошо нигеҙҙә үпкәһен белдерҙе бит. Унда ҡайһы бер ойошмалар Украинаның элекке премьер-министры урынбаҫарының ҡулы аҫтында эшләгән, аҡса сит илдәргә китеп торған", - тине республика Башлығы.
Радий Хәбиров ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияға етәксе итеп йәнә Азат Бадранов тәғәйенләнеүе хаҡында һөйләне. "Беҙ ошо комиссия ярҙамында "Таналыҡ", "Графское" һәм башҡа намыҫһыҙ ойошмаларҙың эшен контролгә алдыҡ. Әле суд ултырыштары бара. Шуны әйтергә кәрәк, улар барыһы ла тынысланды, беҙҙе тыңлап, экологик мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә әҙер булды. Ил хөкүмәтенән лицензиялар биреүгә мораторий индереүҙе һораныҡ. Беҙ комиссияның эшен тамамламайбыҙ, уның мөмкинлектәре бик ҙур. Хәҙер Ҡармаҫҡалы районында ҡом ҡаҙыу эштәре бара, ни тиһәң дә, ҡом кәрәк, әммә уны билдәләнгән күләмдән күберәк сығарыу тыйыла һәм йөк транспортына артығын тейәмәһендәр ине. Сөнки юлдарҙы боҙоп бөтәсәктәр. Комиссия йәнә ошондай ойошмаларҙы контролләйәсәк", - тип билдәләне республика Башлығы.

Башҡорт аты

Әбйәлилдән Айтуған Фәттәхов "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивален үткәреүҙе ойошторған өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәтен белдерҙе һәм башҡорт тоҡомло аттарға арналған төрлө проекттар ойоштороуҙа ярҙам итеүен һораны. "Башҡорт тоҡомло аттар тураһында нимә беләһең, тип һораһаң күп йәштәр яуап бирә алмай. Уларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ проекттар кәрәк, һеҙҙән ярҙам һорайбыҙ", - тине эшҡыуар.
"Беҙ "башҡорт аты" төшөнсәһен патентланыҡ, уны яҡланыҡ. Хәҙер теләһә ҡайҙа "башҡорт аты" тип әйтә алмаясаҡтар, хоҡуҡи яҡтан беҙ бының өсөн штраф һала алабыҙ. Был эштәрҙең башы ғына, тағы ла беҙҙең Шишмә районында Турахан кәшәнәһе эргәһендә Башҡорт аты үҙәге төҙөләсәк, шуға был мәсьәләлә кәңәшләшербеҙ, нисек эшләргә ҡарарбыҙ", - тип яуап бирҙе республика етәксеһе.

Өфө-II ҡаласығы

"Республика Башкортостан" гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева "Өфө-II" ҡаласығы перспективалары тураһында ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан Башлығы урында табылған ҡомартҡыларҙы һаҡлау өсөн депозитарий проекты барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Федераль программаға эләгергә теләп тә, әлегә килеп сыҡмауы тураһында ла белдерҙе. "Тәүҙә Евразия күсмә халыҡтары музейын төҙөп бөтөргә кәрәк, был 2027-2028 йылға тиклем дауам итергә мөмкин. Шуған "Өфө-II" ҡаласығы мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтырбыҙ", - тип яуап бирҙе республика етәксеһе.


"Киске Өфө" гәзите, №48, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.24 | Ҡаралған: 73

Киске Өфө
 

Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru