Райондарҙа үткән бер осрашыу мәлендә залдан кемдер яҙма рәүештә бер һорау биреп, шуға яуапты "Киске Өфө" гәзитендә баҫтырып сығыуымды үтенгәйне. Һорауға яуап яҙғанда халҡыбыҙҙың "Иҫәпкә - бар, һанға - юҡ", тигән әйтеме иҫкә килеп төштө.
"Ни өсөн башҡорт ҡыҙҙары сит милләт вәкилдәренә кейәүгә сыға? Ни өсөн ул ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе быға үҙ ризалығын бирә һуң? Кем ғәйепле бында: ҡыҙҙар үҙҙәреме, әллә уларға өйләнмәгән үҙебеҙҙең егеттәрме? Ҡыҙҙарҙы ситкә ебәреү кәрәкме? Мәҫәлән, 6-7 йыл элек "Йәшлек" гәзитендә Германияла немецҡа кейәүгә сыҡҡан башҡорт ҡыҙы тураһында мәҡәлә уҡығайным. Беҙҙең кеүек сағыштырмаса аҙ һанлы милләт ҡыҙҙарының сит милләт вәкилдәренә кейәүгә сығыуы нимәгә килтерере көн кеүек асыҡ бит. Гәзиттәге шул мәҡәләне онотоп булмай. Йән әрней, көйөндөрә. Немец фашистары менән һуғышҡан олатайҙар хаҡында ла уйлайым. Һеҙ ошондай хәлдәргә ниндәй ҡарашта?"
Ысынлап та, исеме билдәһеҙ милләттәш биргән был һорауға бер нисек тә битараф ҡалып булмай. Хәйер, ҡатнаш никахтар мәсьәләһе беҙҙең һымаҡ сағыштырмаса аҙ һанлы милләт өсөн һәр заманда ла мөһим булып ҡаласаҡ. Совет дәүерендә үк беҙ милләтебеҙгә ҡурҡыныс менән янаған ике күренеште атап, уларҙың береһен - эскелектә, икенсеһен ҡатнаш никахтарҙа тип танығайныҡ. Ул саҡтан алып быуат, меңйыллыҡ, ижтимағи ҡоролош, дәүер алмашынды, әммә проблемалар тороп ҡалды. Әммә ыңғай үҙгәрештәр ҙә, берҙәй үк ҡатмарлы күренештәр ҙә юҡ түгел. Дөрөҫөрәге, милләтебеҙ үткән быуаттың аҙағындағы тотош ил эскән афәттән арыныуға йөҙ бороп, бөгөн эскелек айырым кешеләрҙең, айырым ғаиләләрҙең генә бәләһе булып ҡалды. Хәҙер ҡайһы бер ауылдарҙа үткән туйҙарҙа эсерерлек кеше таба алмайҙар, хатта айыҡ туйҙар үткәреү йолаға әүерелеп бара, һәр хәлдә, беҙ, башҡорттар, был афәттән ҡотолоп барабыҙ. Айыҡ туйҙар үткәреү йолаһын өйләнешеүсе йәштәр үҙҙәре башлап ебәрҙе. Иншаллаһ!
Икенсе проблемаға килгәндә. Баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт балалар баҡсалары һәм мәктәп-гимназиялары асыуҙа оло фиҙаҡәрлек күрһәткән зыялы затыбыҙ, хәҙер инде арабыҙҙа булмаған Мөхәмәт ағай Исҡужин Өфөлә өй беренсә йөрөп төҙөгән исемлекте күрһәтеп, үткән быуаттың аҙағында башҡорт йәштәренең үҙ-ара өйләнешеү күрһәткесе 99 процентҡа етте, тип ҡыуанып һөйләгәйне. Был күренеште илебеҙҙә һәм донъяла барған үҙгәрештәргә, милли рухыбыҙ, тарихи аңыбыҙ күтәрелешенә бәйләп аңлатырға була. Ысынлап та, тап шул мәлдән алып ҡатнаш никахтар элеккесә үк күп һанда түгел. Әммә, бирелгән һорауҙа әйтелгәнсә, үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, бер нисә йыл үтеүгә, беҙҙең йәштәр сит илдәргә, сит дәүләттәргә, океан аръяғына эшкә йә уҡырға китеп, донъяның башҡа милләт вәкилдәре менән никахҡа инә башланы. Шуның һөҙөмтәһендә беҙҙең арала бик күп һандағы йәһүд, әрмән, грузин, немец, инглиз, төрөк, итальян ейән-ейәнсәрле башҡорттар барлыҡҡа килде. Был аяныслы мәсьәлә хаҡында яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева бик күп тапҡыр ваҡытлы матбуғатта сығыш яһаны.
Һорау биреүсе ошо күренештең сәбәптәрен белергә теләй. Ысынлап та, кем ғәйепле бында: егеттәрме, ҡыҙҙармы, ата-әсәләрме, мәктәпме? Күптәр, әлбиттә, бында уларҙың барыһын да рухһыҙлыҡта ғәйепләй. Ошонда уҡ икенсе һорау ҙа тыуа: рухһыҙлыҡ ҡына сәбәпсеме бында? 1996 йылда мин дә ошо проблема хаҡында уйланыу һөҙөмтәһендә "Ҡыҙҙар алып киткән" тигән поэма яҙғайным. Ҡыҙҙарҙың ҡыр ҡаҙҙары кеүек теҙелешеп, ҡалаларға китеүе, шуның һөҙөмтәһендә ауылдарҙа егеттәрҙең өйләнә алмай тороп ҡалыуҙары, һаҡалдары биленә еткәнсе һаман да буйҙаҡ йөрөүҙәре бәйән ителгәйне унда. Әҫәрҙә мин егеттәрҙе ошондай хәлгә дусар итеүсе ҡыҙҙарға дәғүәмде белдергәйнем һәм үҙемде ул саҡта хаҡлы һананым. Башҡалар ҙа минең фекерҙе хупланы.
Хәҙер иһә, ҡыҙҙарға хөкөм ҡарары сығарырға ҡабаланғанмын икән, тип ҡуям. Ни өсөн тигәндә, ул саҡта ауылда ҡалған егеттәрҙең күбеһе өйләнмәйенсә ҡартайҙы, киткән ҡыҙҙарҙың күбеһе ҡала ятаҡтарында кейәүгә сыҡмай ҡартайҙы. Ә бит ауылдарҙа ҡалған егеттәр - донъя көтөргә, ҡыҙҙар бала табырға эшкинмәгән өсөн, йә булмаһа, өйләнешергә кеше булмағаны өсөн яңғыҙ ҡалманы бит. Улай булғас, сәбәп нимәлә: ни өсөн яҙмыш, тормош беҙҙең йәштәрҙе айырып, ғүмере буйына бер-береһенә тилмертеп йәшәтә һуң? Милләт өсөн тыуыр балаларҙы тыуҙырмай, тыуыр йәндәрҙе ожмахта һаҡлаған ҡөҙрәт, сер нимәлә? Йә булмаһа, һорауҙа әйтелгәнсә, ҡыҙҙарыбыҙҙың сит милләт өсөн балалар тыуҙырыуының сәбәбе нимәлә? Ни өсөн башҡалар арта, ә беҙ һаман да кәмемәһәк тә, йылдам арта алмайбыҙ?
Әлбиттә, был мәсьәләгә тарихи күҙлектән ҡарағанда, төрлө сәбәптәрен табырға булыр ине. Шулай ҙа иң бәләкәй ағас ҡайҙа үҫә, тип уйлайһығыҙ? "Сәнғәт" тип аталған 400 йәшлек, 15 сантиметрлыҡ иң бәләкәй ағас Японияла үҫә икән. Баҡтиһәң, был ағас үҫкән көршәктең төбө юҡ икән. Хикмәт шунда: ағастың көршәк төбөнән үҫеп сыҡҡан тамырҙарын даими рәүештә ҡырҡып торғас, ул буйға ла, арҡырыға ла үҫә алмай. Тимәк, беҙгә бөгөн һан яғынан үҫергә ҡамасаулаған төп сәбәп тарихи тамырҙарыбыҙҙан, йәшәү рәүешебеҙҙән айырылыуыбыҙға бәйле. Төптән уйлап ҡарағанда, сит илдәрҙәге, ауылдарҙағы, ҡалаларҙағы йәштәребеҙҙең хәле лә ошо факторға бәйле бит.
Аллаға шөкөр, тарихыбыҙға ҡайтыу йәһәтенән һуңғы егерме йыл эсендә күп кенә ыңғай күренештәр күҙәтелә. Хәйер, оло тарихи тәжрибәһе булған боронғо милләттәр һан буйынса артыуҙы төпмаҡсат итеп ҡуймай, тиҙәр. Сөнки милләт - ул тере организм һәм уның беҙ белгәндән тыш, үҙ эске йәшәү ҡануны, эске көйләнеш механизмы барҙыр. Кем белә, бәлки, йәшәйештең ошо дәүерендә һаҡланып ҡалыу өсөн ныҡ ойошҡан мобиль милләт формаһы ҡулайлыраҡтыр. Ни өсөн тигәндә, беҙ һаман да тарихыбыҙҙың беҙҙе ныҡ һыҙланырға мәжбүр иткән ауазы рухында, оҙайлы депрессия кисереп йәшәгән кеүекбеҙ. Беҙҙең һаман да шатлыҡлы йырҙарыбыҙ тыумаған кеүек, тик һағышлы йырыбыҙҙы тыңлағанда ғына беҙ үҙебеҙҙе ошо милләттең бер өлөшө итеп тоябыҙ һымаҡ. Әгәр ҙә киләсәктә кешелекте оло тәбиғәт катаклизмы, Туфан һыуы ҡалҡыуы йә башҡа төрлө афәттәр көтә торған булһа (Аллам һаҡлаһын), әҙерәк ҡырылыр өсөн милләт организмы үҙенең һанын арттырмай тоталыр, бәлки. Кеше ни тиклем күп ҡырылһа, бының өсөн ҡайғырыусылар ҙа күберәк була бит.
Мин 1996 йылда "Ҡыҙҙар алып киткән" тигән поэманы яҙғандан алып, милләтебеҙҙе үтә ныҡ борсоған ошо проблема хаҡында оҙайлы йылдар уйлана торғас, ошондай "бәлки" тигән фекерҙәргә килдем дә инде. Һәр хәлдә, үткән быуаттың аҙағында ауылдарҙан ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡыр ҡаҙҙары кеүек теҙелешеп сығып китеп, егеттәребеҙҙең ауылда тороп ҡалып, бөгөн килеп уларҙың күбеһенең ни өсөн яңғыҙ ҡартайыуының башҡа сәбәптәрен таба алманым.
Ә халҡыбыҙ "Иҫәпкә - бар, һанға - юҡ", тигән һүҙҙе лә бит сифат зарурлығынан сығып әйткән.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА