«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).

Яҡшы идара итеп, төбәктә тыныслыҡ һәм тәртип урынлаштырып, Перовский артабан да барса тирә-яҡтағы хәл-тороштоң имен-аман булыуына, иң мөһиме, император Николай Павловичтың уға тулыһынса ышаныс белдерәсәгенә ныҡлап өмөт итә, шуға күрә уның үҙенең администратор исеменә ҡуша яулап алыусы данын көҫәүе тәбиғи тойола, әммә бында уның булдыҡһыҙлығы ғына беленә. Идея авторы, уны нисек бойомға ашырыу хаҡында теоретик рәүештә генә уйланып һәм кәңәш ҡороп, был эште башҡарыуҙы үҙенең күҙәтеүе аҫтында башҡалар ҡулына тапшыра. Уның янындағыларҙың намыҫлы булыуҙарын шиккә алып булмай, әммә ул үҙенең ярҙамсыларын эш барышында асыҡланған яҡтан белмәй. Ябай йә аңлы рәүештә ебәрелгән хата һуңынан бар эште харап итә. Ваҡытында бер кем бер нәмә күрмәй, ә, бәлки, бәғзе берәүҙәр һиҙенгән хәлдә лә бер ни ҙә әйтмәйҙәр, сөнки Перовский ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы һәм күрһәтеүҙәрҙе яратмай, шуның арҡаһында уның ҡайһы бер проекттары уңышһыҙ тамамлана.
Уңышһыҙлыҡ бигерәк тә 1839 йылдағы Хива походында сағылыш таба: Хиваны тар-мар итеү маҡсатында иң яҡшы ғәскәрҙәрҙән тупланған отряд далала Эмбанан ары китә алмай, унда ҡышларға мәжбүр була һәм, сирҙәрҙән кешеләрен юғалтып, көсһөҙләнә, бер ниндәй маҡсатҡа өлгәшә алмайынса, яҙға хурлыҡлы рәүештә Рәсәйгә кире ҡайта, ә был күскенселәргә рустарҙың көсһөҙлөгөн генә күрһәтә.
Уңышһыҙлыҡтың төп сәбәптәренең береһе - Перовский отрядты барса кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеүҙе әүәлерәк бында генерал Эссен менән капитан дәрәжәһендә килеп, юғары дәрәжәгә өлгәшкән, шәхсән уның өсөн булдырылған башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы вазифаһын башҡарыусы генерал-майор Циолковскийға тапшыра. Циолковский 20-се йылдар аҙағында ике мәртәбә Бохараға бара. Беренсеһендә ҡышын сауҙагәрҙәр каруаны менән; каруан, ҡырғыҙҙарҙың һәм хивалыларҙың бер туҡтауһыҙ һөжүм итеп тороуы арҡаһында шул уҡ Эмба йылғаһынан линияға кире ҡайтырға мәжбүр була. Икенсеһендә Бохара әмиренә дипломатик бурыс менән ебәрелгән полковник Берг (һуңынан генерал-фельдмаршал һәм Польша батшлығы наместнигы) отряды менән бара.
Циолковский ни эшләптер Эмба аръяғында климат йомшағыраҡ, ҡаты һыуыҡтар булмай, тик көндәр бер аҙ һалҡынсараҡ тора, быны рустар еңел кисерер, тип фекер йөрөтә. Нисек кенә булмаһын, тын ҡурғыс эҫелә, тубыҡтан ишелеп торған ҡомға батып, күҙҙәргә, ҡолаҡтарға тулған туҙан эсендә, кешеләрҙең һәм хайуандарҙың тын алышы ҡыҫылып, һыуһыҙ интегеп йөрөүгә ҡарағанда ҡышын ҡар өҫтөнән барыу ул тиклем артыҡ арытмаҫ, тип уйлағандыр ул.
Шулай тип күҙалланған халәттә һалдаттарҙың йылы кейеме насар сифатлы тауарҙан тегелә. Тире тундар урынына өҫкө кейемдең эслеге өсөн ябаға (яҙын алынған һарыҡ йә иһә дөйә йөнө. - Тәрж. иҫк.) ҡулланыла, ул киндер менән ҡаплана; ҡыҫҡартылған ҡуныслы итектәр, ойоҡтар әсетелгән һарыҡ тиреһен эшкәрткәндән ҡалған насар сифатлы йөндән бәйләнә. Былар барыһы ла подряд буйынса бик хөрт, ышанысһыҙ эшләнә, тәү ҡарауҙан уҡ кешеләрҙең бындай кейем менән юлдың яртыһына ла етә алмаясағын күреп-белеп була ине, һәм тап шулай була ла. Ябаға эсле пальтолар, һәр саҡта ла һалдаттарҙың өҫ үлсәмдәренә тура ла килмәйенсә, йыртыла, ябаға ҡойолоп төшөп бара, ә тышҡы киндер ҡатламы, оҙағыраҡҡа сыҙаһа ла, һыуыҡтан һаҡламай, һалдатты йылыта алмай. "Әсетелгән" йөн ойоҡтар бер аҙна үтеүгә эшлектән сыға; һалдат аяҡтарын нимә менән булһа ла урап кейһә лә, улар өшөй, ә һыуыҡтар төшкәс улар туңа башлай; етмәһә, итектәре лә йөйҙәре буйлап тарҡала, сөнки ҡуныстары тотош күн урынына бер нисә киҫәктән тегелгән була.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе. (Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.24 | Ҡаралған: 61

Киске Өфө
 
Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru