«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАНҒА ҺУҠМАҺАЛАР ШТРАФ ТҮЛӘТӘЙЕК
+  - 

Баймаҡҡа аҡса ебәрергә уйлап, өйөбөҙ эргәһендәге почта бүлексәһенә барҙым. Был эш артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә атҡарылыр, тип уйлағайным, тик улай булып сыҡманы. Бланктың кәрәкле урындарын тултырып бөттөм дә, бер ыңғайы хат өсөн бүлегенә әсәйемә бер-ике ауыҙ һүҙ ҙә яҙып ҡуйҙым. Быға тиклем дә шулай итә инем. Тик был юлы ҡабул итеүсе почта хеҙмәткәре минең бланк артындағы башҡортса яҙған хатымды күрҙе лә, хеҙмәтләндереүҙән баш тартты. Хатты урыҫса яҙырға ҡушты. Минең аңлатырға маташыуҙарым да бушҡа ғына булып сыҡты. Аҡсаны тиҙерәк ебәрергә кәрәк ине, шуға ла почта хеҙмәткәре менән артыҡ бәхәс ҡуптарып торорға теләмәнем. Бланкты яңынан тултырып, уны хатһыҙ ғына ебәрҙем. Әсәйемә урыҫса хат яҙғым килмәне. Килмәне генә түгел, телем дә әйләнмәне, ҡулым да барманы.

Бер уйлаһаң, иғтибарға лайыҡ та түгел кеүек әлеге ваҡиға. Ярай, башҡортса хат тексын асыҡ бланкта ебәреп булмай икән дә, ти. Ә шулай ҙа бер минең хат менән генә бәйле шәхси проблема түгел бит был. Башҡортостан Республикаһы тип аталған илдә рус теле менән бергә дәүләт теле булып йөрөгән башҡорт теле ҡасан тулыһынса ғәмәлгә ашырыла башлар һуң? Эш бит бына нимәлә тора…
Гәзиттәрҙә йыш ҡына телебеҙҙе боҙоуҙар тураһында әсенеп яҙылған хаттар баҫыла. Һәр халыҡ хәҙер үҙ телен камиллаштырырға, байытырға, уны артабан үҫтерергә һәм һаҡларға тырыша. Был - тәбиғи хәл. Халыҡты халыҡ иткән - ул тел һәм рух. Телһеҙ халыҡ булмай. Белеүемсә, француздар француз телен яҡлау буйынса бик күп саралар үткәрә. Уларҙың закондарында француз телен боҙоп яҙған йәки урынһыҙға сит телдәр һүҙҙәрен ҡулланған өсөн ҙур ғына штрафтар ҡаралған. Ошондай уҡ саралар Венгрияла ла ҡабул ителгән. Уғыр тел төркөмөнә ҡараған венгрҙар үҙҙәрен уратып алған ят тел мөхитенән үҙ-үҙҙәрен элек-электән бик ныҡ һаҡлаған һәм әле лә сит тел йоғонтоһона бирелмәү өсөн төрлө саралар күрә. Төрөктәр ҙә ошондай уҡ сараларҙы ҡуллана.
Минең уйымса, беҙҙең республикабыҙҙа ла закондар сығарыу органдарына төрлө рәсми иғландарҙағы, яҙыуҙарҙағы башҡорт телендәге хаталар өсөн, йәиһә башҡорт теленең, әле мин телгә алған миҫалдағы кеүек, ҡулланыу даирәһен тарайтырға тырышыуҙар өсөн штраф түләтеү тураһында закон ҡабул итеү мәсьәләһен күптән күтәрергә кәрәк. Һалынған штрафтар ғәйеплеләрҙең кеҫәһе өсөн һиҙелерлек булырға һәм мотлаҡ түләтелергә тейеш. Шунһыҙ, ундай сараны ҡулланып тороу ҙа кәрәкмәй.
Әгәр дәүләт телдәрендәге хаталар өсөн штраф күләме һиҙелерлек булһа һәм бындай штраф һалыу һүҙҙә генә ҡалмайынса, мотлаҡ тормошҡа ашырылһа, файҙаһы буласаҡ, тип уйлайым. Шунһыҙ, беҙ төрлө тәҡдимдәр, декларациялар менән генә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ғәмәлгә ашыра алмаясаҡбыҙ. Был законды һанға һуғырға теләмәгән кеше өсөн бик һөҙөмтәле тәрбиәүи сара.
Закондарҙың төп функцияларының береһе - ғәйепле кешенең мотлаҡ аласаҡ язанан ҡурҡыу тойғоһо. Шуға күрә, башҡорт телен ғәмәлгә ашырыуҙа иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе - ҙур штраф суммалары булырға тейеш. Кем дә кем "Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәре тураһында"ғы БР Законын һанға һуғырға теләмәй, уны инҡар итә - ул кеше, йәки ойошма ҙур штраф түләргә тейеш. Һанға һуҡмау яңынан ҡабатланһа, был юлы тәүгеһенән дә ҙурыраҡ штраф түләтергә мөмкин. Тик шундай саралар менән генә ғәмәлгә ашырырға булалыр тел тураһындағы законды. VI Ҡоролтай резолюцияһына ла инергә тейеш бындай тәҡдим, тип уйлайым.

Зәкирйән ӘМИНЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.12.24 | Ҡаралған: 154

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru