«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКЕ ТЕЛ БЕЛЕҮҘӘН БЕСӘЙ ҘӘ ОТА
+  - 

Гәзитебеҙ сит телдәрҙе өйрәнеүҙең ыңғай яҡтары тураһындағы фекерҙәрҙе лә яҙып тора. Шуларҙың береһен уҡып сыҡтым да, шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғыры иҫкә төшөп, бөтә булмышымды биләне. Күптәр яттан беләлер был шиғырҙы:

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Эйе, башҡорт телебеҙ ынйылай гүзәл. Шағир яҙғанса, "Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла..." Әлбиттә, халыҡ ижадын, сәсәндәр һүҙен бар гүзәллеге, нескәлеге менән тойоу, аңлау бар кешегә лә тәтемәй. Төрлө милләттәрҙең теле ҡыҫырыҡланған дәүерҙә үҙ телендә аралашҡан ғаиләлә үҫеү, башҡорт телен, әҙәбиәтен уҡытҡан уҡытыусынан уңыу мөһим. Телдәр тураһында бер көләмәс тә бар бит. Бер бесәй өйөнөң мөйөшөндә яңы өң күреп ҡалып, "Унда сысҡан барҙыр, ул сысҡан йүгереп сығыр ине лә, тик был тирәлә бесәй барҙыр тип уйлап, ҡурҡып ултыралыр, шуға ла йүгереп сыҡмайҙыр", тип ҡайғыра. Ысынлап та, ул өңдәге сысҡан "Яҡты бүлмәгә сығып уйнап килер инем дә, унда бесәй барҙыр", тип боҫоп ултыра икән. Ә бесәй "Әллә эт булып өрөп ҡарарғамы, эт булған тирәлә бесәй йөрөмәй бит, тип уйлар ул сысҡан", тип уйлап ала ла, тырышып-тырышып өрөүгә оҡшаш өндәр сығара. Ә сысҡан "Эт өрә, тимәк, унда бесәй юҡ", тип шатланып, яҡты бүлмәгә йүгереп сыҡһа, уны бесәй эләктереп алып, ҡабып та йота һәм үҙе: "Ҡайһылай һәйбәт икән үҙ телеңдән башҡа тағы бер телде белеүең", - тип ялана...
Беҙгә лә һәйбәт, башҡортса ла, русса ла иркен аралашабыҙ. Беҙҙең урамда "Йомарт" тигән магазин асылғас, ул магазин хеҙмәткәрҙәренә тәүҙә башҡортса өндәштем, аңламаһалар ғына рус телендә һорау бирҙем. Шулай итеп, биш ҡыҙыҡайҙың башҡорт балаһы икәнен белдем. Улар хәҙер йылмайып, минең менән башҡорт телендә һөйләшә. Миңә лә, уларға ла күңелле. Үҙебеҙҙең башҡорт мөхитен барлыҡҡа килтерҙек бит. Йәнә, кеше ике телде яҡшы белһә, бүтән телдәрҙе өйрәнеү һәләттәренең артып китеүен ғалимдар бик күптән иҫбат иткән.
Һеҙгә хат яҙып нөктә ҡуйҙым да, бесәй тураһындағы көләмәс урынһыҙ һымаҡ, был хаҡта юҡҡа ғына яҙҙым, тип үкендем. Бер милләт тә икенсеһен "йотмаһын" ине һәм телдәрҙе белеү хакимлыҡ итеү өсөн генә ҡулланылһын ине, тигән уйға килдем.

Фәүзиә ЯХИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.12.24 | Ҡаралған: 67

Киске Өфө
 
Ҡото менән килһен Яңы йыл! Бәхет ҡошо ла, Сәләмәтлек тигән ҡорос арғымаҡ та, Мөхәббәт тигән серле хис-тойғо ла, Уңыш ғали йәнәптәре лә, "Донъябыҙ тыныс" тигән күңел һиллеге лә, "Минең балаларым" тигән кинәнес тә, асмандарға аштырыр Хыял-ҡанат та - барыһы ла мөғжизәләй көтөп торһон һеҙҙе яңы 2025 йыл тупһаһында, мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ!

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru