Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
ҮҘЕ КӨЛҺӘ ЛӘ, КҮҘЕ КӨЛМӘЙ
|
Донъя йәмәғәтселеге иғтибары был көндәрҙә Сирияла булып ятҡан хәлдәргә төбәлгән. Ҡораллы оппозиция төркөмдәре коалицияһы, мәғлүм булыуынса, 27 ноябрҙә Сирияға һөжүм итте һәм власты яулауы, ә президент Бәшәр Әсәдтең үҙ вәкәләттәрен һалып, сит илгә ҡасыуы хаҡында хәбәр итте. Тәүҙә ул ултырған самолеттың радарҙан юғалып, авиаһәләкәткә осрау ихтималлығы хаҡында имеш-мимеш таралғайны, ләкин 9 декабрь иртәнге яңылыҡтар блогында ТАСС белдереүенсә, Бәшәр Әсәдтең ғаилә ағзалары менән бергә Рәсәйгә килеп төшөүе мәғлүм булды.
Һуңғы көндәрҙә Сирия хөкүмәте армияһы әллә ни ҡаршылыҡ күрһәтеп тормайынса, төп биләмәләрен һуғышһыҙ ғына дошманға ҡалдырып, илдең төньяҡ-көнбайышына ҡарай сигенде. Сирияның күп кенә биҫтәләрендә йәшәүсе урындағы халыҡ власҡа ярҙам итеүҙән баш тартты, ә меңәрләгән Сирия гражданы Ливан сиге аша үтеп, илен ташлап китергә мәжбүр булды. 7 декабрҙә Джарамана ҡалаһы халҡы Сирия лидерының атаһы - Хафиз Әсәдкә ҡуйылған һәйкәлде алып ташланы. Ислам оппозиция төркөмдәре көстәре тиҙ арала баш ҡала кварталдарына бәреп инде һәм, дәүләт телевидениеһын контролдә тотоп, Дамаск ҡалаһын яулап алыуҙары һәм бындағы режимды юҡҡа сығарыуҙары хаҡында хәбәр итте. Боевиктар башлығы Әбү Мөхәммәт әл-Джулани - хәҙер күберәк үҙенең ысын исеме менән йөрөүсе Әхмәд әл-Шараа Сирияның административ объекттары яңы власть органдарына күскәнгә тиклем хөкүмәт премьер-министры Мөхәммәт Ғазый әл Джалали контролендә ҡаласаҡ, тип ышандырҙы һәм үҙ маҡсаттарын "халыҡ һайлаған совет" менән институттар нигеҙендә яңы хөкүмәт төҙөү, тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта 8 декабрҙә Дамаскиҙа ҡаланы талауҙар башланды: Иран илселеге һәм үҙәк баҙар туҙҙырылды. Сирияның әлегә үҙ посында ҡалыусы премьер-министры Мөхәммәт Ғазый ил тарихында яңы этап башланды, тип белдерҙе һәм хөкүмәттең оппозиция лидерҙары менән һөйләшеүҙәр алып барыуы хаҡында хәбәр итте.
Иғтибар үҙәгендә торған икенсе тема - Ҡушма Штаттарҙың бөтәбеҙгә лә яҡшы билдәле журналисы Такер Карлсондың Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы башлығы Сергей Лавров менән әңгәмәһе. Интервьюға баш һүҙ урынына йәмәғәт эшмәкәре, билдәле журналист Карлсон властан китеүсе АҠШ президенты Джо Байден хакимиәте ҡылған ғәмәлдәр арҡаһында донъяның ядро һәләкәте алдына ҡуйылыуы һәм көсөргәнеште көйләү хаҡына Вашингтондың бер сара ла күрмәүе, Мәскәү менән аралашыуға килмәүе хаҡында һөйләне. Журналист был миссияны үҙ өҫтөнә алды.
Министр Рәсәй менән АҠШ мөнәсәбәттәре, Украина конфликты, "Орешник" ракетаһын ҡулланыу һәм башҡа бик күп мәсьәләләр тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, "Беҙ хәлде киҫкенләштерергә теләмәйбеҙ. "Орешник" менән Украина оборона-сәнәғәт комплексын утҡа тотоу Рәсәй территорияһына ATACMS ҡоралы менән һөжүм итеүгә яуап сигналы булды. "Орешник" кеүек яңы система ҡулланыу етди ҡабул ителгәндер, тип ышанабыҙ". Сергей Лавров: "Рәсәйҙә күптәр санкцияларҙы алыу Украина конфликты буйынса килешеүгә килеүҙең шарты тип ҡабул итергә теләр ине, ләкин Барак Обама заманынан бирле килгән санкциялар баҫымында Мәскәү күп нәмәгә өйрәнде һәм фәҡәт үҙеңә иҫәп тоторға, шулай уҡ беҙгә ҡарата дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлеккә таянырға кәрәклеген төшөндө",- тине. Әңгәмә барышында Лавров яңы һайланған Америка президенты Дональд Трамп тураһында ла бер нисә һүҙ әйтте. Ул Трампты "көслө кеше" һәм "һөҙөмтәгә өлгәшергә ынтыла", "эштәрен аҙаҡҡа кисектерергә яратмай", тине. "Ул һөйләшкән сағында һәр ваҡыт дуҫтарса мөнәсәбәт белдерә, ләкин был Трамптың Рәсәйгә яҡшы мөнәсәбәте хаҡында һөйләмәй. Тәүге президентлыҡ йылдарында ул Рәсәйгә ҡаршы бик күп санкциялар иғлан итте", - тине Рәсәй министры. Үҙе көлөп торһа ла, күҙе көлмәй, тигән халыҡ әйтемен иҫкә төшөрә түгелме был?
Көнбайыш дәүләттәре менән мөнәсәбәттәргә ҡағылып, министр Лавров Финляндияның ҡылығына ғәжәпләнеүен белдерҙе: "Финляндия менән беҙҙе дуҫтарса мөнәсәбәт бәйләй ине, ләкин бер төн эсендә финдар Икенсе донъя һуғышы алдынан булған сифаттарына әйләнеп ҡайтты: ул саҡ улар Адольф Гитлерҙың бик яҡшы дуҫы ине..."
Сирия мәсьәләһенә ҡағылышлы Сергей Лавров Америка тарафтарының Сириялағы сепаратист ҡурдтар төркөмөнә "ем биреүен" һәм был маҡсаттарҙа нефть менән иген һатыуҙан алынған килемде файҙаланыуҙары хаҡында фекерен белдерҙе. Мәскәү, Төркиә һәм Ирандың Сириялағы хәлде көйләү буйынса берләшеп эш алып барыуы хаҡында әйтте.
Һүҙҙең ахырында - тағы ла Трамп хаҡында. Truth Social социаль селтәрендәге битендә яҙыуынса, ул Украинаның Рәсәй менән конфликтты көйләүгә килеүгә ризалығы тураһында белдерҙе һәм кисекмәҫтән утты туҡтатыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Әммә Зеленский Рәсәйгә ҡарата талаптар ҡуйыуын дауам итә һәм конфликттың килешеү менән генә тамамланмаясағына баҫым яһап, "Рәсәйҙе фәҡәт көс менән генә туҡтатырға була", тип белдерә. Бынан алда ғына Зеленский, Трамп һәм Франция президенты Эммануэль Макрон Парижда өс яҡлы осрашыу үткәргәйне. Ошо йәһәттән беҙгә йылмайып алырға ла форсат тыуҙы. Донъя лидерҙары менән ҡул биреп күрешкәндә үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтергә яратҡан Трамп был юлы ла ошо ғәҙәтен иҫкә төшөрҙө, буғай. Fox News телеканалы күҙәтеүенсә, АҠШ президенты Макрондың ҡулын хужаларса шундай ныҡ итеп ҡыҫып, борғоланы һәм тартҡыланы, хатта ки аҙаҡ Франция лидерының бармаҡтарына массаж кәрәк булманымы икән, тип борсолдо социаль селтәрҙә комментарий яҙыусылар. Телеканал архивы мәғлүмәттәре буйынса, үҙенең тәүге президентлыҡ срогында - 2017 йылда ла Францияға рәсми визит менән килгәнендә Трамп Макрондың ҡулын 29 секунд буйы ҡыҫып торҙо, тип хәтерләй мәрәкәселәр. Ә Макронға бер ҙә көлкө түгел: ул хәҙер үҙен Трамп менән Европа араһын бәйләп тороусы көс итеп күрһәтергә теләй. Зеленскийға иһә иларға ғына ҡала: власҡа килеү менән Дональд Трамп Украинаға ярҙамды сикләйәсәген белдерҙе, тик шулай ҙа G7 төркөмө башланғысы менән Украина хөкүмәте Рәсәйҙең "ҡулға алынған" активтары килеменән түләнәсәк 50 млрд долларҙың 20 млрд долларын әле алыуға килешеүҙе раҫланы.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 13.12.24 | Ҡаралған: 73
|
|
Киске Өфө
|
|
Ҡото менән килһен Яңы йыл! Бәхет ҡошо ла, Сәләмәтлек тигән ҡорос арғымаҡ та, Мөхәббәт тигән серле хис-тойғо ла, Уңыш ғали йәнәптәре лә, "Донъябыҙ тыныс" тигән күңел һиллеге лә, "Минең балаларым" тигән кинәнес тә, асмандарға аштырыр Хыял-ҡанат та - барыһы ла мөғжизәләй көтөп торһон һеҙҙе яңы 2025 йыл тупһаһында, мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ!
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|