
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев милләтебеҙҙе борсоған мөһим мәсьәләләр, башҡорт ҡоролтайҙары, үткәне һәм киләсәге хаҡында һөйләне.
Һөйләшеүҙе тарихтан башлайыҡ: башҡорт ҡоролтайҙары ҡасан үткәрелә башлаған? Улар халҡыбыҙ яҙмышына ниндәй үҙгәрештәр индергән?
- Башҡортттоң йолаһы шулай, борон-борондан халҡыбыҙ йыйын үткәреп, мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткән, милләтте һәм телде һаҡлаған. Әйткәндәй, тәүге башҡорт ҡоролтайҙары 1917 - 1918 йылдарҙа үткәрелгән. Тап ошондай рухта 90-сы йылдарҙа "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенең эшмәкәрлеге йәнләнеп китте. 1995 йылда "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында (хәҙерге "Башҡортостан" дәүләт концерт залы) яңы тормошобоҙҙоң I Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылды. Иҫ киткес рух тантанаһы булды, беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың сығышын халыҡ күтәренке рух менән ҡаршы алды. Атаҡлы ғалим, археолог Нияз Мәжитов етәкселегендә эшләп алып киткән ҡоролтай туған телебеҙҙең дәүләт статусын нығытыу, уны һаҡлау һәм даирәһен киңәйтеү буйынса мөһим эштәр башҡарҙы. Тап шул йылдарҙа башҡорттарҙың аҫаба ерен һаҡлау, уны һатыуҙы тыйыу буйынса мөһим закондар ҡабул ителде. Онотолоп барған тарихыбыҙ тергеҙелде, был юҫыҡта бер генә сараны иҫкә төшөрөү етә: XVIII быуатта булған Һөйәнтүҙ фажиғәһе урынында Асҡын һәм Ҡариҙел райондары ҡоролтайҙары кәңәшмәһе уҙғарылды.
Күпләп башҡорттар йәшәгән төбәктәр менән хеҙмәттәшлек нығынды, уларҙың һәр ҡайһыһында ҡоролтайҙар үткәрелде. Ул йылдарҙа сит төбәктәрҙә милләтебеҙ өсөн ең һыҙғанып эшләгән замандаштарымды атап китмәһәм, яҙыҡ булыр: Силәбелә - Рәфҡәт Камалов, Ырымбурҙа - Миңнулла Ғәбитов, Һамарҙа - Сафиулла Вилданов, Пермдә - Рәсил Мөхәмәтйәнов, Ханты-Манси автономиялы округында - Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов, Екатеринбургта Нәфисә Тюменцева һ.б. башҡорт ҡоролтайҙарының эшен уңышлы ойошторҙо.
Ысынлап та, тәүге һәм икенсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙ яҙмышына шаҡтай үҙгәрештәр индерҙе. Улар ойоштороу йәһәтенән дә, тикшерелгән көн тәртибе, мәсьәләләр буйынса ла иң уңышлыларҙан һанала. Тәүгеһендә мөһим бурыстар ҡуйылһа, икенсеһендә уларҙың үтәлеше тикшерелде. Һөҙөмтә булараҡ, демография яҡшырҙы, мәғариф һәм мәҙәниәт уңыштарға өлгәште, ғилми эҙләнеүҙәр алып барылды.
Һеҙгә лә Ҡоролтайҙа етәксе урындарҙың береһендә эшләргә тура килгән. Атап әйткәндә, ул йылдарҙа ниндәй мөһим проекттар тормошҡа ашырылды?
- Ревизия яҙмалары (халыҡтың иҫәбен алыу) буйынса республикабыҙҙың һәр ауылында халыҡтың милли составын билдәләнек һәм 54 райондың һәр береһенең китабын баҫтырҙыҡ. Тағы ҙур проекттарҙың береһе - бөтә ил буйынса шәжәрә байрамдары ойоштора башланыҡ. Халыҡҡа шәжәрәне төҙөү буйынса ҡулланмалар тараттыҡ. Көнбайыш һәм төньяҡ райондарҙа үҙен татарға һанап йөрөгән күп милләттәштәребеҙ үҙ асылына ҡайтты. "Без - башкортлар, атай-олатайлар әйтә торғайны шул", - тип мөрәжәғәт итеүселәр күп булды осрашыуҙар ваҡытында. Әйткәндәй, бөгөн һәр йортта тиерлек шәжәрә һүрәттәре эленеп тора.
2003 йылда Ҡоролтайҙың башҡарма комитетында "Ҡоролтай тауышы" гәзитен булдырҙыҡ. Был баҫманы уҡып, республикабыҙҙа һәм күрше төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың тын алышын тойорға мөмкин ине. Ул бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итте. Мәҫәлән, Силәбе, Ырымбур, Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә башҡорт телен уҡытыуҙы көсәйттек. Ул йылдарҙа хатта Силәбе өлкәһендә юғары уҡыу йортонда башҡорт теле уҡытылды. Ситтә йәшәгән миләттәштәребеҙгә автобустар менән тирмәләр, милли кейемдәр, сувенирҙар һәм китаптар алып барып тапшырылды.
Иң иҫтә ҡалған ваҡиғаларҙың береһе - дүрт мең башҡорт йәшәгән Иркутск өлкәһендә башҡорт-татар ойошмаһының эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Ҡурайсы, йырсы Рәсүл Ҡарабулатов менән Черемхово ҡалаһында һөргөнгә оҙатылған башҡорттар менән осраштыҡ. Минең олатайҙарымдың береһе Шәмсетдин шунда йәшәй ине, туғандарым менән күрешеү насип булды. Апай-инәйҙәр башҡорт йыр-моңон тыңлап, күҙ йәштәрен түкте. Эш сәфәре һөҙөмтәһе булараҡ, унда туған телде уҡытыу маҡсатында йәкшәмбе мәктәбе булдырылды.
Һуңыраҡ Владивосток, Чита, Омск, Томск һәм башҡа ҡалаларҙа ҡоролтайҙар асылды. Иң мөһиме, бөгөн сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар менән бәйләнеш көслө.
Ҡоролтай инде утыҙ йылға яҡын эшләй. Был ваҡытта донъя ла, дәүләт тә үҙгәрҙе. Бөгөнгө төрлө сәйәси ваҡиғалар Ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә халыҡты берләштереү йәһәтенән күп кенә яңы йүнәлештәр өҫтәне, һеҙҙеңсә, ниндәй йүнәлештәр улар?
- Республика Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында, башҡорт милләтен тарҡатырға маташалар, тип телгә алды. Был мәсьәлә мине лә бик борсой. Төрлө юлдар менән ситтән халыҡтың аңына йоғонто яһайҙар, интернетта мәғлүмәти һуғыш бара. Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн республикала йәшәүселәрҙең күбеһе файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыу мәсьәләләре тураһында борсолоп, үҙ фекерен белдерә. Был йәһәттән Радий Хәбиров республикаға килеү менән ойошмаларҙың лицензияһын тикшереү һәм контролләү буйынса эштәрҙе яйға һалды. Минеңсә, ҡоролтай, йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, власть менән бер төптән булырға, бер йүнәлештә эшләргә тейеш. Иң мөһиме, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу фарыз.
Ҡоролтайҙың киләһе йыйынына ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ?
- Заман үҙгәрә, яңы быуын килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙе милли телдең киләсәге артыҡ борсомай. Шуға күрә был тәңгәлдә эштәр ҡыҫыла һәм тарая бара. Ҡоролтай хәрәкәте тергеҙелгән йылдарҙа донъяға килгән быуын вәкилдәре хәҙер инде үҙ балаларын үҫтерә. Әлбиттә, ошондай ғаиләләргә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Ата-әсәләр, уларҙың балалары башҡортса һөйләшәме? Тарихын, шәжәрәһен беләме? Хәҙер уларҙы берләштерергә, милли рух һеңдерергә кәрәк. Был мәсьәлә дәүләт кимәлендә хәл ителһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, мәҫәлән, мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре һанын арттырырға кәрәк.
Иң ҙур теләгем: башҡорт милләте артабан да бөгөнгө кеүек башҡа халыҡтар менән тиңдәр араһында тиң булып йәшәһен ине!
Теләктәрем түбәндәге шиғырымда ла сағыла:
Сәсәндәр ораны донъяны ураһын,
Ҡурайҙар тупланыу көйҙәрен уйнаһын,
Ҡоролтай турында бар ғаләм тыңлаһын,
Башҡортта азатлыҡ тойғоһо уянһын!
Ҡоролтай - ҡоро дау, лаф ороу булмаһын,
Конгресс - ҡаңғырыш, ҡан ҡойош булмаһын,
Башҡортта боронғо олпатлыҡ уянһын,
Ғорурлыҡ, үҙаллыҡ тойғоһо тулаһын!
Был быуат ҡояшы байыуға барғанда,
Низағтар хәл итеш атышҡа ҡалғанда,
Күп милләт яҙмышын ҡулына алғанда,
Башҡортом ымһынып ҡалмаҫ ул ялғанға.
Ҡоролтай - гел байрам, уйын-йыр түгел дә,
Тормоштар шәплектән уйнаҡлау түгел дә,
Был йыйын - иреккә һыуһаған күңелдәр,
Ул - халҡым өмөтө сыраҡһыҙ төнөндә.
Ут йотҡан, яу кискән, бөлөнгән башҡортом,
Тарҡалған күстәрҙе туплаған Баш ҡортом,
Ҡоролтай саҡыра: ҡайтып бер баш ор, тип,
Ҡурсалар атайсал - Уралың, Баш йортоң.
Сәсәндәр ораны донъяны ураһын,
Ҡурайҙар тупланыу көйҙәрен уйнаһын,
Ҡоролтай саң ҡаға - бар ғаләм тыңлаһын,
Башҡортта берҙәмлек тойғоһо уянһын!
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ
яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА