«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).

Дөйәләрҙә төктәр менән алып барылған ылау отряд өсөн бер ҡаза ғына була. Дөйәләр рәттәргә теҙелеп бармайҙар, улар бер-береһе артынан бер епкә теҙелеп бара; унар меңләгән дөйәләр сылбыры унар саҡрымдарға тиклем һуҙыла, уларҙы дошмандан һаҡларға кәрәк була. Төнгөлөккә ҡунырға туҡтағанда һәр дөйәнең йөгөн сисеп алып, хайуанға ятып ял итер өсөн урынды ергә тиклем таҙарталар; бының өсөн бер нисә сөғәт ваҡыт талап ителә, отрядты юлға ҡуҙғатҡанда ла шунса ҡәҙәре ваҡыт үтә, кешеләргә йүнләп ашап алырға ла ваҡыт ҡалмай, уларҙы йыйыныр һәм йөктәрҙе тейәтер өсөн уяталар. Юлда барғанда берәй дөйә арып йығылһа, тотош отряд та туҡтала, сөнки йығылған хайуанды ситкә алып сығырға кәрәк була; бер аҙ алға табан барғас - яңынан туҡталыш, шул рәүешле хәрәкәт иткәндә ғәскәр бик аҡрын бара, ҡышҡы ҡыҫҡа көндәрҙә 5 саҡрым йә иһә унан да аҙыраҡ юл үтелә. Кешеләр ауырый, үләләр; хайуандар ҙа ҡырыла, уларҙы үлгән урындарында ҡалдырып китәләр, шундай көсөргәнеш менән отряд Сусҡакүл тигән төбәктә Эмба йылғаһына барып етә, кешеләр һәм хайуандар бик ныҡ йонсоғанлыҡтан, шунда туҡталалар. Был ҡышта һалҡындар 30 - 35 градусҡа етә.
Дошман артыҡ күренеп бармай, тик хивалыларҙың бер ҙур булмаған партияһы ғына бер рота һалдаттарға һәм капитан Ерофеев командалыҡ иткән йөҙ казакҡа һөжүм итә; ул хивалыларҙың ҙур юғалтыуҙары менән кире ҡағыла.
Был хәлде күреүселәр һөйләүенә ҡарағанда, уңышһыҙлыҡты күреп, Перовский төшөнкөлөккә бирелә, сөнки ул походҡа ҡуҙғалмаһа, бындай хәлдәр булмаҫ ине.
Рустарға һалҡындар ҡурҡыныс түгел, бер ни ҙә булмаҫ әле тип, ҙур ышаныс менән юлға сығалар, сөнки отрядтар далаға элек тә ебәрелеп торған, улар кире ҡайтҡан; ҡайһы саҡта ҡара көҙ һалҡындарында ла, әммә ул саҡтарҙа казактар ебәрелгәнен онотҡандар, улар ҡайҙа барырға һәм үҙең менән нимәләр алырға икәнен белә, ә һалдаттар нимә бирәләр, шуны кейеп барырға мәжбүр була. Далала пехотаның һәм атлыларҙың өстән ике өлөшө һәләк була. Урал ғәскәре казактары ныҡ зыян күрмәй, улар полктары менән яҡшы кейендерелгән була.
Дөйәләрҙе, аттарҙы, провиант һәм башҡа багажды ташлап китәләр, сөнки уларҙы тейәп алып ҡайтыу мөмкин булмай. Ошоға өҫтәп, түбән чиндағылыр аҙ ғына яңылышҡан хәлдә, уларҙы бик ҡаты язаға тарттырғандар: сисендереп, ҡаты һалҡында ҡамсы менән ярғандар. Бөтәһе лә Циолковскийҙы кеше тиреһен тереләй тунаусы тип атаған.
Хива экспедицияһы Хива өсөн йәшен кеүек ҡурҡыныс булырға тейеш, тип иҫәпләнә, һәм быны раҫлар өсөн Ырымбурҙа каруан менән килгән бер нисә йөҙ Хива сауҙагәрен тотҡарлайҙар. Уларҙы ҡаҙна йортонда арестанттар кеүек тоталар, унда хәҙер Турғай губернаторы тора, ә уларҙың бер өлөшө, урын етмәгәнлектән икенсе урынға, Бирскиға шикелле, ебәрелә.1840 йылдың йәйендә Хива ханы үҙендә әсирҙә булған барса рус ирҙәрен һәм ҡатындарын, барлығы 400-гә яҡын кешене кире ҡайтара, унан һуң Хива сауҙагәрҙәре лә азат ителә. Ырымбурҙа уларҙың яртыһы тиерлек тығыҙлыҡтан һәм төрлө сирҙәрҙән һәләк булғандыр, тип уйлайым.
Хива походының уңышһыҙ тамамланыуы бындағы мосолмандарҙа Хива ҡалаһының изге булыуы һәм христиандар тарафынан баҫып алынмаясағы хаҡында ышаныс тыуҙырҙы, һәм был хаҡта, йәнәһе, уларҙың бер китабында яҙылған имеш. Ошо Уральскийҙа казактар һәм татарҙар араһында көслө туҡмаш булған. Атаман Кожевников Хиваға икенсе поход буласағы һәм, рустарҙың хивалыларҙы тар-мар итәсәге хаҡында һөйләп, казактарға аңлата Казактар, ошоға ышанып, ҡәнәғәт ҡала һәм тыныслана.
Хиваға ҡаршы дошманлыҡ ҡылыуҙың сәбәптәре - уларҙың ханының ҡырғыҙҙарҙы (ҡаҙаҡтарҙы. - Тәрж. иҫк.) һәр даим рустарға ҡаршы ҡотортоуы, үҙ-ара барымталарға йөрөүе йә иһә талауҙарҙа ҡатнашыуы, хандың ҡырғыҙҙарҙан законһыҙ рәүештә зәҡәт (һалым) йыйыуы, бигерәк тә хивалыларҙың рустарҙы линияла тотоп алып, ҡоллоҡҡа биреүе, шулай уҡ диңгеҙҙә балыҡ тотҡан саҡта төркмәндәрҙең уларҙы әсирлеккә алып, Хиваға ҡоллоҡҡа һатыуы.
Ошо бәхетһеҙҙәрҙең хеҙмәте менән баҫыуҙарҙағы барса ауыр эштәр башҡарыла. Әсир төшкәндәрҙе кире ҡайтарыу өсөн нигеҙ итеп Рәсәйҙең бер ваҡытта ла Хива менән һуғышмауы ҡуйыла, шулай булғас, әсирҙәр ҙә булмаҫҡа тейеш; юлбаҫарҙар тарафынан тотоп алынған тыныс кешеләрҙе хивалылар һатып ала һәм тотҡонлоҡта тота алмаҫҡа тейеш була.
Хан быға тура ғына яуап бирмәй һәм 1839 йылда Ырымбурға бер нисә әсирҙе ҡайтара, әммә барсаһын да ебәргеһе килмәй. Тап шул ваҡытта әле бәйән ителгән экспедиция ебәрелә, ул, хивалылар менән хәрби бәрелештәргә кермәһә лә, яҡшы эҙемтәләр бирә: хан, хәүеф барлығын күреп, әсирҙәрҙе ҡайтарып ебәрә һәм улар менән бергә махсус илселек оҙата, ул Петербургҡа бара һәм унда тыныс йәшәү шарттары билдәләнә. Батшаның ҡушыуы буйынса Хиваға яҙма килешеүҙе полковник Данилевский алып бара; уны хандың үҙ ҡулдарына тапшырып, унан хан имзаһы менән йөкләмә ала.
1873 йылда рустар Хиваны алған саҡта рус телендәге ошо килешеүҙе хан һарайында төрлө кәрәкмәгән ташландыҡ әйберҙәр араһында табалар.
Хәҙер барыһы ла үҙгәрә: Хива ханы - рус батшаһы подданныйы, Ырымбур казак ғәскәренең генерал-лейтенанты, яҡтылыҡ (сиятельство) титулын йөрөтә, 1883 йылда Мәскәүҙә батша Александр III коронацияһында ҡатнаша. Мин уның менән батша өҫтәле артында ҡунаҡ булдым; минең менән уның араһында Мәскәү генерал-губернаторы, кенәз Долгорукий ултырҙы, хан уның менән тормошта барса нәмәнең үҙгәреп тороуы хаҡында һөйләште. Рустарҙың элекке уҫал дошманы - рус батшаһының ҡунағы, ә мин, ошондай дошман менән шундай тыныс шарттарҙа бер ҡасан да осрашмам, тип уйлап йөрөгән кеше, уның менән бер өҫтәл артында ултырып тыныс ҡына ҡунаҡ булдым.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.12.24 | Ҡаралған: 69

Киске Өфө
 

Ҡото менән килһен Яңы йыл! Бәхет ҡошо ла, Сәләмәтлек тигән ҡорос арғымаҡ та, Мөхәббәт тигән серле хис-тойғо ла, Уңыш ғали йәнәптәре лә, "Донъябыҙ тыныс" тигән күңел һиллеге лә, "Минең балаларым" тигән кинәнес тә, асмандарға аштырыр Хыял-ҡанат та - барыһы ла мөғжизәләй көтөп торһон һеҙҙе яңы 2025 йыл тупһаһында, мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru