Ысынлап та, ни өсөн ботаҡһыҙ ағастың күләгәһенә барырға ярамай икән һуң? Ағасты ғәрәпсәгә тәржемә иткәндә "шәжәрә" тигән мәғәнә килеп сыға. Р. Кузеев шәжәрәне нәҫел йылъяҙмаһы, нәҫел ағасы тип атау яғында. Халҡыбыҙға Ислам дине килгәнгә тиклем шәжәрә нәсәбнамә, нәсәпхат, силсилә, тайра атамалары менән йөрөгән. Хәҙерге ваҡытта Өфө, Ырымбур, Ҡаҙан, Санкт-Петрбург, Мәскәү архивтарында 150-ләп башҡорт шәжәрәләре урын алған. Күп кенә шәжәрәләр ғаилә архивтарында һаҡлана. Бына, шулай итеп, "Ботаҡһыҙ ағастың күләгәһенә барма" тигән әйтемгә һалынған фекер ебе осонан эләктереп тә алдыҡ, буғай. Булмаһа, тағатайыҡ йомғаҡты, сисер өсөн йомаҡты.
Ырыуһыҙ милләт булалыр ҙа, әммә ырыуһыҙ халыҡ буламы икән? Ә халыҡ инде үҙ дәүләтен төҙөгәндән һуң милләткә әүерелә. Донъяла халыҡ булараҡ формалашыу осорон үтмәгән милләттәр ҙә бар. Ундай милләттәр һәм уларҙың дәүләтселеге барлыҡҡа килеүенә донъяның осраҡлы сәйәси ситуациялары, революциялар булышлыҡ итә. Нимә генә булмаһын, халыҡ ырыуҙарҙан хасил, юҡҡа ғынамы ни, халыҡ һүҙенең урыҫса әйтелешендәге "народ" һүҙенең тамырын "род" йәғни "ырыу" тәшкил итмәй. "Народ"тың туранан-тура тәржемәһе "ырыуға" килеп сыға, тимәк халыҡ - ул ырыуға йәғни ырыуҙарға бүленгән берләшмә.
Хәҙерге заман дәүләттәренең айырым өлөштәрен штаттар, ландтар, землялар, округтар, губерналар, өлкәләр, төбәктәр һ.б. алып торһа, боронғо дала цивилизацияһы осоро дәүләттәренең бындай берәмектәрен урҙалар, жуздар, ҡәбиләләр, ырыуҙар тәшкил иткән. Һуғыштар башланһа, һәр жуз, ҡәбилә йәки ырыу, дәүләт башында торған хандың бойороғона ярашлы, яугирҙарын ҡоралландырып, барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп, атҡа атландырған. Һәр кемдең мөлкәткә хоҡуғы, социаль хәле ырыуы эсендә хәл ителгән һәм былар барыһы ла шәжәрәгә теркәлеп барған. Хәҙерге заман терминдары менән аңлатҡанда, шәжәрә ул дәүер кешеләренең үҙенең һәм нәҫел-нәсәбенең исемдәре теркәлгән паспорты ла, ундағы пропискаһы ла, йорт кенәгәһе лә, дәүләт органдары менән төрлө мөнәсәбәттәр буйынса килешеүҙәре лә, пенсияға страховка танытмаһы ла, алған белеме һәм биләгән вазифаһы хаҡында шәһәҙәтнамәһе лә, страховка полисы ла, йәғни беҙ бөгөн дәүләт менән ниндәй ҡағыҙҙар һәм документтар аша мөнәсәбәт ҡорабыҙ - барыһы ла булған. Айырма шунда ғына: беҙ бөгөн ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө документ, танытма, ҡағыҙ йөкмәп йөрөһәк, теге заманда быларҙың барыһын да бер генә ҡағыҙ - шәжәрә алыштырған. Хәҙерге заман эшлеклеләре әле генә шундай, йәғни барыһын да алыштырған ниндәйҙер социаль картаны уйлап сығарҙы, тик һаман да был ғәмәлгә ашырылмай.
Юғарыла килтерелгән дәлилдәрҙән ниндәй һығымталар яһап була һуң? Һығымталарҙың бер нисәһе түбәндәгесә:
• Хәҙерге ваҡытта ниндәй милләт вәкилдәренең шәжәрәһе бар, булмаһа, уны тергеҙеүгә ынтылышы бар, был үҙ халҡыңдың боронғо дәүләтселеген, ата-олатайҙарыңдың шул дәүләтселектә биләгән урынын, башҡарған эштәрен өйрәнеүгә тиң ғәмәл;
• "Ете быуыныңды танып-бел" тигән талапты үтәргә тырышып ҡына шәжәрәңде өйрәнеү урта белемдең башланғыс кластары кимәле генә, әле инсанға был тәңгәлдә урта мәктәпте тамамларға, артабан юғары белем алыу талап ителәлер;
• "Бер ағас урман түгел" тигәндән сығып ҡарағанда, үҙ шәжәрәһен өйрәнеүсе ата-олатайҙарының тарихи урманын йәғни сығышын билдәләүҙе лә күҙ уңында тотһон. Ағастың тамыры, олоно, ботаҡтары һәм япраҡтарынан тыш, уның үҫкән тупрағы ла, һуғарған дымы ла, һулаған һауаһы ла, иркәләнгән ҡояш нуры ла, урманы ла бар. Һуңғы ваҡытта күршеләребеҙҙең дә үҙ шәжәрәһен төҙөүгә, тамырҙарын юллауға ынтылышы барлыҡҡа килеүе һөйөндөрҙө. Тик уларҙың ҡайһылары, бер-ике быуынын белгәндән һуң, тамырҙары башҡортҡа һуҙылғанын күреп, туҡталып ҡалды, тиҙәр.
Ни өсөн ботаҡһыҙ ағастың күләгәһенә барырға ярамағанлығын аңланығыҙмы инде, туғандар? Баҡтиһәң, был әйтемдең аҫтына бик тәрән мәғәнә һалынған икән. Ырыу-заты, нәҫеле, шәжәрәһе булмаған менән мөнәсәбәт ҡорма, күләгәһенә барма, йәғни уның ышығы һиңә ышыҡ түгел, уға таянма, тигәнде аңлата икән был әйтем. Ботаҡһыҙ ағас, ырыуһыҙ, шәжәрәһеҙ кеше ул далалағы ҡамғаҡ кеүек, тамырһыҙ, хәҙер дауыл ҡупһа, хәҙер ауырға торған ҡыу ағас. Ырыуһыҙ һәм шәжәрәһеҙ кеше менән ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ мөнәсәбәте лә ҡорма, уларға ҡыҙ бирмә, ҡыҙ алма, тигән мәғәнә лә һалынған был әйтемгә.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА