«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ БАЛ ҠОРТО ЯҠЛАУҒА МОХТАЖ
+  - 


Башҡортостан Республикаһы Башлығының быйылғы тура бәйләнеш ваҡытында башҡорт бал ҡортона хәүеф янауы хаҡында Бөрйән районы ҡортсоһонан һорау булғайны. Радий Фәрит улы ошолай тип яуап бирҙе: "Был ысынлап та етди мәсьәлә. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, башлыса, көньяҡ зонаһынан ҡорт күстәрен килтереп һатыу килем алыуҙың киң таралған ысулына әйләнде. Һуңынан сит яҡтарҙан килтерелгән күстәр йыйған балды башҡорт балы тип һаталар. Бик йыш ҡына антибиотиктар ҡулланалар, был продукцияның сифатына кире йоғонто яһай һәм беҙҙең репутацияға тап төшөрә. Республикабыҙҙың ветеринар хеҙмәттәре ошо мәсьәләне хәл итергә тейеш. Рейдтар үткәрәбеҙ, махсус айлыҡтар уҙғарыла. Контролде көсәйтәсәкбеҙ, башҡорт балының уникаллеген һаҡлау фарыз".

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов башҡа төбәктәрҙән бал ҡорто күстәрен индереү буйынса ҡәтғи контроль булдырылыуы хаҡында белдерҙе. 2024 йылдың йәйендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республика биләмәләренә легаль булмаған ҡорттарҙы индереүҙе туҡтатыу маҡсатында "Бал ҡорто" тип аталған операция уҙғарылды. Был бал ҡорттары ауырыуҙарына дусар булған ҡорттарҙы республикаға индермәү йәһәтенән дә отошло алым. Министр күҙәтеүсе органдарҙың ошо эште дауам итәсәге хаҡында ла белдереү яһаны.
Бал ҡорто, ғөмүмән, бик боронғо бөжәктәр иҫәбенә инә. Ер шарында бынан 20 мең йыл әүәл һуңғы бөйөк боҙлоҡ осоро булып уҙа. Климат йомшарғас, һауа йылына, боҙҙар иреп бөтә, үҫемлектәр өсөн үтә уңайлы шарттар барлыҡҡа килә: йылы һәм дымлы урындарҙа улар бик тиҙ үҫә, сәскә ата, тиҙ үрсей. Тап ошо дәүерҙәрҙән бирле Көньяҡ Уралда, башҡа бөжәктәр менән бер рәттән, бал ҡорто ла үрсей башлағандыр, тип фараз итергә була. Беҙ башҡорт бал ҡорто тип атап йөрөткән ҡорт урта рус бал ҡорто тоҡомоноң бер төрө ул. Әммә бында бына нимәгә иғтибар итергә кәрәк: ул Көньяҡ Уралдың ҡырыҫыраҡ климатына яраҡлашҡан бал ҡорто төрө, ғилми телдә, районлашҡан, тип тә әйтәләр. Беҙҙә ҡыш бик һалҡын була, яҙ көндәрендә лә һауа торошо үҙгәреп тора, беҙҙең климатты географтар ҡырҡа континенталь тип нарыҡлай. Ә беҙ, Башҡортостан патриоттары, башҡорт бал ҡорто тигән атамаға ризабыҙ һәм уны яҡларға һәм һаҡларға әҙербеҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанға ситтән бал ҡорто күстәре күпләп индерелә башланы - был бизнес. Килем алырға теләүселәрҙе башҡорт бал ҡортоноң саф, боҙолмаған килеш ҡалыуы һис борсомай.
Бынан бер нисә йыл элегерәк биология фәндәре докторы, профессор Ә.М. Ишемғолов, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Р.Н. Ҡәйепҡолов башҡорт бал ҡорто һәм башҡа төр бал ҡорттары менән сағыштырмаса тикшеренеүҙәр уҙғарып, уның үҙенсәлектәрен асыҡлай алды. Беҙҙең "Башҡорт балы" тигән брендыбыҙ бар, беҙ уны ла һаҡларға тейешбеҙ.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, Башҡортостанда йүкә ағастары күп таралған. Көньяҡ Уралдың көнбайыш һырты урмандарында, күл, йылға буйҙарында, дымлы, һаҙлыҡлы урындарҙа йүкә ағасы һәйбәт үҫә. Шуға күрә лә йүкә балын беҙ Башҡортостандың визит карточкаһына тиңләй алабыҙ. Бына Башҡортостандың көнбайыш райондарында йүкә бик аҙ, унда төрлө сәскәләрҙән йыйылған бал өҫтөнлөк итә. Шул уҡ Ҡыйғы районында, Урал һырттарындағы урмандарҙа йүкә күп үҫә. Ә Уралдың көнсығышында йүкә артыҡ үрсей алмай, унда күпкә һалҡыныраҡ та. Беҙҙең йүкә балы артабан да башҡорт бал ҡорттарының халыҡ теләп-хуплап алған продукцияһы булып ҡалһын, тибеҙ.
Тарихи Башҡортостан территорияһының, шул уҡ Пермь крайының бал ҡорттары тик бер сәскәнән йыйылған, ғилми телдә монофлер тип аталған бал йыйырға биологик яҡтан яраҡлашҡан. Бына һеҙ баҙарға барһағыҙ, умартасылар һеҙгә тәҡдим итә: быныһы йүкә балы, быныһы - сағандыҡы, өсөнсөһө - ҡарабойҙай балы, ә тегеһе - ялан сәскәләренеке. Беҙҙең ҡорттар ошо рәүешле ҡышҡа әҙерләнә: бер-ике аҙна эсендә мөмкин тиклем күберәк нектар йыйып өлгөрөргә кәрәк. Бал ҡорттары кәрәҙҙәренә тултырғансы бал йыйып, уны йоҡа ғына балауыҙ менән ҡаплап та ҡуя. Ҡортсолар умартаның бер ни тиклем балын алһалар ҙа, улар эштәренән туҡтамай: икенсе өлгөрөп еткән үлән сәскәләренән бал йыйыуын дауам итә. Ә бына ситтән килтерелгән карпат, кавказ, урта азия бал ҡорттары хәйләкәрерәк: улар йыйған бал полифлер була, ниндәй сәскә осрай, шуның нектарын алалар. Әлбиттә, улар балды күберәк йыя ала, әммә сифаты яғынан ул бал беҙҙекенән ҡайтышыраҡ. Башҡорт бал ҡорто тураһында аныҡлабыраҡ әйтеп үтәйек. Морфологияһы буйынса беҙҙең бал ҡорттары урта рус ҡорттарынан бер ни тиклем эрерәк. Башҡорт эшсе бал ҡортоноң ауырлығы - 100 - 110 мг, а кавказ йә иһә карника бал ҡорто - максимум 80 - 85 мг. Быны нисек аңлатып була: беҙҙең ҡортобоҙ ике осоуҙа алып ҡайтҡан нектарҙы йыйыр өсөн башҡа ҡорттар өс тапҡыр барып ҡайтырға тейеш була. Беҙҙең инә ҡорттоң күкәй һала алыу мөмкинлеге көньяҡтыҡыларға ҡарағанда күпкә артығыраҡ, шуға күрә йәй башынан ҡорттар беҙҙә йышыраҡ айыра башлай, был үрсемдең көслөрәк булыуын аңлата. Беҙҙә ҡыш бик оҙон, әммә, башлыса, етерлек кимәлдә сифатлы бал булғанда, улар ошо ауыр айҙарҙы имен-аман сыға. Беҙҙең солоҡ ҡорттары теләһә ниндәй һыуыҡ ҡыштарҙа ла үлеп бөтмәй, улар әлеге һалҡын климатҡа ныҡ яраҡлашҡан. Ә улар һәм беҙҙең умарталарҙа ҡышлаған ҡорттар араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ.
Бал ҡорттары балауыҙ кәрәҙҙәргә йыйған балдарын ҡаплап, мисәтләп ҡуя. Дымлы мисәт һәм аҡ, ҡоро мисәт була. Шул балауыҙ ҡаплама аҫтында бер ни тиклем һауа ҡала. Был һауа ҡатламы балды үҙенсә һаҡлап йылытып тора, ул ҡыштарын бал ҡорттарына туҡланыу мөмкинлеген бирә.
Бал етештереү өсөн ҡорттарҙың организмында махсус ферменттар бүленеп сыға, шул ферменттар составы буйынса ла беҙҙең балыбыҙ отошлораҡ. Көньяҡ ҡорттары йәшәгән ерҙәрҙә ҡыш оҙон түгел - иң күбендә ай ярым. Бер-ике аҙна дауамында һауа температураһы -15 градусҡа етеүе мөмкин. Беҙҙең ҡорттар оҙон ҡышты үткәреп ебәрергә тейеш, уларҙың балауыҙ пәрҙәһе менән ҡапланған балдары ла, организмдарындағы ферменттар ҙа яҙ еткәнсе йәшәү мөмкинлеген бирә. Беҙҙең ҡорттарыбыҙҙың балауыҙ сығарыу мөмкинлектәре лә юғарыраҡ: ҡыҫҡа ғына йәй дауамында бал һалырлыҡ кәрәҙҙәрҙе етештереп өлгөрөү бик мөһим. Ҡорттарыбыҙ яһаған прополис та сифаты яғынан юғарыраҡ: ул көслө тәбиғи антибиотик, ҡорт күсен ауырыуҙарҙан һаҡлау йәһәтенән бер нимә менән дә алыштырғыһыҙ.
Беҙҙең ҡорттарыбыҙҙың бер йомшаҡ яғы ла бар; төньяҡ ҡорттары үҙ ояларын тейешле кимәлдә яҡлай һәм һаҡлай алмай. Ә бына көньяҡ ҡорттары урлашырға бик оҫта: сит умартаға баҫып кереп, булған балдарын һурып алып сығып та китә улар. Эволюция беҙҙең ҡорттарҙа уның ояһын туҙҙырған саҡта ғына агрессивлыҡ тыуҙырыуға һәләтле иткән. Әммә беҙҙең ҡорттарыбыҙҙың ағыуы көслөрәк һәм сифатлыраҡ.
Хәҙер төп темаға күсәйек: ни өсөн беҙ сит төбәктәрҙән ҡорт күстәрен килтереүгә ҡаршыбыҙ? Әгәр ҙә беҙ бер тыйыуһыҙ ситтән икенсе бер бал ҡорттарын күпләп индерәбеҙ икән - был беҙҙең башҡорт ҡорттары өсөн бик хәүефле. Теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, бал ҡорттары - тәбиғи бөжәктәр, улар араһында парлашыу, енси күҙәнәктәр менән алмашыу осраҡтары буласаҡ. Был үҙе үк башҡорт бал ҡортоноң генетикаһына үҙгәрештәр индереүе мөмкин - уны һәр бер осраҡта ла файҙалы тип ҡарап булмаясаҡ. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан ҡортсоларының 80 проценты - ауылдарҙа көн иткән ябай кешеләр. Улар ауылдарында сит тоҡом ҡорттары булыуына артыҡ иғтибар итеп тә бармай. Әлбиттә, һуңғы осорҙа яһалма аталандырыу технологиялары ла барлыҡҡа килде. Тик былар менән генә ҡотолоп булмай. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ҙур форумдарҙан аҙаҡ инфекция киң таралыусан. Был ҡорттарға ла бермә-бер ҡағыла. Сит-ят ерҙәрҙән килтерелгән ҡорттар менән уларға хас вирустар, инфекциялар ҙа Башҡортостанда тарала башлаясаҡ. Ул яҡтарҙағы бал ҡорттарының иммун системаһы уларға йәшәү һәм үрсеү мөмкинлеген бирһә, беҙҙең ҡорттар быға әҙер түгел.
Бына бер миҫал килтерәйек. Бал ҡорттарының нозематоз тигән сире бар. Беҙҙеңсә әйткәндә, улар эстәре китеп ауырый. Әммә Азия тарафтарында таралған нозематоз церано инфекцияһынан беҙҙең ҡорттар күпләп ҡырыла. Көҙ еткәнсе умарта бушап ҡала - ҡорттар үлеп бөтә.
Ҡорттарҙың шундай мейе сирҙәре була - умартаһынан осоп китә лә, кире ҡайта алмай - тәбиғи ориентирын юғалта.
70-се йылдарҙа беҙҙең ҡортсолоҡ өсөн хәүефле сирҙәрҙән варроатоз талпаны килеп сыҡҡайны, әммә уға ҡаршы уңышлы саралар ҡулланылды. Хәҙер ситуация ҡатмарланды: көньяҡ төбәктәрҙән бал ҡорттары күстәре менән тропилелапсоз, акарапидоз талпаны килтереп, Башҡортостанда таралыу хәүефе бар. Беҙ ошо талпанға ҡаршы көрәшкә әҙер түгелбеҙ. Әлбиттә, уға ҡаршы көрәшеү методикаһы бар, әммә беҙҙең кадрҙар уға әҙер түгел. Әгәр ҙә мәгәр ошо бал ҡорто сире Башҡортостанда тарала икән, юғалтыуҙар күп буласаҡ. Быны Ауыл хужалығы министрлығында ла, Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре лә яҡшы аңлайҙыр.
Беҙҙә ситтән индерелгән бал ҡорттары күстәрен тикшереү буйынса махсус айлыҡ иғлан ителде, барса хеҙмәттәргә тейешле бурыстар йөкмәтелде: Ауыл хужалығы министрлығы, Россельхознадзор, Ветеринария идаралығы, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. Шулай итеп, сит төбәктәрҙән легаль булмаған ҡорт күстәрен индереү юлдарын ябыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Бына нимә мөһим: һатып алыусылар булмаһа, ситтән бал ҡорто күстәрен индереүселәр ҙә бермә-бер аҙайыр ине. Беҙҙә ошо юҫыҡта өгөт-нәсихәт эше бик аҡһай.
Был мәсьәләне әлегә махсус закон индереп тә хәл итерлек түгел. Беҙҙә бит һатыу-алыу ирекле. Әммә граждандар араһында, бигерәк тә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр араһында, пропаганда алып барыу зарур.
Ә шулай ҙа сит-ят төбәктәрҙән ирекле рәүештә бал ҡорто күстәрен индереү бынан ике йыл элек кенә сикләнә башланы. Әйтергә кәрәк, контрафакт бал ҡорттары күстәрен Башҡортостанға килтереп һатыу күпкә кәмене.
Беҙҙә, Башҡортостандың үҙендә, үҙебеҙҙең ҡорт күстәрен әҙерләүҙе һәм һатыуҙы бермә-бер арттырыу фарыз. Яңыраҡ башҡорт бал күстәрен үрсетеүсе заводчиктар ассоциацияһы барлыҡҡа килде. Инә ҡорттарҙы үрсетеүселәр, бал ҡорто күсе пакеттарын әҙерләүселәр өсөн махсус уҡыуҙар ойошторолдо. Был эш менән беҙҙең Башҡорт дәүләт аграр университеты шөғөлләнә, сит төбәктәрҙән ошондай эштәр менән шөғөлләнгән ҡортсолар саҡырыла. Беҙҙең үҙебеҙҙең умарталыҡтарҙың күләмен арттырһаҡ, ҡорт күстәрен һатыу мөмкинлеге лә арта барасаҡ.
Беҙҙең Ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институты алдына башҡорт бал ҡортоноң ни хәлдә булыуын асыҡлау маҡсатында Хөкүмәт махсус бурыс ҡуйҙы. Беҙ әлегә республиканың 32 районындағы бал ҡорттарына тикшереү уҙғарҙыҡ. Ҡортсолар араһында махсус һорауҙар менән анкеталар уҙғарабыҙ, унан һуң интернет селтәрҙәрендә 70-тән артыҡ ҡортсо-умартасылар чаттары эшләй. Унда бик эшлекле һәм ғәмле аралашыу бара, һәр кем үҙ һорауҙарына яуап таба, файҙалы кәңәштәр ала. Бында ҡортсолоҡ менән бәйле барса өлкәләр ҙә сағылыш тапҡан: кемдер балауыҙ етештереү, кемдер умарталар, рамдар эшләү менән шөғөлләнә: улар чаттар аша үҙ клиентарын таба ала. Ошо чаттар үҙенә күрә беҙҙең өсөн дә информация сығанағы булып тора: хәҙер беҙ ҡайһы районда ниндәй проблемалар булыуын белеп торабыҙ. Ойошмабыҙҙың үҙенең мәғлүмәт үҙәге бар, унда бөтөн республиканан килгән мәғлүмәттәр туплана.
Әйтергә кәрәк, республикала ҡортсоларҙың 32 йәмәғәт ойошмаһы бар, Рәсәй кимәленә сыҡҡан 2 ойошма эшләй: "Сәнәғәт ҡортсолоғо союзы", уның рәйесе, Көйөргәҙе умартасыһы Ҡудашев. Сәнәғәт кимәленә сыҡҡан умартасыларҙың умарталыҡтарында 200-ҙән артыҡ умарта тотола. Унан башҡа "Башҡортостан умартасылары" ойошмаһы бар, ул Рәсәй умартасылары ойошмаһының төбәк бүлеге. Уларҙың төп маҡсаттары - Башҡортостан умартасыларының мәнфәғәттәрен яҡлау, башҡорт бал ҡортон һаҡлау һәм үрсетеү.
Был өлкәлә барса эштәрҙе контролдә тотоу Россельхознадзор дәүләт ойошмаһына тапшырылған, әммә йәмәғәт контроле лә бик һөҙөмтәле. Бына шул уҡ контрафакт бал ҡорто күстәрен һатыуҙы иң элгәре йәмәғәтселек белә, ул быны тыйыу өсөн Россельхознадзорға мөрәжәғәт итә. Йә иһә, йүкә ағастарын күпләп киҫеп алыу осраҡтары була. Ҡай сағында быны бер кем дә белмәй-күрмәй ҡала. Йәмәғәт инспекторҙарын булдырыу фарыз, беҙ әлегә был проблеманы хәл итмәгәнбеҙ әле. Ошондай йәмәғәт инспекторҙары Алыҫ Көнсығышта бар. Бер ваҡыт унда кедр ағастарын күпләп киҫә башлағандар ине. Хәҙер йәмәғәт контроле был законһыҙ эште туҡтатты. Улар бына нимә эшләй алды: кедр ағасына Хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса бөтөн донъя ойошмаһы аша үтә ҡиммәтле үҫемлек статусын бирҙереүгә өлгәштеләр. Тик йүкә ағасының төрҙәре алтау, дүртеһе - иң күбе, уға ошо статусты бирҙереү мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә инспекторҙар ярҙамында йүкә ағастарын законһыҙ рәүештә киҫеүҙе теркәп, Россельхознадзор һәм дәүләтебеҙҙең башҡа контроль органдары аша ғына туҡтатып буласаҡ.
Йүкә ағастары кәмеү менән бал ҡорттарына ла көн бөтәсәк. Әйтергә кәрәк, йүкә ағастары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора. Беҙҙәге һымаҡ йүкә урмандары Европала ла юҡ. Бына беҙҙә "Кроношпан" предприятиеһы бар. Беҙҙең уға дәғүәләребеҙ күп. Уны ағас материалдары менән тәьмин итеүселәр урманға инә лә, ағастарҙы тотошлай ҡыра башлай. Ә бит "Кроношпан" ағас ҡалдыҡтарын ғына эшкәртергә тейеш!
Беҙ ошо турала экологик форумда ла сығыш яһағайныҡ. Ҡартыраҡ йүкәләрҙең ҡыуыштары була: ошо тәбиғи өйҙәрендә бик күп бөжәктәр, йәнлектәр ҡышлай. Ул сәскә атҡан саҡта бик күп бөжәктәр уның нектары менән туҡлана. Ә йәш йүкә ағасы иң кәмендә 20 йылдан һуң ғына нектар бирә башлай. Ҡарт йүкәләр киҫелеп бөтһә, йүкә балы ла булмаясаҡ. Ә бына 80 - 100 йәшлек йүкә ағастары максималь кимәлдә нектар бирә. Бер заман ҡарт йүкә ағастарын киҫеп ташлап, урынына йәш йүкәләр ултыртыу хаҡында һүҙ булғайны. Улай булһа, беҙ йүкә балынан ваз кисергә мәжбүр булыр инек, иң кәмендә 20 йылға. Бер кәңәшмәлә 95 мең гектар урманды (әлбиттә, йүкәләре менән) киҫергә рөхсәт һоранылар. Урынына 35 мең йүкә ағасы ултыртырға вәғәҙә итәләр. Ә Ишембай районында йәшәгән умартасы-аҡһаҡал (ул заманында Ишембай нефть ятҡылығын асыусыларҙың береһе) бына ни тип әйтте: йүкә урманын тергеҙер өсөн 1 гектар ергә 10 мең йүкә ағасы үҫентеһен ултыртырға кәрәк! Йүкә - дымлы урындарҙы ярата, һәр бер ерҙә ерегеп китмәй.
Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, Башҡортостан биләмәләренә контрафакт бал ҡорто күстәрен индереү осраҡтары байтаҡ. Шуға күрә "Башҡортостан умартасылары" йәмәғәт ойошмаһы йыш ҡына рейдтар ойоштора. Ошоноң менән шөғөлләнгән кешеләр бар - уларҙың уйында нисек итеп булһа ла килем алыу. Уларҙы был эштәренән тыйыу ауыр - тейешле закондар юҡ. Беҙ ошо хаҡта Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына, Йәмәғәт Палатаһына, РФ-ның Ауыл хужалығы министрлығына, Россельхознадзорға ла мөрәжәғәт иттек. Махсус закон ҡабул итеү әлегә мөмкин түгел - мәҫәлән, ҡортсолоҡ буйынса закон акттарын әҙерләү "Равноправие" тип аталған юридик ойошмаға бирелгән. Ә уның составында ҡортсолоҡтоң ни икәнен белгән бер кеше лә юҡ. Әйтергә кәрәк, Рәсәй ДәүләтДумаһы 2020 йылда ҡабул иткән "Ҡортсолоҡ тураһында"ғы законды әҙерләүҙә профессионал умартасылар ҡатнашманы. Ә Башҡортостан парламенты 1997 йылда ҡабул иткән "Ҡортсолоҡ тураһында"ғы закон күпкә яҡшыраҡ ине, әммә уны әлеге Рәсәй законына яраҡлаштырҙылар.
Элегерәк райондарҙа ҡортсолоҡ буйынса зоотехник булды, инспекторҙар ҙа бар ине. Улар аша Ауыл хужалығы министрлығында бөтөн республика буйынса мәғлүмәт туплана торғайны. Федераль закон сыҡҡас, улары ла бөтөрөлдө. Бына тағы ла бер проблема - ауыл хужалығында күпләп ҡулланылған пестицидтар арҡаһында бал ҡорттары ҙур зыян күрә. Ҡайһы бер райондарҙа бал ҡорттарының күпләп ҡырылып бөтөүе хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: Рәсәйҙә пестицидтар етештереү әйләнеше генә лә 120 млрд һумға етә, сит илдәргә сығарған саҡта таможня килеме лә шул суммаға тиң. Тимәк, пестицидтар етештереүҙе үҫтереүҙе талап иткән лоббистар ҙа етерлек. Беҙ барыһына ла илтифатһыҙыраҡ ҡарарға өйрәндек: ауыл хужалығында пестицидтар ни тиклем күберәк ҡулланыла, халыҡ һаулығына ла шул тиклем күберәк зыян килә. Пестицидтарҙың химик ағыулы матдә икәнен онотоп барабыҙ, ә улар микродоза кимәлендә генә лә кеше организмына эләгә икән, шул сәбәпле кешенең төрлө яман сирҙәргә дусар булыуы мөмкин
Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, бал ҡорттары килтергән тағы ла бер файҙа хаҡында әйтеп үтмәйенсә булмай. Бал ҡорттары - меңәрләгән сәскәгә ҡунып, үҫемлектәрҙе аталандыра. Улар арҡаһында емеш-еләк тә, шул уҡ беҙ яратып ашаған ҡарабойҙай ҙа һәйбәт уңыш бирә. Ҡытайҙың ике провинцияһында заманында пестицидтарҙы шул тиклем күп ҡулланғандар ки, унда үҫемлектәр донъяһы әлегә тиклем бик ярлы, бөжәктәр ҙә юҡҡа иҫәп. Был хәлде кешелеккә үҙенә күрә бер киҫәтеү итеп ҡабул итергә кәрәктер: бал ҡорттары беҙҙең йәшәйешебеҙҙең алыштырғыһыҙ бер өлөшө, улар һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж.

Ревнер БАЙТУЛЛИН,
Башҡортостан Республикаһы Ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институты директоры, Башҡортстандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре.

Руслан ҠӘЙЕПҠОЛОВ,
институттың ғилми тикшеренеүҙәр һәм инспекция контроле начальнигы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.12.24 | Ҡаралған: 121

Киске Өфө
 

Ҡото менән килһен Яңы йыл! Бәхет ҡошо ла, Сәләмәтлек тигән ҡорос арғымаҡ та, Мөхәббәт тигән серле хис-тойғо ла, Уңыш ғали йәнәптәре лә, "Донъябыҙ тыныс" тигән күңел һиллеге лә, "Минең балаларым" тигән кинәнес тә, асмандарға аштырыр Хыял-ҡанат та - барыһы ла мөғжизәләй көтөп торһон һеҙҙе яңы 2025 йыл тупһаһында, мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru