Ҡыш әле ныҡлап үҙ хоҡуҡтарына инеп өлгөрмәне, киң мәғлүмәт сығанаҡтары кемуҙарҙан "һөйөнсөләй" ҙә башланы: киләһе йылдың ғинуарынан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһында яңы пункт пәйҙә буласаҡ, имеш: йорт ихатаһы биләмәһенән ҡарҙы сығарған өсөн һәр фатир майҙаны иҫәбенән... түләү һалынасаҡ. Эйе-эйе, яңылыш ишетмәнегеҙ: ихата майҙаны түгел, ә фатир майҙанының һәр квадрат метрынан 3-тән алып 10 һумға тиклем. Тимәк, 50 кв.м фатирың өсөн 150-нән 500-гә тиклем аҡсаңды сығарып һаласаҡһың. Шуныһы сәйер, ни өсөн түләү фатир майҙанынан сығып иҫәпләнә, ҡар бит фатирҙан түгел, ихатанан сығарыла? Кем әйтмешләй, көлөргәме, иларғамы бында...
Дөрөҫөн әйткәндә, был яңылыҡ та түгел-түгелен: ул хаҡта хәҙер өс -дүрт йыллап ҡына һүҙ баралыр. Ғүмер-ғүмергә белеүебеҙсә, йорт алды территорияһын йыл әйләнәһенә таҙартып тороу торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм идара итеү компаниялары эшселәренең мотлаҡ хеҙмәт бурысына инеп, уның өсөн "йортто ҡарау" ("содержание") пункты буйынса түләй инек. Ошоға тиклем ул шулай дауам итте лә, ләкин ихата алдында тау-тау өйөлгән ҡарҙы ситкә сығарыу тигән "хәстәрлек"те бер ваҡытта ла күрмәгәйнек. Был ҡар өйөмдәренең бер кемгә лә зыяны тейгәне булманы, киреһенсә, унда сыр-сыу килеп балалар тау шыуып рәхәтләнде. Ҡар мул яуған йылды уны ситкә ташыу, бәлки, кәрәктер ҙә, ләкин был бер үк "йортто ҡарау" статьяһы буйынса икеләтә түләү һалыу булмаймы? Улай тиһән, идара итеү компаниялары ҡыш ҡар көрәргә тейешле урам һепереүселәр етешмәүгә зарлана, шунлыҡтан айына бер-ике тапҡыр ҡарҙы махсус техника таҙарта. Тик йорт ихаталары өсөн бик һирәк эләгә торған был таҙартыу сараһы хаҡында алдан иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, йортта йәшәүселәр ишек алдына теҙелгән машиналарын алмай йонсота, шуға ла махсус техника арлы-бирле асыҡ урындарҙы ғына ҡырҙырып китә. Был иһә йорт, шулай уҡ машина хужаларының яуапһыҙлығы һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең эшен ҡатмарлаштырыу булып тора; икенсенән, авто хужалары ҡар баҫҡан биләмәне йырып сыға алмайынса, үҙҙәренә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында идара компанияларының бынан бер нисә йыл уҡ элек әле ихатаны механизация ярҙамынды таҙартҡан һәм ҡарҙы йорт биләмәһенән ситкә сығарған өсөн түләү һалыныуы РФ Юғары Суды тарафынан кире ҡағылып, был ғәмәлдәге законды боҙоу була тигән ҡарар сығарылғайны. Идара компанияларының өҫтәмә хеҙмәтләндереү индереүе һәм уның өсөн түләтеү фәҡәт йорт хужаларының дөйөм йыйылышында ғына хәл ителергә тейеш, тип әйтелде был ҡарарҙа.
Ҡар муллығы ҡалаларҙа транспорт хәрәкәтенә лә, йәйәүлеләр өсөн дә проблемалар тыуҙыра, әлбиттә, уныһы аңлашыла. Шуға күрә лә бит Өфө ҡалаһында өсөнсө урында ҡар иретеү пункты асыу ҡарала. Башинформдың ошо йылдың 27 ноябрендәге хәбәренә ҡарағанда, ул Затон менән Алексеевка шоссеһы биләмәһендә төҙөләсәк. Әлеге ваҡытта баш ҡаланың Калинин һәм Совет райондарында ике ҡар иретеү пункты эшләй. Уларҙың ҡеүәте - тәүлегенә 2,7 мең кубометр. Пункттар тулы көсөнә эшләп торһон өсөн, әлбиттә, ҡар кәрәк. Ихаталар хаҡында әйтеүе ҡыйын, ә бына ҡыш буйы Өфө урамдары хәҙер тап-таҡыр буласаҡ, тигән ышаныс бармы?..
"Һөйөнсө"нөң икенсеһе - традиция буйынса 2025 йылда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың йәнә артыуы. Сәбәбе - газ, электр энергияһы кеүек яғыулыҡ-энергетика ресурстары хаҡының ҡиммәтләнеүе, тип хәбәр итә банки.ру сайты. 2025 йылдың 1 июленән ил буйынса индексация уртаса 11,9 процент тәшкил итәсәк. Был газға, электр энергияһына, һыуға һәм йылытыуға ҡағыла. Айырым алып әйткәндә, газға, мәҫәлән, тарифтарҙың күтәрелеүе - 10,3, электр энергияһына 12,6 процент буласаҡ.
Башҡортостан буйынса 2025 йылда электр энергияһына хаҡтар мәғлүм булды. Тарифтар буйынса республика дәүләт комитеты ҡарарына ярашлы, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтың 2025 йылдың 1 июленән "үҫеүе" көтөлә. Документта әйтелеүенсә, газ плитәһе менән файҙаланыусы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе ҡала халҡы өсөн тариф 12,6 процентҡа, йәғни кВт/сәғәт өсөн 4,36-нан 4,91 һумғаса артасаҡ. Ә инде электр плитәһе менән ҡулланыусы ҡала һәм ауыл халҡына тарифтар бер үк кимәлдә - 3.05-тән 3,44 һумғаса арта.
Әйткәндәй, электр энергияһына бөтөн Рәсәй буйынса айырып ҡаралыусы (дифференцияцияланған) тарифтар индерелә башланы. Ябай тел менән әйткәндә, был электр энергияһын күберәк тотоноусының юғарыраҡ тариф буйынса түләүен аңлата. Бындай тариф индереүҙең маҡсаты, тәү сиратта, криптовалюта менән эш итеүселәрҙе ташламалы тарифтарҙан ситләтеү. Майнерҙар был эштәрендә электр энергияһын күп тотона һәм килем ала, ләкин электр уты өсөн түбән тариф буйынса түләй. Бынан тыш, улар электр селтәре системаһына көс төшөрә. Хөкүмәт электр энергияһын ҡулланыу диапазондарын түбәндәгесә бүлеп ҡараясаҡ: беренсе диапазон - энергияны иң әҙ ҡулланыу: айына 0-дән 3900 кВт сәғәт. Был система аҙ тәьмин ителгән һәм социаль яҡлауһыҙ граждандарға ярҙам рәүешендә индерелә. Ай эсендә юғарыла килтерелгән күрһәткестәрҙән артыҡ тотонмаған хәлдә был төркөм өсөн тариф иң арзаны буласаҡ. Икенсе диапазон айына 3901-ҙән 6000 кВт ҡулланыусылар. Улар өсөн киловатт/сәғәтенә түләү ҡиммәтерәк торасаҡ. Өсөнсө диапазонда 6001 киловаттан алып, электр энергияһын иң күп тотоноусылар. Күпселек ҡулланыусы физик шәхестәр, ҡағиҙә булараҡ, электр энергияһына беренсе диапазон буйынса иҫәпләшәсәк. Ҡулланыусыларҙы айырып ҡарау тәртибе торлаҡ майҙандарын коммерция маҡсаттарында файҙаланып, энергияны саманан тыш күп тотоноусы ҡайһы бер намыҫһыҙ кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА