«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИРИЯ МЕНӘН НИҘӘР БУЛЫР?
+  - 

Донъя сәхнәһендә күренештәр сәғәт, минут һайын тип әйтерлек төрләнеп, үҙгәреп тора, әйтерһең дә, калейдоскоп әйләнә лә әйләнә...

• Әле генә Сириялағы хәлдәр тетрәндерһә, бөгөн унда сағыштырмаса тынлыҡ, ләкин ул ваҡытлыса булыуы бик мөмкин, сөнки илдә власть алмашынғас, "тәмле киҫәк" янында әйләнгеләүсе "шакалдар" күбәйә башланы. Иң беренсе, әлбиттә, Израиль был тарафҡа ла ағыуын сәсергә өлгөрҙө һәм уның армияһы Хермон тауҙары районындағы Сирия территорияһын үҙ контроленә алды. Өҫтәүенә, Төркиә армияһы Сирияның төньяғында үҙ көстәрен йәнләндерә, ә Америка илдең төньяҡ-көнсығышындағы Сирия армияһы менән РФ Ҡораллы Көстәре контингентын һәм хәрби базалар менән күҙәтеү пункттарын контролгә алды. Ул ғына ла түгел, АҠШ, Төркиә һәм Израилдең Һауа Ҡораллы көстәре Сирияның ҡорал складтарын утҡа тота. Ә Дамаскиҙағы яңы власть илдең һәм халыҡтың һуғыштан арыуы һәм Сирияның яңы конфликттарға бәйләнергә йыйынмауын белдерә.
Әйткәндәй, Рәсәй ғәскәрҙәре Латакиялағы Хмеймим авиабазаһында, шулай уҡ Урта диңгеҙ яры Тартус портындағы хәрби-диңгеҙ базаһында ҡала. 2017 йылда Мәскәү менән Әсәд хөкүмәте араһындағы килешеү буйынса был территориялар Рәсәй ғәскәренә 49 йылға файҙаланыу өсөн бирелгән. Сирияның яңы властары Рәсәй мәнфәғәттәренә ҡағылмаҫҡа тырышыуҙарын белдерҙе һәм Рәсәйгә үҙ мөнәсәбәтен ике ил өсөн дә файҙалы итеп ҡорорға саҡырҙы.

• Грузияла - яңы президент! Һайлауҙар илдә быйыл яңы форматта - һайлаусылар коллегияһы тарафынан тауыш биреү юлы менән 15 декабрҙә үтте һәм идара итеүсе "Грузия хыялы" партияһынан берҙән-бер кандидат - хәҙер һигеҙ йыл инде сәйәсмән, элекке профессиональ футболсы Михаил Кавелашвили Грузия президенты итеп һайланды. Яңы президенттың инаугурацияһы 29 декабргә тәғәйенләнгән. Үҙәк һайлау комитеты һайлауҙарҙы раҫланы, ләкин ошо көндәрҙә вәкәләте ғәмәлдән сыҡҡан экс-президент Саломе Зурабишвили ҡәнәфийен бирергә ашыҡмай: ул яңы булып үткән һайлауҙар һөҙөмтәһен танымаҫҡа маташа һәм оппозиция яҡлыларҙы власҡа ҡаршы сығыштарға өндәй. Бәхеткә, урамға сығыусылар сафы күҙгә күренеп һирәгәйә, ә сыҡҡан кешеләр парламент алдында... футбол уйнай! Шулай итеп, протест акцияһы әкренләп һүнә барғандай. Тик бына Европа сәйәсәмәндәренә был оҡшамай, улар күрәләтә закон боҙоп, экс-президент Зурабишвили кандидатураһын күтәрмәләүҙе дауам итә.

• Трамптың командаһы Венгрия премьер-министры Виктор Орбандың Раштыуа көндәрендә Украинала утты туҡтатыу тураһындағы тәҡдимен ҡарарға әҙер булыуын хәбәр итте. Әммә Владимир Зеленский хатта Раштыуа хөрмәтенә лә Рәсәй менән килешеүгә барырға һәм әсирҙәр менән алмашыуға ҡаршы булыуын белдерә. Ә шул уҡ ваҡытта, украина журналисы Владимир Бойко күҙәтеүенсә, 2025 йылға ил армияһының таралып бөтөү ихтималлығы бар. Бер батальон командиры урынбаҫарының һөйләгәндәренә нигеҙләнеп, ул үҙенең социаль селтәрендә былай тип яҙа:"Был батальонды Херсон өлкәһендәге пехота ротаһын көсәйтеү өсөн ташлағайнылар. 90 кешенең өсәүһе генә Кураховҡа тиклем килеп етә алды - башҡалар юлда ҡасып бөттөләр..." Әйткәндәй, быйыл ноябрь айында ғына ла дезертирлыҡ тураһында 19 мең енәйәт эше ҡуҙғатылған. Украиндарҙың күбеһе, ысынлап та, мәжбүри мобилизациялауға ҡаршы сығыш яһай. Протест билдәһе итеп, улар военкомат машиналарын юҡ итә. Быйыл ғына ла Украина Ҡораллы көстәренең 260 машинаһы яндырылған, тип хәбәр итә ren.tv порталы.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.24 | Ҡаралған: 43

Киске Өфө
 
Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru