«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКЕ КЕШЕГӘ - БЕР МАШИНА
+  - 

1950-1980 йылдарҙа Өфө ҡалаһының төп торлаҡ райондары һәм урамдары халыҡтың автомобилгә эйә булыу кимәле бөгөнгө менән сағыштырғанда күпкә түбән булған шарттарҙа проектлана. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында йәмғеһе ярты миллиондан ашыу, йәғни ике кешегә бер машина иҫәбендә еңел транспорт сараһы бар. Ҡайҙа етте, шунда ҡуйылған, шул сәбәпле коммуналь һәм ашығыс хеҙмәт эшсәндәренә ҡамасаулаусы шәхси автомбилдәр айырыуса торлаҡ йорт ихаталарында киҫкен проблема килтереп тыуҙырҙы. Былар бөтәһе лә властарҙы саралар комплексы күрергә мәжбүр итә.

Кисектерелгән проект

Туҡталҡалар менән айырыуса ҡатмарлы хәлдәр ҙур ҡалаларҙың эш һәм мәҙәни үҙәктәрендә килеп тыуа. Уны хәл итеүҙең бер юлы - түләүле туҡталҡалар системаһын булдырыу. Ләкин Өфөлә оҙаҡ ваҡыттар буйы был саранан баш тартып килделәр. Өфө ҡала советы тарафынан түләүле туҡталҡалар тураһында положение бары тик 2018 йылда ғына ҡабул ителде. Документта әйтелеүенсә, түләүле туҡталҡаларҙың адреслы исемлеге һәм уларҙы файҙаланған өсөн тарифтар Өфө мэрияһы ҡарары менән раҫлана.
Ҡала властары түләүле туҡталҡалар менән файҙаланыуҙы 2022 йылда уҡ башларға ниәтләгәйне, илдә килеп тыуған ҡатмарлы иҡтисади хәлдәр арҡаһында ул бойомға ашырылмай ҡалды. Был мәсьәләне 2024 йылдың 21 февралендә Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡайтанан күтәреп сыҡты. "3,5 меңдән ашыу түләүле туҡталҡа урыны булдырырға ниәтләйбеҙ, был ҡала урамдарын байтаҡҡа бушатасаҡ", - тине Өфө мэры. Йәйге осор ҡала властары был мәсьәлә буйынса өфөләрҙән онлайн-һорау алыуҙар үткәрҙе. Уның һөҙөмтәһенән күренеүенсә, респонденттарҙың 70 проценты тап баш ҡаланың үҙәк өлөшөндә машинаһын ҡуйыу урыны эҙләп, ҡыйынлыҡтар кисереүе хаҡында белдерә. Граждандар фекерен иҫәпкә алып, Достоевский, Карл Маркс, Киров, Коммунистик, Ленин, Мостай Кәрим, Октябрь революцияһы, Пушкин һәм Чернышевский урамдары буйлап 1 188 урынға түләүле адреслы туҡталҡа исемлеге проекты эшләнде.
Машинаны бер сәғәткә ҡалдырыу хаҡы тәүҙә 40 һум тип билдәләнгәйне. Был сумма РФ Транспорт министрлығы тәҡдиме менән ҡала буйынса уртаса эш хаҡы һәм йәмәғәт транспортында йөрөү тарифына ярашлы билдәләнде. Туҡталҡа өсөн түләүҙе мобиль ҡушымта, СМС-хәбәр, банк терминалдары аша һәм QR код ярҙамында башҡарырға була. Түләү күләме тәжрибә өлкәһендәге бөтөн биләмәләр өсөн дә бер тигеҙ буласаҡ, тип ҡаралды. Тарифҡа төҙәтмәләр проект эшкә ҡушылғандан һуң бер йыллап самаһы ваҡыт үткәс, автоһәүәҫкәрҙәр араһында урындарға булған ихтыяж һәм урындарҙы файҙаланыу кимәленә ҡарап индереләсәк, тип ҡарала. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә түләүле туҡталҡалар проектын эшкә ҡушыу ваҡыты билдәләнмәһә лә, үҙәк урамдарҙа буласаҡ түләүле туҡталҡа урындарында зәңгәр төҫтәге билдәләр күренә башланы. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, түләүле машина урындары булдырыу хаҡындағы ҡарар адреслы исемлек раҫланғас ҡына ҡабул ителәсәк.

Тәртип саралары

Машиналарҙы ваҡытлыса һаҡлауға ҡуйыу урындары буйынса ҡатмарлы хәл транспорт күп йөрөгән магистралдәрҙә генә түгел, бөгөнгө күләмдәге транспорт саралары өсөн ҡулайлаштырылмаған торлаҡ йорт ихаталары өсөн дә ҙур пролбема. Өҫтәүенә, был мәсьәләне күпселек водителдәрҙең тәртибе лә ҡатмарлаштыра. Машиналарын коммуналь ҡалдыҡтар контейнерҙары торған майҙансыҡ янында ҡалдырып, сүп-сарҙы ихатанан алып сығыу эшен тулыһынса тотҡарлайҙар. 2019 йылда был мәсьәләгә республика властары иғтибарын йүнәлтте һәм шунан һуң Өфөлә ошо йәһәттән тәртип булдырыу саралары ҡабул ителде. "Бер яҡлап, беҙ туҡталҡалар буйынса тәртип булдырһаҡ, икенсе яҡтан, машина ҡуйыу урындарын арттырасаҡбыҙ", - тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров. Һәм, ысынлап та, ихаталарҙа машиналарҙы дөрөҫ ҡуймаған өсөн тос ҡына күләмдә административ штраф билдәләнде, ләкин ҡайһы бер тәртип боҙоусыларҙы был да туҡтата алманы. Мәҫәлән, 2024 йыл башынан Өфөлә сүп-сар контейнеры торған майҙансыҡ янында машинаһын ҡуйғандары өсөн транспорт хужаларына ҡарата 13,7 мең административ протокол тултырылды. Штрафтарҙың дөйөм суммаһы 19,7 млн тәшкил итте. Тәртипте ҡабатлап боҙған өсөн икеләтә күләмдә штраф түләтелде.

Яңы урындар

Өфөлә штраф саралары менән бер рәттән, булған туҡталҡа урындарын һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса ла эш алып барыла. Мәҫәлән, урам-юл селтәрен төҙөү һәм яңыртыу сиктәрендә 2022-2024 йылдарҙа ғына ла 893 туҡталҡа урыны булдырылды, шул иҫәптән, уларҙың 584-е - яңы төҙөлөүсе Яркий һәм Кузнецов затонында эшләнде. Ә шулай ҙа иң күп машина урындары "Башҡорт ихаталары" программаһы барышында төҙөлдө. Ни бары өс йыл эсендә торлаҡ йорттар янында 4 677 машина-урын барлыҡҡа килде. Өфөлә шулай уҡ туҡталҡа урынын биләп ултырған ташландыҡ, хужаһыҙ һәм боҙоҡ машиналарҙы утилгә алып китеү буйынса ла эш туҡтағаны юҡ. 2019-2024 йылдарҙа ана шундай 6 484 автомобиль металл һынығына оҙатылды.

Сергей НИКОЛАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.24 | Ҡаралған: 39

Киске Өфө
 
Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru