(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).
Хива экспедицияһына, ул саҡтағы иҫәп менән, бер миллион һум аҡса ҡулланыу ҡаралған була, тик был ғына түгел. Поход өсөн кәрәкле провиант һәм башҡа әйберҙәр Ырымбурҙан 1839 йылдың йәйе буйына аттар менән далалала махсус ҡоролған ваҡытлы нығытма пункттарына, Хиваға бара торған этап урындарына ташыла. Бының өсөн башҡорттарҙың ике йә иһә өс атлы арбаларҙан торған нарядтары ебәрелә.
Һуңғылары барыһы ла далала ҡырылып бөтә. Арбаларҙы ташлап китәләр, йолҡошҡа әйләнеп бөткән, сирле кешеләр Ырымбурға ҡайта; бында уларға кеше башына 5-әр һум ассигнациялар бирелеп, өйҙәренә ҡайтарып ебәрелә. Был башҡорттар Пермь һәм Вятка губерналарынан һәм Ырымбурҙан бик алыҫта булған Минзәлә, Бөрө, Бөгөлмә һәм башҡа өйәҙҙәрҙән саҡырылған була. 1839 йыл йот була; икмәк хаҡы ботона 3 һум ассигнацияға етә, бесәндең бер йөгө 10 һумға һәм унан да күберәк хаҡҡа һатыла, кейем-һалымы туҙып бөткән ярлы кешегә нисек итеп 5 һумға, йөҙәр саҡрым ер үтеп, өйөнә ҡайтып етергә була? Бик аҙҙарының ғына, аттары булған хәлдә лә, улар хатта ҡала урамдарында ла йүнләп йөрөй алмай. Ошо йылда башҡорттарҙың 5 меңгә яҡын аты үлә.
Перовскийҙың ғорур холҡо Хива походының уңышһыҙ тамамланыуы арҡаһында бик ныҡ ҡаҡшай, һәм уның үҙенә юғары властарҙан бик күп ауыр һүҙҙәр ишетергә тура килә. Петербургҡа килгәс, хәрби эштәр министры Чернышев уны батша ғали йәнәптәренә индерергә теләмәгән, йәғни уның килеүе хаҡында батшаға белдермәгән, тип һөйләйҙәр, һәм Перовский үҙенә бик ауыр тәьҫир иткән шик-шөбһәләренән арыныу әмәлен тапҡан.
Батша Николай Павлович смотрҙа йә иһә манежда ғәскәр парадындамы булған бер мәлдә ул батша ғали йәнәптәренең генерал-адъютанты янынына барған, ә уның батша эргәһендә булыу хоҡуғы була; ул, Перовскийҙы күреү менән, уның ҡасан килеүе һәм ни өсөн күренмәүе хаҡында яғымлы итеп һорашҡан. Перовский шул саҡта Чернышевҡа ымлап яуаплаған. Смотр тамамланғас, Перовскийҙы батша үҙенең экипажына ултыртып, һарайға алып килә.
1840 йылдың йәйен һәм 1841 йылды Перовский Ырымбурҙа йәшәй, ноябрь аҙаҡтарында Петербургҡа ҡайта, унан 1842 йылда, биләгән вазифаһынан бушатылып, Италияға китә. Гәзиттәрҙә баҫылған хәбәрҙәрҙә яҙылғанса, Перовский Берлинда прусс короле менән күрешкәндә тегенеһе уны Хива походы буйынса беләмен тип, төрттөрөп ҡуйған ти.
Хива походында ҡатнашҡан барса офицерҙар, генералдарҙы ла иҫәпкә алып, дәүләт наградаларына лайыҡ була, уларға юғарыраҡ чиндар, ордендар һәм хатта аҡсалата бүләктәр тапшырыла. 22-се дивизия начальнигы, генерал-лейтенант Толмачев тәүҙә Аҡ Бөркөт ордены менән бүләкләнергә тейеш булһа ла, уға уның урынына Һарытау губернаһында 3 мең десятина күләмендә ер бирелә. Ырымбур казак ғәскәре атаманы, ул ваҡытта ғәскәр командующийы Молоствов, сираттағы дәрәжә тәртибе буйынса ҡаралған орден ала; Циолковскийға 1-се дәрәжә Анна ордены бирелә, әммә ул һуңынан үҙенең һорауы буйынса отставкаға сығарыла. Офицер хеҙмәте өсөн пенсияға сыҡҡанда бер ай йылға тиңләнгән, әлеге поход кампания тип иҫәпләнгән.
Циолковский, отставкаға сыҡҡас, ҡатынының Ырымбур өйәҙендәге ауылында йәшәй. Ул, үҙенең крәҫтиәндәре менән бик ҡаты мөғәмәлә иткәнлектән, улар тарафынан 1841 йә иһә 1842 йылда үлтерелә. Крәҫтиәндәр, уны ерләгәндән һуң, мәйетен ҡаҙып сығарып, ҡамсылар менән ярып, кеше танымаҫлыҡ хәлгә еткерә; уның туғандары мәйетте Ырымбурға алып килеп, дөйөм зыяратта ерләйҙәр. Уның өс улы ла үлгән инде; береһе ябай ғына чиновник званиеһында була; оло улы Виталий, бер нисә өс йыллыҡта дворяндар предводителе булып хеҙмәт итһә лә, Ырымбур губернаһы барлыҡҡа килгәндә яңынан һайланмай, бик ярлы йәшәй, аҡсаларҙы әрәм-шәрәм иткән өсөн суд хөкөмөнә тарттырыла һәм 1889 йылда вафат була; Николай мировой посредник булып хеҙмәт итә, әммә 1868 йылда штаттан сығарыла, урман кампанияһына һал менән ағыҙылып килтерелгән ағастарҙы яр буйындағы ауыл кешеләре урламаһын өсөн күҙәтеүсе вазифаһын биләй, ауыл хужалығы эштәре менән шөғөлләнеп көн итә; 1891 йә иһә 1892 йылда 72 йәшендә вафат була.
1840 йылдың октябрендә Ырымбурға Афғанстандан инглиз армия хеҙмәтендәге майор килә, уны Англия хөкүмәте Хива походының ни сәбәпле уңышһыҙ тамамланыуын асыҡларға ебәргән була; ул Ырымбурҙа бер ай самаһы ғына йәшәй, беҙҙең өйөбөҙҙән артыҡ йыраҡ булмаған чиновник Галявинскийҙың өйөндә фатирҙа тора. Ул өй 1879 йылда янып юҡҡа сыға. Инглиз майоры Перовский менән осрашмағандыр; ул был ваҡытта, моғайын, Петербургта булғандыр.
Ырымбур - Ырымбур төбәгенең төп начальнигының баш пункты һәм йәшәү урыны - 30-сы йылдар башында, бында генерал Перовский килгән саҡта халҡы 5 йә иһә 6 меңдән артыҡ булмаған бәләкәй ҡала була. Өйҙәр барыһы ла ағастан һалынған тиерлек, 3 кенә тәҙрәле, иң яҡшы тигәндәре 5 тәҙрәле, тәпәш кенә, хатта ярым планканан һалынып, бер ҡыйыҡ аҫтында бер юлы ике хужа йәшәп, һәр ҡайһыһы үҙ ҡапҡаһынан сығып йөрөгән. Ҡырылып бөтөп барған өйҙәрҙә, ер өйҙәрҙә лә көн иткән кешеләр була, уларҙың хужалары бик ярлы булыуҙары арҡаһында йорт-ҡураларын яҡшырта алмай. Перовский 1835 йылда махсус комиссия булдыра һәм уға ҡалалағы барса өйҙәрҙе ҡарап тикшереп, туҙған өйҙәрҙе ике йә иһә өс йыл эсендә һүтеп алырға, уларҙың хужаларына ошо ваҡыт эсендә план буйынса яңы өйҙәр һалырға бойора. Быны үҙҙәренең аҡсаһына эшләй алмағандарға шулай уҡ иҫке өйҙәрен һүтеп алырға, бушҡа 50 бүрәнә һәм 50 һум ассигнация алырға тәҡдим ителә, ә һуңынан каруанһарай һәм татар зыяраты араһында яңы ғына төҙөлә башлаған ауылға күсергә ҡушыла, бында ер уларға бушлай бирелә. Ҡалала иҫке өйҙәрҙән бушаған урындар йәнәш йәшәгәндәргә бирелә, тик улар элекке хужаға түләнгән пособие хаҡын үҙҙәре түләргә тейеш була, әгәр ошо урындың хаҡы түләнгән пособиенан кәмерәк булған осраҡта, уларға ағас хужалыҡ өсөн әҙерләнгән урман иҫәбенән бирелә.
Шулай итеп, ҡала бер ҡарарлығы ҡалмаған бәләкәй өйҙәрҙән, ер өйҙәрҙән таҙартыла; ихаталар киңәйтелә, һәм барса урындар ҙа йәмләнеп китә. Тиҙҙән халыҡ яҡшы өйҙәр һалып керә башлай. Байлыҡтары булмағандарға, бигерәк тә чиновниктарға, төҙөлөшкә етерлек ағасты Перовский хужалыҡ эштәре өсөн әҙерләнгән урмандан аҙаҡтан түләү шарты менән бүлә.
Перовский ваҡытында ҡаҙна өсөн таш өйҙәр ҙә төҙөлә башлай; Преображенский сиркәүе янында емерелеп төшкәне урынына яңы дворяндар йыйылышы төҙөлә; төп халыҡ училищеһы бинаһы янында оборона казармалары барлыҡҡа килә, ордонанс-гауз, плац-майорға фатир һәм комендант идаралығы, уның эргәһендә комендантҡа ла өй һалына.
Хәҙер беренсеһен һөнәрселек училищеһы биләй, ә һуңғыһында - Ырымбурҙағы бер батальон командирының фатиры.
Шул уҡ ваҡытта генерал-губернаторға ла өй һалына, әммә Перовский унда йәшәмәй; был йортҡа беренсе булып генерал Обручев күсеп килә.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА