«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ БУЛҒАНБЫҘ, БАРБЫҘ, БУЛАСАҠБЫҘ!
+  - 


Үткән аҙнаның иң әһәмиәтле ваҡиғаларының береһе - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы булды. Йыйында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән 527 делегат ҡатнашты. Йыйындың ҡунаҡтарына һәм делегаттарына һорауҙарыбыҙҙы йүнәлттек:

Рәсих Хәмитов, БР Башлығының тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы:
Беҙҙең секция бик йөкмәткеле үтте, унда төрлө төбәктәрҙән милләттәш эшҡыуарҙар, ғалимдар йыйылғайны һәм нисек эшҡыуарлыҡты берләштереү буйынса төбәк-ара бәйләнештәр булдырырға, тигән һорау күтәрелде. Күреп тороуығыҙса, беҙҙең күпме фермер хужалыҡтары бар, унда нимә генә үҫтермәйҙәр, нимә генә етештермәйҙәр. Әлбиттә, тәҡдимдәр бик күп булды. Мин үҙебеҙҙең буш ятҡан ерҙәрҙе нисек эшкәртеү, шуларҙы файҙаланыуға тапшырыу тураһында фекеремде белдерҙем. Мәҫәлән, Вологод гектары бар, Ярослав гектары бар, нишләп башҡорт гектары юҡ? Ошо башҡорт гектарҙарын биреп, үҙебеҙҙең йәштәрҙе шунда эшкә ҡайтарырға ине, тигән тәҡдим әйттем. Әлбиттә, экологик мәсьәләләрҙе лә күтәрҙек, был да республика халҡы өсөн бик мөһим өлкә һәм был йәһәттән эштәрҙе нисек йәнләндерергә мөмкин булыуы тураһында һөйләштек. Бында урман хужалығы, экология, ауыл хужалығы министрлыҡтары вәкилдәре эксперттар булып ҡатнашты.

Морат Солтанов, Октябрьский ҡалаһы 4-се Башҡорт гимназияһының тарих уҡытыусыһы, делегат: Йыйындың пленар ултырышында үткән биш йыллыҡта байтаҡ эштәр эшләнгәне барланды. Тормош ығы-зығыһы менән булып, уларҙың һәр береһе абайланмай ҙа ҡалған икән. Әле бына ул эштәр видеороликта һаналып киткәс, сығыш яһаусылар ҙа телгә алғас, күңел шатлыҡҡа тулды. Тормошобоҙ алға бара, шөкөр. Һәр беребеҙ шулай халҡыбыҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәтенә эшләргә тейешбеҙ.
Киләһе уҡыу йылында Башҡортостан тарихын Рәсәй тарихы дәресенә тағы бер сәғәт ҡушып уҡытасаҡбыҙ бит инде. Мин үҙем тарихсы булараҡ, беҙгә башҡорт тарихы, Башҡортостан тарихы буйынса яҡшы сифатлы дәреслек кәрәк, тигән уй менән янам. Уны уҡыуы ҡыҙыҡлы булырға тейеш, был әсбап ниндәйҙер иҫтәлекле көндәрҙе, билдәле исемдәрҙе һанап сығыу менән генә сикләнмәһен, ул балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыҙыҡһынып уҡый алырлыҡ һәм матур иллюстрациялы булырға тейеш.

Рөстәм Ғиззәтуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы, делегат: Мин мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары секцияһында булдым. Аныҡ тәҡдимдәр еткерҙем. Мәҫәлән, беҙҙең башҡорт йырҙарын цифралы майҙансыҡтарға күберәк һалырға кәрәк һәм уларҙы үҫтерергә кәрәк. Шуға Ҡоролтайға SMM буйынса эшләгән егет-ҡыҙҙарҙы күтәрмәләү мөһим, бәлки киләсәктә сәнғәт училищеһы, институтындамы, шундай белгестәрҙе уҡытырға, улар нәҡ мәҙәниәтте популярлаштырыу, үҫтереү, алға этәреү менән шөғөлләнергә тейеш.
Был хаҡта ла күп һөйләйбеҙ инде: беҙҙең сауҙа үҙәктәрендә, аэропорт, вокзалда үҙебеҙҙең башҡорт көйөн, ҡурайҙы яңғыратыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Хәҙер бит республикала туристарҙы йәлеп итеү буйынса бик күп проекттар эшләй. Ситтән килгән кешеләр ҡурай моңдарын ишетһә, был шунда уҡ уларҙың иғтибарын йәлеп итәсәк икәненә иманым камил.
Республикала мәҙәниәт өлкәһе иғтибарҙан ситтә түгел. Әммә күптәр "Бына шулай итергә, тегеләй итергә кәрәк" тип, буш һүҙ һөйләүҙән ары китә алмай. Аныҡ тәҡдимдәр әҙерәк. Бына беҙ, мәҫәлән, башҡорт халыҡ йырҙары цифралы майҙансыҡтарҙа юҡ, тип әйттек һәм ишеттеләр. Беҙҙең етәкселәр креативтар, уларға аныҡ тәҡдимдәр менән барһаң, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр.

Ғәли Хәсәнов, Татарстан Республикаһы башҡорттарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе: Беҙҙең милли-мәҙәни автономия ойошмаһын билдәле ғалимыбыҙ Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов кәңәше менән төҙөгәйнек. Ул минең остазым булды. "Әйҙә, ҡустым, милли-мәҙәни автономиялар тураһында закон сыҡты, әле башҡорт ойошмалары юҡ, иң беренселәрҙән булып төҙөйөк әле шуны", - тип әйтте ул. Шулай ойошоп киттек, бөгөн бик юғары кимәлгә күтәрелдек, Татарстан Республикаһы Рәйесе премияһын алдыҡ. Татарстан етәксеһенең был премияһы йылына 5 кенә ойошмаға бирелә, шулар араһында беҙҙең автономия булыуы һөйөнөслө. Ул беҙҙең граждан-йәмғиәт институттарын үҫтереүҙәге эшмәкәрлегебеҙгә ҙур баһа булды. Беҙҙең социаль, йәштәр өсөн, этно-мәҙәни проекттарыбыҙ ҙа Президент фонды гранттарын алды. Төп маҡсатыбыҙ - балаларҙы, йәштәрҙе үҙебеҙҙең башҡорт теле, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре йолғонтоһонда тәрбиәләү. Беҙ шул эш менән шөғөлләнәбеҙ. Этно-мәҙәни берләшмәләр, власть органдары, бизнес, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендәге ғилми берләшмәләр менән дә тығыҙ бәйләнештәбеҙ.
Беҙҙең Яр-Саллы ҡалаһында Айгөл Илдар ҡыҙы күп йылдар дауамында башҡорт кластарында белем бирә, Яр-Саллы һәм Түбәнге Кама ҡалаларындағы Халыҡтар дуҫлығы йорттары эргәһендә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүселәр клубтары бар, Ҡаҙан ҡалаһының күп милләтле йәкшәмбе мәктәбендә башҡорт телен дә өйрәтәләр. Башҡорттарҙы шулай бөртөкләп йыябыҙ. Үҙебеҙҙең йәмәғәт эштәренә йәлеп итәбеҙ.

Әнисә Мәүлекәйева, Пермь крайы Барҙа районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесенең урынбаҫары: Беҙҙең Пермь крайы Барҙа районында күпселек ғәйнә башҡорттары йәшәй. Ырыуҙаштырыбыҙ 61 ауылда тора. Мәктәптәрҙә татарса уҡытһалар ҙа, беҙ үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе бер ҡасан да онотманыҡ, сөнки ғәйнә теле - иң боронғо телдәрҙең береһе. Туған телебеҙ арҡылы беҙ төрөксә лә, татарса, ҡырғыҙса, үзбәксә лә аңлайбыҙ. Йәштәребеҙ ҙә ғәйнә башҡорттарына хас һөйләште белә, сөнки ул һөйләш ғаиләлә һаҡлана. Мәктәптә рус кластарында уҡығандар иһә, тик ғәйнәсә генә белеп, татар телен бөтөнләй аңламай. Телебеҙҙең үҙенсәлектәре күп, мәҫәлән, көн тәртиптәрен генә алайыҡ: тыуған көн, атлаған көн, ҡан көн, аҙна кис, йома, ҡоро көн, урыҫ әтнә көн. Күренеүенсә, шәмбене ҡоро көн, ҡош та оя ҡормай, тигәндәр, ә хәҙер тоталар ҙа ошо көндә туй яһайҙар. Бында уйланырға, телебеҙҙең, йолаларыбыҙҙың нескәлектәрен онотмаҫҡа кәрәк, тип әйткем килә. Башҡорт халҡының нигеҙе - ырыуҙарҙың көслө булыуында, халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға теләһәк, һәр ырыу ата-бабаларҙан ҡалған белемде, телде, йоланы онотмаҫҡа тейеш.

Илшат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең урынбаҫары: Йыйында мин Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт ҡоролтайҙары секцияһында модератор булып сығыш яһаным. Төбәктәрҙәге эшкә ҡағылышлы бик ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны, сөнки башҡорттарҙы борсоған мөһим проблемалар, ғәҙәттә, Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙә бик киҫкен тора. "Башҡортостанда башҡорт булыуы еңел ул, ситтә башҡорт булып ҡара", тип тә юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Был һөйләшеүҙән миңә иң оҡшағаны һәм иҫтә ҡалғаны - ул башҡорт телен өйрәнеүгә йүнәлтелгән лагерҙар һанын арттырыу булды. Мәскәүҙә был бар, унда башҡорт телен өйрәнеү буйынса этно-мәҙәни клуб эшләп килә, балалар унда бик яҡшы итеп телде өйрәнә. Үҙем атай кеше булараҡ, был мәсьәлә бик актуаль. Төрлө саралар, осрашыуҙарҙы башҡорт телендә үткәрәбеҙ һәм был туған телебеҙҙе өйрәнеүгә этәрә, әммә тулыһынса шул тел мөхитенә инеү етеңкерәмәй. Делегаттар әле Башҡортостандан ситтә йәшәгән балаларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итә алған башҡорт теле лагерҙары булһын ине, тигән тәҡдим индерҙе. Балалар бында ял итергә килеп, 3 аҙна буйы тулыһынса үҙебеҙҙең туған тел, мәҙәни мөхиттә йәшәп, ысын башҡорт булып таралашыр ине, тигән фекерҙә улар. Был ысынлап та бик кәрәкле эш булыр ине. Ғөмүмән, тәҡдимдәр күп яңғыраны, резолюция проектын ҡабул иттек, унда әле ҡорҙан һуң да тыуған фекерҙәрҙе, тәҡдимдәрҙе индереп буласаҡ.

Данис Аҡҡужин, Силәбе өлкәһенән делегат: Мин бик оҙаҡ йылдар дзюдо буйынса балалар тренеры булып эшләнем, тәрбиә менән шөғөлләндем. Үҙем билдәле тренер Харис Монасип улы Йосоповтың тәрбиәләнеүсеһемен. Ҡайһы саҡта Силәбе физик культура университетында лекциялар уҡыйым, тренерҙар менән эшләйем. Арғаяш районынанмын. Беҙҙә күп кенә мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре үткәрелә, әммә йылдан-йыл туған телебеҙҙә аралашҡан һәм уҡыған балалар һирәгәйә. Бөгөн ҡоролтайға мин шундай фекерҙәр менән килдем: иң төп мәсьәлә - ул балалар тәрбиәһе. Бөгөн балалар һәм өлкәндәр араһында аралашыу юҡ, быуындар бәйләнеше өҙөлә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа, балаларҙың холҡо үҙгәрә. Беҙҙең башҡорттарҙа ололарға хөрмәт менән ҡарау бар әле, өлкәндәр әйткәнде үтәү бар, әммә быларҙың барыһы ла үҙгәрә. Интернеттың, төрлө фильмдар, бигерәк тә көнбайышта төшөрөлгәндәренең йоғонтоһо ҙур. Балаларыбыҙ көнбайыштағыларҙыҡы кеүек булып бара, шуға юл ҡуйғы килмәй. Беҙҙекеләрҙе төҙәтеп өлгөрөргә кәрәк, был мөмкин әле.

Римма Хущамова, Саха (Якутия) Республикаһынан делегат: 2010 йылда үҙем йәшәгән ошо республикала башҡорт ойошмаһын ойошторҙом. Киләһе йылда беҙҙең ойошмабыҙға 15 йыл туласаҡ. Ошо матур датаны билдәләп, эстафетаны йәштәргә тапшырып, тыуған яҡтарыма күсеп ҡайтырға ниәтләнеп йөрөп ятам. Беләһегеҙҙер, был республикала 1760 йылдарҙа һөргөнгә ебәрелгән башҡорттар байтаҡ бит инде, улар хәҙер урындағы халыҡтар менән аралашып та бөткән һәм төп сығыштарын белмәгәс, кемдәрелер үҙен татарға ла иҫәпләй. Сөнки халыҡ иҫәбен алыу буйынса документтарҙы ҡарағайныҡ, 1895 йылда 1012 башҡорт һәм 4 кенә татар була, ә 1905 йылда бөтәһе лә татар тип яҙыла. Бөтәһе лә үҙенең тамырҙарын белеп тә бөтмәй, әммә шәжәрәләрен эшләй башлаһалар, гел үҙҙәрен Башҡортостанда барып табалар.
Мин бөгөн төрлө секцияларҙа булып, төрлө фекерҙәрҙе тыңлап сыҡтым. Үҙем дә тәҡдимдәр әйттем. Иң төп һүҙем - йәштәрҙе, бигерәк тә йәш ғаилә башлыҡтарын, сит яҡтарға эшкә йөрөтмәү өсөн саралар күреү кәрәклеге тураһында булды. Ярай, бына беҙҙең яҙмыштарҙы ситкә эшкә ебәреү тураһындағы совет системаһы хәл итеп, тыуған яҡтан айырҙы. Хәҙер бит ундай бойороҡ-указдар юҡ, егеттәребеҙ ғаиләләрен ҡалдырып, оҙон аҡса артынан йөрөмәһен ине. Ошо теманы ныҡлы фекер алышыу майҙанына сығарыу кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы барышында бик күп мөһим мәсьәләләр күтәрелде, сығыш яһаусылар берҙәмлек, фекерҙәр уртаҡлығы, киләсәктә эшләйһе эштәр тураһында һөйләне. Ҡорҙоң төп өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү йәһәтенән бик күп матур эштәр атҡарылыуы тураһында телгә алды. Ысынлап та, Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант булһынмы, Милли кейем көнө, йәки Башҡортостандың Ҡурайсылар дәүләт ансамблен булдырыу кеүек бик күп мөһим ҡарарҙар нәҡ ошо биш йыллыҡта ҡабул ителгән. Киләһе йылдан башҡорт профессиональ бейеү сәнғәтенә нигеҙ һалыусы хореограф, балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө - 21 октярҙә Милли бейеү көнө билдәләнәсәк. Был да башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итер бер бик матур дата булыр, моғайын. Ә инде социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ темаһына арналған секциялағы сығыштарҙы тыңлағандан һуң, алдынғы ҡарашлы, үҙ эшен булдырып уңыш ҡаҙанған милләттәштәребеҙҙең күп булыуын, бигерәк тә маҡсатлы йәштәребеҙ барлығын күреп ҡыуандыҡ. Ниндәйҙер өлкәләрҙә хәл ителмәгән мәсьәләләр барҙыр ҙа, әммә арабыҙҙа киләсәккә ышаныслы аҙымдар яһаған шундай йәштәребеҙ булғанда, заман менән алға атларыбыҙға шик юҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.24 | Ҡаралған: 41

Киске Өфө
 

Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru