Хәмзә хәҙрәт ХАФИЗОВты республикабыҙҙа белмәгән кеше һирәктер. Махсус хәрби операция башланғас, ул башҡорт батальондарының рухи остазы, полк имамы сифатында алғы һыҙыҡҡа юлланды. Хәмзә хәҙрәт үҙенең сираттағы ялында "Башинформ"ға башҡорт яугирҙарының берҙәмлеге, фронт һәм тылдың эшмәкәрлеге һәм башҡа мөһим мәсьәләләр хаҡында һөйләне.
Башҡортостан - Махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә иң ҙур өлөш индергән төбәк, тип баһаларға мөмкиндер?
- Ысынлап та, Ватан һағына иң беренселәрҙән булып тап республикабыҙ ир-егеттәре баҫты. Уларҙы төрлө кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү йәһәтенән гуманитар ярҙам йыйыу ойошторола башланы. Рәсәйҙәге иң тәүге ирекле батальон тап беҙҙең республиканан ебәрелде. РФ Оборона министрлығы тәьминәтенән тыш, Башҡортостан Хөкүмәте һалдаттарҙы баштан-аяҡ кейендерҙе, ҡоралдан башҡа бөтә кәрәк-яраҡтарҙы ебәрҙе. Ҡыҫҡаһы, иң ҙур яуаплылыҡты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ өҫтөнә алды.
Махсус хәрби операция зонаһына барыу хаҡындағы ҡарарҙы нисек ҡабул иттегеҙ?
- Махсус хәрби операция башланғандың тәүге айында, егеттәр һәләк булғас, мин баш мөфтөйгә юлландым, Махсус хәрби операция биләмәһенә, теләһә ниндәй нөктәһенә ебәрегеҙ, тип үтендем. 2022 йылдың майында беҙҙе, дин әһелдәрен, хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә ебәреү хаҡында бойороҡ сығарылды. Тарихҡа күҙ һалһаң, һәр ғәскәрҙә дин эшмәкәрҙәре, полк имамдары булған. Муллалар хатта һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт иткән. Беҙ егеттәргә рухи һәм психологик яҡтан ярҙам күрһәтәбеҙ. Һуғышта атеистар юҡ, тиҙәр. Унда һәр кемдең күңеле йомшара. Айырыуса иптәштәре һәләк булғанын күргән егеттәр рухи яҡтан бирешергә мөмкин. Мин уларға аяттар уҡыйым, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп, доғалар ҡылабыҙ.
Башҡортостан яугирҙары дошманға ҡаршы нисек көрәшә?
- Беҙҙең егеттәрҙе бар ерҙә лә хөрмәт итеп торалар. "Башкортостан? О, ваши ребята такие отважные, дружные, ловкие. Уважаем!" тиҙәр. Шул тиклем ғорурлыҡ кисерәбеҙ шундай һүҙҙәрҙе ишетеп. Яугирҙарыбыҙҙың дингә ынтылыуы ла ҡыуаныслы. Егеттәр беҙ килеү менән йыйылып китә. "Хәҙрәт, әйҙә ҡорбан салайыҡ", тип мөрәжәғәт итәләр. Ҡайҙандыр һарыҡ табалар. Ҡорбанлыҡ эҙләп, 40-50 саҡрым сығып та китәләр. Бер-береһенә шылтыраталар йә "Ахмат"тан барып алалар.
Яу яланында күп йәш егеттәрҙе күрергә насип булды. Улар алғы һыҙыҡҡа ағайҙары, дуҫтары артынан килде. Бер егет, минең дуҫтарым хеҙмәт итергә китте, улар ветеран булып ҡайтасаҡ, ә мин уларҙың күҙ алдында үҙемде нисек тоторға тейешмен, ти. Бер яҡтан, был - ғорурлыҡ, икенсе яҡтан, улар быуынына бик ауыр бурыс төшкәнен күреү аяныслы.
Һалдаттарға тылдың, халыҡтың ярҙамы етәме? Был йәһәттән егеттәрҙең зарланғаны булманымы?
- Бөгөн МХО биләмәһендә һалдаттарға, тылда уларҙың ғаиләләренә бөтә төр ярҙам да күрһәтелә. Был яҡтан күңел тыныс. Әммә бер кире күренеш тураһында әйтмәй булдыра алмайым. Мәҫәлән, ҡайһы бер егеттәргә ғаиләләренең ярҙамы, терәк-таяныс булыуы етмәй. Үкенескә күрә, әйтәйек, ҡайһы берәүҙәренең ҡатындары "йәшел йылан" менән мауыға. Был хәбәр яугирға килеп етә. Ул алғы һыҙыҡта, уның ҡулында - ҡорал. Ул хис-тойғоға бирелә, ғәрлектән үҙ ғүмерен ҡыйыр хәлгә етә. Суицидҡа бара күрмәгеҙ - тамуҡҡа эләгәһегеҙ, тип әйтеп торам. Ҡатын-ҡыҙҙар бер аҙ уйланһын, ирҙәренә терәк булһын, балаларына яҡшы тәрбиә бирһен, тип кәңәш итер инем.
Ҙур мәсьәләләргә килгәндә, бөгөн ил эсендә аңлашылмаусанлыҡтар булдырмаҫҡа кәрәк. Әгәр тыл берҙәм була икән, һалдаттарға ла Махсус операция бурыстарын үтәү, Еңеү яулау еңелерәк буласаҡ.
Ил эсендә аңлашылмаусанлыҡтар нилектән килеп сыға?
- Бөгөн илебеҙ Махсус хәрби операция алып бара, ҡыҫҡаһы, һуғыш бара, ил эсендә бола ҡуптарырға тырышыу - ул Көнбайыштан килгән сәйәсәт бит. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә власҡа ҡаршы кешеләр НАТО илдәренең ҡулында "ҡурсаҡ" булып ҡалды. Улар матди байлыҡҡа алданып, ил эсендә ғауға сығарып, уны көсһөҙләндереү буйынса сәйәсәт алып бара башланы. Беҙ улар менән көрәшергә тейешбеҙ. Шәхсән үҙемә лә кире фекер әйткәндәре булды, был беҙҙең һуғыш түгел, тип ебәрә бәғзеләр. Ошо йәһәттән тәрбиәүи эш алып барырға кәрәк. Әгәр ошо илдең мәнфәғәтен күрәһең, дауаханалары, мәктәп-вуздары менән файҙаланаһың, эшле лә, ризыҡлы ла булып йәшәйһең һәм шундай ауыр осорҙа бола ҡуптарырға тырышаһың икән, мотлаҡ закон буйынса яуап бирергә тейешһең...
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА