«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ - БИРЕШМӘҪ ХАЛЫҠ!
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Гөлкәй СӘМЕРХАНОВА, Сибай институты педагогика факультетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты:
Беҙ шул хәтлем эскерһеҙбеҙ, эсебеҙҙәге - тышыбыҙҙа. Шул сифатыбыҙҙы үҙ мәнфәғәттәренә файҙаланырға маташыусылар күбәйә, шуныһы аяныслы. Айырым кешеләргә һәр мәсьәләне асыҡлап, йүнәлеш бирергә була, ә бына халыҡ бергә тупланғанда аҡты ҡаранан айырмау, хистәр шауҡымына буйһоноу аяныслы хәл-ваҡиғаларға алып килә, шундай хәлдәрҙең шаһиты булыу күңелде әрнетә. Был тәү нәүбәттә халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен ҡурсалаусы йәмәғәт ойошмаларының мәғлүмәти яҡтан эшләп еткермәүенең һөҙөмтәһелер. Берәй кире маҡсатлы йүнәлештәге мәғлүмәт халыҡҡа юллана икән, шуның дөрөҫ түгеллеген фашлаған хәбәр халҡыбыҙға алдараҡ барып етһә, йә, бик булмаһа, һуңыраҡ барып еткән хәлдә лә, аныҡ дәлилдәр килтергәндә, халыҡ аҡты-ҡараны айырыр, ғауға ойоштороусылар ситуацияны үҙ файҙаһына ҡуллана алмаҫтар ине. Интернетта хәҙер нимә генә юҡ! Ә шундағы мәғлүмәттәр сылбырынан аңлы рәүештә кәрәклеһен һайлап алырлыҡ кимәл булырға тейеш һәр кемдә. Ә кимәлде кем тәрбиәләй? Беҙ, халҡыбыҙ яҙмышына битараф булмағандар, тәрбиәләйбеҙ.
Һөнәрем буйынса филолог булараҡ, студенттарға туған телебеҙҙең грамматикаһын уҡытыу менән генә сикләнмәйем, тормошта кәрәк булған йолаларҙы, рух уятырлыҡ ысулдарҙы йышыраҡ ҡулланырға тырышам. Беҙ студенттарҙы ике төркөмгә бүлеп уҡытабыҙ: башҡорт телен бөтөнләй белмәгәндәр уны дәүләт теле булараҡ өйрәнә, башҡорт теле туған теле булғандар уны тулыһынса өйрәнә. Дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәргә талап артыҡ ҙур түгел, улар телебеҙҙе хөрмәт итһә, икмәк-тоҙлоҡ аралаша белһә, шул да етә. Ә бына халҡыбыҙҙың киләсәген тәшкил иткән милли быуынға талаптар икеләтә арта. Был турала мин уларға дәрес һайын тылҡыйым, замана башҡорто бөгөн һәм киләсәктә ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға күмәкләп яуап эҙләйбеҙ. Минеңсә, иң тәүҙә ул аңлы булырға, юғары эш урынында эшләргә, текә машинала йөрөргә, матур йортта йәшәргә, юғары технологиялар менән дуҫ булырға тейеш. Бының өсөн бик күп уҡырға кәрәк. Мин студенттарыма, программа буйынса уҡыу менән генә сикләнмәгеҙ, тағы ла юғарыраҡ ынтылығыҙ, тим. Ә йәштәребеҙ талантлы, улар менән эшләүгә иғтибарҙы күберәк йүнәлтергә, күндәм булмаҫҡа өйрәтергә кәрәк, юғиһә, хәҙерге шарттарҙа интернет селтәрҙәре аша уларҙың башын бутарға теләүселәр табылып ҡына тора. Шуға күрә кәрәкле мәғлүмәтте башҡаларҙан алдараҡ бирһәк кенә ҡурҡыныс янамаясаҡ.
Тел мәсьәләһенә килгәндә. Әгәр мин туған телемде беләм, хөрмәтләйем, балам менән шул телдә һөйләшәм, иркен аралашам икән, уның балаһы менән дә мөнәсәбәт шулай ҡоролһа, өс быуындың бәйләнеше ныҡлы булһа, телгә ҡурҡыныс янамаясаҡ. Мин шундай позицияла. Күп нәмә һәр кешенең үҙенән тора. Хәҙерге ваҡытта туған телде ҡурсалаусы программалар, гранттар күп, төрлө фондттар әллә күпме саралар үткәреп тора, интернет аша ярыш формаһындағылары ла бихисап. Әммә күңелебеҙҙә рух булмаһа, аңлы рәүештә телде һаҡлап ҡалырға тигән уй булмаһа, бөтә ынтылыштар яһалмаға әйләнә, күҙ буяу өсөн, план үтәү өсөн генә үткәрелә. Башланғыстарға дәүләт кимәленән дә яҡлау булырға тейеш, сөнки туған телебеҙ дәүләт теле һанала.
Беҙҙе ихлас халыҡ, тиһәләр ҙә, артыҡ бер ҡатлы булырға ла ярамай, заманға яраҡлаша белергә лә кәрәк. Борондан килгән, ҡаныбыҙға һеңгән тағы бер матур сифатыбыҙ - юғары идеялар менән йәшәү. Шуғалыр ҙа бөгөн ил һағына баҫыусыларыбыҙ күберәк. Беҙ күп уйлап тормайбыҙ: кәрәк икән - кәрәк. Был холҡобоҙ ихтирамға лайыҡ.
Ҡайһы ваҡыт һорауҙар шул тиклем күбәйеп китә, бөтәһенә лә ҡапыл ғына яуап табыуы ла ҡыйын, әммә бер йүнәлеш тотоп алырға, үҙебеҙ булып ҡалырға, паникаға бирелмәҫкә, бигерәк тә йәштәрҙе ҡурсаларға кәрәк, сөнки уларҙы үҙ мәнфәғәтенә файҙаланырға әҙер генә торалар. Институт базаһында беҙ шундай мөмкинлектәр тыуҙырырға тырышабыҙ ҙа инде. Мәҫәлән, Урал аръяғы бизнесмендарын йыйып, бизнес-һабантуй үткәрҙек. Шәхси эшҡыуарлығын асырға теләгән студенттар эште нимәнән башларға ғәмәли кәңәштәр алды. Йәштәрҙе фән өлкәһенә ылыҡтырыу буйынса ла реаль эштәр башҡарабыҙ, уларҙы үҫтерергә әҙер торабыҙ. Әлбиттә, телебеҙ һағындағы өлкән быуын уҡытыусылары киткәс, фән өлкәһендә өҙөклөк барлыҡҡа килде, алмаш ҡалманы. Хәҙер ана шул өҙөклөктө бөтөрөп, үҙебеҙҙән һуң башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнерлек алмаш ҡалдырырға кәрәк. Китаптар уҡылмаған заманда был өлкәгә студенттарҙы ылыҡтырыу ауыр, әммә беҙ бирешә торған халыҡ түгел.

Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.25 | Ҡаралған: 199

Киске Өфө
 
Уйлап та тормайынса миңә яуызлыҡ күрһәткән кешегә мин баш эйәм һәм уны иң йомарт һөйөү менән бүләкләйем; ул ни тиклем күберәк яуызлыҡ ҡылһа, мин шул тиклем күберәк изгелек ҡыласаҡмын.

(Будда).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru